«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ КӘСЕПТӘР ӨФӨЛӘ ЛӘ ХУПЛАУ ТАБЫР
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Киров районында һабантуй форматындағы Йәйге уйындар-2021 үтте. Тәүге тапҡыр уҙғарылған был сарала ололар өсөн дә, балаларға ла ҡыҙыҡлы төрлө уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, ярыштар ойошторолдо. Шуларҙың күбеһе Өфө башҡорттары ҡоролтайы ярҙамы менән М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы тарафынан әҙерләнгән башҡорт ихатаһы эргәһендә тупланды. Айырыуса башҡорт халҡының боронғо һөнәрҙәрен тергеҙеү маҡсатында үткәрелгән "Ҡомартҡы" конкурсы иғтибарҙы йәлеп итте. Уны ойоштороусы 158-се Башҡорт гимназияһы директоры, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Гөлназ Әхмәҙиева менән ошо бәйге тураһында һөйләштек.

- Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, баш ҡаланың ете районы ла үҙенең ниндәйҙер милли байрамын булдырырға тейеш, тигән матур башланғыс-тәҡдим менән сыҡҡайны. Бөгөн һәр район төрлө йүнәлештәге матур-матур байрамдарын үткәреп килә. Мәҫәлән, Октябрь районында - шәжәрә байрамы, Калинин районында - "Башҡорт ғаиләһе", Ленин районында - башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаусы балалар конкурстары, Дим районында башҡорт йырҙарын башҡарыусы балаларҙың "Тамсылар" фестивале булып үтте. Әле бына беҙ Киров районы вәкилдәре булараҡ, һабантуй сиктәрендә үҙебеҙҙең "Ҡомартҡы" проектына йомғаҡ яһаныҡ, күргәҙмәләребеҙҙе ойошторҙоҡ.
Беҙҙең "Ҡомартҡы" проектының төп маҡсаты - халҡыбыҙҙың боронғо милли шөғөлдәрен, һөнәр-кәсептәрен тергеҙеү. Был кәсептәр бик күп, әлбиттә, ә беҙ уларҙың тик өс кенә төрөн - йөн һәм мамыҡ эшкәртеү, ағас эшкәртеү, күн эшкәртеү йүнәлештәрен күҙ уңында тотоп, оҫталыҡ конкурсы иғлан иттек. Асыҡ конкурсыбыҙ баш ҡаланан ғына түгел, бөтә республика оҫталарын йыйҙы. Мәҫәлән, республиканың Нуриман, Ауырғазы, Йылайыр, Белорет, Стәрлетамаҡ, Ейәнсура һәм башҡа райондары оҫталары эштәрен ебәрҙе. Баһалама ағзалары ул эштәрҙең фотоларын, схемаларын, аңлатмаларын тикшергәндән һуң, иң-иңдәренә ярыштың икенсе этабына саҡырыу ебәрелде. Тап бына шул күҙҙең яуын алырҙай сәнғәт үрнәгенә әйләнгән эштәр Киров районының Йәйге уйындар-2021 һабантуйында күргәҙмәлә ҡатнашты ла инде. Башҡорт көнкүрешен сағылдырып биҙәлгән тирмәбеҙ тирәһендә шул тиклем күркәм күргәҙмә хасил булды, бар ғәм беҙҙең янға күңел асырға килде, ҡыҙыҡһынды. Күргәҙмәнән тыш, махсус рәүештә саҡырылған ағас эшкәртеү оҫтаһы Владимир Мясников, "Мосафир" күн әйберҙәр оҫтаханаһы һөнәрселәре, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре оҫтабикәһе Сәрүәр Аслаева теләүселәргә оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың улы Азамат һәр кемгә ҡумыҙ сиртергә өйрәтеп торҙо. Ғөмүмән, конкурсыбыҙ район һабантуйына йәм биргән күркәм сара булып сыҡты. Ойоштороусыларҙың береһе булараҡ, уның халыҡҡа кәрәкле булыуын күрҙем, тип әйтә алам.
Конкурсыбыҙҙа етмештән ашыу ҡул эштәре менән 50-гә яҡын кеше ҡатнашты. Оҫталар эшләгән әйберҙәрҙә заман һулышы, бөгөнгөгә яраҡлаштырылған бик үҙенсәлекле ижад емештәрен күрҙек. "Ҡомартҡы" конкурсында 18 йәшкә тиклемге һәм 18 йәштән өлкән оҫталар айырым билдәләнде, уларҙы өс номинация буйынса бүләкләнек. Балалар араһында Өфө ҡалаһы, Нуриман, Ауырғазы, Белорет райондарынан 9 кешегә сымһыҙ ҡолаҡсындар, маҡтау ҡағыҙҙары, ә уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Иң юғары баһаға лайыҡ булған ҡатнашыусылар - "Мосафир" күн әйберҙәр оҫтаханаһы етәксеһе Азамат Юлдашбаев, "Деды" ағас оҫтаханаһы етәксеһе Владимир Мясников һәм Йылайыр районынан Ш. Бабич исемендәге гимназия уҡыусыһы Зарема Таһирова Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙҙарына, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының иҫтәлекле бүләктәренә лайыҡ булды. Киләсәктә "Ҡомартҡы" конкурсы йыл да уҙғарылыр, Өфөбөҙҙәге бер матур йолаға әүерелер һәм тағы ла күберәк ҡул эштәре оҫталарын йәлеп итер, тибеҙ. Сөнки халҡыбыҙҙың сәнғәткә, матурлыҡҡа, көнкүрешен биҙәргә ынтылышы электән билдәле һәм был йола баш ҡала башҡорттары тарафынан артабан да хупланыр, баһаланыр, тип ышанайыҡ.

Камила ҒӘЛИЕВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.21 | Ҡаралған: 282

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru