«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕМӘС МУЗЕЙЫ ЯҢЫРЫУ АЛДЫНДА
+  - 

Тиҙҙән Баймаҡ районында Темәс тарихи-крайҙы өйрәнеү музейын комплекслы реставрациялау һәм үҙгәртеп ҡороу эштәре башланасаҡ. Бының өсөн дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза рөхсәте, проект-смета документтары һәм инженер-тикшеренеү экспертизалары алынды.

Был хаҡта республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенән хәбәр иттеләр. Темәс музейы тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекты булып иҫәпләнә. Был тарихи бинаны реставрациялау һәм үҙгәртеп ҡороу проекты "Архтамға" эксперт-проект бюроһы тарафынан эшләнгән. Бюро етәксеһе, архитектор Рөстәм Әлибаев һөйләүенсә, бинаны комплекслы үҙгәртеп ҡороу, төҙөлөш, янғын һағы һәм санитар талаптарға ярашлы хәлгә килтереүҙе күҙҙә тота. "Бина волость идаралығының административ үҙәге булараҡ 1896-1897 йылдарҙа төҙөлгән. Тәүге ҡаты Әмин карьерынан алынған төрлө рәүештәге таш киҫәктәренән, ә икенсе ҡат урындағы кирбес заводы сығарған ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән. Әле бина бик насар хәлдә. Ул янғын һағы, санитар һәм башҡа талаптарға тап килмәй. Эвакуация планы юҡ", - тип һөйләй Р.Әлибаев.
Белгестәр элекке фотоһүрәттәрҙе һәм башҡа тарихи материалдарҙы өйрәнеп, бында техник тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң, конструкцияны һәм иҙән-түшәм япмаларын алыштырып ҡорорға ҡарар итте. "Тәүге ҡат, әйтеүебеҙсә, таш киҫәктәренән тигеҙ итеп һалынған, ләкин был тыштан ҡарағанда ғына, ә эстән таштар нисек етте, шулай тултырылған, шуға күрә лә стена ныҡлығы менән айырылып тормай, сатнаған урындары байтаҡ. Берәй көн уның емерелеү ихтималлығы ла бар", - ти яңыртыу проекты авторы.
Анализ мәғлүмәттәре лә был бинаны файҙаланыу осоронда бик күп үҙгәрештәргә дусар булыуы хаҡында һөйләй. Әйткәндәй, ул оҙаҡ йылдар файҙаланылмай ҙа торған. Бер осор уны спортзал итеп тә файҙаланғандар. Шул осорҙарҙа яһалған ремонт эштәре арҡаһында бина тәү торош күренешен юғалтҡан, эстәге тарихи конструкциялар һаҡланмаған. Бинаның авария хәлендә булыуын иҫәпкә алып, белгестәр тышҡы стенанан башҡа бөтөн конструкцияларҙы ла үҙгәртеп ҡорорға булды. "Тарихи фотоларҙан күренеүенсә, тәүге ҡат һыланған һәм аҡ төҫкә буялған, - ти проект конструкторы Илфат Аҡтуғанов. - Беҙ бинаға тәүге тарихи күренешен ҡайтарасаҡбыҙ. Ишек уйымдарын киңәйтәбеҙ. Нормаға ярашлы булмаған ағас баҫҡыс урынына янғын һағы талаптары буйынса эвакуациялау баҫҡысы ҡаралған. Хәрәкәт мөмкинлеге сикләнгән граждандарға икенсе ҡатҡа күтәрелеү сараһы булмағанлыҡтан (бында лифт ҡуйыу мөмкин түгел - был ҡиммәт һәм бина бәләкәй), улар беренсе ҡатта хеҙмәтләндереләсәк, ә икенсе ҡаттағы экспозицияны проектор аша ҡарай аласаҡтар".
Проект авторы бинаның тышҡы күренешендәге ағастан декор элементтарын, тарихи балкон һәм башняларҙы тәү хәленә килтерергә уйлай. Икенсе ҡаттың кирбес стенаһы нығытыласаҡ. Әхмәтзәки Вәлидигә бюст бер аҙ һулғараҡ күсереләсәк, сөнки янғын һағы положениеһы буйынса машинаға юл кәрәк. Капиталь ремонттан тыш, тейешле коммуникациялар: һыу үткәргес һәм канализация эшләү ҡарала, газ менән йылытыу ҡорамалы яңыртыласаҡ. Видеокүҙәтеү, сигнализация, тышҡы яҡтан яҡтыртыу эштәре башҡарыла. Бина янындағы биләмәлә күмәк саралар өсөн терраса, тирмә ҡороу өсөн махсус урын әҙерләнә. "Экспертиза тарафынан раҫланған смета документацияһы буйынса бөтөн был эштәр 50 млн һум тәшкил итәсәк. Подрядсы билдәләнеү менән реставрация эштәре башланасаҡ. Ҡайтанан тергеҙелгәндән һуң бина конструкцияһы кәм тигәндә 100 йыл торасаҡ әле", - ти Рөстәм Әлибаев.
Белешмә. Темәс тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекты булып тора. 1919 йылдың 21 февралендә бында I Бөтөн Башҡорт хәрби съезы булып, унда Башҡорт Совет Республикаһы ойошторорға ҡарар ителә һәм уның Хөкүмәте вәкәләтен алыусы Ваҡытлыса революцион комитет (Башревком) һайлана. "Башҡортостан Совет Автономияһы тураһында Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте килешеүе"н әҙерләү, ә аҙаҡ, уға ҡул ҡуйылғас, был документтың ғәмәлгә ашырылыуы менән тап Башревком шөғөлләнә лә инде. Музей фондында 3 меңдән ашыу документ иҫәпләнә, уның күпселек өлөшөн Темәс ауылы тарихы, тәүге Башҡорт Хөкүмәте һәм автономия иғлан итеү буйынса тарихи документтар һәм фотоматериалдар тәшкил итә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.08.21 | Ҡаралған: 296

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru