«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛАРҘЫҢ ҺӨНӘРЕ АУЫЛДАРҒА ЛА ЙӘН ӨРӘСӘК
+  - 


Бөгөнгө юғары технологиялар заманында училище-техникум тураһында һүҙ сыҡһа, бәғзеләрҙең танау сирып ҡына ҡуйыуы ла мөмкин, сөнки хәҙерге ваҡытта бары тик юғары белем тураһындағы танытма ғына абруйлы һанала. Шул уҡ ваҡытта мәшғүллек хеҙмәттәренең базаһына күҙ һалһаҡ, унда тик эшсе профессиялары талап ителә. Тимәк, боронғолар "Һин дә мулла, мин дә мулла - атҡа бесән кем һала?" тигән һорауҙы белеп күтәргән - кемдер эшсе хеҙмәтен дә башҡарырға тейеш. Ғөмүмән, ҡулы эш белгәндәр тормошта бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай, шуға ла ҡасандыр мәктәптәрҙә уҡ эшсе һөнәренә өйрәтеп, яңы тарих башланғанда был тәжрибә бөтөрөлһә, хәҙер иһә һәр яңылыҡ - ул онотолған иҫкелек, тигәнде хәтергә төшөрөп, ҡабаттан эшсе һөнәрҙәренә иғтибар арта, хатта "Йәш профессионалдар" чемпионаты уҙғарыла.

Башҡортостанда элек-электән ергә бәйле һөнәрҙәргә иғтибар ҙур булған һәм әле лә был традиция дауам итә. Рәсәйҙең иң оло һәм республиканың иң тәүге һөнәри уҡыу йорттарынан һаналған, тарихы 1877 йылда башланған Өфө урман хужалығы техникумы ла ер үлсәү училищеһы булараҡ барлыҡҡа килә. Бөгөн ул ике (көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу) бүлектән торған, бюджет һәм коммерция нигеҙендә белем биргән абруйлы уҡыу йорттарынан һанала, ул ғына ла түгел, студенттарҙың 80 процентын ауылдан килгән балалар тәшкил иткәнлектән, ауыл балаларына ҡала мөхитенә инеп китеүҙе еңелләштергән бер утрау һымаҡ та.
Техникумда "Урман һәм урман-парк хужалығы" (ситтән тороп уҡыу мөмкин), "Күтәреүсе транспорт, төҙөлөш, юл машиналары һәм ҡорамалдарын техник эксплуатациялау (тармаҡтар буйынса)" (ситтән тороп уҡыу мөмкин), "Баҡса-парк һәм ландшафт төҙөлөшө", "Ағас эшкәртеү технологияһы", "Ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре", "Ер ҡоролошо" һөнәрҙәре буйынса уҡырға була. Күптәр техникумды тамамлағас, юғары уҡыу йорттарына инеп, белем алыуын дауам итә. Техникум Башҡорт дәүләт университетының география факультеты, Башҡорт дәүләт нефть-техник университеты, Урал дәүләт урман-техник университеты (Екатеринбург ҡалаһы), Санкт-Петербург дәүләт урман-техник университеты, Мәскәү дәүләт урман университеты, Мари дәүләт техник университеты (Йошкар-Ола) менән хеҙмәттәшлек итә. Әгәр юғары уҡыу йортонда техникумды тамамлаусыларҙан бер төркөм - 15 кеше йыйылһа, уларҙың уҡыу ваҡыты ҡыҫҡартыла, 11-ҙе тамамлап килгәндәр 4 йыл уҡыһа, техникумды тамамлаусыларҙан тупланған төркөм бер йылға кәмерәк уҡый.
Шулай уҡ техникумдың төп күрһәткестәренең береһе - уҡыу йортон тамамлағандан һуң эшкә урынлашыу күрһәткесе. Был йәһәттән сығарылыш курсынан йыл да 76 процент (армияға алыныусы егеттәрҙе лә индереп) эшкә урынлаша. Теория уҡыу һәм производство практикалары ваҡытында нығытыла һәм ойошмалар шунда уҡ үҙҙәренә эшселәр һайлай. Студенттар "Лимонарий" уҡыу-тәжрибә хужалығында, трактодром полигонында, техникумдың уҡыу-производство оҫтаханаһында, күп функциялы үҙәктәрҙә, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығында, Өфө урман хужалығында, "Горзеленхоз" МБУ-һында, "Уральский лес" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә, "Башавтотранс", Башкиравтодор, "КамАЗ" (Яр Саллы) ойошмаларында практика үтә. Ҡайһы бер ойошмаларҙа практика түләүле, йәғни студенттар эш хаҡы ла ала.

Ләйсән ӘХМӘТОВА, "Ер ҡоролошо" факультетының 3-сө курс студенты: Был уҡыу йылы беҙҙең өсөн бик ҡатмарлы булды, сөнки коронавирус эпидемияһы сәбәпле онлайн уҡырға ла тура килде. Бындай уҡыуҙың ыңғай һәм кире яҡтары ла бар. Өйҙә уҡығанда дуҫтар, курсташтар менән аралашыу, белмәгәнеңде бергәләп асыҡлау мөмкинлеге юҡ. Ә көндөҙгө бүлектә уҡығанда иһә бер-берең менән аралашаһың, аңламағаныңды шунда уҡ асыҡлайһың, һорайһың. Шуға күрә бындай шарттарҙа уҡыуы, предметты үҙләштереүе еңелерәк. Әлбиттә, оффлайн уҡығанда техникумда ойошторолған төрлө түңәрәктәргә йөрөйбөҙ, уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәйбеҙ.
Беҙҙең факультетта ер менән бәйле белем алабыҙ, геодезия буйынса ла эшләй алабыҙ. Бөгөн ер мәсьәләләре көн үҙәгендә булғанда, беҙҙең һөнәргә ихтыяж булыр тип уйлайым, сөнки ер үлсәү, межаларға бүлеү, документтар менән эшләү һәр саҡ актуаль булып ҡаласаҡ. Юғары белем алырға теләгәндә Башҡорт дәүләт аграр университетында, Екатеринбургта, башҡа ҡалаларҙа артабан уҡырға мөмкин. Юғары белем алғас иһә нефть йәки ҡаҙылма байлыҡтар табылған ерҙәрҙә лә эшләргә була.

Марсель ӘХМӘТШИН, "Урман һәм урман-парк хужалығы" факультетының 3-сө курс студенты: Минең атайым да урмансы, шуға алдымда ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау торманы. Беҙҙең факультеттан, нигеҙҙә, урман хужалығы белгестәре сыға. Урман ултыртыу, ағастарҙы ҡарау, ауырыуҙарынан дауалау, янғындарҙы булдырмау йәки янғын сыҡҡанда уларҙы һүндереү, йәғни урман менән бәйле эштәрҙе комплекслы алып барыу - төп бурысыбыҙ буласаҡ. Мин көрәш менән шөғөлләнәм, күнекмәләргә ваҡыт күп китә. Ятаҡтың беренсе ҡатында көрәш залы бар, шунда шөғөлләнәбеҙ. Шулай уҡ грек-рим көрәшенә лә йөрөйөм. Мәктәптә уҡыған саҡта республика чемпионы ла булғайным, техникумда артыҡ уңыштар юҡ әле. Әлеге ваҡытта спорт залында ремонт булыуы бәкәлгә һуға, әммә яңы уҡыу йылында яңы спорт залында шөғөлләнә башларбыҙ, моғайын.

Илһам АБДРАХМАНОВ, "Күтәреүсе транспорт, төҙөлөш, юл машиналары һәм ҡорамалдарын техник эксплуатациялау" факультетының 2-се курс студенты: Һайлаған һөнәремә килгәндә, ғәҙәттә, техникаға ҡағылышлы механик тигәндә, кешенең күҙ алдына иң элек майға ҡатҡан кейемдә машиналар ремонтлап йөрөгән кеше күҙ алдына баҫа. Әммә ысынбарлыҡ улай түгел: техник-механик һөнәренең асылы шунда - улар мастер, етәксенең уң ҡулы тиергә лә була. Улар хужалыҡтарҙағы махсус техникаға техник хеҙмәтләндереү үткәрә. Мәҫәлән, бер техника бер йыл йөрөнө икән, уның сығымы күпме, күпме май "ашай", фильтрҙарын күпме ваҡыттан һуң алмаштырырға - шундай сығымдарҙы һанап сығарып, иҫәпләүҙәр эшләй. Шуға ла беҙҙең факультетты тамамлаусылар урман хужалығы техникаһын хеҙмәтләндереүсе техник-механик булып ҡына сыҡмай, ә техниканың барлыҡ төрө менән дә эшләй ала. Йәғни беҙҙе өйрәтеүҙәренсә, техник-механик - ул ремонт асҡысы тотоп йүгереп йөрөгән кеше түгел, ә калькулятор тотоп йүгереп йөрөүсе белгес.
Уҡыуҙан буш ваҡытымды күбеһенсә тренажер залында үткәрәм, гер күтәреүҙе үҙ итәм. Баймаҡтағы лицейҙа уҡығанда ла ошо спорт төрө буйынса урындар ала инем, техникумға килгәс тә уңышлы сығыштарым булды. Шулай уҡ турникта күнекмәләр эшләргә яратам, еңел атлетика менән шөғөлләнәм. Районда ике тапҡыр 12 километрға кросс йүгергәйнем, бында килгәс тә йүгереп ҡараным, әммә ҡала егеттәре көслөрәк булып сыҡты.

Розалия ХИСМӘТУЛЛИНА, "Ағас эшкәртеү технологияһы" факультетының 3-сө курс студенты: Минең һайлаған һөнәремдең үҙенсәлеге шунда - беҙ ағасты эшкәртеп, мебель эшләйбеҙ. Бөгөн урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа иғтибар ҙур булғанда, ниндәй ағас нимәгә ярай икәнен, уларҙы эшкәртеү серҙәрен һәм технологияһын белһәң, мебель эшләү буйынса үҙ эшеңде лә асырға, заказ буйынса эшләргә лә мөмкин. Быйыл өс заводҡа практикаға барҙыҡ һәм унда ағасты эшкәртеүҙе үҙ күҙебеҙ менән күрҙек. Практика ваҡытында үҙеңдең белемеңде һынап ҡарайһың һәм үҙеңде күрһәтһәң, киләсәктә эшкә лә саҡыралар. Шуға, киләсәктә эшһеҙ ҡалмабыҙ тип уйлайым.

Земфира ХӘБИРОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.21 | Ҡаралған: 271

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru