«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘСӘЙ ХАЛҠЫ ТАРИХИ-МӘҘӘНИ ТАМЫРҘАРЫ МЕНӘН БӨЙӨК
+  - 


РФ Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш быйыл 18-се тапҡыр булып үтте. 30 июнь иртәнге сәғәттәргә илдең төрлө төбәктәренән миллион ярымдан ашыу һорау килгәйне инде. Һорауҙарҙы "Мәскәү - Путинға" мобиль ҡушымтаһы аша теләгән һәр кеше бирә алды, был ҡушымта буйынса студия менән тура видеобәйләнешкә лә сығып булды. Шулай уҡ махсус сайт һәм телефон аша ла ебәрергә мөмкин булды.

Быйылғы тура бәйләнеш алдан уҡ көтөлгәнсә, бөтөн донъяны борсоған көнүҙәк тема - коронавирустың яңы тулҡыны хаҡында башланып китте: "Ни өсөн беҙҙә вакцинация кешенең үҙ теләге буйынса эшләнә, тип әйтелеүгә ҡарамаҫтан, күп ойошма һәм предприятиеларҙа эшләүселәрҙең өстән ике өлөшө самаһы мәжбүри прививка эшләтергә тейеш? Күмәк кешеләр ҡатнашлығында саралар үткәреү тыйылған ваҡытта беҙҙә Евро-2020 чемпионаты үткәрелә. Ҡайҙа бында аныҡ сиктәре булған ҡағиҙәләр, ябай халыҡ быны аңларға теләй?" - булды һорау.
"Беренсенән, футбол буйынса ярыш үткәреү илдең ҙур спорт сараһын ойоштороуға йөкләмә алыуы менән бәйле, - тип яуап бирҙе В.Путин. - Бында аңлашылмаған бер ни ҙә юҡ, бында закон нормаларына иғтибар итергә генә кәрәк. Ваҡытында мин мәжбүри вакцинацияға ҡаршы булыуым тураһында әйткәйнем инде, әле лә ошо фекеремдән кире ҡайтмайым. Ләкин бында халыҡты иммун йәһәтенән һаҡлау буйынса 1998 йылғы законды ҡарарға кәрәк. Унда прививкаларҙың дөйөм милли календары хаҡында һүҙ бара һәм бына был - мәжбүри вакцинация. Ковид инфекцияһына ҡаршы вакцинация был бүлеккә индерелмәне, шуның өсөн ул мәжбүри түгел, ләкин Рәсәй Федерацияһының айырым төбәктәрендә баш санитар табиптар менән төбәк етәкселәре ҡайһы бер категория граждандар өсөн мәжбүри вакцинация тәртибе индерә ала. Әлеге көнгә 23 млн кеше прививка эшләткән һәм бының менән бәйле фажиғәле хәлдәр юҡ. Минең ниндәй вакцина ҡаҙатыуым хаҡында бик күп һорауҙар бирәләр, ләкин бер вакцинаны икенсеһе алдында өҫтөнөрәк итеп күрһәтеү булмаһын өсөн был хаҡта әйтмәүемде һорағайнылар. Был процедураның видеоһын һалыуҙы иһә мин мөһим ваҡиға тип ҡараманым. Мин эшләткән вакцинаның тәүгеһе Новосибирскиҙың "Вектор" үҙәге етештергән ЭпиВакКорона ине, икенсеһе - "Спутник V". Улар икеһе лә һәйбәт. Беҙҙең Ҡораллы Көстәр ҙә "Спутник V" вакцинаһын ала. Шуны әйтер инем: тәүге ҡаҙатыуҙан һуң бер ни ҙә һиҙелмәне, укол эшләгән урын бер аҙ ғына үҙен һиҙҙереп торҙо. Икенсеһенән һуң төндә температура 37,2-гә күтәрелде һәм иртәгәһенә бөтәһе лә яҡшы булды. Һеҙгә лә кәңәш итәм, эшләтегеҙ, бының бер ниндәй ҡурҡынысы ла юҡ..."
Президентҡа бирелгән киләһе һорау ошо уҡ теманы дауам итте: "Мәскәү мәктәптәренең береһендә, хроник сирле булыу сәбәпле прививка эшләтеү ярамағанлығы хаҡында белешмәһе була тороп та, унда эшләүсе уҡытыусыны эштән ҡыуыу менән янайҙар, был законлымы?" Был һорауға Владимир Владимирович: "Юҡ, законлы түгел", - тип яуап бирҙе. Ковид менән ауырығандар өсөн бушлай реабилитация һәм бының өсөн аҡса, тейешле медицина ҡорамалдары алыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Украина хаҡындағы һорауға яуап биреп, Путин был ил халҡының беҙгә дошман булған исемлектә тормауы, украин һәм рус халҡының туғандашлығы, ә бына был ил етәкселегенең беҙгә дуҫ булмаған сәйәсәт алып барыуы, үҙ илен тулыһынса тышҡы идара ҡулына тапшырып ҡуйыуы хаҡында әйтте һәм Зеленский менән осрашыуҙан мәғәнә күрмәүе, шулай ҙа тема булған хәлдә һөйләшеүҙән баш тартмауын белдерҙе.
Тура бәйләнештә һөйләшеүҙәр төрлө темаларға үрелеп дауам итте. Айырыуса бөгөнгө көн аҙыҡ-түлек, йәшелсәгә (кишерҙең килоһы 110 һум, май хаҡы - 500-600 һ.б) хаҡтарҙың артыуы хаҡында дәғүәләр яңғыраны. Быға яуап итеп, В. Путин: "Төп сәбәп - нигеҙҙә ковид эҙемтәһе булараҡ, етештереү кимәленең кәмеүе, эш урындары һәм эшсе көстәрҙең ҡыҫҡартылыуы, - тине. - Дәүләт тарафынан ваҡытында иғтибар биреп еткерелмәү ҙә бар, был йәһәттән саралар күрелә. Былтыр беҙгә үҙебеҙ үҫтергән йәшелсә етмәй ҡалды, быйыл иһә илдә 22 тонна картуф етештереү ҡарала. Икмәк-булка ризыҡтары, көнбағыш майы, шәкәргә хаҡтар бер кимәлдә һаҡланып килә, башҡа төр аҙыҡ-түлек буйынса эшләргә кәрәк". Ауыл хужалығы темаһын дауам итеп, Башҡортостандағы ҡоролоҡ, шул арҡала иген культураларының юҡҡа сығыуы, мал-тыуар ҡырылыуы хаҡында Өфөнән килгән хәбәр мелиорация мәсьәләһен күтәрҙе. "Беҙ был республикалағы ауыл хужалығы эшсәндәре хеҙмәте менән ғорурланабыҙ, - тине президент. - Урында экспорт буйынса ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәләр. Хеҙмәт етештереүсәнлеге күтәрелә, тауар етештереү айырыуса үҫә, бер аҙ өҫтәмә ярҙам ғына талап ителә. Мелиорация мәсьәләһе бик мөһим, бигерәк тә климат үҙгәрештәрен иҫәпкә алғанда. Был һәм башҡа йүнәлештәрҙә тырышлыҡты артабан арттырасаҡбыҙ..."
Осрашыу һуңында бирелгән: "Киләсәк быуынға ниндәй Рәсәйҙе тапшырырға хыял итәһегеҙ?" - тигән һорау халыҡтың үҙ Президенты менән күҙмә-күҙ был һөйләшеүенә үҙенсәлекле һығымта булып яңғыраны: "Шуныһы ҡыҙғаныс, ҡасандыр беҙҙең уртаҡ ватаныбыҙ - Советтар Союзы тарҡалыуға дусар ителде, ләкин бөгөн уны тергеҙеүҙең мәғәнәһе юҡ һәм был мөмкин дә түгел. Һәм был маҡсатҡа ла ярашлы түгел, - тине Президент. - Сәнәғәт ҡеүәттәре һәм иҡтисадының яртыһын, халҡын һәм инфраструктура йәһәтенән үҫешкән биләмәләрен юғалтыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй территорияһы буйынса донъяла иң ҙур ил булып ҡала. Икенсенән, һәр төрлө минераль ресурстары менән дә ул, һис шикһеҙ, донъя хазинаһына тиң, әммә Рәсәйҙең алтын хазинаһы - уның халҡы. Рәсәй халҡы юғары кимәлдә рухлы халыҡ, үҙенең тарихи һәм мәҙәни тамырҙары менән бөйөк. Был бик мөһим. Әгәр беҙ илде тышҡы тетрәндереүҙәргә бирешмәй, эске тотороҡлолоҡҡа өлгәшәбеҙ икән, уңыш беҙҙең ҡулдарҙа буласаҡ. Беҙ бөйөк илдә йәшәйбеҙ. Һәм граждандарҙың бына ошо эске инаныуы, Рәсәйгә эске мөнәсәбәте бөтөн маҡсаттарыбыҙға ла өлгәшерлек нигеҙ булып тора", - тип тамамланы һүҙен Владимир Путин.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.21 | Ҡаралған: 236

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru