«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХИ ОСРАШЫУ, ЙӘКИ КИЛЕШЕҮГӘ ТАБАН БЕР АҘЫМ
+  - 


Хәбәр ителеүенсә, 16 июнь Женевала Рәсәй президенты Владимир Путин менән АҠШ президенты Джо Байдендың тарихи осрашыуы бөтөн донъя йәмәғәтселеге һәм киң мәғлүмәт саралары иғтибарын йәлеп итте.

Бындай иғтибар аңлашыла ла: донъя аренаһында ҡапма-ҡаршылыҡлы ике иң төп сәйәси көс булараҡ, Америкала яңы президент һайлауҙарынан һуң айырыуса киҫкенләшеп киткән "һалҡын" көрәш сәйәси көрсөккә килеп терәлгәйне инде. АҠШ тарафынан Рәсәй властары адресына ниндәй генә ғәйепләүҙәр, яла яғыуҙар, урынлы-урынһыҙға тәнҡитләүҙәр, көсләп үҙ ихтыярын бәйләргә маташыуҙар Джо Байден власҡа килгәс, уғата әҙәпһеҙ, тотанаҡһыҙ төҫ алды. Рәсәй властарының күрәләтә провокацияларға бирелмәйенсә, олпат тыныслыҡ һаҡлай алыуын күреп, асыуынан шартларҙай булған Байден иһә Путинды "үлтереүсе" тип атауҙан да тартынманы. Был инде Америка президенты исемен йөрөткән юғары вазифалы кешенең үҙ-үҙенә контролде юғалтыуы булдымы, әллә көсһөҙлөгөн тойоуҙан сығырынан сығыу инеме - һәр хәлдә, Америка - Рәсәй мөнәсәбәттәре тарихында бындай түбәнлеккә юл ҡуйылғаны юҡ ине әле.
Эш бының менән генә туҡтаманы. Рәсәйҙе киберһөжүмдә ғәйепләп, Вашингтонда эшләүсе дипломаттарҙы ҡайтарып ебәреү һәм Рәсәй тарафынан эшләнгән "яуап дипломатияһы" - үҙ-ара былай ҙа сигенә килеп терәлгән мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарлаштырыусы сүп өҫтөнә сүмәлә булды. Ниһайәт, Европа буйлап эш сәфәре барышында Байден Путинға шылтырата һәм йыйылып киткән мәсьәләләр буйынса икәү-ара күҙмә-күҙ осрашып һөйләшеү хаҡында һүҙ ҡуҙғата. Был тәҡдимдең Ҡырым һәм Украина, шулай уҡ башҡа Европа илдәре менән сик буйҙарына яҡын Рәсәй хәрби көстәренең әүҙемләшеүе һәм күнекмәләр үткәреү мәленә тап килеүе шулай ҙа тиктәҫкә булмағандыр, тип уйларға ҡала. Нисек кенә булмаһын, әммә ләкин был осрашыу Ҡушма Штаттар мәнфәғәтендә генә түгел, Рәсәй өсөн дә бик кәрәк ине.
Һөйләшеүҙәр тәүҙә ике сәғәт буйына икәү-ара үткәрелгәндән һуң ике яҡтың да делегациялары тулы составта осрашты. Ике ил башлығының да үҙҙәрен бер-береһе менән дуҫтарса тыныс мөғәмәләлә тотоуы журналистар иғтибарынан ситтә ҡалманы, әлбиттә. Улар йылмая, әленән-әле ҡул ҡыҫыша, шаярып һүҙ ҡуша һәм көлөшәләр. Ситтән ҡарағанда ике ил лидерының ошолай аралашыуы бер-береһенә ҡарата ихтирамлы, тыныс шарттарҙа үткән икәненә ишара һымаҡ ине. Саммит шулай ҙа билдәләнгән ваҡытынан бер сәғәткә алдараҡ тамамлана. Һөйләшеүсе яҡтар матбуғат конференцияһын бергәләп түгел, ә айырым үткәрергә хәл итә. Беренсе булып журналистар менән осрашыуға Владимир Путин сыға. Ул осрашыуҙы аныҡ һәм темаға ярашлы булды, тип баһаланы һәм коллегаһы яғынан бер ниндәй ҙә дошманлыҡ һиҙмәүен, киреһенсә, үҙ-ара килешеүгә ынтылыш булыуын билдәләне. Үҙ сиратында саммит һөҙөмтәһен Байден да ыңғай баһаланы. Рәсәй менән эшләү өсөн хәҙер аныҡ нигеҙ бар, үҙ-ара мөнәсәбәттәргә юл һалынды, ҡараштарҙағы айырымлыҡтар асыҡланды, тине ул. Президенттар ике илдең дә дипломатик миссияһын ҡабаттан тергеҙеү, илселәрҙе үҙ эш урындарына ҡайтарыу хаҡында килеште. Владимир Путин үҙ адресына "үлтереүсе" тип әйткән Байденға асыу һаҡламауы, ғәфү итеүе хаҡында ла әйтеп китте. "Байден һуңынан миңә шылтыратты һәм был мәсьәлә буйынса беҙ аңлаштыҡ. Ул осрашырға тәҡдим итте, һәм беҙ осраштыҡ. Байден бик тәжрибәле кеше",- тине ул.
Саммит һөҙөмтәләренән сығып, Путин менән Байден стратегик тотороҡлолоҡ буйынса берлектәге белдереү ҡабул итте һәм ҡоралланыуҙарҙы ике яҡлы, комплекслы контролдә тотоу хаҡында килеште. Кремлдең сайтында был хаҡта: "Ядро һуғышында еңеүсе булмаясаҡ һәм ул бер ваҡытта ла башланырға тейеш түгел", - тип әйтелә. Женевала тағы бер тема - киберхәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса консультациялар хаҡында килешелде. Һуңғы ваҡыт Американың компьютер селтәрҙәренә йышайып киткән хакерҙар һөжүме өсөн ғәйепте Вашингтон Рәсәй властары яуаплылығына йөкмәтмәксе. Ләкин Владимир Путин был йәһәттән Рәсәйҙең дә киберһөжүмдәргә дусар ителеүе хаҡында әйтте һәм, Америка сығанаҡтарына таянып, бындай һөжүмдәрҙең иң беренсе урында торған АҠШ-тың кибер киңлектәренән ебәрелеүе, икенсе урынды иһә Канада биләүе хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. Байден Рәсәй етәксеһе иғтибарына АҠШ инфраструктураларының хакерҙар һөжүменән һаҡланырға тейешле иң төп 16 секторынан торған исемлек тәҡдим итте. Яҡтар шулай итеп был йүнәлештә хәүефһеҙлек булдырыу хаҡына берлектә эш итергә һөйләшеп килеште. Украина, уның НАТО-ға инеү ихтималлығы тураһында әллә ни ентекле һөйләшеү булмаһа ла, Байден мәсьәләне Минск килешеүҙәре нигеҙендә ҡарау кәрәклегенә баҫым яһаны.
Рәсәй Президенты үҙенең матбуғат конференцияһында Байдендың оппозиция, Рәсәйҙә кеше хоҡуҡтарын боҙоу тураһында һүҙ ҡуҙғатыуына туҡталып, АҠШ властарының даими рәүештә кеше хоҡуҡтарын боҙоуға юл ҡуйыу (урамда кешеләрҙе атыу, ЦРУ-ның йәшерен төрмәләре, Афғанстанды бомбаға тотоу) факттарын иҫтәренә төшөрөргә тура килеүен әйтте. "Һөйләшеү алып барылған мәсьәләләр составында Америка төрмәләрендәге рәсәйҙәр, Рәсәйҙә ҡулға алынған американдарҙы алмаштырыу буйынса РФ Сит ил министрлығы менән АҠШ Дәүләт департаменты араһында эш йүнәлештәре ҡаралыуы, ниндәйҙер килешеүҙәргә килеү ихтималлығы хаҡында ла һүҙ барҙы", - тине В.Путин.
Ҡыҫҡаһы, күп һәм сиселешен көткән ҡырҡыу мәсьәләләрҙең бөтәһен дә бер осрашыу сиктәрендә ҡарау мөмкинлеге булмаһа ла бөгөнгө иң киҫкен, кисектергеһеҙ бурыс - ҡоралланыуҙарға контроль булдырыу һәм стратегик тотороҡлолоҡҡа өлгәшеүҙең төп маҡсат итеп ҡуйылыуы, мөнәсәбәттәрҙе артабан дауам итеү өсөн илселектәргә дипломатик миссияларын башҡарырға мөмкинлек биреү хаҡында килешеүҙәргә өлгәшеү яҡшы башланғыс булды, тип иҫәпләй сәйәси эксперттар. "Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса өлгәшелгән килешеүҙәр уңышһыҙлыҡ тип әйтеүгә ҡарағанда, күберәк уңыш ул, - тип үҙенсәлеклерәк баһаламаһы менән уртаҡлашты Рәсәй Халыҡ-ара эштәр буйынса советтың генераль директоры Андрей Кортунов. - Әлбиттә, күберәк һәм етдирәк килешеүҙәргә лә өлгәшергә булыр ине, минеңсә. Мәҫәлән, илселек эшмәкәрлеген тулы күләмендә тергеҙеү, АҠШ менән Рәсәй араһында киберхәүефһеҙлек буйынса эш төркөмө булдырыу Мәскәү өсөн ҙур ҡаҙаныш иҫәпләнәсәк..."
Иң мөһиме, шулай ҙа хәҙер ошо алынған курстан тайпылмау, уйланмаған, көтөлмәгән дыуамал үҙешмәкәрлектәрҙән һаҡ булыу, үҙ-ара кәңәшлелек. Ә һөҙөмтәләр булырмы, юҡмы әлеге һөйләшеүҙәрҙән, был, Байден әйтмешләй, берәй алты айҙан һуң күренер.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.21 | Ҡаралған: 270

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru