«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺИН ЭШЛӘМӘҺӘҢ, МИН ЭШЛӘМӘҺӘМ...
+  - 

Башҡорт дәүләт филармонияһында баҡыйлыҡҡа күскән бер арҙаҡлы йырсыбыҙҙың хәтер кисәһенә барҙым. Тамаша залында... 38 кеше ултыра

Нимә булды беҙгә? Кемгә әйләндек беҙ? "Тел бөтә!" тип туҡтауһыҙ ҡысҡырабыҙ. Беҙҙе һәр ваҡыт кемдер ҡыҫа, ситләтә, кәмһетә, рәнйетә, йәнәһе... Беҙ һәр саҡ ғәйеплеләрҙе ситтән эҙләйбеҙ. Һәм, ғәҙәттә, хөкүмәтте, дәүләтте, етәкселәрҙе әрләйбеҙ. Тик... Кем беҙгә шул йырсының хәтер кисәһенә барырға ҡамасауланы? Кем беҙгә "Аҡбуҙат", "Аманат", "Шоңҡар", "Ағиҙел" журналдарына, "Башҡортостан", "Йәшлек", "Киске Өфө" гәзиттәренә яҙылырға ҡамасаулай? Кем? Глобалләшеү, интеграция, дәүләт, хөкүмәтме?
Интернетта ла тел, милләт, халыҡ тураһында күпме тауыш күтәрелә. Тик шул тел, милләт, халыҡ өсөн бар "эшмәкәрлегебеҙ" теге йәки был постҡа лайк ҡуйыуҙан да артмай бит! Ә инде репост эшләһәк, беҙ бөтөнләй геройға әйләнәбеҙ... Әгәр ҙә бер көн килеп гәзит-журналдарыбыҙ йәшәүҙән туҡтай икән - власть түгел, беҙ үҙебеҙ ғәйепле буласаҡбыҙ. Сөнки бер власть та 200-300 дана менән сыҡҡан баҫманы аҫрай алмаясаҡ. Һәм шул уҡ ваҡытта 10 -15 мең дана менән сыҡҡан баҫманы япмаясаҡ. Тамашаларына, спектаклдәренә 35 кеше йөрөгән филармонияны, театрҙы бер дәүләт тә аҫрап тора алмаясаҡ...
Ярай, аҡса юҡлыҡҡа һылтанабыҙ икән, ти. Килешәм. Еңел осор түгел. Тик... Ни өсөн ниндәйҙер бер фәһеме булмаған тамашаларға, концерттарға халыҡ дәррәү йөрөй? Тимәк, ҡайҙалыр аҡса бар, ҡайҙалыр юҡ.
Беҙ ҡайҙа теләйбеҙ - шунда барабыҙ, тип әйтерһегеҙ. Һеҙ хаҡлы. Иректе сикләү юҡ. Тик бына милләт, халыҡ һәм тел тураһында ҡысҡыраһың, хоҡуҡ яулайһың икән, һинең бар ҡылығың, ғәмәлдәрең ошо мәнфәғәттән сығып атҡарылырға тейеш түгелме ни? Һин быны эшләмәһәң, мин быны эшләмәһәм, кемгә япһарабыҙ, кем иңенә һалабыҙ үҙебеҙҙең был ҡан менән бирелгән бурысты?
...Филармониялағы шул кисәлә миңә бер артист килеп өндәште (мин ул ваҡытта "Башҡортостан" гәзитендә баш мөхәррир булып эшләй инем):
- Азамат ағай, гәзиттә минең турала яҙылған мәҡәлә ята, шуны баҫтырығыҙ инде, зинһар, бик оҙаҡ ятып китте... - ти.
- Ҡустым, ә һин "Башҡортостан" гәзитенә, исмаһам, өс йылға бер генә тапҡыр булһа ла яҙылып ҡара әле... Сөнки мөхәббәт ике яҡлы булырға тейеш, ике яҡлы булмаһа, мөхәббәт бары енси мөнәсәбәткә әйләнә...
Күҙҙәрен сыл-сылт йомдо артисыбыҙ. Яуап бирерлеге юҡ ине шул...
Эйе, тел бөтә, тип ҡысҡырыуы иң рәхәт ысул. Сөнки йәтеш бит: был хәлдә һин үҙеңде түгел, ҡайҙалыр, кемделер ғәйепләйһең дә ҡуяһың. Туған телде кемдер ҡотҡарырға тейеш... Кемдер филармонияға, театрға йөрөргә, гәзит-журналдар алдырырға тейеш... Ошо бурыстарҙы ла үтәмәгән халыҡтың хәтере бармы?.. Хәтере булмаған милләттең - киләсәге?..

Азамат ЮЛДАШБАЕВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.21 | Ҡаралған: 282

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru