«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР ИНӘЙҘЕҢ ЯҘМЫШЫ
+  - 

Бөгөн килеп Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл михнәттәрен үҙ иңендә татығандар тураһында күберәк һөйләнә, күберәк хәстәрлек күрелә башланы, ахры. Ошо көндәрҙә "Һуғыш балалары" тигән статус рәсми ҡабул ителеп, уларға ниндәйҙер ташламалар менән файҙаланырға мөмкинлек биргән танытмалар таратыла башланы. Шундай тыл ветерандарының береһе тураһында һүҙебеҙ.

...1934 йылда Башҡортостандың Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылында Миңзифа һәм Исмәғил Әбйәлиловтарҙың өсөнсө балаһы булып донъяға килә уңған, эшһөйәр, егәрле ҡыҙ Басира Әбйәлилова. Аталары Бөйөк Ватан һуғышында яраланып, инвалид булып ҡайта. Снайпер пуляһы уның ике аяғынан да үтәнән үткән була. Ҡайтҡас, ул ауыл мәктәбендә ҡарауылсы - хужалыҡ етәксеһе булып хеҙмәтен дауам итә. Ул заманда ауылдағы мәктәп ағастан һалынған була. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптәге ун бишләп кластың, шулай уҡ уҡытыусылар бүлмәһенең мейестәрен төнө буйы утын яғып йылытып, һүрелтеп, күмерен алып, уҡыусы балалар килеүгә әҙерләү, иҙән йыуыр өсөн һыу ташыу, утын әҙерләү, балсыҡ баҫып, бинаның стеналарын һылау уның иңендә була.
Басира ла туғандарына, ағай-апайҙарына эйәреп, һәр ваҡыт ғәрип атаһының уң ҡулы булып, бәләкәйҙән гел эш өҫтөндә үҫә. Кананикольск урман хужалығында ҡул бысҡыһы менән урман ҡырҡып, сплав менән ағас ағыҙыуҙа йөрөгәндә бер нисә тапҡыр саҡ ағас аҫтында тороп ҡалмай 12 йәшлек Басира. 8-10 йәшенән алып һарыҡ фермаһында йөҙләгән һарыҡ бағып, уларҙы бәрәсләтеп, бәрәстәрен имеҙеп, үҙе лә һарыҡ бәрәстәре кеүек кенә сағында ал-ял белмәй фермала ла эшләп ала. Ете класты тамамлағас, алыҫ туғаны Марат Вәли улы Зәйнуллин һәм Зиннур Ураҡсиндар менән бергә Мораҡ педучилищеһына уҡырға ла инә Басира. Тик урыҫса насар белеү сәбәпле, урыҫтар араһында уңайһыҙланып, уҡыуын ташлап, кире ауылына ҡайтырға мәжбүр була...
1955 йылда Ерекле ауылына, Ырыҫҡоловтар ғаиләһенә, килен булып төшә Басира. Зиннәт атлы егет менән матур донъя көтөп, Зәки, Ильяс, Наил, Әнүәр, Таңһылыу исемле биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәләл ефете лә, үҙе лә алһыҙ-ялһыҙ колхоз-совхоз эшендә егелеп хеҙмәт итәләр. Басира ауылда ғына түгел, тотош районға егәрлелеге менән танылған уңған һауынсыларҙың береһе була. Көнөн төнгә ялғап, малсылыҡта эшләй, фермала һыйыр һауа, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Атай-әсәйҙән, нәҫелдән килгән сифат була инде уның бындай фиҙаҡәрлеге.
- Әсәйем Басираның атаһы Исмәғил ҡартатайыбыҙ, Миңзифа өләсәй менән бергә 70 йыл татыу, бәхетле ғүмер кисерәләр, - тип йылы хәтирәләре менән уртаҡлаша хәҙер Басира инәйҙең балалары. - Исмәғил ҡартатайыбыҙ 91 йәшендә генә вафат булды. Ул ғүмере буйы бал ҡорттары тотто. Борон үгеҙ егеп, 4-5 фляга балды Иҫәнғол, йә Троицк баҙарына алып барып, килоһын өсәр һумдан һатып, хужалыҡта кәрәк булған ваҡ-төйәк, кейем-һалым, сәй-шәкәр тейәп ҡайтыр ине. Ике яҡтан да ҡартатай - өләсәйҙәр донъя көтөүгә тырыш булдылар. Атайҙың атаһы Ғәбиҙулла ҡартатай ҙа кәүҙәгә әллә ни ҙур булмаһа ла, физик яҡтан ныҡ көслө булды. Хатта ул биш йөҙ килолы атты күтәрә торғайны... Атайыбыҙ менән әсәйебеҙ һәр беребеҙгә белем бирергә тырышты. Беҙ уҡыған саҡта атайыбыҙ ҡыш көнө, буран тип тормай, сана һөйрәп беҙгә аҙыҡ ташыр ине...
Басира инәйгә быйыл 87 йәш. Ул дүртаяҡҡа таянып йөрөһә лә, Себер тарафтарында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан 3 улының, эшҡыуар һәм директор урынбаҫары булып эшләп, хаҡлы ялдағы тағы бер улы һәм ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан бер бөртөк ҡыҙының матур тәрбиәһендә донъя көтә. Кистәрен үҙе кеүек оло йәштәге әхирәттәре "Киске телецентр"ға барабыҙ" тип шаяртышып, хәл-әхүәл белешергә, донъя хәбәрҙәре менән бүлешергә уның эргәһенә йыйылалар. Тәм-томдар, бәлештәр ҡоймаҡтар бешереп, кемеһе бал, кемеһе "үәринйә" тотоп килеп, кинәнеп сәйҙәр эсеп, Басира инәйҙең күңелен күреп ҡайта улар. Шунда бала саҡ, һуғыш йылдарындағы хәтирәләр йомғағы ла һүтелеп китә. "Һөйләргә генә ҡалһын инде ул йылдағы михнәттәрҙе", - тиешеп, ҡорҙо тамамлап ҡуялар шунан. "Донъялар тыныс булһын!" - ошо инде һуғыш балаларының телдән төшмәй торған иң изге теләге, доғаһы.

Мәрйәм ЗӘКИРЙӘНОВА.
Күгәрсен районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.06.21 | Ҡаралған: 434

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru