«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ ДЫУАН - ТАБЫНДАРҒА ТУҒАН (3-сө бүлек)
+  - 


Һуңғыраҡ осорҙарҙа, Ҡаҙан даруғаһы ерҙәренә мишәрҙәр миграцияһы һөҙөмтәһендә, улар менән тығыҙ аралашып йәшәгән аҙ һанлы дыуан башҡорттары аҡрынлап этник ассимиляцияға дусар була, һәм уларҙың байтағы үҙҙәренең этник башҡортлоғон юғалта. Әммә Себер даруғаһында тороп ҡалған дыуан ырыуы тоҡомдары рус батшаһы ҡулы аҫтына инергә ашҡынып бармай, әйлеләр, ҡатайҙар, табындар, ҡыуаҡандар менән бер булып, Себер хандарына, атап әйткәндә, хан власын үҙ ҡулына алған Шибан ханға һәм уның вариҫтарына тоғролоғон белдерә. Табын, терһәк, әйле, дыуан, һеңрән, һарт, ҡошсо ырыуҙары юлбашсылары Мортаза ханға, унан һуң уның улы Күсем ханға һәм уның улдарына хеҙмәт итергә, уларҙы үҙ хандары итеп ҡабул итергә ризалыҡ белдерә. Әммә Күсем хан вариҫтары XVII быуат башында ҡалмыҡтарҙы үҙҙәренә союздаш итеп ала, ә һуңғылары (уларҙа бөйөк монгол державасылығының агрессив рухы һүнмәгән була әле) Башҡорт илен һалым, табыш сығанағы ғына итеп ҡарай. XVII быуат башында 300 мең кешеһе менән Рус иле сиктәрендә күсеп йөрөп, туҡтауһыҙ яу сабып, урындағы халыҡтарҙы талап, күтәргеһеҙ һалым һалып көн итеүсе монгол-ойраттарҙы төрки халыҡтары ҡалмыҡтар, тип атап йөрөтә. Ҡеүәтле Ҡалмыҡ Урҙаһы хатта Оло Нуғай Урҙаһын буйһондороуға өлгәшә, башҡорттарҙың Яйыҡ, Үр (Орь), Илек, Эмба йылғалары буйындағы ерҙәрендә үҙҙәрен хужаларса тота, бындағы халыҡҡа ла көн күрһәтмәй башлай. Ҡалмыҡ хакимы Дайчин Башҡорт илен тулыһынса буйһондорорға ниәт ҡора. Тап шул осорҙа башҡорт-ҡалмыҡ яуҙары башланып китә. Ә Себер ханы, үҙ ханлығын көсәйә барған Рус дәүләтенә ҡаршы торорлоҡ кимәлгә еткерергә теләп, ҡалмыҡтар менән союзға инә. Әммә был башҡорт-ҡалмыҡ ҡапма-ҡаршылығын көсәйтә генә, шул сәбәпле Тарихи Башҡортостандың көнсығыш зонаһында йәшәгән башҡорт ырыуҙары, шул иҫәптән дыуан-әйле башҡорттары ла, Мәскәү ҡанаты аҫтына инергә мәжбүр була. Рус хәрбиҙәре ошо заманда ҡалмыҡтарға ҡаршы башҡорттар менән бергә сығыш яһай, был көнсығыш башҡорттарын тулыһынса үҙ ҡарамағына алыу сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу маҡсатында башҡарыла.
Дыуан ырыуы башҡорттары, иң элгәре дыуан-әйлеләр, барса Башҡорт илен биләп алған ихтилалдарҙа әүҙем ҡатнаша. Тәүге башҡорт күтәрелештәренән Һары Мәргән батыр етәкселегендә уңышлы тамамланған, башҡорт рухына ҡеүәт өҫтәгән, 1162 - 1164 йылдарҙағы ихтилалды атап әйтергә була. Һары Мәргән 1634 йылда уҡ Себерҙә хан хеҙмәтенә йәлеп ителә. Баш күтәреүселәр Башҡортостанда ла, Себерҙә лә Күсем хан вариҫтары хакимлығын тергеҙергә ниәтләй. Ихтилалсыларҙың маҡсаты хаҡында бер тарихи документта ошолай әйтелгән: "Тобольск де хотят взять и служилых людей побить, и договорились на том, чтобы царевичу Кучумову в Тобольске и владеть ему всею Сибирью". Оло абруй ҡаҙанған Һары Мәргән ихтилалға Себер һәм Уса даруғалары башҡорттарын ғына түгел, Пермь һәм Ҡаҙанға ҡараған мосолман халыҡтарын йәлеп итеүгә өлгәшә: "А завоевались башкирцы и сылвенские и казанские и вятские татаровя, а подговаривает их воевать Сары-Мергенка, и все у них по сговору с крымским царем, а в Сибирь у них отряжено воевать 20 тысяч бойцов". Баш күтәреүселәр Күсем хандың ейәне Көсөк ханға тоғролоҡ антын бирә, ошо турала Өфө воеводаһы А.М. Волконский ошоңдай мәғлүмәт биргән: "…башкирцы Таныпских волостей и Осинской дороги Гайнинских волостей, к ним же к айским башкирцам пристали, к Сюлтюку ж к Кучюку салтану подклонились, и приходили во многие места в Уфинской и в Казанской и Соликамской в уезды все вместе с Сибирскою дорогою войною, многие села и деревни повоевали, людей побили, в полон поимали многих и к Сюлтюку отдали…"
Ошо дәүергә ҡараған тарихи документтар ҙа Әй үҙәненең был дәшһәтле ихтилалдың үҙәге булыуын раҫлай. Әйле ырыуы башҡорттары араһында дыуан-әйлеләр ҙә һыр бирмәй, һәр саҡ алғы сафҡа ынтыла.
1662 йылдың июль айында ихтилалсылар, Сылва йылғаһы үҙәнендәге аулдарҙы һәм ҡәлғәләрҙе берәм-берәм баҫып алып, Көнгөр ҡәлғәһен дә штурмлап ала. Улар шулай уҡ Архангельское ауылын (хәҙерге Бөрө ҡалаһы), Саллы острогын ҡулға төшөрә, Минзәлә ҡәлғәһен һәм Өфөнө ҡамауға ала. Батша ихтилалсыларға ҡаршы үҙ армияһының байтаҡ ҡына көстәрен ебәрергә мәжбүр була, бындағы һуғыш хәрәкәттәрендә регуляр һалдат, рейтар һәм стрелецтар полктары ҡатнаша. Унан башҡа Төмән, Верхотур, Тура, Тобол һәм башҡа вағыраҡ ҡәлғә гарнизондары ла башҡорттарға ҡаршы ебәрелә. Рус дипломаты, баяр Ордин-Нащокин батшаға ошондай мәғлүмәт бирә: "Шведы всячески тайными ссылками советуются с ханом на разорение России… По шведским же рассыльным вестям польский король и в Украину пошел, услыхав, что все московские войска высланы против башкирцев".
1662 - 1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы рус хөкүмәтенең ихтилалсыларҙың дәғүә-талаптарын мотлаҡ үтәүгә ризалыҡ биреүе менән тамамлана.
Бөйөк Петр Беренсе XVIII быуат башында Рәсәйҙә оло үҙгәрештәр башлай. Был реформалар ил тормошоноң барса өлкәләренә лә ҡағыла. Административ идаралыҡ та тап Европа илдәрендәгесә бер үк схемаға ҡоролорға тейеш була. Шул уҡ ваҡытта башҡорттар фактик рәүештә үҙҙәренең тарихи традицияларын һаҡлап ҡалып, Рәсәй составында һәм батша чиновниктары ҡулы аҫтында булыуҙарына ҡарамаҫтан, аҫабалыҡ хоҡуғы менән бер рәттән, ырыу-ара үҙидаралыҡ мөмкинлеге менән файҙалана. Өфө өйәҙе тип аталған хәлдә лә, Башҡорт илселәре үҙ мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн туранан-тура Мәскәүгә барып йөрөп, батша чиновниктары менән бәйләнешкә инә ала. Петр батша хакимиәте башҡорттарҙы ошондай мөмкинлектән мәхрүм итеү маҡсатында Өфө өйәҙен Ҡаҙан губернаһы властарына буйһондорорға ҡарар итә. Башҡорттарға артабан Мәскәүгә барып йөрөү тыйыла. Урындағы чиновниктар, яңы тәртип индерәбеҙ тип, башҡорттарҙы талай, ҡыйырһыта башлай. "Табышсы" ("прибыльщики") А. Жихарев һәм М. Дохов Ижор канцелярияһы исеменән табыш килтереүсе яңы 72 статья индереү хаҡында иғлан итә. Хатта кешеләрҙең күҙҙәренең төҫөнә ҡарап, һалым һалына: ҡара күҙлеләргә 2-шәр алтын, һоро күҙлеләргә - 8 алтын. Халыҡ был чиновниктарҙы туҡмап, Башҡортостандан ҡыуып ебәрә. 1705 йылда Өфөгә 8 полк драгун һәм һалдат полктары менән Ҡаҙан комиссары А. Сергеев килә, ул халыҡҡа үҙ ҡарарын иғлан итә: "…покуда де он в Уфе, будет то и Москва".

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.08.21 | Ҡаралған: 243

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru