«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ ДЫУАН - ТАБЫНДАРҒА ТУҒАН (2-се бүлек)
+  - 


Тарихи сығанаҡтарҙа күрһәтелеүенсә, Майҡы бей, йәғни Байку әмир оҙон ғүмерле кеше була, ул Сыңғыҙ хандың үҙенә лә, уның улы Джучиға ла, һуңғыһының улы Батый ханға ла хеҙмәт итә. Күрәһең, табын ҡәүеме заманында монгол ғәскәрендә хәрби хеҙмәттә булып, байтаҡ йылдар буйына дауам иткән монгол походтарында ҡатнаша. Майҡы бейҙең ҡушаматы Уйшын була, тимәк, табындар ҙа Үҙәк Азияла яугирлығы менән дан тотҡан усунь - уйшин этник берләшмәһенә ҡараған төркөм, тип ныҡлы фараз итергә мөмкинлек бар. Джучи һәм Батый хан яуҙары тамамланғас, табындарҙың ҙур бер төркөмө Башҡорт илендә тороп ҡала, башҡалары хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһын төйәк итә. Тап шул осорҙа табындарҙың бер өлөшө дыуан тармағын хасил иткәндер, тип иҫәпләргә ерлек бар.
"Ҡысса-и Чингиз-хан" хикәйәтендә йыһангирҙың башҡорт ырыуҙары башлыҡтарына власть символдарын тапшырыуы хаҡында бәйән ителә: "Шунан Сыңғыҙ хан әйтте: "Эй, Уйшин Майҡы бей, һинең ағасың ҡарағас булһын, ҡошоң - бөркөт, ораның - "Салауат", тамғаң - һырға".
Табындарҙың һәм дыуандарҙың ата-бабаларының тарихи Башҡортостан территорияһына килгән юлы хаҡында күренекле мәғрифәтсе, яҙыусы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ошолай яҙа: "Майҡы бей...Ҡырым ярҙарын һәм Кубанды ҡалдырып, Кубань һәм Волга һыуҙары аша сығып, Яйыҡ тамағына етте... Унан Яйыҡ буйлап үргә күтәрелде һәм Яйыҡ үрҙәренән Тубылға һәм Иртышҡа тиклемге ерҙәрҙе биләп, оло ханға әүерелде". Бында табын ата-бабаларының монголдарҙың Дәште-Ҡыпсаҡ далаһына, Киев Русенә һәм Европа илдәренә (Польшаға, Венгрияға, Чехияға, Болгарияға) яһаған хәрби походынан кире - көнсығышҡа - ҡайтыуҙары һүрәтләнә. Күренекле башҡорт шағиры, суфый шәйехе, этник сығышы буйынса ирәкте башҡорто Мөхәммәт-Ғәли Соҡоройҙоң шиғри шәжәрәһендә ошолай әйтелгән: "Асыл бабам Тубыл, Иртыш кәнарында ирмеш..."
Ҡара-Табын һәм Ирәкте шәжәрәләрендә Майҡы бейҙең үҙ халҡы менән йәшәп алып киткән яңы төйәгенең урыны ла күрһәтелгән: "Сыңғыҙ хан заманында Майҡы бей, Урал тауҙарының Миәҙәк тигән ерендә йәшәп, Миәс йылғаһы үҙәнендә күсеп йөрөгән". Был ерҙәр Көньяҡ Уралда һәм Урал аръяғында, улар хәҙерге Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре территорияһына ҡарай. Тимәк, табындар менән бергә дыуан ырыуының ата-бабалары ла тарихи Башҡорт иленә XIII быуат аҙаҡтарында - XIV быуат баштарында ҡушылып киткән. Күрәһең, дыуан ырыуының формалашыуы ла табындарҙың Себерҙәге Шибанид хандарына ялланып, хәрби хеҙмәт башҡарған осорона тура киләлер.
Монголдарҙың Джучи олоҫо ерҙәрен Сыңғыҙ хан нәҫеленән булған хандарға бүлешкән саҡта Шибан хан ҡулы аҫтына Себер яғы (Тура виләйәте) һәм Башҡорт иле эләгә. Тап шуға күрә башҡорттар Шибанидтарҙы үҙҙәренең тәбиғи хандары итеп ҡабул итә. Күрәһең, Урал аръяғында һәм Себер далаларында көн иткән әүәлге табындарҙың бер өлөшө, төп ырыуҙарынан айырылып сығып, "дыуан" атамаһы аҫтында үҙ тарихын башлап ебәрә. Алдараҡ бәйән ителгәнсә, монгол хандары идаралыҡтарында, хан хеҙмәтендә үҙҙәренә тапшырылған махсус бурыстарҙы үтәүсе абруйлы чиновниктар дуван тип аталған. Дыуан башҡорттары шәжәрәләрендәге һәм риүәйәттәрендәге Юлбуға бей ҙә ошо дәрәжәлә булып, артабан уның тоҡомдары һәм ырыуҙаштары дыуан этнонимын үҙ ырыуын үҙаллы бер ҡәүем сифатында танытыу маҡсатында ҡуллана башлағандыр.
Тап ошо замандарҙа, атап әйткәндә, XIV - XV быуаттарҙа, Себер һәм Урал аръяғындағы оло Табын иле тарҡалыу кисерә, улар айырымланған төркөмдәргә бүленеп, төрлөһө төрлө тарафтарға күсеп китә башлай. Ошо хаҡта башҡорт мәғрифәтсеһе, тарихсы һәм яҙыусы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев былай яҙа: "Майҡы бейҙән Солтан бей тыуҙы, унан - Әхсән бей, унан - Аллабирҙе бей, унан - Әсәҙи бей, унан - Күрпәс бей. Әсәҙи бей Шәкәрле бей менән бергә Себер йортоноң Сыңғыҙ хан нәҫеленән булған Ибәк һәм Шәйбәк исемле хандарға буйһона ине. Был хандар бөтөн бейҙәрҙе юҡ итергә ниәт итә. Хандарға яҡын булған кешеләрҙең береһе ошо ике бейгә әйткән: "Үҙ баштарығыҙҙы ҡотҡарығыҙ, юғиһә һәләк булырһығыҙ!" Шунан һуң Әсәҙи бей һәм Шәкәрле бей, аттарға менеп, ҡасып китә. Хан кешеләре уларҙы ҡыуып етә алмай".
Хан баҫымынан ҡасып киткән табын халҡы ҡатай башҡорттарынан ер һорап ҡараһа ла, улар рөхсәт итмәй. Шунан табындар, Инйәр йылғаһы буйынан Ағиҙел ярҙарына тиклем килеп етеп, мең ырыуы башҡорттарына һыйына. Меңдәр табындарға үҙҙәре биләгән ерҙәрҙә төйәкләнергә ризалыҡ бирә. Табын ҡәүеменә Йыуалыкүлдең Ағиҙел менән тоташҡан еренән башлап, төньяҡта Аҡбирҙе тауҙарына, көньяҡта Ҡуғанаҡ йылғаһына тиклемге ерҙәр бирелә. Кесе-Табын олоҫо ошолай хасил була (уны Күрпәс-Табын тип тә атайҙар). Артабан ошо олоҫ составында Төкөн-Табын, Кәлсер-Табын, Ҡумрыҡ-Табын, Бишул-Табын, Йомран-Табын һәм Дыуан-Табын аймаҡтары барлыҡҡа килә.
Дыуандарҙың Урал аръяғында йәшәгән замандары билгеһе булып, айырым топонимдар һаҡланып ҡалған: Төмән яғында Пышма йылғаһының бер ҡушылдығы Дыуан йылғаһы булһа, Силәбе өлкәһендә Дыуанкүл исемле күл бар. Себер ханлығында XV - XVI быуаттарҙа бер өҙлөкһөҙ барған сәйәси сыуалыштар барышында дыуан ырыуы башҡорттары, тәүҙәрәк биләгән ерҙәрен ҡалдырып, Урал һырттары аша Әй йылғаһы үҙәненә килеп сыға. Был ерҙәрҙе төйәк иткән Әйле ырыуҙары берләшмәһе, дыуандарҙы ихлас ҡабул итеп, уларға ошо урында ерләшергә мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында Дыуан-Әй, йәиһә Дыуан-Әйле аймағы хасил була. Был ваҡиғалар халыҡ хәтерендә, шәжәрәләрҙә лә сағылыш таба, шуға күрә академик Р.Ғ. Кузеевтың дыуандарҙың көнбайыштан, Һамар һәм Ағиҙел буйҙарынан Әй үҙәненә күсеп килеүе хаҡындағы фаразын ысынбарлыҡҡа тап килә, тип әйтеп булмай. Киреһенсә, дыуандарҙың бер өлөшө, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында көнбайышҡа табан хәрәкәт итеп, Ағиҙел һәм Сәрмәсән йылғалары бассейнына барып етә һәм хәҙерге Саҡмағош, Кушнаренко һәм Благовар райондары ерҙәрендә үҙҙәренең яңы төйәген таба. Тарихи сығанаҡтарҙа ошо территорияла Дыуан (Юхнев, П.И. Рычков, В.А. Урусов), йәиһә Дуваней (Ф.Жилин, И. Кирилов, П.И. Панин) олоҫтары булыуы теркәлгән. Дуваней атамаһының башҡортса Дыуан-Әй тигәндең калькаһы булыуына шик юҡ.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 27-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.21 | Ҡаралған: 271

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru