«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ КЕЙЕМ КЕЙЕҮ – УЛ АСЫЛЫҢДЫ ТАНЫУ, ҮҘАҢДЫҢ ҮҪЕШЕ БИЛДӘҺЕ
+  - 


Бөгөн башҡорт йәмғиәтендәге оҫталарҙы, һәләтле, үҫенсәлекле кешеләр ижадын интернет аша ла күҙәтә алабыҙ. Йәғни, улар менән күрешеү форсаты булмағанда ла, интернет был мөмкинлекте бирә. Был мөмкинлекте файҙаланып, "Тамға" ижади берекмәһе хеҙмәтен, кәсептәрен һәм уның етәксеһе Зөлфиә КРАСНОВАның үҙен дә күптәр күҙәтәлер, хатта уларҙың тауары менән ҡулланалыр. Башҡорт милли кейемдәре, биҙәүестәре һәм сувенирҙары етештереүсе, яһаусы берекмәнең интернет селтәрҙәрендә киң билдәле булған төркөмө бар - ул "Тамға".

Зөлфиә Рәшит ҡыҙы, һеҙ ҡасандан бындай "Тамға"лы булып киттегеҙ? Ҡайҙан, кемдән тыуған идея булды? Ниндәй маҡсаттар менән башланды эштәр?

- Һөнәрем буйынса мин инженер-төҙөүсе, төҙөлөш институтын тамамланым һәм ғүмер буйына ошо өлкәлә эшләнем. Бөтөн хеҙмәтем күсемһеҙ милек, маркетинг кеүек етди өлкәләр менән бәйле булды. Һәм ҡырҡ-ҡырҡ биштәр тирәһендә башыма: "Шулай уҡ та был тормошом ошолай күңелһеҙ һәм буш үтерме икән?" - тигән төшөнкө уйҙар килә башланы. Мин йәшәйеште күҙәттем һәм үҙемә, яуаплы эш кенә түгел, ә ижади эшмәкәрлек тә кәрәк икәнен аңларлыҡ дәрәжәгә еттем. Һәм баш вата башланым инде: нимә менән шөғөлләнергә? Был тәңгәлдә мине һәр саҡ шундай үҙенсәлек тарта ине: шөғөл тап рухи ҡиммәттәремә бәйле һәм йәнемә шифа бирерлек булырға тейеш. Һәм мин һатыуҙа башҡорт сувенирҙары, биҙәүестәре юҡлығына иғтибар иттем. Бынан 7-8 йылдар элек улар ысынлап та юҡ кимәлендә ине бит. Ошо фекерҙә туҡталғас та әле шәхси теләктәремде, ихтыяжымды ҡәнәғәтләндергәнен эҙләнем: ул сувенирҙар нисек, балсыҡтанмы, ағастанмы, тауарҙанмы булырға тейеш? Был һорауыма яуап табыр өсөн өс йыллап тик күргәҙмәләр, кәсепселәр йәрминкәләре буйлап ҡына йөрөнөм. Ысынында, мәғлүмәттәрҙән баш әйләнеп китте. Тәҡдим ителгән тауарҙар һатыуға "башҡорттоҡо" тип сығарыла, әммә уларҙың күбеһенең бер ниндәй ҙә раҫлаусы дәлилдәре юҡ ине. Етештереүселәр был өлкәне өйрәнмәй эшкә тотонған һәм үҙенсәлекте аңлата ла алмайҙар.
Ошондай эҙләнеүҙәр, уйланыуҙарҙан һуң мин, ниндәй уҡыу йорттарында әлеге белемде алып була икән, тип белешә башланым һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының магистратура программаһына уҡырға индем. Һыҙыҡ өҫтөнә алам - көндөҙгө бүлектә уҡыным. Шунда минең быға тиклем үҙем белмәгән, хатта уйламаған да яҡтарым, һәләттәрем асылды. Бигерәк тә дизайн, иҡтисад, компьютер программалауҙары буйынса.
Минең фәнни етәксем сәнғәт фәндәре докторы Альмира Ғәйнулла ҡыҙы Йәнбухтина донъяла беренселәрҙән булып халыҡ ижадын сәнғәт дәрәжәһенә күтәреп өйрәнеү кимәленә өлгәшкән кеше. Уның хеҙмәттәре күп. Мин уның иң һуңғы уҡыусыһы булдым һәм, үкенескә ҡаршы, ғалимә бөгөн беҙҙең арала юҡ инде. Уның шундай алтын һүҙҙәре булды һәм мин уны үҙемә девиз итеп алғанмын: "Халыҡ ижады ҡыуаныслы һәм кәйеф уята торған, ихласлыҡ, матурлыҡ яһай торған өлкә булырға тейеш", - тип ҡабатларға яратты. Шуға ла мин эшемдә ошо кәңәште тотам: ижад иткәндәрем ҡулға ла, тәнгә лә рәхәтлек бирһен һәм күңелгә лә хуш килһен.

Ни өсөн тап төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәрен һайланығыҙ? Үҙегеҙҙең тыуған яҡ булған өсөн генәме?

- Башҡорт кейемдәрен фәнни рәүештә өйрәнеү барышында тап төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемдәрен тергеҙеү, тегеү теләге уянды. Ни өсөн тап уларҙыҡынмы? Сөнки был тамбурлы сигеүле кейемдәрҙән ни өсөндөр беҙҙең башҡорттар баш тартҡан һәм уларҙы башы-тояғы менән татарҙарға, мариҙарға һәм сыуаштарға биреп ҡуйған ине. Йәнәһе, сигеүле күлдәк-алъяпҡыстар икән - улар беҙҙеке түгел. Һәм быға тиклем башҡорт кейемен өйрәнгән ғалимдар ҙа был территорияға артыҡ инә һалып бармаған. Улар был кейем төрө татар-сыуаш-мариҙарҙыҡы менән буталып бөткән һәм инде айырымланыр мөмкинлеге юҡтыр, тип иҫәпләгән. Бик ныҡ хаталанғандар!

Сигелгән кейемдәр - улар бик сағыу. Бында төҫтәрҙең ниндәйҙәрен дә ҡулланырға буламы, әллә айырым төҫтәр тәртибе бармы?

- Башҡорт кейемдәрендә иң төп төҫтәр бишәү. Уларҙың һәр береһенең үҙ тәғәйенләнеше, алып килгән мәғлүмәте һәм эстәлеге бар. Мәҫәлән, ҡара төҫ - ул ер. Ул шулай уҡ йәшәүҙең мәңгелек түгеллеген, беҙҙе икенсе донъя - ер аҫты донъяһы көтөүен дә һәм ерҙәге бар тереклектең тупраҡтан бар булып, тупраҡҡа әйләнеп ҡайтырын да аңғартып тора. Зәңгәр төҫ - асман төҫө, унда күк йөҙөндәге бөтөн төрлө серҙәр, йондоҙҙар, ҡоштар һәм башҡалар сағылыш таба ала. Ҡыҙыл, һары, йәшелдең дә үҙ тәғәйенләнеше бар, бер төҫ тә матурлыҡ өсөн генә ҡулланылмай.
Ә инде башҡорт халҡындағы милли кейем төрҙәренә килгәндә, бында ла "был беҙҙеке, был беҙҙеке түгел" тигән менән бик һаҡ булырға кәрәк. Әле китаптарға таянып, төп ете төрлө кейем һайланып күрһәтелһә лә, ысынында улар бик күп һәм төрлө-төрлө. Ҡырҡтан ашыу башҡорт ырыуында ҡырҡтан ашыу кейем үҙенсәлеге бар һәм һәр ырыу эсендә лә улар әллә нисә төргә таралып китә.
Мин, мәҫәлән, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемен өйрәндем һәм шуларҙы тергеҙәм. Диссертациямдың темаһы ла ошо төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемен асыҡлау, табыу һәм ҡулланылышҡа ҡайтарыуға ҡоролған. Туймазы һәм Шаран райондары буйынса ентекле эш алып барам әле. Күптәр "Ул яҡтарҙа ниндәй башҡорт кейеме һаҡланһын?" тип тә ебәрә. Ә һаҡланған! Ниндәйерәктәре әле!

Һәр ырыуҙың үҙ кейем үҙенсәләге бар, тинегеҙ. Ә бына ул үҙенсәлектәр йәшәгән урын, климат шарттарына ҡарап та айырыламы?

- Эйе, кейемдәрҙең яһалыуына һәм биҙәлешенә бер нисә фактор йоғонто яһай. Иң беренсе - климат. Унан тарихи формат, унан йәшәгән урында сит милләттәрҙең булыу-булмауы. Әйтәйек, бына бөрйән ырыуы кейемдәре - улар башлыса йылы тауарҙан тегелә, сөнки ул яҡ тау-урмандар, ҡалын ҡарлы ҡыштар яғы. Бында күп кейемдәр тиренән тегелгән, тире менән биҙәлгән һәм башҡалар. Ул яҡта йышыраҡ һунарсылыҡҡа, малсылыҡҡа, һыбай йөрөүгә ҡулайлашҡан кейемдәр кейелгән. Мәҫәлән, еңдәр терһәктән тарая - ел инмәһен өсөн, итәктәр, ыштандар киң - атта уңайлы булһын өсөн, кейемдәр бер нисә ҡатламдан тора - йылылыҡ өсөн.
Ә мин йәшәгән Туймазы яҡтарында климат күпкә йылыраҡ, шунлыҡтан, кейем туҡымалары ла еңелерәк һәм йоҡараҡ, сөнки кәсеп тә башҡараҡ булған: ер эшкәртеү, игенселек, баҡсасылыҡ. Туҡыма әҙерләү өсөн дә кесерткән, киндер һәм торараҡ етен үҫтерә башлағандар. 18-19-сы быуаттарҙа башлыса шундай үҫемлектәрҙән тауар туҡыу алға киткән. Тауар үҫемлек һабағының файҙаланыла торған өлөшө киңлегендә, йәғни 38-40 см тирәһе булып килеп сыҡҡан. Шунлыҡтан, был яҡтың күлдәк конструкцияһы ла ошо киңлектәге материал үлсәменә ярашлы итеп тегелгән. Мәҫәлән, итәктәр алтышар киң булмаған туранан һалынған, өҫкө яҡ та шундай уҡ тураларҙан (дүртмөйөштәрҙән, трапецияларҙан) ҡоршалған. Хатта ҡултыҡ аҫты ла, ең дә шундай уҡ өлөштәрҙән ултыртылған. Был өлөштәрҙе туҙғанда алмаштырып та булған. Һәм ошо дүрткелдәр эсендә фигуралы сигеү өлгөләре ултыртылған. Һәр өлгө эсендә нисәлер орнамент булырға тейеш булған. Был өлгөнөң үлсәменә һәм кейем эйәһенең хәленә ҡараған. Күлдәк өҫтөнә иҙеү, һырға һалынған. Был биҙәүестәр һаҡал, селтәрҙәргә ҡарағанда күпкә еңелерәк, йәғни, климатҡа ҡарап эшләнгән булған.
Шунлыҡтан, тәңкәле биҙәүестәр башҡорттоҡо ла, таҡыялар, кәләпүштәр, сигеүле күлдәктәр, йоҡа иҙеүҙәр ситтеке тип әйтеү төптө хата. Эйе, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары мариҙар, сыуаштар, татарҙар менән яҡындан аралашып йәшәй һәм уларҙың кейем биҙәктәрендә, фасондарында оҡшашлыҡ булыуына ла аптырарға түгел. Әммә улар бер иш түгел. Беҙ музей экспонаттары, ауылдар, ғаиләләр, тәғәйен фамилиялар менән эшләйбеҙ. Һәр өлгөнөң үҙ сығышы бар. Татарҙар суҡындырыуҙан ҡасып, күпләп беҙҙең ерҙәргә килеп ултырған, башҡорттар араһында йәшенеп, һаҡланып ҡалған. Һәм, әлбиттә, быуаттар буйына уларҙың кейем өлгөләре беҙҙекенә, беҙҙеке уларҙыҡына үтеп ингән. Тик мин тергеҙгән кейемдәр улар шәжәрәһе буйынса тап "башҡорт" тип теркәлгән ғаиләләрҙән алынған. Беҙ шулай тик тарихи факттар, документтар, ныҡлы сығанаҡтар нигеҙендә генә эш итәбеҙ.

Тамбур сигеүе менән һеҙҙең машина сигеүен сағыштырып, айырмалыҡтарын ҡарап, тикшереп үтһәк...

- Тамбур сигеүе - ул боронғораҡ ваҡыттыҡы һәм ул ҡул эше. Тамбур сигеүе күберәк өй туҡымаһына тура килә. Уны көнкүреш кейеменә артыҡ сикмәгәндәр, бары тик ҡәҙерле байрам кейемдәрен генә биҙәгәндәр. Йортта ла ул бирнә, бүләк һымаҡ затлы әйберҙәргә һалынған. Яҫтыҡ тыштары, ҡорғандар, урын ябыуҙары һымаҡ күҙгә күренеп торған әйберҙәрҙә булған ул сигеүҙәр. Ә әлеге беҙ тәҡдим иткән сәнғәт өлгөһө - һынлы сигеү. Ул тамбур һымаҡ иркен, киң итеп түгел, ә тултырып сигелә. Һынлы сигеү һуңғы быуаттарға, теген машинкалары килеп сыҡҡан замандарға ҡайтып ҡала.

Ә бына төрлө милләттәрҙәге биҙәктәр, тамғалар уртаҡлығын нисек аңлатаһығыҙ?

- Кейем биҙәктәре, символдар, тамғалар - улар һәр милләттеке, һәр ырыуҙыҡы тип айырым билдәләнһә лә, күп халыҡтарҙың уртаҡлығы булған ер, күк, ҡояш, өс донъя бүленеше кеүек дөйөм төшөнсәләр, фәлсәфәләр хас уларға. Беҙ барыбыҙ бер кешелек вәкилдәре бит, бигерәк тә төрки халыҡтарҙа оҡшашлыҡ күп. Һәм, әйтергә кәрәк, сигеү өлгөләре көнкүреш кимәлендә барлыҡҡа килгән сәнғәт өлгөһө. Бында кеше факторҙары, тойғолар, хистәр өҫтөнлөк иткән. Мәҫәлән, башҡорт ҡатыны күлдәгендәге биҙәлеш күрше ауылдағы сыуаш ҡатыныныҡына ла оҡшарға мөмкин, сөнки бер-береһенән өйрәнеү тигән нәмә лә булған бит. Йәки татар сигеү өлгөләре башҡорт ауылына бүләк, бирнә булып килгән. Ҡоҙалашыу, ғаилә ҡороуҙарҙан да уртаҡлыҡ килеп тыуған. Ошоларҙы ла оноторға ярамай. Тик өйрәнелгән, ситтән алынған өлгөнө ул үҙенсә итеп һалған. Тура ғына күсереү булмаған. Быларҙы айырып була. Бына сыуаштарҙа, мордваларҙа биҙәктәр бик тығыҙ, өҫтө-өҫтөнә сигелә. Татарҙарҙа улар үтә сағыу һәм биҙәктәр вағыраҡ. Башҡорттарҙағы нағыштарҙа боронғо тамғалар урын алыңҡырай. Хатта сәскәләр араһында ла боролоп китеүҙәр төрлө архаик фигураларға тартым. Биҙәктәр ҙә иркен, киң булып ята. Быларҙы ошо өлкәне өйрәнгән күҙ шунда уҡ айыра. Ә инде килеп тыуған бәхәстәр, талаш-тартыштар, "һеҙҙеке-беҙҙеке" тип бүлешә алмауҙар - улар белемһеҙлек билдәһе йәки төплө өйрәнмәйенсә, тикшермәйенсә ҡулланылған, тегелгән, сигелгән әйберҙәр. Шуға ла беҙ бөгөн кейемдәрҙе тикшереп, сығышын, тарихын белеп етештереү яҡлы.

Баш кейемдәрендә ниндәй айырмалыҡтар бар? Белеүебеҙсә, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ырыуҙарында күберәк еңел баш кейеме урын ала...

- Беҙҙең яҡта тәңкәле биҙәүестәр аҙ һәм тәңкә-мәрйенле ҡашмау һымаҡ баш кейемдәре лә юҡ иҫәбендә. Күберәк яулыҡтар, уҡалы төрлө таҡыялар, ҡалфаҡтар өҫтөнән ябына торған япмалар, һарауыстар, таҫтарҙар булған. Француз, нимес (немец) яулыҡтары киң билдәле был яҡтарҙа. Француз яулығы ҡыҙыл биҙәкле булһа, ниместеке аҡ төҫтә булған.
Француз яулығының тарихын да беләһегеҙҙер: француз яуынан ҡайтып барған башҡорт ғәскәре юлда ғәрәп сауҙагәрҙәренең каруанын осрата ла, сауҙагәрҙәр ҡурҡып, тауарҙарын ҡалдырып ҡаса. Ә ҙур каруанда төк-төк булып әлеге француз яулығының тауары тейәлгән була. Ғәскәр ир-егеттәре рәхәтләнеп был табышты бүлешеп ала ла, алып ҡайтып, ҡатын-ҡыҙына бүләк итә. Һәм әллә күпме ғәскәрҙең бер төрлө яулыҡлыҡ материал алып ҡайтыуы шул "француз яулыҡ" атамаһын килтереп сығара ла инде. "Нимес яулығы" менән дә ниндәйҙер тарих бар, уныһын дөрөҫ кенә итеп бәйән итә белмәм, шуға һөйләмәй торам.
Ир-егеттәрҙең баш кейеме лә башҡа яҡтарҙыҡынан айырыла. Шулай уҡ еңел, уңайлы, климатҡа яраҡлаштырылған кейемдәр. Быларҙың барыһын да һеҙ интернеттағы "Тамға" төркөмө күргәҙмәләрендә таба алаһығыҙ.

Кейемдәрҙәге, биҙәүестәрҙәге стилләштереүгә, заманлаштырыуға нисек ҡарайһығыҙ?

- Стилләштереүҙе бик үк урынлы һәм дөрөҫ кенә тормошҡа ашырмайҙар беҙҙә. Кем нимә теләй, шуны эшләй. Осһоҙ хаҡҡа алып киленгән ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ күлдәктәре башҡорт күлдәге итеп һатыуға сығарыла. Ә бит ул фасондар бөтөнләй икенсе климат кейемдәре, уларҙың тауары ла, тегелеше лә шул яҡҡа хас булғанса. Ошоно аңламаған халыҡ шуларҙы башҡорт күлдәге итеп кейеп йөрөй. Күрәһегеҙ - камзулдар, кәзәкейҙәр, еләндәр ҡаҙаҡ нағыштары, тамғалары менән биҙәлгән, ә шуларҙы кейгән эйәләре быны аңламай ҙа хатта. Этно стилдәге алтай, бүрәт биҙәүестәре, беҙгә хас булмаған формаларҙағы, фигураларҙағы алҡалар киң таралып китте. Ҡытай тәңкәләренән йыйылған интернет биҙәктәрен башҡорт кейеме өҫтөнә һалыуҙары бигерәк күңелде ҡыра. Милли кейем матур һәм баһалы булырға тейеш. Стилләштереүгә тотонор алдынан кейемдәрҙең реконструкцияһын белеү фарыз, унан ғына был тәңгәлдә эшләргә батырсылыҡ итергә була. Заманлаштырыуға ҡаршы түгел мин, модалы әйберҙәрҙә милли биҙәлештәр булыуы бик ҡыҙыҡлы күренеш. Йәки милли кейемдәрҙең заман материалдарынан тегелеүе лә ҡыҙыҡ. Бары улар реаль булмышынан айырылып, бөтөнләй автор фантазияһы ғына булып ҡалмаһын ине. Йәки сит милләттәрҙекен үҙгәртеп үҙләштереү булмаһын ине.
Милли кейемдәрҙәге айырмалыҡтар, үҙенсәлектәр менән ныҡлы ҡыҙыҡһыныуыбыҙға Стратегик тикшеренеүҙәр институты иғтибар итте һәм беҙҙе төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының этнографик мираҫын өйрәнеү программаһына индерҙе. Хәҙер беҙ шул яҡ райондар буйынса йөрөп, музейҙарҙа эҙләнеп, ғаилә архивтарында соҡоноп, табыштарҙы видеоға, фотоға төшөрөп ҡуябыҙ. Был өлгөләрҙе сифатлы һүрәттә, баҙыҡ төҫтәрҙә һәм документаль белешмә менән интернетҡа ла сығарабыҙ. Артабан был кейем өлгөләрен дизайнерҙар, сәнғәт белгестәре күрһен һәм дөрөҫ форматта кейемдәр етештерһен ине, тигән теләктәбеҙ. Бына ошо эштәр әлеге стилләштереү мәсьәләһен дә яйлап яйға һалыр ул, тип ышанабыҙ.

Бөгөн милли кейем тегеү-кейеү, милли биҙәлештәр, биҙәүестәр ҡулланыу урынлымы ул? Был бер айырым төркөм шөғөлө генә түгелме?

- Беҙ, мәҫәлән, был кәсеп нигеҙендә үҙебеҙҙең эшҡыуарлыҡты булдырғанбыҙ. Башта ысынлап та беҙҙең милли кейемдәргә һәм биҙәүестәргә мәҙәниәт өлкәһендәгеләр генә заказ яһай ине, бөгөн был күмәк ҡыҙыҡһыныуға әүерелде. Һәм эш әле ыңғай ағымда бара. Күпләп йәштәр заказ яһай, балалы йәш ғаиләләр күп мөрәжәғәт итә. Мәскәүҙән, Ҡаҙандан да заказдар килә, хатта икенсе ырыу вәкилдәре лә сигеүле кейемдәрҙе кейеп ҡарарға, заказ бирергә теләй. Һуңғы ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ир-егеттәр ҙә әүҙемләште һәм тиҙҙән милли байрамдар тик милли кейемдәрҙә генә үтә башлар, тигән ышанысыбыҙ ҙа бар әле.
Үҙ милләтеңдең, ырыуыңдың милли кейемен кейергә ынтылыу - ул үҙаңың үҫеше, асылыңды танып белеү, дөйөм бер массанан айырылырға ынтылыу билдәһе.
Нимәһе ҡыуаныслы: милли кейем етештереү кәсебе менән хәҙер йәштәр ҙә ҡыҙыҡһына. Беҙҙә, Мәҫәлән, минең улым Флорид Рәил улы Вәхитов - милли кейемдәр, милли орнаменттар, уҡа-таҫмалар буйынса дизайнер. Уның был ижадҡа, был кәсепкә йәштәрсә үҙ ҡарашы, идеялары бар.
Һуңғы йылдарҙа балаҫ һуғыу кәсебе менән дә ҡыҙыҡһынам. Беҙҙең яҡтың үҙенсәлеге шунда: балаҫтарҙа биҙәктәр ҡара ерлеккә төшөрөлә. Урал аръяғы райондарында артыҡ сағыу булмаған тәбиғи төҫтәр буй-буй итеңкерәп һалынһа, был яҡта ҡараға сағыу ромб формаһындағы нағыштар ята.
Беҙ әле Туймазы мебель фабрикаһы менән килешеп, каркасһыҙ йыйылмалы мебель етештереү буйынса ла эш башланыҡ. Был мебелдәргә милли орнаменттар сигеп һалына һәм ул тирмәләрҙә, юлда, походта, йәйге йорттарҙа бик уңайлы файҙаланыла ала. Был мебелде кресло итеп тә, карауат итеп тә, пуфик формаһында ла ултыртып була. Милли биҙәлеше менән шундай матур фон да биргән был тауар һатыуҙа ихлас үтә.

Зөлфиә Рәшит ҡыҙы, һеҙ әлеге шөғөлөгөҙгә, сағыштырма әйткәндә, һуң ғына килгән кеше. Тормоштарында нимәлер үҙгәртергә, яңы башланғыстарға тотонорға ҡыймай йөрөгәндәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

- Илле йәштә мин икенсе юғары белем алып, кандидатлыҡ диссертациямды тамамланым. Ошо йәштә генә ижади эш менән шөғөлләнә башланым. Тормошомдағы был боролош миңә икенсе һулыш бирҙе, ижад ҡомары, йәшәргә теләк уятты. Әллә ҡайҙан дәрт-дарман, идеялар, фантазиялар түгелеп-ташып барлыҡҡа килде. Ниәт ҡылып, тәүге аҙымдар яһалһа, мөмкинлектәр асыла ла китә икән ул. Йәнең теләгән, күңел көҫәгән шөғөл - ул ғүмерҙе оҙайтыусы, тормошҡа һөйөү уятыусы бер мөғжизәле көс. Ә инде был хеҙмәт һинең милләтеңә лә файҙа килтерә икән - икеләтә сауап һәм кинәнес.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.21 | Ҡаралған: 293

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru