«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ХӘБӘРҺЕҘ ЮҒАЛМАНЫМ
+  - 


Балалар, тигәндәй, улары әлеге мәлдә ни эшләп йөрөгән була икән? Ни эшләһендәр, өлкәндәре бар хәлдәренсә әсәләренә булышалыр. Ә ике йәшлек Фәриҙәһе, моғайын, тәпәй баҫырға өйрәнгәндер. Ун бер йәшен тултырған бер бөртөк кенә улы - Мөҙәрисе уҡыуға шәп, һунарға әүәҫ ине. Ғаиләне бағыусы булыр. Зәбирәһе - баш ҡыҙҙары, инде Фәүзиәһенең ҡул аҫтына инерлек, ярҙамынан ҡалдырмайҙыр. Һәләк сос, тиктормаҫ Сәкинәһе менән Фәрзәнәһе урамдан ҡайтып инмәйҙәрҙер. Уларҙың бит әле уйнап туймаҫ саҡтары. Аһ, балаҡайҙар, атайығыҙҙың ниндәй аяныслы хәлдә тороп ҡалғаны һеҙҙең башығыҙға ла инеп сыҡмайҙыр. Инмәһен дә. Әлегә һеҙгә атайҙың инде юҡлығын белмәй тороу хәйерлерәк. Сабый йәнен ҡыйып, рухын ҡаҡшатмаҫ өсөн. Атай хәтерегеҙгә һуңыраҡ төшәсәк. Башығыҙға бер аҙ аҡыл ултырғас. Ул мәлдә инде бирешмәҫһегеҙ. Сөнки буйтым ғына үҫерһегеҙ. Һеҙ ҙур һәм бәхетле булырһығыҙ. Һеҙҙе, шул бәхетле итер өсөн ғүмеремде бирәм түгелме һуң... Хәйривараның әллә ҡайҙарға китеп олаҡҡан уйҙарын Лоҡман бүлдерҙе:
- Ағый, етеп киләләр ҙәһа.
Ағайы өндәшмәне, бер күҙен ҡыҫа бирҙе лә көсәнә-көсәнә иң алдан шыуышҡан танкты ПТР мушкаһына алды. Хәҙер, хәҙер беренсе пуляны сәпкә ебәрәсәк һәм уның баһадир һалдаттары дошман пехотаһын пулемёт менән һыпырырға тотонор. Ҡыҙыҡ, нисәүҙе йығып өлгөрөрҙәр икән? Хәҙер, дүрт-биш тиҫтә тонналыҡ тимер ғифрит саҡ ҡына ҡабырғаһын күрһәтһә. Күрһәтте...
Ҡолаҡ тондорғос яңғыҙ атыу тауышы урманды яңғыратыуға, күҙ асып йомған арала, теге танкты ялҡын ялмап алды. Ҡорос пуля, күрәһең, тура трансмиссияға эләкте. Бер ниндәй хәүеф тоймайынса вайымһыҙ килгән йәйәүле һалдаттар шул әҙере ян-яҡҡа һибелә һалып, ут асыу өсөн уңайлы урындар эҙләне. Улар бит теүәл бер немец батальонына ҡаршы өс совет һалдаты торғанлығын әле белмәй. Аҡ ҡар өҫтөндә ҡапыл ғына ышыҡ урын табыуы ла анһат түгел. Ҡотһоҙ-һоро фигуралар унда-бында боҫоп өлгөргәнсе, ныҡыш Лоҡман менән яндырай Солтан уларҙың хәтһеҙен ҡырып һалды. Ә ул арала Нөғәмәнов йәнә бер танкты яндырҙы. Унан сират ала-ҡола буяулы БТР-ға етте. Уныһы ут бөркөп гөлт итте лә, эсендәге автоматсылары сатай-ботай килеп күккә осто. Лоҡман менән Солтан айбарланып атыуҙарын белделәр.
- Егеттәрем, бирешмәгеҙ! Афаринда-ар! - старшина боецтарын ҡанатландырып һөрән һалды. - Туҡмағыҙ ысвулышты! Фашистың кәрәгенә бирегеҙ! Эҙләгәнен алһын әйҙә. Беҙ ғүмеребеҙҙе осһоҙға ғына бирергә тейеш түге-ел! Ҡанға - ҡа-ан!..
Ошо мәл старшина Нөғәмәновтың артындағы ҡар өйөмө ҡапыл ойоҫҡоп өҫкә күтәрелде лә, ҡот осҡос ауыртыу арҡаһын өтөп алды. Нимә булғанын аңлап өлгөргәнсе ул һуштан яҙҙы...
Юҡ, һуштан яҙмаған икән. Ул әле тойорға һәләтле. Хатта күрә лә һымаҡ. Күрә шул! Ана, һалҡын таш ҡыҫалам-коридорға килеп инде. Коридор осонда һүрән генә яҡтылыҡ күренә. Шуға етеп ҡалғанда... Бәй, бында ниндәйҙер сәйер йәндәр осоп йөрөй. Ә-ә, яуҙа шәһит киткәндәр менән яуыздарҙың йәндәре икән. Арыраҡ фәрештәләр күренә. Уларҙың иң өлкәне, иң дәрәжәлеһе ишек янына урынлашып алған да: "Быныһын ожмахҡа, быныһын тамуҡҡа", - тип һамаҡлап ултыра. Ожмахҡа тигәне - беҙҙең һалдаттар, тамуҡҡа тигәне - фашистар икән. Шулай ҙа тамуҡ юлында совет формаһындағылары ла күренгеләп ҡала. Былары, үҙенең ғәзиз йәнен ҡотҡармаҡҡа тыуған илен һатҡандар. Эйе, яҡшылығы ла, яманлығы ла ҡасан да булһа барыбер тейешле баһаһын ала. Ғәҙел хөкөмдән ҡайҙа ла ҡотолоп булмай...
Теге фәрештә Хәйривараны күреп ҡалды ла:
- Быныһын ожмахтың иң түренә! - тип арҡаһынан ҡаҡты, - ул быға лайыҡ.
Ошо ҡағылыу Хәйривараны асылына ҡайтарҙы. Иҫе килделе-киттеле ятҡан старшина күпме ваҡыт үткәнлеген дә самалай алмай. Ул ныҡ, ифрат ныҡ сарсаған. Аһ, бер генә йотом һыу булғанда. Уның бит Ғазраил хөкөмөн көтөп, ошо хәлдә ятҡан иптәшенең кипкән иренен сылатып ултырғаны булды, ә үҙенекен сылатыусы юҡ.
Теге, райсовет рәйесенең бажаһы һуғыштың башында уҡ һәләк булған тинеләр. Ул да ошолайтып яттымы икән, әллә ғазапланмайынса ғына?.. Шулай, һуғыш һинең кем икәнлегеңә ҡарап тормай. Райсовет рәйесе бажаһы нимә ул, яу ҡырында хатта дәү генералдар баш һала...
Яралы, аҡтыҡ көсөн туплап сикһеҙ ауырайған ҡабаҡтарын аса төшкәйне обоздар тирәһендә ҡайнашҡан немецтарҙы шәйләне. Улар йылтырауыҡ-аҡһыл томан эсендә йыбырлашалар. Үҙҙәре бер туҡтауһыҙ лауылдаша. Телдәрен аңлармын тимә. Хәйер, Нөғәмәнов әле ят һөйләште түгел, үҙ телен дә төшөнөрлөк хәлдә түгел ине. Уның умыртҡа бағанаһы өҙөлгән дә кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө хәрәкәтһеҙ ҡалған. Тимәк, билен снаряд ярсығы ҡырҡа һуҡҡан. Ҡыбырларға итә, булдыра алмай. Бары үҙәккә үткәргес һыҙланыу ғына. Һыҙланыу һәм үкенес. Ул һиҙә: бер ваҡытта ла һынатмаған йөрәге һуңғы тибештәрен яһай, сөнки ҡаны бөтөү өҫтөндә. Үпкәләре һуңғы һулыштарын ала, сөнки тишкеләнеп бөткән. Һуғышта ғүмер ахыры ана шулай килә икән. Эй, ғүмер! Ҡалай ҡыҫҡа булдың һин, ә. Матур төш кеүек кенә күренеп ҡалдың да йылп итеп үттең дә киттең. Танһыҡты ла ҡандырманың. Һуғышҡа китер алдынан күтәргән уҫаҡ өйөндә уны дүрт ҡыҙы менән яңғыҙ бөртөк улы көтөп бер булырҙар инде. Һағынып бөтөрҙәр. Ярай әле өйөн төҙөп өлгөргән. Балалары аяҡҡа баҫҡансы ҡыйыҡлы буласаҡтар, исмаһам. Ҡыш сығырлыҡ арышы менән бесәнен дә әҙерләп киткәйне... Утыҙ биш йәшендә итәк тулы бала менән тол ҡалған Фәүзиәһе тәҙрәнән күҙҙәрен алмаҫ. Фәүзиә лә һағыныр, өмөтләнер, көтөр. Шым ғына көтөр. Ул-был тауыш ишетелеп ҡалған һайын ҡорғанды күтәрер. Тәҙрә артында бер кемде лә күрмәгәс, ҡапыл-ҡара ярһып киткән йөрәген баҫа алмайынса аҙапланыр. Уның йөрәге насарыраҡ ине.
Башҡа яҡындары ла өмөт өҙмәҫ. Шөкөр, туғандары уның күп, онотмаҫтар. Ошо рәүешле оҙаҡ йылдар дауам итер. Ғазраил фәрештә берәм-берәм барыһын сүпләп бөткәнсе. Ә уға тиклем әле еңеү көнө килер, килмәй ҡалмаҫ. Беҙҙең еңеү! Әрәсәй еренә баҫып ингән бер кемдең дә әле ошоғаса еңеүҙе байрам итә алғаны юҡ. Бына күреп торорһоң, был юлы ла шулай буласаҡ. Тере ҡалғандар бөтә ил менән Бөйөк Еңеү тантанаһына йыйылырҙар. Ана шунда, бүтәндәр рәтендә беҙҙе лә иҫкә алырҙар. Алмай ҡалмаҫтар. Йылы һүҙ, өмөт иткән изге доға менән генә булһа ла. Беҙгә, изге юлда шәһит киткәндәргә, шуныһы ла ярап ҡалыр. Беҙгә артығы кәрәкмәҫ. Доға һуңынан, илем-ерем, тип баш һалған һалдаттарҙың рухтары әйләнеп ҡайта торор, ерҙәгеләрҙең эшен күреп, ризалыҡ менән күктең етенсе ҡатына күтәрелә торор. Әлеге хөрмәт билдәһе, бәлки, йыл да ҡабатланыр, ә бәлки... Юҡ, юҡ, яңылыш уйлай яҙҙым, беҙҙе онотмаҫтар. Оноторға хаҡтары юҡ. Бына балалар ғына йәл, атайһыҙ үҫерҙәр. Әсәйҙәре инә арыҫлан кеүек тә ул, йәне сыҡһа сығыр, йәбергә бирмәҫ, меҫкенләнеп ҡалырға ла юл ҡуймаҫ. Шулай ҙа атай юҡлығы үҙен һиҙҙерер. Ныҡ һиҙҙерәсәк.
Ә тегеләр ҡайҙа? Лоҡман менән Солтан. Уларға ни булған? Күренмәйҙәр. Иҫәр, нисек күренһендәр, анауындай ғәскәр ябырылғанда ике бөртөк кешең ни ҡыла алһын. Көскә ҡаршы көс кәрәк. Әлбиттә, батырҙарса һәләк булғандарҙыр. Эйе, эйе, әсир төшмәгәндәр, ә фәҡәт һәләк булғандар. Азат илдә, исемеңде бысратмайым тиһәң, әсир төшөргә ярамай. Ниндәй хәлдә булһа ла, әсир төшкәндәр беҙҙә һатлыҡ йән һанала. Һатлыҡ йән - ниндәй ҡурҡыныс!
Киләсәктә балаларының бәхете хаҡына фашисты мөмкин тиклем күберәк ҡырырға ине лә бит, килеп сыҡманы. Хәйер, сыҡманы тип... Хәйривара булмышы менән ҡулында ниҙер барлығын тоя. Ә-ә, теге, шартлатҡысҡа тағылған бауҙың осо икән. Һай, мәрҙәс, алыш алдынан шуны ҡулына урап ҡуйырға башы еткән. Бына хәҙер ҡарап ҡарарбыҙ: кем - кемде.
Баҫҡынсылар, йылы һыйыр тиҙәгенә йыйылған себен ише, обоздар тирәһенә өймәкләшкән. Хәсистәр, машиналарға мина ҡуйылғанлығын белмәйенсә, үҙ әжәлдәрен үҙҙәре эҙләй.
Хәйривараның былай ҙа томанланған күҙҙәре бөтөнләй күрмәҫ сиккә етте. Хәле мөшкөл: хәҙер, хәҙер генә тағы иҫен юғалтасаҡ. Башҡаса аңына әллә килә ала, әллә юҡ. Эх, фашистар имен ҡала. Ана улар ҡул һуҙымы арауыҡта ғына мыжғыша. Ҡанға ҡойоноп ятҡан старшина ҡарға күмеп ҡалдырылған бауҙы тарта бирҙе. Хәле етеңкерәмәне. Шартлатҡыс хәрәкәткә килмәне. Шул арала Хәйривараның мөсһөҙ генә ҡыймылдап ҡуйғанын күҙ ҡыры менән шәйләп алған немец офицеры әйләнә килеп уның маңлайына пистолеттан атты. Ҡурғаш киҫәге совет һалдатының мейеһенә инеп ултырҙы. Мәңгелеккә! Хәҙер уның башы бөтөнләй эшкә яраҡһыҙ. Ул әле, бары, көскә һулҡылдаған йөрәге менән генә тоя - фашистарҙы күберәк ҡырып ҡалыу кәрәк, фашисты күберәк... Бына йөрәге лә тибеүҙән туҡтаны шикелле. Хәҙер инде йөрәк тамырының сираты етте. Аҡтыҡ ҡан тамсыларын ул ҡыуа башланы.
Хәйривараның бау уралған ҡулы киҫкен рәүештә тартышып ҡуйҙы ла ғәзиз йәне тәненән сығып осто. Ошо мәл иҫ киткес көслө шартлауҙан ер һелкенде. Тиҫтә ярым тоннанан ашыу снаряд бер юлы ярылып, үҙҙәренең тирәһендәге бар нәмәнең ҡайһыһын һауаға сойорғотто, ҡайһыһын ҡыра һуҡты. Айбарланып, ғәйрәтле ут ҡатыш ҡар һыуы менән ҡара ҡан буталышты. Юғарыла тимер-томор киҫәктәре, таҡта ярсыҡтары араһында болғанлап йөрөгән кеше ағзалары күренеп ҡалды ла ит ямғыры булып ергә яуҙы. Ахырҙа, асыҡлыҡ тәңгәлендә ғәйәт ҙур дөм-ҡара төтөн бәшмәге хасил булды һәм... бәғерҙе иҙгес тынлыҡ урынлашты: яҡын-тирәлә тауыш биргәндәй бөртөк йән эйәһе ҡалмаған.
Был ваҡытта ҡамауҙан сыҡҡан батальон алыҫтағы ҡалҡыулыҡ түбәһендә ине. Йәмғеһе... алты кеше. Биш йөҙҙән - алтау! Яман гөрһөлдәүгә тертләшеп, арттарына ҡаранылар.
- Йәнегеҙ йәннәттә булһын, яугирҙарым! - Кәпәсен йомарлап тотҡан комбаттың сәнскеле сикәләре буйлап ике бөртөк тамсы тәгәрәне. - Ҡаһармандар, Тыуған ил һеҙҙе онотмаҫ!
Биш кешелек, әммә намыҫын һаҡлап ҡалған "батальон", уға эйәреп, батырҙарға баш эйҙе.

* * *

Мәскәү янында контрһөжүм башланып, бер нисә көн уҙыуға беҙҙең частар старшина Нөғәмәновтың беренсе һәм аҙаҡҡы алышын ҡабул иткән ергә килеп сыҡты. Ҡаһарман өс башҡорттоң һуңғы яу урынындағы күренеш йән өшөткөс ине: бөтөнөһө көл-күмергә әйләнгән. Был урында кәмендә генә бер батальон немец һалдаттары ҡырып һалынған. Күберәк булмаһа. Уларына һаман көйрәп ултырған бер-нисә танк менән бронетранспортёрҙарҙы ла ҡушһаң. Эйе, өс башҡорт егете һүҙендә тора алған, ғүмерҙәрен осһоҙға ғына һатмағандар: башҡа - баш, батальонға - батальон. Аҙыҡ-түлек тейәлгән машиналар, алыш урынынан алыҫыраҡ торғанғамы, ниндәйҙер мөғжизә менән артыҡ зыян күрмәгән. Ҡиммәтле ризыҡ тулыһынса тиерлек һаҡланып ҡалған. Шулай ҙа старшинаның һәм уның һалдаттарының батырҙарса һәләк булғанын бер кем дә күрмәне. Мәйеттәре түгел, хатта кейем осмоттары ла ҡалмаған. Ниндәй кейем, утлы ғәрәсәт эсендә тимер үҙе ирегәнде. Ошоларҙан сығып, тимәк, улар хәбәрһеҙ юғалған һанала. Эй-й, ғәҙелһеҙлек!

* * *

Дошманды Мәскәү аҫтынан баҫтыра башлаған көндәрҙең береһендә хәрби штабтарҙың ҡайһыһынандыр Башҡортостан тарафтарына ҡарап өсмөйөшлө хат осто. Ул ҡағыҙ остоғонда: "Фәүзиә Шәһишәриф ҡыҙы! Һеҙҙең ирегеҙ, старшина Нөғәмәнов Хәйривара Нөғәмән улы Тула ҡалаһы өсөн барған ауыр һәм оҙайлы бәрелештәрҙә хәбәрһеҙ юғалды", - тиелгән ине. Фәүзиә ышанманы. Уның Хәйривараһымы һуң тоҡтомалға ғәйеп була торған кеше. Үҙ илендә ир юғалмай. Утын да үтер, һыуын да кисер, ыжғыр һыуығы менән эҫеһен үткәрер, барыһына сыҙар һәм бер көн, бына ҡарап тороғоҙ, ҡайтып төшөр. Юғалды тигәндәре төптө буш хәбәр, ялған!
Ошо ялҡынлы өмөт ҡатыш татлы хыял уны ғүмер ахырынаса оҙата килер. Ләкин ул бары өмөт һәм хыял булып ҡына ҡаласаҡ. Хәйривараға ҡағылышлы башҡаса хәбәр-хәтер булманы.
...Ҡоштар тыуған төйәктәренә килеп ятҡан яҙғы иртәләрҙең береһендә Фәүзиәләрҙең өйө тәңгәлендә яңғыҙ торна әйләнергә тотондо. Үҙе өҙлөкһөҙ сыңрай ҙа сыңрай. Тауышы шул ҡәҙәре ҡыҙғаныс, йәнде өтөп бара, рухты һындыра. Биҙрәләрен ҡулына тотоп һыуға сыҡҡан ҡатын ихата уртаһында ҡатты ла ҡалды. Ерен ҡурсып яуҙа шәһит киткән һалдаттарҙың сыңрау торна сүрәтенә кереүе хаҡында ишеткәне бар, әллә шул дөрөҫмө икән? Бәлки, Хәйривараһы шулай аһ-зарын еткерергә килгәндер. Юҡ, булмаҫ, уның йән киҫәге зарлана белмәне. Ә торна әйләнде лә, әйләнде. Ул гүйә: "Һаумыһығыҙ, Кешеләр! Һаумы, Фәүзиәм! Ҡарағыҙ, күрегеҙ, мин бына, хәбәрһеҙ юғалманым. Мин үҙ һүҙемде лайыҡлы рәүештә әйтеп киттем. Ул һүҙем ҡыҫҡа ғына, берәү генә, әммә берәгәйле булды. Беҙ яҡты киләсәк хаҡына бер бөртөк ғүмеребеҙҙе йәлләмәнек. Беҙгә тәтемәгән бәхетте һеҙгә кисерергә яҙһын ғәзиз балаларым, ҡаһарман ауылдаштарым, бөйөк халҡым. Бәхил булығыҙ!" - ти ине. Ҡапыл-ҡара йөрәкһеп киткән Фәүзиә, күҙ йәштәре аша йылмайып, уға ҡул болғаны.

(Аҙағы. Башы 27-28-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.08.21 | Ҡаралған: 609

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru