«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАЖЗӘХМӘТКӘ ЮЛЫҠМАЙЫМ, ТИҺӘҢ...
+  - 


Уйҙырмаларға - фашлама

Интернетта һәм ватсапта вакцина хаҡында әллә күпме уйҙырма йөрөй. Уларҙың авторҙарының медицинаға ла, вирус хаҡында белемгә лә һәм, ғөмүмән, фәнгә лә бер ниндәй ҙә ҡатнашлыҡтары юҡ, ти белгестәр һәм ошо уйҙырмаларҙың иң таралғандарына шундай аңлатма бирә.

1-се уйҙырма: "Танышымдың танышы прививканан һуң сирләгән. Тимәк, һеҙҙең вакцина - ул буш нәмә".

- Вакцина яңы коронавирустың ауыр эҙемтәләренән 100 процентҡа һаҡлай. Әгәр прививка эшләткән кеше ауырый ҡалһа, ә бындай хәл бик һирәк күҙәтелә, сир еңел үтә. Статистика буйынса уларҙың береһе лә реанимацияға һалынмаған. Вакцинаның һөҙөмтәлелеге 90 процент тәшкил итә, һәм ул коронавирустың бөтөн төр штамдарынан да һаҡлай, - ти медицина фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-мөхбире, профессор, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов. - "Спутник V" вакцинаһы донъяла иң яҡшыларҙан, уны 30-ҙан ашыу ил һатып ала. Рәсәйҙәр өсөн ул бушлай эшләнә, вакцинанан һуңғы эҙемтәһе бик әҙ. Бөгөнгө көнгә республикала 400 меңдән ашыу кеше прививка эшләткән, шуларҙың бары 5 проценты ғына тән температураһы 38 градусҡа тиклем күтәрелеп, баштары ауыртҡан, хәлһеҙлек күҙәтелгән, былар вакцинанан һуңғы тәбиғи хәл.

2-се уйҙырма: "COVID-19"-ҙан вакциналар минең ДНК-ны боҙоп, уның кодын бутаясаҡ".

- Был мөмкин хәл түгел. Вакциналарҙың ДНК менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡ. Улар башҡа төрлө эш башҡара - иммун күҙәнәктәрен коронавирустың генетик фрагменттары менән "таныштыра". Күҙәнәктәр уны иҫендә ҡалдыра һәм вирустан һаҡлаусы антиматдәләр эшләп сығара башлай. Бында ДНК-ның бер ҡатнашы ла юҡ, - ти биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Мәғариф академияһы ағза-мөхбире, БР Фәндәр академияһы академигы, Биохимия һәм генетика институты директоры вазифаһын башҡарыусы Эльза Хөснөтдинова.

3-сө уйҙырма: "Вакцина эшләтһәм, сәләмәт бала таба алмаясаҡмын."

- Вакциналау менән ауырға ҡалыу, яралғы үҫеше һәм сәләмәт бала табыу араһында бер ниндәй бәйләнеш тә юҡ. Ғалимдар махсус тикшеренеү үткәргән: "Спутник-V" менән прививкаланған сысҡандар һау-сәләмәт нәҫел биргән. Әгәр һеҙ ауырға ҡалырға теләһәгеҙ һәм шул уҡ ваҡытта вакцина эщләткәнһегеҙ икән, хафаланмағыҙ, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ. Вакцинанан ҡурҡмағыҙ! Әгәр бала тапҡандан һуңғы айҙарҙа сир йоҡтороу хәүефе була ҡалһа, сабыйығыҙҙы ул тыуғандан һуң сир йоҡтороуҙан һаҡлағыҙ, - ти Өфө инфекция госпиталенең баш табип урынбаҫары Айгөл Ғәлиева.

4-се уйҙырма: "Мин сирләнем һәм һауыҡтым. Миңә прививка кәрәкмәй".

- Ауырыған кешеләрҙең иммунитеты вакциналауға ҡарағанда көсһөҙөрәк. Сирләгәндән һуң кешеләрҙе вакциналау коронавирус инфекцияһының яңы штамдары килеп сығыу менән бәйле, ә ауырығандан һуң ҡайтанан сир йоҡтороу хәүефе һаҡлана. Бөтәһенең дә пандемияға тиклемге ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайтҡыһы килә, сикләүҙәрһеҙ, эшләүсе иҡтисады булған илдә, сир йоҡтороуҙан ҡурҡмайынса эшкә, уҡыуға, ғөмүмән, ҡайҙа теләй, шунда барғылары килә. Быға беҙ эпидемияға ҡаршы сараларҙы теүәл үтәп, иң мөһиме, халыҡтың 60 проценты вакцина яһатып, коллектив иммунитет булдырып ҡына өлгәшә алабыҙ, - ти медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-мөхбире, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Вил Тимербулатов.

Вакцина төрҙәре тураһында

Рәсәй - коронавирустан үҙенең өс төрлө вакцинаһы булған берҙән-бер ил, тиҙҙән дүртенсе вакцина әҙер буласаҡ. Табиптар пациенттарына прививка яһау өсөн улар организмына ярашлыһын, йәғни теге йәки был компоненттың аллергия эҙемтәһе бирмәгәнен һайлап ҡуя ала. Әйҙәгеҙ, уларҙың һәр береһен ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.
"Гам-Ковид-Вак" (сауҙа маркаһы "Спутник V"). Эшләп сығарыусыһы- Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Гамалеи исемендәге эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү үҙәге. Рәсәйҙә һәм донъяның 30-ҙан ашыу илендә теркәлгән, Евросоюз һәм Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһында теркәлеүгә заявка бирелгән. Үрсеү һәләтен юғалтҡан кеше (тере) аденовирусының ике төрлө штамы нигеҙендә эшләнгән. Һөҙөмтәлелеге: 91,4 процент, ауыр сиргә ҡаршы - 100 процент. Эҙемтәһе: грипп менән сирләгәндәге кеүек. Температура күтәрелә, өшөтә, тән һыныға. Иммунитет мөҙҙәте - ике йылға тиклем.
"Кови-Вак". Эшләп сығарыусыһы- М.П.Чумаков исемендәге тикшеренеүҙәр һәм иммунобиологик препараттар эшләп сығарыусы федераль фәнни үҙәк. Был "үлтерелгән" коронавирус нигеҙендә эшләнгән классик "совет" вакцинаһы. Һөҙөмтәлелеге - 85 процент. Эҙемтә тәьҫире: бик көслө эҙемтәһе теркәлмәгән, 15 процент кешелә укол урынында еңелсә ауыртыу, 1 процентында шул урында барлыҡҡа килгән тығыҙлыҡ. Бик һирәктәрҙә баш ауыртыу һәм юғары температура күҙәтелгән. Иммунитет мөҙҙәте ярты йыл (һынауҙар дауам итә әле).
"ЭпиВакКорона". Эшләп сығарыусыһы - Роспотребнадзорҙың "Вектор" вирусология һәм биотехнология фәнни үҙәге. Рәсәйҙә һәм Төркмәнстанда теркәлгән. Һөҙөмтәлелеге 100 процент. Эҙемтәһе: көслө сирләү осрағы теркәлмәгән, укол урынында ауыртыу һиҙелә. Температура 38,5-кә тиклем күтәрелеүе ихтимал. Иммунитет мөҙҙәте кәмендә бер йыл.

Вакцинаны ҡайҙа эшләтергә?

- Ҡала һәм район поликлиникаларында. Вакциналау пункттары ялһыҙ һәм тәнәфесһеҙ иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.
- Мобиль прививкалау пункттарында. Эш көндәре төшкө 1-ҙән киске 8-гә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә иртәнге 10-дан киске 8-гә тиклем эшләй, алдан яҙылыу мотлаҡ түгел.
Ковидтан вакцина эшләтеү өсөн алдан яҙылырға ла була:
- Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша
- "Табипҡа" мобиль ҡушымта йәки doctor.bashkortostan.ru (БР Докторы) республика сайты аша
- Колл-үҙәктең берҙәм телефоны аша - 122
- Ковидҡа ҡаршы үҙәк аша - 8(347)218-19-19.

Вакциналауға нисек әҙерләнергә?

- Вакцинаға тиклем - 2 һәм унан һуң 3 көн алкоголь ҡулланыуҙы сикләргә.
- Уколдан алда һәм аҙаҡ бер-ике көн арымағыҙ, үҙегеҙҙе баҡсала йә спорт залында физик эш һәм күнекмәләр менән йонсотмағыҙ. Саф һауала шәп аҙымлап йөрөргә сығыу файҙалы.
- Йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ. Һигеҙ сәғәттән дә кәм булмаған сәләмәт йоҡо вакцинанан һуң иммунитет эшләнеп сығарыуҙы тиҙләтә.
- Вакцина алғандан һуң бер-ике көн мунса, сауна инергә, бассейнда булырға, ҡояш аҫтында йөрөргә ярамай. Иртәнге 11-гә тиклем һәм киске сәғәт 5-тән һуң ғына ҡыҙынырға ярай.
- Аҡһым булған ризыҡтарҙы күберәк ашағыҙ. Улар организмда антиматдәләр булдырыуға ярҙам итә.

"БАШИНФОРМ"дан.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.21 | Ҡаралған: 262

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru