«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УТЫҘ ЙЫЛДЫ ҠАЙҘАН АЛЫРҒА?
+  - 

Юғары иҡтисад мәктәбенең яңыраҡ булып үткән Халыҡ-ара конференцияһы Рәсәйҙә пенсия өлкәһендә үҙгәрештәрҙең яңы варианттарына арналды.

Мәғлүм булыуынса, илдә пенсия һәм пенсионерҙар мәсьәләһе - иң ҡатмарлы һәм йырып сыҡҡыһыҙ проблемаға әүерелде. Шуға күрә конференция эшен ҡайһы бер эксперттар уйынлы-ысынлы Рәсәйҙең "ауырыу Пенсия фондын дауалау буйынса консилиум" тип атаны. Шулай тип әйтерлек тә: нисә йыл инде хәҙер илдә пенсия тәьминәте мәсьәләһе тағатыла алмаҫлыҡ йомғаҡ рәүешендә. Ул хәҙер бик буталсыҡ һәм ҡатмарлы башватҡыстан һис кәм түгел. Илдең Финанс, Хеҙмәт министрлыҡтары, Пенсия фонды һәм хөкүмәттең социаль сәйәсәт чиновниктары нисә йылдар инде хәҙер береһенән-береһе шаңҡытырлыҡ сейле-бешле реформалары һәм ахыр сикке - халыҡ мәнфәғәтенә ҡаршы йүнәлтелгән нигеҙһеҙ үҙгәрештәр уйлап сығарып, кеше башын ҡатыра. Пенсияның тупланма өлөшөн юҡҡа сығарыу, иҫәпләүҙең балл формулаһын индереү, пенсия йәшен арттырыу... Тағы нимәләр көтә беҙҙе был өлкәлә?
Сиратта тағы ла хәтәрерәк пландар ҡорола. Шуларҙың береһе - пенсия туплауҙы кешенең үҙ иңенә ауҙарыу. Хәҙер Рәсәй граждандары үҙ киләсәген үҙе ҡайғыртып, йәғни үҙ теләктәре менән Пенсияның тупланма өлөшөнә аҡса күсереп барырға тейеш булып сыға. Дәүләт фәҡәт астан үлмәҫлек - һыныҡ икмәклек кенә ярҙам итә ала, ә инде ҡарт көнөңдә ана шул икмәгеңә май һылап ашарға теләһәң - рәхим итеп тупланма иҫәбенә аҡса күсереп бараһың. Эксперттар фекеренсә, был бик ышанысһыҙ юл: тупланма аҡсаһының тейелгеһеҙлегенә бер кем гарантия бирә алмай. Рәсәйҙә, үҙегеҙ беләһегеҙ, халыҡ аҡсаһының бер көн килеп "һә" тигәнсе юҡҡа сығыуы тәбиғи хәл. 1998 йылдың авгусында дәүләт һаҡлыҡ кассаларында аҡсалары "янған" тере шаһиттар был әсе һабаҡты яҡшы хәтерләй әле...
Яңыраҡ тағы бер шаңҡытҡыс хәбәр таралды: ҡартлыҡ буйынса страховкалы пенсия тәғәйенләү өсөн 2025 йылдан алып 15 урынына...30 йыл эш стажы талап ителәсәк! Был әлегә тәҡдим, ләкин аптырағандан ни ҡылырға белмәгән чиновниктар өсөн ул йәбешергә йәтеш кенә һалам булыуы ла ихтимал. Эш урының йәки һаулығың бармы, юҡмы - быныһы бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай: "һаҡалың билеңә еткәнсе" эшләргә тейеш булаһың. Өҫтәүенә, төрлө сәбәптәр менән күптәр "күләгәлә", йәғни рәсми булмаған шарттарҙа эшләргә мәжбүр. Мәле еткәс, улар был йылдарҙы нисек итеп эш стажына индерер? Рәсми рәүештә эшләп, хеҙмәт кенәгәһендә был хаҡта яҙыу булған хәлдә лә, ҡайһы бер фирма һәм предприятиелар йыш ҡына бөлгөнлөккә төшә, ябыла. Аҙаҡ унда эшләп киткән кешеләр стаждарын нисек иҫбатлар? Ә кемдер һаулыҡ торошо буйынса 30 йыл буйы эшләй алмаһа? Былар бөтәһе лә кешене страховкалы пенсиянан мәхрүм итәсәк, ә социаль пенсия ҡатындарға - 65, ирҙәргә 70 йәштән генә бирелә...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.21 | Ҡаралған: 850

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru