«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨЙӨРГӘҘЕЛӘ - БЕР ҒҮМЕР
+  - 


Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылындағы Мәҙәниәт йортонда үткән күптән көтөлгән йыйын "Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер" тип аталды. Сценарийын әҙерләүсе Тамара Рәшит ҡыҙы Малбаева ниндәй өмөттәр бағланы икән был сараға? Уның өмөттәре - гүйә, йөрәгенән атылған хыял-уҡтары - бик мөһим сәптәргә төбәлгән булғанға оҡшай ҙа инде.

Беренсенән, Көйөргәҙе яҡтарында ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһен тағы ла күрһен, таныһын, хәл белешһен, тигән ниәт йыйҙы уларҙы. Икенсенән, башҡорт ауылдарында киң йәйелгән ағинәйҙәр хәрәкәте үҙенең эшмәкәрлеген халыҡҡа яҡынайтһын. Кешенән айырымланып, "аҡ ҡарға" булып йәшәмәҫ өсөн йылы һәм кешелекле хис-тойғолар уятырлыҡ ошондай осрашыуҙар һәм тәрбиә кисәләре бик тә кәрәк. Шуға күрә лә Тамара Рәшит ҡыҙы ойошторған ағинәйҙәр үҙҙәре күптән белгән, әммә онотола барған халыҡ йолаларын Ермолаево мәҙәниәт йортонда күрһәтмәк булды.
Ана, төрлө ауылдарҙан йәше-ҡарты байрамға ағылып килә. Араһында ир-аттар ҙа байтаҡ. Билдәле "Йәнтөйәк" халыҡ фольклоры ансамбле мәҙәниәт һарайы фойеһында йыр-бейеү менән ҡунаҡтарҙы ҡаршылай. Шул мәлдә Тамара ханымдың тағы ла бер хыял уғы сәпкә тейә: "Бынан былай Көйөргәҙе яғында ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ә ир-азаматтар ҙа байрам башында әйҙәләп йөрөр, шау бисәләргә генә һалыныу етте!" Оҙаҡ йылдар мәғариф эшендә, мәҙәниәт өлкәһендә, һуңғы ун йыллап ағинәйҙәрҙе етәкләгән хеҙмәт ветераны Тамара Рәшит ҡыҙы бөгөн иң тәүҙә шул яҡты ҡайғырта: "Тормош арбаһын тартыу ике тәртәле булһын, һәр кемдең донъяһы - дүрт тәгәрмәсле һәм юл башлап барыусыһы алтын башлы, илһөйәр рухлы, бөркөт йөрәкле батыр ир-егет булһын", - ти ул.
Барыһы ла ҡәҙимгесә башланды: күргәҙмә гөрләй, баһалама ағзалары эшләй, бүләктәр ҙә әҙер. Тамара ханым яҡташтарын барлай, күңеленән һәр кемеһенә өндәшә: "Минең ҡәҙерлеләрем, килеүегеҙгә рәхмәт, сәләмәт яҡты йөҙөгөҙ - үҙе байрам көҙгөһө. Ни саҡлы ҡырҡа үҙгәрештәр заманында ла беҙ, нисек тә булһа аңыбыҙҙы юймайынса, бөйөк Уралыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың аҫаба ерҙәрен, бай ижадыбыҙҙы, рухыбыҙҙы, телебеҙҙе һаҡлап алып ҡалырға тейешбеҙ. Был тәңгәлдә башҡараһы эштәребеҙ бик күп. Халҡыбыҙ юҡҡа ғына "Киләсәккә юл һалғанда боронғоларҙы боролоп ҡарау яҡшы", тимәгән. Бөгөнгө сара ошо эштәрҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Беҙ бөгөн халҡыбыҙҙың йолалар атҡарыу ҡорона йыйылдыҡ..." Мәҙәниәт йортона Көйөргәҙе районы етәкселәре бер төркөм булып килеп инә. Ошо урында Тамара Рәшит ҡыҙының йөрәгендәге йәнә бер хыял уты атыла: "Бына бит, саҡырылған ҡунағың килһә, ниндәй бәхет! Бигерәк тә ул урындағы халыҡ өсөн мөһим эштәрҙе хәл итә торған аҡыллы һәм хәстәрле етәксе кеше булһа! "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары төбәк хужалары менән бергә атларға, иш янына ҡуш булып эшләргә тейеш. Тик күңел биреп йәйелеп китеп кисә үткәреү, уға кешеләрҙе саҡырыу бөгөн кемгәлер ҙур мәшәҡәт һымаҡ тойола. Ошо йомошто ҡырҡ юллатып, бюрократ "белгестәр" яһил ҡапҡандарын ҡора, йөҙ һыуын түктереп ыҙалата... Ағинәйҙәр иһә кемдеңдер әйҙәүенә, ярҙамына ла ҡарамай, етәкселәр ҡулы етмәгән сараларҙы үткәреүгә ихлас тотона..."
Башҡа ҡунаҡтар менән бергә Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Ильясов, район советы рәйесе Фәнит Насип улы Моратбаҡыевтар тамаша залына инеп ултырышыу менән һәммәһе ҡыҙыҡһынып сәхнәгә төбәлә. Изге эштәр борондан изге Ҡөрьән өнөнән фатиха ала. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөхтәсибе, хажи Азат хәҙрәт аһәңле итеп аят уҡый. Һәр кем йөрәгенә ошо мәлдең яҡты өмөтлө нуры тула: "Тыуған еребеҙҙә мәңге яңғыраһын ине ошо тыныслыҡ һәм именлек доғалары".
..."Йола, тигән һүҙ алға сыҡһа ла, "Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер" тип исемләнгән кисәнең маҡсаты халҡыбыҙҙың үткән тормошона байҡау яһау, уны йәшәткән, йылытҡан, дәрт биргән йыр-моңдарыбыҙҙы барлау һәм милли мираҫыбыҙға оло һөйөү тәрбиәләү..." - алып барыусы ошо һүҙҙәрҙе уҡыу менән сәхнәлә Таймаҫ ауылы ағинәйҙәре ауаз һала: "Хәйерле сәғәттә!" Һәм улар шаяра-көлә "Тиҙәк һуғыу" йолаһын күрһәтә башлай (баш ағинәй Рәйлә Мәһәҙиева). "Колхоз быйыл да тиҙәк таратты, трудденгә ферманан унар арба тиҙәк ташып алдыҡ. Дүрт мискә һыу ташыныҡ. Ике баҫым булды! Тиҙәк май кеүек матур булды. Ҡыҙҙар, ҡалыптарығыҙҙы тотоп килегеҙ, йәһәтләп һуғып ташлайыҡ. Һәнәгеңде алып кил, бик йәпле бит. Ҡалыбың нисәү әле, әхирәт? Минеке һигеҙле, һинеке унлы! Унлы бигерәк ҙур бит. Уны нисек тултырмаҡ кәрәк! Тапап-тапап тултырам, тиҙәк кенә етһен. Иртән тиҙәкте әйләндерҙем, өҫтө ныҡ кипкән. Әтеү бүкәнгә ултыртырбыҙ, саҡырырһың. Беҙ кисә ҡырҡ бүкән ултырттыҡ. Оһо-һо, ул хәтлемде ҡыш буйы яғаһың инде рәхәтләнеп!"
Тамашасылар ҙа, Тамара ханым да, йоланың уртаһында йөрөгәндәй, уға күңеленән ҡушылып ултыра. Йор телле өмәселәрҙең таҡмағына ҡушылып йырлап та алдылар, "бүҙәнә тотам" тип ҡыуышып бейеүҙәренә шаулатып ҡул саптылар. ...Бына Зәк-Ишмәт ауыл биләмәһе ағинәйҙәре күренде (баш ағинәй Люциә Ишмөхәмәтова). Йүкә йыуғыстар, ҡырғыс бысаҡ, еңдәр һыҙғаныулы... Ә-ә, белдек, былар бит "Өй йыуыу"сылар. Ысынлап та, яҙғы йолалар тап ошо эштән башланғандыр. Бер нисә ҡатын, гүйә, ҡотҡарыусы фәрештәләрме ни, өй эсенә килеп тула. Йәһәтләп, шәп-шәп итеп эш башлай... Ҡыш буйы йонсоған урын-ҡаралты ҡайнар ҡояш нурына сығарып эленә, ҡышҡы тынсыу өй эсе буш һәм иркен булып ҡала... Тәүҙә түбә таҡталары сафлана, шунан ҡайнар һыу менән бешекләй-бешекләй бүрәнә диуарҙар йыуыла, тәҙрәләр һәм яңаҡтары балҡып көлөп ебәрә, ишектәр ялт итеп тора, шунан һикеләр, өҫтәл-ширлектәр - бөтәһенең һап-һары таҡтаһы йәмләнеп-йәнләнеп китә, ә иҙәнде ҡырып-ҡырып селек һепертке менән һепереү, шунан ике-өс мәртәбә йүкә йыуғыс менән ышҡып йыуыу - үҙе бер кинәнес! Өй эсе еңел һулап, уф та уф тип сабынып-ҡойоноп мунса кергән кешенән кәм түгел... рәхәтләнә! Зәк-Ишмәт "өмәселәре" йыр-таҡмаҡ менән халыҡты көлдөрә-көлдөрә, был боронғо йоланың да мәңгелек икәнен раҫлап ҡуйҙы.
...Күмертауҙан Мораптал яғына китеп барғанда кинәт һул яҡҡа шаҡарылған юл бар. Ул Свобода тигән төбәккә алып бара. Элекке хуторҙа тирә-яҡ башҡорт ауылдары ғаиләләре күсенеп, бер ауыл булып йыйылып йәшәй, сөнки ҡасандыр урта мәктәп, колхоз идараһы, ауыл советы ошонда - урыҫ хуторына күсерелгән була. Свобода ағинәйҙәре бер ғүмерлек тамаша итеп "Балаҫ һуғыу" йолаһын күрһәтте (баш ағинәй Зәйтүнә Рахманғолова). Рус этнографы Рычков үҙенең китабында "Көньяҡ Уралдағы башҡорт ауылдарында һәр бер йортта балаҫ һуғыу урыны бар", тип яҙа. Башҡорт ҡатындары хатта йәйләүгә сыҡҡанда ла балаҫ, шәл һуға торған урындарын ике тәртә араһына бәйләп булһа ла яраҡлаштырып эшләй торған булған. Төбәккә буй балаҫ менән сепрәк балаҫ һуғыу хас. Буйлыны һуғыр өсөн дөйә, һарыҡ йөнөнән йә кәзә ҡылынан, иләп-сиратып-буяп еп әҙерләгәндәр, буйлығына киндер еп оҙатып һуҡҡандар. Сепрәк балаҫ өсөн иҫке кизе-мамыҡ туҡыма кейемде йыртып, шуны ҡаты итеп сиратып алғандар, ә буйлыҡҡа унлы епте ҡатлап үткәреп йә ат ҡойроғонан иләнгән ҡыл епте оҙатып, тығыҙ итеп һуҡтырғандар. Әйтергә кәрәк, балаҫ һуғыу егерменсе быуат уртаһынан айырым оҫталар ҡулына ҡала, сөнки күмәк хужалыҡта, колхозда эшкә йөрөгән ҡатын-ҡыҙға үҙ өйөндә айырым эш урынын тотоу, уның артында иркенләп ултырыу тәтемәй. Айырыуса ҡулы оҫтарған, елкәһе ҡалын, беләге көслө ҡатындар ғына балаҫсы булып ҡала.
...Тормош нисек кенә үҙгәрмәһен, ҡатын-ҡыҙ хыялдан айырылмай бит ул. Ә тәбиғәт - уларға иң яҡын серҙәш, хатта йәненә шифа һәм тәненә дауа. Көйөргәҙе яғында Ленинский тигән ауыл советы биләмәһендә Мәмбәтҡол тигән ауыл бар икән. Унда йәшәгән ағинәйҙәр "Яңы тыуған айҙы ҡаршылау" йолаһын иҫкә төшөргәс, Тамара ханымдың шатлыҡтан күҙ йәштәре бәреп сыҡты: "Ошондай ҙа самими, ихлас һәм көслө рухлы йолаларыбыҙ йәшәгәндә, беҙҙең күңелебеҙ бер ҡасан да ҡатмаҫ, йырыбыҙ моңло, йөрәгебеҙ шат булыр", - тип юраны ул эстән генә. Бөтә тамашасылар тын да алмай, сәхнәгә йомолдо. Һәр кем емелдәп торған өр-яңы ураҡ айҙы күҙ алдына килтерҙе. Ә Мәмбәтҡол ағинәйҙәре халыҡ хәтерендәге "яҙма"ны бәйән итә башланы (баш ағинәй Мәрзиә Әхтәмова, ойоштороусы Гөлнара Әлибаева). Уларға ҡолаҡ һалайыҡ әле: "Яңы ай башланғанда һәм айҙың тулған мәлендә кешенең сәләмәтлегенә йоғонтоһо айырыуса көслө була. Яңы ай тыуғанда боронғоларҙың: "Ай күрҙем аман менән, ауыҙым тулды иман менән",- тип әйтеүе юҡҡа түгел. Ай тыуғанда уның ут стихияһы көсәйә, тәүге сирегендә Ай бөтә энергияһын Ергә бирә. Шуға күрә эште ай башында башлағыҙ. Балаларҙы өйләндергәндә ай башын көтөгөҙ. Ай календарын да белергә кәрәк: Айҙың беренсе көнөнөң символы - "яҡтылыҡ". Хыялдың тормошҡа ашыуын хәл итеүсе көн. Насарлыҡ тураһында уйлау бәхетһеҙлек килтерергә мөмкин. Иң ҡулайлыһы: үткәндәрҙе иҫкә ал, тарихыңа күҙ һал, шәжәрәңде байҡа. Йәшәлгән ғүмереңде күҙ алдыңа килтер, үҙеңде һәм башҡаларҙы ғәфү ит. Шулай итһәң, таҙарынаһың! Айҙың икенсе көнөнөң символы - "хайуан ауыҙы"! Тын ғына ултырып, төрлө ризыҡтарҙы һайлағыҙ. Ҡайһы күңелеңә ята, шуны ашау яҡшы. Кешегә йомарт һәм яҡшы мөғәмәлә итһәң, үҙеңә оло сауап булыр. 3-сө көндөң символы "юлбарыҫ" икән. Күктә яңы айҙың урағы күренә башлай. Һәммә халыҡ уға иғтибар итә. Был ваҡытта ҡайһы бер кеше шикләнеүсән, ғауғасылға әүерелә. Үҙеңде һаҡлау өсөн намаҙ уҡы..." Ай тыуғанда бала-сағаға, мал-тыуарға ҡарата айырыуса иғтибарлы булырға кәрәклеген дә иҫкәртә йола. Бына шуларҙы ишеткәс, "белмәнем, ишетмәнем", тип ултыра алмайһың, уйланаһың да йоланы тотаһың инде...
...Тамара Рәшит ҡыҙының "Йолоҡ туйы" хаҡында ишеткәне юҡ ине. Бахмут ауыл ағинәйҙәре был турала иғлан иткәс, "йолоҡ" тигән һүҙҙең мәғәнәһен уйларға кереште. "Йолоу", "арындырыу", "ҡотолдороу" тигән синонимдары бар. Нимәнән йолорға була? Әлбиттә, ауырыу-сырхауҙан, ҡурҡыу-шикләнеүҙән, бәлә-ҡазанан. Нисек ҡотолдороп була? Әлбиттә, доға менән, шифалы үлән, саф мөхәббәт һәм хөрмәт хисе менән, моңло йыр-көй һәм ихлас шатлыҡ-бәхет тойғоһо менән! Бахмуттар күрһәткән тамашала һүҙ тап ошо юҫыҡта бара (баш ағинәй Ләлә Батыршина). Әҙәм балаһын иң яман бәләнән - бөгөнгө ҡороғор сирҙән йолоу өсөн нишләргә икән, тигән уй тынғы бирмәй башланы. Бының өсөн ил менән бергә йыйылыу, уртаға һалып һөйләшеү, ил башына килгән бәләгә бергә ҡаршы тороу кәрәк бит. Боронғо "Йолоҡ туйы" йолаһы менән ағинәйҙәр ошо оло аҙымға ишаралай, тупик хәлдән сығыу юлы бар икәнен дә күрһәтә түгелме?
...Көйөргәҙе районында башланған Керәүле йылғаһы Күгәрсен яғына сығып, Хоҙайбирҙин ауылы тапҡырында Ағиҙелгә ҡоя. Ошо һыуҙың исеме нимә аңлата? Керәүле - йылғаның борғоланып, уйым-уйым тау араһына кереп китеп, керәкәле-һаҙматлы ерҙәрҙән яңы шишмәләр ҡушып алыуы. Керәүле-Илюшкин ауыл биләмәһе ағинәйҙәре "ғүмер буйы" онотмаҫлыҡ итеп һөйләрлек "Ыуыҙ ҡоймағын тәмләтеү" йолаһын алып килгәйне (баш ағинәй Эльза Васильева). Шул "тәмле" тамашаға, ағинәйҙәрҙең ярышып әйткән һүҙҙәренә тағы ла ҡолаҡ һалайыҡ әле: "Ыуыҙ - һөтимәрҙәрҙең бала тапҡандан һуң әсә имсәгенә төшкән тәүге һөтө. Ыуыҙҙағы витамин, аминокислота, тоҙ, аҡһым ябай һөткә ҡарағанда ун мәртәбә күберәк! Уның бактерияларға ҡаршы көсө бар. Ыуыҙҙы йәш быҙауҙың ашҡаҙаны еңел эшкәртә, әммә артыҡ күп имһә, быҙауҙың ауырыуы ихтимал. Тәбиғәт был яғын да көйләгән - ыуыҙ һөтө аҙ-аҙлап, хатта тамсылап ҡына бүленә. Быҙаулағандан һуң хужабикәләр һыйырҙың ыуыҙын яйлап эйҙереп биҙрәгә һауып ала. Ыуыҙ тәүге өс көндә генә була, артабан һыйырҙың һөтө ҡәҙимге һөткә әйләнә. Ыуыҙ һөтө оҙаҡ һаҡлана, һалҡын һәм ҡараңғы урында ун биш көн торһа ла, шифалы үҙенсәлектәрен юғалтмай. Шуға күрә уны сирле йә йонсоу кешеләргә эсерәләр, бутҡаға, ашҡа ҡушалар, сыр йә эремсек яһайҙар һәм дарыу итеп ашайҙар. Ыуыҙҙа бигерәк тә йәш балаларға, ҡарт кешеләргә кәрәкле матдәләр бар. Һөйәкте, тештәрҙе нығытыу өсөн ыуыҙ һөтө тәҡдим ителә. Ырымы ла бар: "Кем дә кем ыуыҙҙы һанға һуҡмай, уның һаулығы юғала, ыуыҙ һөтөн түгергә йә эткә бирергә ярамай, малдың ҡото китә".
Ыуыҙҙан төрлө ризыҡтар әҙерләнә. Иң киң таралғаны - ыуыҙ ҡоймағы. Һөҙөлгән ыуыҙға йылы һыу өҫтәлә, йомортҡа, он, шәкәр, тоҙ ҡушыла. Барыһы шулай самалап һалына һәм, йылы урында үҙләнеп-ҡабарып сыҡҡас, ҡоймаҡ ҡойоу башлана. Ҡалын суйын табаны еңелсә майлап, ҡоймаҡтың ике яғын да әйләндереп бешерәләр. Элек ут янған оло мейес эсендә ҡоймаҡты әйләндермәй генә бешерә инек, ти өлкәндәр. Ыуыҙға бойҙай, арыш, ҡарабойҙай оно ҡушып бешерәләр. Иң мөһиме, ут талғын һәм тигеҙ булһын, ыуыҙ ҡоймағын көйҙөрөү һис ярамай. Ырымы яман, "һыйырҙың батаһы көйә", тиҙәр. Йәғни һыйыр риза булмай. Мал бәрәкәте китә. Ҡоймаҡ майлап табынға ҡуйыла, уны һәр кем ауыҙ итә. Ыуыҙҙан эремсек, бәлеш, хатта торт бешерелә, ә бутҡаға ҡушылған ыуыҙ айырыуса шифалы ризыҡ һанала. Юҡҡамы ни, ыуыҙҙы юллап-эҙләп йөрөүселәр була. Һәр кем был аштан ҡоро ҡалмаҫҡа тырыша. Ырымы бар: "Кем мохтаж, ыуыҙ ҡоймағы уға барып етергә тейеш. Йәш балалы ҡатындарға, оло йәштәге кешеләргә исемләп бешереп, ыуыҙ ҡоймағын күстәнәс итеп ебәрәләр..." Бына, шул хәтле ырымлаптырып аңлатҡандан һуң, ул ыуыҙ ҡоймағын эҙләп сығып китмәй, нисек түҙәһең?
...Артабан тамашасыларҙың ҡыҙыҡһыныуын тағы ла арттырып, күңелле көй ишетелде. Илкәнәй ауыл биләмәһе ағинәйҙәре "Килен һөйөү" йолаһын әҙерләгән, улар йәш килендең йөрәгенә үтерлек алғыш-теләктәр әйтте (ойоштороусылар Зөлфиә Араптанова менән Гүзәл Мөхәмәтшина). Шуныһы фәһемле, был һүҙҙәр бөгөн ишетһәң дә һәр кемгә ҡағылышлы, бер ҡасан да иҫкерә торған түгел. Бына шунда бит ул йоланың ҡеүәте: "Ырыу-ырыу балаларың ауыл-ауыл ултырһын, көтөү-көтөү мал-тыуарың урамдарҙы тултырһын..." "Килен һөйөү" - бик боронғо дәүерҙән килгән оло йола. Ҡыҙ кейәү йортона күскәс тә, туй ваҡытында уҡ башҡарыла. Йәш киленгә хөрмәт һәм ышаныс билдәһе, уны туғандарына, ауылдаштарына, ил инәләренә күрһәтеү был күренештең асылы. Теләктәрен теләй-теләй һәр кем киленгә үҙ бүләген - биҙәүестәр, яулыҡ-таҫтамалдар, көнкүрештә кәрәк-яраҡ нәмәләр бүләк итә. Киленсәккә һаулыҡ теләү - иң кәрәге, әммә уны был нигеҙҙә ниҙәр көткәнен, бындағы тәртиптәргә нисек яйлашып китергә кәрәклеген дә әйтергә, ҡолағына төшөрөргә тейеш ҡунаҡтар. Тормошто күргән оло инәйҙәр ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, аҡыл менән йәшәргә өндәй. Әле гөрләтеп йәшәп ятҡан урта быуын киленде үткер, ҡыйыу, уяу-аң булырға саҡыра. "Һәр ялтыраған алтын түгел, һәр йылмайған атаң түгел", тип киленде үҙ дәрәжәһен белергә, бөтә кешегә лә ярарға тырышмаҫҡа өндәү ҙә бар. Илкәнәйҙәрҙең был сығышынан күптәр үҙҙәренә фәһем йыйып ултырғандыр. Кемдер үҙенең йәшлеген иҫкә төшөрһә, икенсе берәү ошо теләк-кәңәштәрҙе тотмауы өсөн үкенес тә кисергәндер.
...Киләһе йола иғлан ителгәс, барыһы ла һиҫкәнде. Шабағыш ауыл биләмәһе ағинәйҙәре "Ҡыҙ бирнәһе йыйыу" тамашаһын тәҡдим итте (баш ағинәй Фәйрүзә Күсәрбаева). Был күренеш шулай уҡ боронғо һәм мәңге лә бөтәсәк түгел. Йәш кешенең донъя көтөргә әҙерләнеүе - иң матур күренеш. "Оло йортҡа ни кәрәк, кесе йортҡа ла шул кәрәк", ти мәҡәл. Ҡыҙының тормошонда файҙаһы тейер әйберҙәрҙе күңеле менән һиҙеп йыя, бирнә һандығын йә сумаҙан тултыра әсәй кеше. Оло йәштәге апай үҙ хәтирәһен теҙә: "Инәйем һандыҡ һатып алды. Бәләкәй генә һандыҡ эсенә тәҙрә селтәре, шаршау һалған, юрған, түшәк, мендәр һалды, аҙаҡ биҙрә, сүмес, таҫтамал да бирҙе. Инәйем шулай ризалатты. Ул һандыҡты мин оҙаҡ тотондом. Инәйем матур тәрбиә бирҙе, эшкә өйрәтте. Иң ҙур бирнә ана шул тәрбиәһе булды..." Икенсеһе ҡушыла: "Ир балаға ла бирнә тейеш. Өй бураттым. Ат, һыйыр, сана, арба - барыһын да йүнәтеп бирҙек улдарыбыҙға. Бирнәһеҙ булмай был тормошта". ...Ошондай донъя һабағы менән тулы кисәләр кемгә оҡшамаһын инде! Тамара ханым ипләп кенә залдағы халыҡҡа күҙ һала. Йотлоғоп ҡарап ултырған ағинәйҙәргә ҡарап ҡыуана, етәкселәргә һәм хәбәрселәргә лә бик оҡшауын күреп ғорурлана, ләкин арала туған телде төшөнмәй, сәхнәләге тамашаны аңламай йонсоп, телефонға текләгән йәштәрҙе күреп эсе боша. Барыбер ултырһындар, барыбер бер аңларҙар, тип өмөтләнә...
... Юшатыр буйында ятҡан боронғо Аҡһары ауылы ағинәйҙәре "Кейеҙ баҫыу" йолаһын күрһәтмәк булды (баш ағинәй Гөлсөм Сәлихова, ойоштороусы Ғәлиә Мифтахова). Улар һамаҡлап йырлай-йырлай, йөн һалыу, таяҡҡа урау, миндек аша эҫе һыу һибеү һәм тәгәрәтеүҙе һүрәтләнеләр. Аҡ кейеҙҙе ҡасан, кемгә түшәйҙәр, ҡара йөндән баҫылған кейеҙ ниндәй шифаға эйә - быны уйынсылар яҡшы белә булып сыҡты.
...Көйөргәҙеләге Яҡут ауылы хәҙер телдән төшмәй, тоҙло күле һәм батҡағы менән ул атаҡлы Тоҙ күленән дә файҙалыраҡ, тигәндәр бар. Бәлки, шулайҙыр, бер үк башҡорт еренең тоҙо бит ул. Ә бына яҡуттар тоттолар ҙа "Орсоҡ өмәһен" сәхнәгә сығарҙылар (баш ағинәй Хәмдиә Рәшитова, сәхнәгә әҙерләүсе Рәмзиә Әбйәлилова). Ауылда һәр төрлө мәҙәни саралар булып тора. Орсоҡ өмәһенә йыйылған ағинәйҙәр яҙғы баҡта йөндө иң башта ойоҡ-бейәләйгә етерлек итеп иләп ала, ә кемдер свитер, кемдер йөн сапан бәйләп кеймәк. Ҡайһы берәүҙәр бер ҡулдан тигеҙ генә иләтеп алып, аҫалы балаҫлыҡ әҙерләй. Эш араһында мәрәкәләшеп тә китәләр, моңло йырҙар ҙа ҡушыла. Яҡут ауылынан йәйҙәрен кеше өҙөлмәй. Әллә ҡайҙарҙан быуындары һыҙлап, батҡаҡ шифаһын юллап килгәндәргә йылы йөн ҡушаҡ, көртөй, нәскиҙәр бәйләп тә ҡуяһы бар бит әле. "Яҡуттарым-аҡыҡтарым, тип кенә торам уңғандарҙы, улар - Фәниә Буранова, Әҡлимә Заһитова, Шәүрә Әлибаева, Гөлфиә Әбйәлилова, Айгөл Ғәббәсова - иң әүҙем ярҙамсыларым", - ти ойоштороусы Рәмзиә.
... Көйөргәҙе үҙәгендәге "Бер осрашыу - бер ғүмер" йыйынында Яҡшымбәттәрҙең "Йолоҡ туйы" йолаһы ла бер тынала геүләп үтеп китте. Уларҙың бик дәртле, сағыу тауышлы йырҙары хәтерҙә уйылып ҡалды.
Тамара Рәшит ҡыҙы ағинәйҙәрҙең ихлас тамашаларына күңеле күл булып, бөтәһенә лә рәхмәт әйтеп бөтә алмай ултырҙы. Көйөргәҙе районы етәксеһе Юлай Ильясовтың да туҡтауһыҙ кинәнеп йылмайыуына ҡарағанда, уның йөрәге лә "бер ғүмерлек" шатлыҡ менән тулы ине. Хужа кешенең ихлас тамашасы була белеүе, кисә тамамланғансы ихтирам менән ҡул сабып залда ултырыуы - шаҡтай һирәк күренеш. Көйөргәҙе хакимиәте башлығы был яҡтан ыңғай етәкселәрҙең береһе. Ул - халыҡ менән халыҡ араһында йөрөп эшләй торғандарҙан.
Тамара ханым ағинәйҙәр менән күптән эшләй, шуға үҙенең йөрәгенән сыҡҡан тағы бер хыял уғының сәпкә тейгәнен һөйөнсөләне: "Беҙҙең ағинәйҙәр - төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙары, - тине ул. - Районда башҡорттарҙың ғына дүрт ырыуы йәшәй: бошман-ҡыпсаҡ, тамъян, бөрйән һәм үҫәргәндәр. Бер халыҡ, бер башҡорт, тиһәк тә, уларҙың холҡ-фиғеле лә, йолалары ла айырыла. Шулай уҡ беҙҙең ағинәйҙәргә татарҙар йәшәгән ауылдар, сыуаштар йәшәгән төбәктәр ҙә ҡушыла. Барыһы ла ағинәйлектең халыҡҡа ни саҡлы кәрәкле һәм алдынғы икәнен күрә һәм эйәрә. Уларҙың ағинәйҙәр менән бергә йөрөгөһө килә. Был насар түгел бит. Кеше яҡшыны таный. Минең хыялым - бөтә милләттәр ҙә башҡорт йолалары менән йәшәһен. Отолмаҫтар ине, билләһи!"
...Тамаша аҙағында Көйөргәҙе районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе ярҙам күрһәткән бағыусылар депутат Розалия Хисмәтуллина, "ЮжУрал Ойл" етәксеһе Зиннур Исхаҡов, Көйөргәҙе һөт эшкәртеү заводы директоры Александр Дьяченко, шәхси эшҡыуарҙар Сергей Савенков, Геннадий Проценко, Вячеслав Гречушкин, Илшат Булатовтарға, баһалама төркөмө ағзалары Фәнит Моратбаҡыев, Юлай Ишмөхәмәтов, Вера Фросина, Мәрйәм Юлдыбаева, Ирина Барановскаяларға рәхмәт һүҙҙәрен юлланы: "Районыбыҙ өсөн бик күп файҙалы эштәр башҡарған ошо шәхестәргә ил рәхмәте, йола рәхмәте, - тине Тамара Рәшит ҡыҙы. - Улар ағинәйҙәр менән һәр ваҡыт бергә. Берҙәмлек - беҙҙең йола. Ошо йоланы тотһаҡ, отолмабыҙ, шәйт!"

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.08.21 | Ҡаралған: 380

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru