«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ ДЫУАН - ТАБЫНДАРҒА ТУҒАН (1-се бүлек)
+  - 


Дыуан ырыуы башҡорттары йәшәгән төбәктәр бер-береһенән айырылыбыраҡ ята, уларҙың бөгөнгө вариҫтары хәҙерге Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы, Саҡмағош, Кушнаренко, Благовар райондарында йәшәй. Тарихи сығанаҡтарҙа Дыуан, Дыуанай, Дыуан-Табын олоҫтары теркәлгән. 1725 йылда Башҡорт ерҙәренә йәшертен мәғлүмәт туплау өсөн ебәрелгән Көнгөр бургомистры Юхнев тәү башлап башҡорт олоҫтары реестрын төҙөй, унда Себер һәм Ҡаҙан даруғаларында бер үк исемле Дыуан олоҫтары, ә Нуғай даруғаһында Дыуан-Табын олоҫо күрһәтелгән.

XVIII быуат тарихсыһы П.И. Рычков Әйле олоҫо составында Дыуан һәм Таҙ-Дыуан аймаҡтары, Себер даруғаһының Көҙәй олоҫонда Дыуан-Көҙәй аймағы һәм Ҡаҙан даруғаһында айырым Дыуан олоҫо булыуын билдәләй. Һуңғыһында Дыуанайсы, Әджәй-Дыуан, Ырыҫмаҡай, Баҡай һәм Талбазы аймаҡтары була. Ошо аймаҡтарҙың атамалары Кушнаренко һәм Благовар райондарында бөгөнгәсә Ырыҫмаҡай, Баҡай, Толбазы, Удел-Дыуанай кеүек топонимдарҙа һаҡланып ҡалған. Нуғай даруғаһының Дыуан-Табын олоҫона килгәндә, ғалим Ә.З. Әсфәндиәров фаразына ярашлы, был атама кеше исеме, йәғни антропоним менән бәйле: 1654 йылға ҡараған бер сығанаҡта Теләү Дыуанов һәм Аҡтай Айтуғановтарҙың Табын олоҫондағы аҫаба ерҙәрен биләүгә грамота алыуы теркәлгән. Әммә был фараз менән икенсе бер ғалим, этнолог Р.Ғ. Кузеев килешмәй, ул Дыуан атамаһының антропоним түгел, ә баштан уҡ этноним булыуын раҫлай. Теләү Дыуан улының ғына айырым аҫабалығы тотош этник төркөм атамаһына нигеҙ була алған, тип иҫәпләү дөрөҫ булмаҫ ине. Тимәк, дыуандарҙың ата-бабалары бик киң ареалда - Себер, Ҡаҙан һәм Нуғай даруғалары территорияһында таралып йәшәгән. Ошо хаҡта Р.Ғ. Кузеев былай тип яҙа: "6-7 быуат элегерәк дыуан ҡәбиләһе Башҡортостандың иң эре берләшмәләренән була. XVII-XIX быуаттарҙа Әй йылғаһындағы дыуан ҡәбиләһенән башҡа табын ҡәбиләһе составында дыуан ырыуы, ә XVII-XVIII быуаттарҙа Ағиҙел йылғаһында, Бөрө ҡалаһы районында ҙур Дыуан олоҫо булған".
Дыуандарҙың үҙҙәренең риүәйәттәрендә бабалары Ҡормый батырҙың "көньяҡтан, Мәккә тарафынан", йәиһә "Иртыштан", "Алтайҙан" килеүе хаҡында бәйән ителә. Ул, йәнәһе, әүәл Ыҡ йылғаһы тарафтарында, шунан Ағиҙел йылғаһы буйында көн итеп, унан һуң 13 улы менән Әй йылғаһы үҙәненә күсеп киткән.
Р.Ғ. Кузеев "дыуан" этнонимының килеп сығышын монголдарҙың дурбан (dorben) исемле ҡәбилә атамаһы менән бәйләй: уныңса, фонетик үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә дурман > дурбан > дыуан теҙмәһен күҙаллап була. Әммә тарихсы Салауат Хәмиҙуллин билдәләүенсә, был фараздың ысынбарлыҡҡа тап килеүенә ышаныуы ҡыйын. "Дыуан" һәм "дурбан" атамалары мәғәнәүи яҡтан бәйләнешле түгел. Монгол телендә дурбан (дөрбэн) һүҙе дүрт һанын аңлата: дөрбэн нәҫеленә нигеҙ һалыусы Дува-Сохорҙың дүрт улы булған, шуға күрә уларҙың тоҡомо дүрт - дөрбэн тип атала башлай. Дува-Сохор үҙе Дорбун-Мәргәндең оло ағаһы була, ә уныһы Сыңғыҙ хандың туранан-тура бабаһы булған, тип иҫәпләнә. Тап шуның өсөн XIV быуатта фарсы тарихсыһы Рәшид ад-Дин дурбандарҙың монгол-нирундар (төп монголдар) категорияһына ҡарауы хаҡында яҙа. Дурман исемле ҡәбилә XVI быуатта яҙылған "Шейбани-намә" әҫәрендә лә иҫкә алына, улар күскенсе үзбәктәр дәүләтенә нигеҙ һалыусы Әбел-Хәйер хан (1412 - 1468), һуңынан уның ейәне Мәхәммәт Шейбани хан (1451 - 1510) яғында була.
Шулай итеп, башҡорт дыуандары бер нисек тә "Монголдарҙың йәшерен тарихы"нда иҫкә алынған дурбан (дөрбэн) ҡәбиләһе халҡы менән ырыуҙаш була алмай, сөнки был атаманың тарихи яҡтан артыҡ ҙур булмаған арауыҡта "дыуан" формаһын алыуы мөмкин түгел. Үзбәктәрҙең башҡорттар менән уртаҡ башҡа этник төркөмдәре атамаларында әллә ниндәй күҙгә ташланырлыҡ айырма булмауын да оноторға ярамай. Йәнә бер фәһемле факт: Нуғай Урҙаһының этник бүлемдәре араһында дурмен һәм дыуан атамалары бер үк ваҡытта осрай.
Күрәһең, дыуан этнонимы заманында Алтын Урҙала ижтимағи вазифаны аңлатҡан "дуван" һүҙе менән бәйле хасил булған: Бөйөк Урҙа тарҡалғас, айырым ханлыҡтар - Себер, Ҡырым, Ҡаҙан ханлыҡтары һәм Нуғай Урҙаһы араһындағы дипломатик бәйләнештәр "дуван" тип аталған вазифалы кешеләр тарафынан атҡарылған. Мәҫәлән, 1489 йылда Ҡаҙан ханы Мөхәммәт-Әмин ҡыҙ йәрәшеү маҡсаты менән Нуғай хакимы Муса мырҙаға Хушкилде Дуван исемле үҙ кешеһен ебәрә. Бында, моғайын, "Дуван" кеше исеме түгел, ә ул кеше биләгән вазифаны аңлата. Ғалим-тикшеренеүсе Б.-А. Кочекаев Нуғай Урҙаһында дуван вазифаһының мәғәнәһе хаҡында ошолай яҙа: "Дувандар бейҙең төрлө дипломатик һәм финанс күрһәтмәләрен үтәгән, дипломатик хат алышыу алып барған, сит ил илселәрен ҡаршы алған, бей эргәһендәге кәңәш ҡоро секретарҙары булған, сит ил кешеләре менән транзит сауҙаһынан пошлина йыйыуҙы етәкләгән, власть ҡулы аҫтындағы халыҡтан һалым йыйған һәм хөкөм атҡарыу функцияһын үтәгән".
"Дуван" термины ғәрәп телендәге "диван" һүҙенең бер аҙ үҙгәртелгән варианты, тип иҫәпләнә. Был атама мосолман илдәре идаралыҡтарында башҡарма органды (канцелярия, ведомство) аңлатҡан. Казактарҙа шул уҡ "дуван" һүҙе алыштарҙа ҡулға төшкән табышты бүлешеү маҡсатында уҙғарылған йыйылышҡа ҡарата ҡулланылған. Уларҙың "дуван дуванить" тип әйтеүе талап алынған мөлкәтте бүлешеүҙе белдергән. Украинаның элекке Луганск (хәҙер ЛНР) һәм Харьков өлкәләрендә, славян һәм төрки халыҡтарының тарихи сик һыҙығы райондарында шундай уҡ топонимдар - Дуванка йылғаһы һәм Дуван исемле 5 ауыл бар.
Дыуан-Әйле ырыуы шәжәрәһенә ярашлы, уларҙың, тимәк барса дыуандарҙың баш бабаһы Майҡы бейҙең энеһе Юлбуға булған. Ә Майҡы бей табын һәм унан тармаҡланып киткән ирәкте, танып, балыҡсы, ҡаҙансы, унлар һәм ҡайпан ырыуҙарын нигеҙләгән баш баба сифатында шәжәрәләргә һәм риүәйәттәргә ингән легендар шәхес була.
Табын һәм дыуан генеалогияһын анализлау дыуандарҙың табын ырыуы халҡы менән туғандаш булыуҙарын таныуын һәм үҙҙәрен табындар менән тиң күрергә теләүен раҫларға мөмкинлек бирә. Әммә табын башлыҡтары дыуандарҙы йыш ҡына "ярлы туған" итеп ҡарап, үҙҙәренә буйһонорға тейешле икәндәрен белдерә килгән. Күрәһең, дыуан аҡһаҡалдарының үҙ шәжәрәһендә ырыуҙың баш бабаһы итеп Майҡы бей туғаны Юлбуғаны күрһәтеүе лә юҡҡа түгелдер. Был хаҡта академик Р.Ғ. Кузеев ошолай яҙған: "Шулай ҙа, тарихи-этнографик материалдар буйынса фекер йөрөтһәң, дыуан һәм табын туғандаш, әммә үҙаллы берләшмәләр булып тора". Ысынлап та, алдараҡ күрһәтелеп үткән туғандаш ырыуҙарҙың геногеографик материалдарын сағыштырып ҡараһаң, уларҙың барыһының да төп генетик маркеры бер үк булып, R1a-M198 һинд-европа гаплотөркөмөнә ҡарауын күрәбеҙ.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.21 | Ҡаралған: 307

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru