«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҠЛАҺАҠ, ҺАҠЛАҺАҠ ИНЕ...
+  - 

"Өләс, өләс, ниңә ул ҡолоған, амма бумайма хәҙел? Амма ашаһым килә, амма кәләк. Амма, амма…" Теле яңы ғына асылған һеңлемдең бәләкәй генә ҡулдары менән ҡороған алмағастың ботаҡтарын һелкетеп-һелкетеп илағаны бөгөнгөләй күҙ алдымда. Былтыр алмаларын күтәрә алмай ултырған алмағастарҙы, бәләкәй генә булһа ла, хәтерләүен әйт әле.

Эйе, ҡасандыр атайым яратып, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем кинәнеп ашаһын, тип ултыртҡан өс төп алмағас үҙе яҡты донъянан китеүенең икенсе яҙына сәскә атманы. Йәй уртаһында бөтә ауылға йәм биреп ултырыр, емеш өлгөртөр мәлендә өс алмағас урынына өс ҡороған сатыр ғына ултыра ине. Үкһеп илаған ейәнсәренә ҡарап әсәйем: "Илама инде, бәпкәм, быйыл олатайың тәрбиәләмәне шул уларҙы, миндә улар ҡайғыһы булманы…" - тип ейәнсәре күрмәҫ элек йәшле күҙҙәрен һөрттө лә, йөҙөндә йылмайыу сатҡылыры сығарҙы: "Алмағас тәмле емештәрен бирһен өсөн уларҙы бар күңелеңде һалып тәрбиәләп тороу зарур. Быйыл тағы ла ултыртырбыҙ ҙа икәүләп уларҙы тәрбиәләп кенә торорбоҙ, йәме", - тип, арҡаһынан һөйөп йыуатты. Һеңлем: "Ялай, ялай…" - тип тиҙ генә балалығына барып, ризалашып, өләсәһе биргән кәнфитте ҡабып, артабан йүгерҙе. Йәйҙең эҫе көнөндә өй алдындағы кәртәләрҙе буярға тип сығып, һаман да эштең яртыһына ла етмәй ялҡауланып, ике ҡайындың күләгәһендә урынлашҡан эскәмйәлә бер вайымһыҙ, йәнәһе, хәл алып ултырған ҡыҙ, йәғни мин, әсәйемдең һүҙҙәренән һуң уйға ҡалам...
Эйе. Һәр нәмәне лә үҫһен, йәшәһен, балҡып торһон тиһәң, уны тәрбиәләргә, ҡурсаларға, яратырға кәрәк шул. Анау баҡсала үҫкән сәскәләргә лә, тәтелдәп йөрөгән һеңлемә лә, картуф баҡсаһын бер туҙҙырып сабып йөрөгән быҙауға ла, эргәмә килеп мырылдап аяғыма уралған бесәйгә лә, шул бесәйгә ҡарап сәүкелдәп өргән көсөккә лә, әсәйем менән атайым төҙөгән ошо оло өйгә лә - һәр нәмәгә тәрбиә кәрәк. Бөгөнгә сәскәләргә һыу һипһәм, һеңлемдең сәсен тарап үреп, тәмле мәмәй тотторһам, быҙауға йәшел үлән йолҡоп һалһам, иркә бесәйемә һөт ултыртһам, сәүек көсөккә ашарға бирһәм, бая уҡ башлаған ошо ялҡытҡыс, һыу инергә ҡамасаулап торған кәртәләрҙе буяп бөтөрһәм, минең елкәнән йөк төшә. Ошолай вайымһыҙ ғына, тормошҡа бер ҡатлы ғына ҡарап йөрөгән мәлемдә мин БДУ-ның 4 курсында уҡый инем.
Бөгөн мин - 20 йыл эш стажы булған, үҙенә генә хас традициялы, бай тарихлы Халыҡтар Дуҫлығы орденлы М. Горький исемендәге 3-сө гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын. Бер ни тиклем аҡыл яғынын да үҫкәнмен, етдиләнгәнмен, үҙемсә тормош тәжрибәһе туплағанмын. Йәш саҡтағы уй-хыялдарыма ла хәҙер икенсе күҙлектән ҡарайым. Янымда терәк булырҙай ғәзиз кешеләрем булһа ла, арҡа терәрҙәй иң яҡын кешем - атайымдың юҡлығын да иңдәремдә лә, йөрәгемдә лә, тормош юлында ла нығыраҡ тоям. Хәҙер минең ҡурсалауыма мохтаж булыусылар ҙа бер нисә тапҡырға күберәк: әсәйем, ике улыҡайым, апайым, уның өс балаһы, үҙем уҡытҡан уҡыусыларым, телем…
Эйе, эйе, мотлаҡ туған телем дә минең ҡурсалауыма, яҡлауыма мохтаж. Һәр кеше лә үҙ туған теле алдында яуаплылыҡты тойһа, бәлки, телемдең, халҡымдың яҙмышы ла икенсерәк булыр ине. Телебеҙ йәшәһен өсөн уны ҡурсалап, яҡлап, һаҡлап, һутландырып, уға нур һибеп, көс биреп торорға кәрәклеген һәр кем аңлаһын ине лә ул. Тик… Телебеҙгә ҡарата һыуыныу, уның ҡәҙерен белмәү, уға ҡарата иғтибарһыҙлыҡ күренештәре күбәйә бара һымаҡ. Бигерәк тә башҡорт халҡының йөҙөк ҡашы булған күренекле шәхестәрҙең балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең үҙ туған телен белмәүе ауыр уйҙарға һала мине. Бөтә кешеләрҙе лә бер ҡалыпҡа һалып булмай, әлбиттә. Һәр йылғаның ике яры, таяҡтың ике осо, миҙалдың ике яғы булған кеүек, араларында иҫ китерлек итеп башҡортса йырлағандары ла, олаталарының, өләсәләренең шиғырын һөйләгәндәре лә, шартлатып үҙҙәре ижад иткәндәре лә бар. "Алма ағасынан алыҫ төшмәй" ти халҡым мәҡәле, ата-әсәһе өйҙә матур итеп үҙ туған телендә һөйләшһә, эргәлә йөрөгән бала ла телмәргә ҡушылмай ҡалмай бит. Телгә ҡарата ҡараш та, ихтирам, иғтибар, һөйөү ҙә мотлаҡ ғаиләнән, олатай-өләсәйҙән, атай-әсәйҙән башлана.
...Әсәйем менән һеңлемдең алмағастары инде егерме йылдан ашыу һәр йыл яҙ шау сәскәгә күмелә, йомарт көҙҙә һутлы алмалары менән һыйлай. Уларҙың яҡлаусылары, һаҡлаусылары, әсәйем менән һеңлем, һәр ваҡыт яндарында ғына шул. Уларҙан уҙып ошо алмағастарға тейеп ҡара! Ник тейгән хәлгә төшөрһөң…
Эх, телемде яҡлаусылар ҙа күбәйһен ине тигән теләктә ҡалам мин. Тыуғандан уҡ ҡаныбыҙға, мейебеҙгә, булмышыбыҙға ингән телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, яҡлаһаҡ ине. Яҡлаусылары булғанда телебеҙ, ғорур яңғыраған, илһам шишмәһе - башҡорт теле лә йәшәр, сәскә атыр! Әсәйем менән һеңлемдең алмағастары кеүек, телебеҙ ҙә ҡоромаҫ, ә татлы емештәрен бирер!

Фәнгизә НАФИҠОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.21 | Ҡаралған: 447

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru