«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЖАДТА ҮҘ ЮЛЫН ЭҘЛӘҮСЕЛӘР
+  - 

"Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы "Ҡош юлы" йәштәр хәрәкәте менән бергә "Ҡош юлы. Балалар" дүртенсе телевизион конкурстың финалын үткәрҙе.

Бөтә республиканан 10 бала проекттың финалына йыйылды. Беренсе көндө "Йәйғор" шифаханаһында улар үҙҙәренең сығыштарын әҙерләне. Тимер Йосопов, Альбина Шәмсетдинова, Ришат Сөләймәнов, Ренат Абдулов һәм Илмира Имамова үҫмерҙәр менән йыл башынан эшләне. Уларҙың йәнле аралашыуын телетамашасы аҙна һайын Башҡортостан юлдаш һәм "Тамыр" каналдарында ҡараны. Билдәле музыкант, "Башкавер" төркөмө етәксеһе Илгиз Муллағаләмовтың оҫталыҡ дәресе, телепроект өсөн интервью, репетициялар, киске ултырыуҙар - быларҙың барыһын да ойоштороусылар балалар өсөн әҙерләне. Финал концерт С. Аксаков исемендәге баҡсала үтте. Унда ҙур ижадҡа тәүге аҙымын яһаған балаларҙың йыры яңғыраны. Күбеһе үҙе сығарған йырҙы башҡарҙы. Уларҙы "Ҡош юлы" йәштәр фестивале лауреаттары, билдәле автор башҡарыусылар Тимур Ямалов, Миңзәлә Яхина, Артур Кәбиров, Рөстәм Миһранов, шағирә Наҙгөл Ғәлиева, "Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина баһаланы. Гөлназ Ҡолһарина билдәләүенсә, "Ҡош юлы. Балалар" гитара һәм йыр тураһында ғына түгел. Ул был тормошта үҙеңде, һүҙеңде, юлыңды табыу тураһында ижади реалити-шоу.
Финалға сығыусы Әбйәлил районынан Фидан Абдуллин, Күгәрсен районынан Илүзә Ҡыҙрасова һәм Алһыу Ғәббәсова, Дыуан районынан Зарина Әхмәтғәлина, Өфөнән Арыҫлан Мостафин, Белорет районынан Гөлдәриә Ғималетдинова диплом һәм "Музыкаль арсенал" магазинынан сертификат, махсус номинацияларҙа приздар менән бүләкләнде. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров "Тамыр" телеканалы режиссеры Ләйсән Мәзитоваға Рәхмәт хаты, Мәләүез ҡалаһынан өсөнсө урын яулаған Айбулат Әхмәтшинға исемле сәғәт тапшырҙы. Ейәнсура районынан икенсе урынға сыҡҡан Рәлиф Бикташев "Самрау" нәшриәте призына лайыҡ булды. Беренсе урынды һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы призын Әбйәлилдән Динислам Ишмырҙин алды. Конкурстың Гран-приһын һәм төп призын Әбйәлилдән Нәркәс Баймырҙина яуланы. Уны меценат музыкант Рөстәм Миһранов тапшырҙы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.08.21 | Ҡаралған: 234

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru