«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯ ХАЛЫҠТАРЫНЫҢ БЕРЛӘШЕҮ ҺӘМ МӘҘӘНИ МИРАҪЫ МЕНӘН УРТАҠЛАШЫУ ӨЛГӨҺӨ БЫЛ!
+  - 


Донъялағы эпидемиологик хәлгә ҡарамаҫтан, ошо көндәрҙә республикабыҙ Ер шарының 37 иленән төрлө халыҡтар вәкилдәрен ҡаршы алды. Оло яуаплылыҡ талап иткән һәм күптән көтөлгән сара - VI Бөтә донъя фольклориадаһына баш ҡаланың "Өфө-Арена" боҙ һарайында тантаналы старт бирелде.

Асылыу тантанаһы хайран итте

Бинаға килеп инеү менән бер сихри донъяға барып эләгәһең: һәр кем үҙенең сағыу милли кейемендә, милли көйҙәр яңғырай, һәр кемдең үҙ-ара туған телендә аралашҡаны ишетелә. Бөтәһе лә битлектәрҙә, әммә күтәренке кәйефтә булыуҙары, йылмайыуы күҙҙәрендә сағыла. Шау-гөр килгән ҡунаҡтар ағылған моңға сорналып, иркен фойеға үтә. Бында уларҙы Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Башҡортостан Милли уйын ҡоралдары оркестры ҡаршы ала. Башҡорт халыҡ көйҙәренең аһәңенә таң ҡалып торған тамашасылар оркестрҙың һәр сығышын дәррәү алҡыштарға күмә, дәртле бейеү көйҙәре яңғырау менән сағыу һары күлдәкле Панама ҡыҙҙары түңәрәк уртаһына төшөп китә: уларҙың башҡорт ҡыҙҙарына оҡшатып баҫырға тырышыуы шунда уҡ шәйләп алына. Ә Венгрияның "Кечкимет" халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары "Ҡарабай" башҡорт халыҡ йырын саф башҡортса башҡара. Саҡ ҡына ситтәрәк почта йәшниктәре урынлашҡан өҫтәл янында ла ҡунаҡтар күп: бында улар тыуған яҡтарына Башҡортостандан, Фольклориаданан иҫтәлеккә открыткалар юллай. Әйткәндәй, фестивалгә арнап сығарылған махсус эмблемалы хат конветтарына тәүге мисәтте республика Башлығы Радий Хәбиров, Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советы президенты Филипп Боссан, Рәсәй Федераль Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ҡуйҙы.



VI Бөтә донъя фольклориадаһы, алдан хәбәр ителгәнсә, "Ер. Рух. Фольклор" тип аталған тамаша менән асылды. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла "Өфө-Арена" боҙ һарайының иркен майҙаны тамашасыларҙы быуаттар төпкөлөнә, башҡорт халҡының мифтарға солғанған тарих биттәренә, Рәсәйҙең асылын сағылдырған сәнғәт иленә алып китте. Ҡунаҡтарға алдан бер ниндәй мәғлүмәт бирелмәһә лә, барыһы ла "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосына таянып әҙерләнгән сағыу тамашаның асылына төшөндө, буғай. Һәр хәлдә, улар ғаләм батшаһы Самрау илен, уның илаһи ҡатындары Ай һәм Ҡояшты, кешелеккә ғүмер бүләк иткән ҡанбабабыҙ Урал батырҙың арыҫланға атланып дейеү-пәрейҙәргә ҡаршы яу сабып, Йәншишмә һыуын бар тереклеккә бөркөүен, ошо изге ерҙә ата-бабаларыбыҙҙың тормош көтөүен күҙ алдынан үткәрҙе. "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ. Яманға юл ҡуймағыҙ, Яҡшынан баш тартмағыҙ", - тигән Урал батырҙың аманатын планетаның иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин бар донъяға яңғыратты. Һәм тағы. Яуызлыҡҡа ҡаршы ҡылыс менән күтәрелгән халыҡтың тыныс тормошта кешелекле, ҡунаҡсыл, асыҡ күңелле булыуын "Һабантуй" күренешен ҡарап аңланы ҡунаҡтар. Тамаша барышында артабан оло Ватаныбыҙ - Рәсәй күренештәре, урыҫ халҡының киң күңеле, донъя мәҙәниәтендә ҡалдырған эҙен сағылдырған сығыштар дауам итте. VI Бөтә донъя фольклориадаһы гимны ла тәүге тапҡыр яңғыраны, уны РФ-ның атҡаҙанған йырсыһы, БР-ҙың халыҡ артисы Асҡар Абдразаков менән Рәсәй йырсыһы Марина Девятова башҡарҙы.
Дәртле башҡорт бейеүҙәре һәм моңо, рус балеты, халыҡ йырҙары яйлап заманса көйҙәр, хәрәкәттәр менән алмашынды һәм сәхнәгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советы президенты Филипп Боссан күтәрелде. Республика етәксеһе Башҡортостанда йәшәгән милләттәрҙең күплеге, уларҙың дини инаныстары, йолалары, мәҙәниәттәре төрлө булыуға ҡарамаҫтан, үҙ-ара дуҫ, берҙәм булыуын телгә алды һәм фестивалгә килгән ҡунаҡтар бер-береһенән дәүләт сиктәре менән айырылған булғанда ла ошонда бергә туплана алыуына ҡыуанысын белдерҙе. "Беҙ барыбыҙ ҙа кешеләр һәм дуҫлашырға, яратырға, һәр кем үҙ халҡының мәҙәниәтен, иң яҡшы сифаттарын күрһәтергә теләй. Фольклориада беҙҙең халыҡтарҙың иң яҡшы йолалары, мәҙәниәттәре, моңдары менән алмаша торған урын булһын. Башҡортостанға рәхим итегеҙ!" - тип тамамланы һүҙен Радий Фәрит улы. CIOFF президенты Филипп Боссан иһә, тамаша менән һоҡланыуын белдерҙе һәм телмәренең аҙағында көтөлмәгәнсә башҡортса мөрәжәғәт итте: "Әйҙәгеҙ, бергә бейейек, музыка ҡоралдарында уйнайыҡ. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, йырлайыҡ. Бергәләп был донъяны тағы ла яҡшыраҡ итәйек!" - тине ул һәм уның һүҙҙәре көслө алҡыштарға күмелде.
Тамашанан һуң ситтән килгән ҡунаҡтарҙың тәьҫораттарын һорашҡанда барыһы ла үҙҙәрен ғәжәйеп бер донъяға сәйәхәт иткәндәй тойоуын бәйән итте. "Беҙ ике көн алда Башҡортостан Милли музейына барғайныҡ, шуға башҡорт халҡының тарихы, ҡайһы бер легендалары тураһында бер аҙ хәбәрҙар инем. "Ер. Рух. Фольклор" майҙанын күреп, ныҡ тәьҫирләндем. Унда бейеүселәр "Ете ҡыҙ" легендаһын да һынландырыуын аңланым, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Мексика ҡунағы Луис Алонсо һәм уларҙа халыҡ ижадын һаҡлау йәһәтенән ниндәй саралар күрелә, тип ҡыҙыҡһыныуға ҡаршы "Был мәсьәлә беҙҙә киҫкен тормай", тип яуап бирҙе. Уның әйтеүенсә, Мексиканың һәр төбәгендә үҙ милли кейем үҙенсәлектәре бар һәм урындағы халыҡ шулай кейенеп йөрөүҙе ғәҙәт иткән, мәктәптәрҙә башланғыс синыфтан халыҡ ижады буйынса дәрестәр ойоштороу мәсьәләһендә дәүләт менән бергә эшләйҙәр икән. Ә бына Эстонияның Вана-Вигала ауылы мәҙәниәт йорто директоры Астра Пыльма: "Һеҙҙең батырҙар шундай мөһабәт! Урал батыр беҙҙең Калевипоэг кеүек", - ти. Бына шулай, ҡырҡҡа яҡын ил вәкиле башҡорт халҡының үҙенсәлекле мәҙәни донъяһы менән таныша, Рәсәйҙең төрлө милләттәр өсөн ҡәҙерле Ватан һәм бөтәһенә лә асыҡ күңелле булыуын тоя алды.



Ижад эштәренән күргәҙмә

VI Бөтә донъя фольклориадаһының икенсе көнөнә БР Милли музейында "Донъя халыҡтары битлектәре" һәм "Донъя халыҡтары уйын ҡоралдары" халыҡ-ара күргәҙмәләре асылды. Тәүгеһенә төрлө илдәрҙең вәкилдәре үҙ экспонаттарын алып килһә, икенсеһендә милли уйын ҡоралдарының фотоһүрәттәрен ҡарау мөмкинлеге булды. Шул уҡ ваҡытта "Торатау" конгресс-холы эргәһендәге киң майҙанда "Фольклориада йөрәге" Халыҡ-ара кәсептәр һәм һөнәрҙәр күргәҙмәһе лә эш башланы. Бында урындағы оҫталарҙың ҡул эштәре һәм сит ил вәкилдәренең үҙенсәлекле әйберҙәре урын алды. Ҡырғыҙстан, Эстония, Болгария, Италия, Америка Ҡушма Штаттары, Беларусь, Хорватия, Черногория, Перу, Албания, Камерун, Индонезия, Эквадор, Коста-Рика, Колумбия, Мексика, Венгрия илдәренең һәм Рәсәйҙең данын яҡлап сыҡҡан Башҡортостан һөнәрселәренең оҫталығын баһалай алдыҡ.
Ҡырғыҙстандан килгән Гөләй Джандралиева үҙе 70-тән уҙған булһа ла, донъялағы эпидемиологик хәлгә ҡарамаҫтан, туғандаш халыҡ еренә башлап килеүенә һөйөнөп бөтә алмауын белдерҙе. Ҡырғыҙ оҫтабикәләренең күндән, кейеҙҙән эшләнгән тирмә ҡаралдылары, ағас һәм металдан яһалған әйберҙәрен сығарған улар күргәҙмәгә. "Кисәге Фольклориаданы асыу тантанаһы иҫ киткес булды! Бынан тыш, Өфө ҡалаһының таҙа, матур, яңы төҙөлөш урындары күп булыуын аңғарҙым. Әммә иң тәьҫирләндергәне - Салауат Юлаев һәйкәле", - ти Гөләй ханым.
Ә бына Болгариянан Галина Парванова (һүрәттә) күҙҙең яуын алырлыҡ иҫ киткес нағышлы әйберҙәр алып килгәйне: "Мине бәләкәйҙән өләсәйем сигергә өйрәтте. Башта ниңә был эш менән шөғөлләнергә тейешлегемде аңламай торғайным, уйнарға сыҡҡым килә ине. Өләсәйем һәр нағыштың асылын аңлатҡас ҡына ҡыҙыҡһынып киттем. Әтәс һынын сиккәндә өләсәйем: "Яңы көн тыуыуын аңғартып тора, ҡояшты саҡыра", - ти торғайны һәм мин шуны күҙ алдыма килтерәм. Ә бына был ике ҡатлы сатраш - "эльбетица" - ҡояш символы. Беҙҙең һәр төбәктең үҙенә генә хас нағышы бар, мәҫәлән, Плевен яғындағы ҡайыу үрнәге был күлдәк иҙеүенә сигелгән. Борон ҡатын-ҡыҙҙар сиккәндә тирә-яҡ мөхитте, дини инаныстарын һәм донъяға ҡараштарын сағылдырған. Мин үҙем банк хеҙмәткәре, "Пламаче" ансамблендә шөғөлләнгән балаларға, апайым һәм ағайымдың ҡыҙҙарына ошо оҫталығымды өйрәтеп ҡалдырырға тырышам. Хәҙерге балалар бөтә мәғлүмәтте интернет аша алырға күнеккән. Алдарына баҫып һөйләп, эшләп торһаң, аңлап етмәйҙәр, ә алдан махсус видео яҙҙырып, телефон аша күрһәтһәң - төшөнәләр. Ғәжәйеп заман", - тип һөйләй Галина Парванова. Ул башҡорт милли кейемдәрендә, күргәҙмәгә ҡуйылған әйберҙәрҙәге нағыштар араһында ла болгар халҡыныҡына оҡшаш мотивтар булыуын, Бургас ҡалаһы тирәһендәге болгарҙарҙыҡы кеүек тәңкәле биҙәүестәр барлығын күреүе хаҡында ла һөйләне һәм был оҡшашлыҡтар беҙҙе яҡынайта, тип өҫтәне. Күргәҙмәлә ҡумыҙ, ҡурай, хорваттарҙың боронғо ҡыуыҡлы һорнайы моңо яңғырап торҙо. Венгр һөнәрселәре теләгән һәр кемгә күндән беләҙек эшләргә, итальяндар ағас битлек юнырға, башҡорттар балаҫ һуғыу, ҡурай эшләү һәм башҡа оҫталыҡтарға өйрәтте. Ҡунаҡтар "Мосафир" күн әйберҙәр оҫтаханаһы, "Бикбайман" студияһы, Ренат Юнысовтың һәм Алексей Филипповтың башҡорт донъяһын сағылдырған үҙенсәлекле магнит сувенирҙарын, башҡорт милли кейемдәре теҙелгән рәттәрҙән үҙҙәренә иҫтәлеккә әйберҙәр һатып алды. Өфөләр ҙә үҙ сиратында сит ил һөнәрселәренең ҡул эштәрен иғтибарһыҙ ҡалдырманы: төрлө беләҙектәр, кәпәстәр, сигеүле ҡулъяулыҡтар, эшләпәләр үҙ хужаларын тапты.
Күргәҙмәне асҡанда Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова телмәр тотоп: "Бында һеҙгә үҙегеҙ менән һәр халыҡтың күңел зауҡын сағылдырған бер өлөштө алып ҡайтыу мөмкинлеге бирелә", - тигәйне. Ысынлап та шулай булды ла: мәҙәниәттәр, кәсептәр, телдәр, хатта аҡсалар ҙа төрлө булһа ла, һәр кем ым-ишара менән булһа ла аңлашып, тәжрибә уртаҡлаша, күңеленә ятҡанды ҡулға төшөрә алды. Әйткәндәй, был күргәҙмәләр артабан Фольклориада барған райондар буйлап таралды.

Әйлән-бәйләндә өйөрөлдөләр

VI Бөтә донъя фольклориадаһының мәҙәниәт буйынса конференцияһындағы етди һөйләшеү, кәсепселәр күргәҙмәһен асыу тантанаһы тамамланып, бер аҙ ваҡыт үткәс, бөтә ҡатнашыусылар Өфөнөң Ә.-З. Вәлиди урамының М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тирәһенә йыйналды. Тап ошо урындан милли кейемдәрҙәге ҙур парад старт алды. Фольклориадала ҡатнашҡан илдәрҙең ижади төркөмдәре үҙ милли кейемдәрендә, үҙ көйөнә, үҙ бейеүҙәрен башҡарып, "Ватан" этно-паркына тиклем уҙҙы һәм ҙур әйлән-бәйләндә өйөрөлдө. Был әйлән-бәйлән ҡатнашыусылар һаны буйынса ла, 57 ил вәкиле ҡатнашыуы менән дә донъя рекордын ҡуйҙы.
- Парадта 2700-ҙән ашыу кеше, әйлән-бәйләндә 71 милләт вәкилдәре ҡатнашты. Ошолайтып, ике донъя рекорды ҡуйылды. Беҙ 57 ҡатнашыусы илде теркәгәйнек, беҙгә 37 ил вәкиле килде һәм Рәсәй үҙе ҡушылды. Әммә Башҡортостанда ла сит ил кешеләре йәшәүе иҫәпкә алынды, улар сит илдән булыуҙарын раҫланы һәм беҙ донъя рекордын ҡуйҙыҡ, - тине был хаҡта Башҡортостандың мәҙәни саралары дирекцияһы етәксеһе Гөлнара Юрина.
Артабан өфөләр Кубань казак хоры, "Вайнах" чечен дәүләт бейеү ансамбле, Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм "Русская песня" ансамбле, яҡут ҡумыҙсыһы Олена Уутайҙың сағыу, дәртле сығыштарын ҡараны. Ә бына "Гжель" Мәскәү бейеү театры һәм Үзбәкстан артистары сәхнәгә күтәрелмәне: уларҙа коронавирус менән сирләүсе барлығы асыҡланды һәм коллективтар карантинға ябылды. Ғөмүмән, Фольклориадала бөтә санитар-эпидемиологик талаптар теүәл үтәлде, ҡатнашыусы ил вәкилдәренең дә, урындағы халыҡтың да һаулығы ныҡлы контроль аҫтында булды.

Шулай итеп...
Әле һөйләнгәндәр VI Бөтә донъя фольклориадаһының ике көнө ваҡиғалары тураһында булды. Байрам артабан алдан билдәләнгән "Үҙәк", "Төньяҡ", "Төньяҡ-көнбайыш" һәм "Көнсығыш" фестиваль округтарында дауам итте. Ә Өфөнөң "Торатау" конгресс-холы эргәһендәге сәхнәләрендә көн һайын "Үҙәк" округына тәғәйенләнгән илдәрҙең ижади коллективтары, махсус саҡырылған Рәсәй артистары сығыш яһаны.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.21 | Ҡаралған: 431

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru