«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2021

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04  |  05
Февраль
   06  |  07  |  08  |  09
Март
   10  |  11  |  12  |  13
Апрель
   14  |  15  |  16  |  17
Май
   18  |  19  |  20  |  21  |  22
Июнь
   23  |  24  |  25  |  26
Июль
   27  |  28  |  29  |  30  |  31
Август
   32  |  33  |  34  |  35
Сентябрь
   36  |  37  |  38  |  39
Октябрь
   40  |  41  |  42  |  43
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты В.Путин тарих дәреслектәрен тәнҡитләне. Был хаҡта һеҙ ниндәй фекерҙә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОСТАЗ-ҒАЛИМ ҺӘМ УНЫҢ ЛАЙЫҠЛЫ УҠЫУСЫЛАРЫ
+  - 

Өфөлә Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, филология фәндәре докторы, профессор Әҙһәм Рәхим улы Тенишевтың тыуыуына 100 йыл һәм филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фирҙәүес Хисаметдинованың 70 йәшенә арналған "Диалектология. Этнолингвистика. Этимология. Мифология" тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Уның эшендә республиканан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан, Новосибирск һ.б. ҡалаларҙан, Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан академик учреждениеларҙың тел белгестәре, филологтар һәм уҡытыусылар ҡатнашты.

Сарала Рәсәй халыҡтарының диалекттарын һәм һөйләштәрен, диалекттарҙың һәм әҙәби телдәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен өйрәнеү, төрки, славян, фин-уғыр филологияһының көнүҙәк мәсьәләләрен ҡарау, яңы диалект материалдарын өйрәнеүҙә заманса сараларҙы эҙләү, шулай уҡ компьютер лингвистикаһы, лексикография, этнолингвистика һәм мифология өлкәһендәге бәхәсле мәсьәләләрҙе тикшереү, күп мәҙәнилек киңлегендә әҙәбиәтте һәм фольклорҙы өйрәнеүҙә традицияларҙы һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды.
Пленар ултырыш Ә. Тенишев тураһында "Пенза Тенишева" тип аталған фильм менән танышыуҙан башланды һәм йыйылыусылар тағы бер тапҡыр олуғ остаздарының тормош юлын хәтеренә төшөрҙө. Әҙһәм Тенишев Пенза ҡалаһында татар тархандары ғаиләһендә тыуа һәм ғүмерен тел ғилемен өйрәнеүгә бағышлай. Үҙенең сығышында Рәсәй Фәндәр академияһы Тел ғилеме институтының Урал-Алтай телдәре бүлеге мөдире Анна Дыбо Ә. Тенишевтың сағыштырма-тарихи тел ғилеме буйынса хеҙмәттәренә байҡау яһап, уларҙың бөгөн дә актуаль булыуын һәм телселәр өсөн ҡулланма булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Анна Владимировна шулай уҡ диалекттарҙың бик тиҙ юғалыуын һәм телдәрҙе тикшергәндә уларҙың да кешеләрҙең шәжәрәһе булған кеүек, үҙ шәжәрәһе булыуын белдерҙе. Ниндәйҙер телдәр ҙур ағасты хәтерләтһә, төрки телдәр - ҡыуаҡ рәүешендә. Әммә Ә. Тенишевҡа тиклем бер кем дә төрки телдәрҙең генеалогияһын тикшермәгән. Алтмыш ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән "Төркиҙәрҙең диалекттары атласы", "Себер төркиҙәренең диалекттар атласы" авторы булған Әҙһәм Тенишевтың юбилей саралары Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә уҙғарыла, әммә Башҡортостан өсөн ул айырым урын алып тора, сөнки ғалим әҙерләгән 20-нән ашыу фән докторы араһында 8 кеше - беҙҙең республика телселәре. Филология фәндәре докторы Юлай Псәнчин үҙ сығышында был фактҡа айырыуса ентекле туҡталды. Тенишевтың Башҡортостандағы уҡыусылары араһында иң беренсе Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов була. Шулай уҡ билдәле ғалим Зиннур Ураҡсин, Фирҙәүес Хисаметдинова, Рәйсә Халиҡова, Азат Камалов һәм башҡаларға уның уҡыусыһы булыу бәхете эләгә.
Сарала шулай уҡ быйыл августа тыуыуына 135 йыл туласаҡ ғалим, Башҡортостанда башҡорт әҙәби теленең диалекттары мәсьәләһен иң беренсе булып күтәргән, төрки телдәренең диалектологияһы, лексикологияһы, терминологияһы һәм лексикография өлкәһендә танылыу алған белгес Таһир Байышев исеме лә лайыҡлы яңғыраны. Заманында яҙыусы Ғәзим Шафиҡов яҙғанса "Тел ғилеме Робинзоны" булып, бер яҡтан яҡлау тапмаған, бары тик административ баҫымға дусар булған Таһир Ғәлләм улы 11 экспедицияла ҡатнашып, элекке СССР-ҙың төрлө төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар буйынса ҙур күләмле диалект материалы йыя, уларҙы эшкәртеп, системаға һала һәм һүрәтләй. 1940 йылда "Башҡорт диалекттары һәм уларҙың әҙәби телгә мөнәсәбәте" тип аталған хеҙмәт баҫтыра, эҙләнеүҙәре нигеҙендә төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының телен әҙәби телдең өсөнсө айырым диалекты тип белдерә. Ошо китабы башҡорт диалектология фәнен Бөтә Союз төркиәт аренаһына сығара. Ғалим башҡорт теленең диалектологик картаһын эшләй һәм ул Сергей Руденко төҙөгән һәм "Башҡорттар" монографияһына индерелгән башҡорттарҙың этнографик картаһына оҡшаш була. 1964 йылда эмиграцияла булған билдәле совет тел белгесе, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Николай Пеппе Блумингтонда (АҠШ) инглиз телендә донъя күргән "Башҡорт грамматикаһы" тигән китабында башҡорт телендә өс территориаль диалект булыуы тураһында яҙа һәм улар араһында төньяҡ-көнбайыш диалектын атап, Байышевтың хаҡлығын тағы бер раҫлап ҡуя.
Сараның пленар ултырышында башҡорт тел ғилеменә ҙур өлөш индергән лексикограф Әкрәм Бейешев, башҡорт фольклор ғилеменә арымай-талмай хеҙмәт иткән ғалимә, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәнүзә Нәҙершина тураһында ла йылы һүҙҙәр әйтелде, уларҙың хеҙмәте юғары баһаланды.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.21 | Ҡаралған: 74

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! 2022 йылдың беренсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә 731 һум 66 тингә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ. Почтальондар ҙа бүләкһеҙ ҡалмаясаҡ. Гәзит уҡыусыларыбыҙ "Киске Өфө" - бүләгем" акцияһына ҡушылып, баҫмабыҙҙы атай-әсәйҙәренә, мәктәптәргә, дуҫтарына яҙҙырып та бүләк итә ала. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2021 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt