«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ КӨСӨ
+  - 


Әсә теле тураһында һүҙ сыҡһа, миндә һәр ваҡыт ошондайыраҡ һорауҙар тыуа торғайны: ни өсөн туған телем - башҡорт теле Көньяҡ Уралда барлыҡҡа килгән икән, ә башҡа урында түгел? Әйтәйек, шул уҡ төрки теленә ҡараған ҡырғыҙ теле ни өсөн Урта Азияла Ысыҡ-күл буйында йәшәгән халыҡтың әсә теле булып һанала? Ни өсөн бөтәһе лә киреһенсә түгел: Көньяҡ Уралда - ҡырғыҙ теле, ә Ысыҡ-күл буйында башҡорт теле барлыҡҡа килмәгән? Ике тел дә бит төрки тел ғаиләһенә ҡарай… Һәм мин шундай һығымтаға килдем: башҡорт теле - төрки теленең Көньяҡ Урал тәбиғәте менән меңәр йылдар барышындағы ярашыу һөҙөмтәһе ул. Йәғни, Урал тауҙарында үҫкән үҫемлектәр тәме һәм шауы, унда йәшәгән хайуандар һәм ҡоштар тауышы, ере һәм һауаһы, эҫе һәм ямғырлы йәйе, ҡырыҫ һәм буранлы ҡышы - бөтәһе лә әсә телемде - башҡорт теленең формалашыуына булышлыҡ иткән. Ул башҡа бер ерҙә лә барлыҡҡа килә алмаясаҡ. Икенсе төрлө әйткәндә, башҡорт теле - Көньяҡ Урал тәбиғәт комплексының бер компоненты. Ә ҡырғыҙ теле - Ысыҡ-күл буйыныҡы…
Ысынлап та, тарихҡа күҙ һалһаң, башҡорт теле бит егерменсе быуатҡа тиклем тик йәнле һөйләү телендә генә йәшәне. Ата-бабаларыбыҙ төрки телендә яҙҙылар һәм уҡынылар, ғәрәп һүҙҙәрен өйрәнделәр. Әйтергә кәрәк, иҫке төрки теле шул тиклем татар теленә оҡшаған. Ғөмүмән, математик логика күҙлегенән ҡарағанда, башҡорт теле бөгөнгө көндә булмаҫҡа тейеш ине. Ә ул йәшәй! Ул ғына түгел, үҫә, нығына, камиллаша, матурая. Ни өсөн тигәндә, уны Көньяҡ Урал тәбиғәте үҙе һаҡлай, уға йәшәргә көс бирә.
Былар менән шуны әйткем килә: ошо гүзәл тәбиғәттә йәшәгән башҡорт әсә телендә һөйләшә икән, ул шул тәбиғәт менән гармонияла, тәбиғәт энергияһы уның аша үтә. Шуның өсөн дә әсә теленең көсө сикһеҙ. Ул кешене ижадҡа илһамландыра, аҡыл көсөн бирә, рухын нығыта, һаулығын һаҡлай. Бына ошолар тураһында һөйләргә уйлайым…

Әсә теле һәм ижади фекерләү

Әсә теле үҙ телеңдә һөйләшеү, аралашыу өсөн генә кәрәк, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Имеш, ул башҡа бер нәмәгә лә кәрәкмәй. Шуғалыр инде, күп кенә ата-әсәләр балаларын рус телендә уҡытырға тырыша. Әлбиттә, улар хаталана, бәлки, белеп тә етмәйҙәрҙер. Баланың формалашыуында әсә теленең роле баһалап бөткөһөҙ бит ул. Мин был мәҡәләмдә шуларҙың береһенә туҡталып китмәк булам. Йәғни балала ижади фекерләүҙең формалашыуында әсә теленең ролен күрһәтергә уйлайым. Бәлки, кемгәлер файҙаһы тейер. Дөрөҫ, миңә лә был хәҡиҡәтте аңлау өсөн ниндәйҙер ваҡиғаларҙа ҡатнашырға һәм тикшеренеүҙәр аша үтергә тура килде. Шуға һүҙемде шул ваҡиғаларҙан башлап китәйем әле. ...Районыбыҙҙа Аҡмулланың юбилейына арналған сәсәндәр бәйгеһе үткәрелгәйне. Бәйгенең аҙаҡҡы этабы - әйтештәр. Уҡыусылар бындай бәйгелә тәүге тапҡыр ҡатнаша, шуға, улар өйрәнеп китһен өсөн әйтеш ике кеше араһында булманы, ә бәйгесе комиссия алдындағы өҫтәлдән үҙе теләгән "билет"ты ала һәм унда яҙылған ниндәйҙер фекерҙе йәки мәҡәлде йә шиғри, йә проза телмәре менән дауам итергә тейеш. Әлбиттә, бында ниндәйҙер фекерләү талап ителә.
Мин ике уҡыусымды алып барғайным. Береһе - башҡорт, икенсеһе рус синыфында уҡыған башҡорт балаһы. Аҙаҡҡыһы "отличник", үҙе бик әүҙем, телгә шәп, бигерәк тә рус телендә теле телгә йоҡмай. Әйтештәр килеп еткәйне, шуныһы бәйгелә ҡатнашырға ҡырҡа баш тартты. "Мин улайтып фекерләй белмәйем, беҙҙе өйрәтмәнеләр", - тип аңлатты. Ярышҡа көсләп тиерлек сығарғайным, ысынлап та, ул бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Ә башҡорт синыфында уҡығаны үҙенә эләккән фразаны рәхәтләнеп дауам итте. Ул да ундай эште тәүгә башҡара, бер кем дә алдан өйрәтмәгәйне. Хатта районда икенсе урын алды…
Бына ошо ваҡиғанан һуң миндә, әсә теле менән фекерләү араһында ниндәйҙер бәйләнеш булырға тейеш, тигән уй тыуҙы. Тыуҙы ла, туҡтап ҡалды, сөнки артабан ни эшләргә белмәнем. Шуға артыҡ төпкә төшөп китмәнем, хатта оноткан да булыр инем. Тағы бер ваҡиғаға барып юлыҡмаһам...
...Ҡыҙыбыҙҙы беренсе синыфҡа әҙерләй башлаған ваҡыт ине. Ҡатыным, улыбыҙҙы башҡорт синыфына бирҙек, әйҙә, быныһын рус синыфында уҡытайыҡ, тип мине өгөтләй башланы. Мин уның идеяһына ҡаршы килдем. Баяғы ваҡиғаны иҫкә төшөрҙөм дә, әсә телендә һөйләшеп йөрөгән бала икенсе телдә уҡыһа, уның фекере үҫмәйәсәк, тип аңлатҡан булдым. Ҡатыным был һүҙҙәргә ышанмағас, белмәйем, ҡайҙан башыма килгәндер, мин уға фекеремде иҫбатлау өсөн эксперимент үткәреп ҡарарға тәҡдим иттем. Маҡсатты ошолайыраҡ ҡуйҙым: башҡорт синыфында уҡыған балалар менән рус синыфында уҡыған башҡорт балаларының фекерләү кимәлдәрен сағыштырыу. Ул ҡыҙыҡһынып ризалашты. Беҙ экспериментты һигеҙенсе синыфтарҙа үткәреп ҡарарға булдыҡ. География дәресе өсөн (ҡатыным география уҡытыусыһы) тестар әҙерләнек. Уҡыусылар үткәндәргә оҡшатып эшләмәһендәр өсөн, тестарға ошоға тиклем бер ваҡытта ла эшләп ҡаралмаған проблемалы эштәр индерелде. Әйтергә кәрәк, рус синыфындағы башҡорт балалары өсөн тестар башҡорт һәм рус телендә лә әҙерләнде, йәғни улар үҙҙәре теләгән телде һайлай ала ине.
Экспериментты ҡатыным үҙе генә үткәрҙе, бөтәһен дә үҙ күҙе менән күрһен һәм үҙ ҡулы менән эшләтһен, тип мин дәрескә инмәнем. Ул мәктәптән шул тиклем аптырап ҡайтты, хатта бер ни тиклем өндәшмәй йөрөнө. Баҡһаң, рус синыфында уҡыған башҡорттарҙың яртыһы тиерлек, хатта ҡайһы бер "отличниктары" ла эште атҡара алмаған. Ә башҡорт синыфында бөтәһе лә, шул иҫәптә насар уҡый тигәндәре лә, ниндәйҙер кимәлдә эште үтәй алған. Ҡайһы берҙәре проблеманы хәл итеүҙең шундай оригиналь юлдарын күрһәткән, аптырап китерһең! Ошо эксперименттан һуң ҡатыным башҡа бер нәмә лә өндәшмәй генә ҡыҙыбыҙҙы башҡорт синыфына алып барып бирҙе…
Бына ошо ваҡиғаларҙан һуң, баяғы әсә теле менән фекерләү араһында ниндәйҙер бәйләнеш булырға тейеш, тигән идея ҡабаттан тоҡанды. Үҙемдең һорауҙарыма яуап табам, тип, психология һәм педагогика тураһындағы фәнни хеҙмәттәрҙе ҡыҙыҡһынып өйрәнә башланым. Бер ваҡыт ижади психология тураһындағы китапҡа килеп юлыҡтым. Шул китапта ижади фекерләүҙе тикшереү өсөн әҙерләнгән тестар минең иғтибарымды йәлеп итте. Баҡһаң, беҙ ҡатыным менән балаларҙың логик фекерләүен түгел, ә ижади фекерләүен тикшергән булып сыҡҡанбыҙ!
Хәҙер инде башымда, әсә теле ижади фекерләү менән тығыҙ бәйләнештә һәм үҙ телендә уҡыған балаларҙа ижадилыҡ сифаттары көслөрәк һаҡлана, тигән фекер барлыҡҡа килде. Бының дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн миндә шундай идея тыуҙы: районыбыҙҙан сыҡҡан бөтә башҡорт милләтенән булған ғалимдарҙың һәм ижад кешеләренең ниндәй телдә уҡығанын тикшереп ҡарарға уйланым. Әлбиттә, быны эшләүе ҡыйын булманы, сөнки районыбыҙҙың тарихы һәм уның күренекле шәхестәре тураһында хеҙмәттәр етәрлек. Һәм шундай ҡыҙыҡлы күренешкә тап булдым: ижад өлкәһендә генә түгел, ә сәнәғәт, медицина өлкәләрендә эшләгән бөтә күренекле ғалимдар ҙа башҡорт мәктәптәрендә уҡыған булып сыҡты. Ә бына рус синыфын тамамлап, ижади йәки күренекле шәхес булып китә алған башҡортто таба алманым. Әллә эҙләнеүем шулай ғына булдымы икән? Ошо урында мине дөрөҫ аңлағыҙ: районыбыҙҙан сыҡҡан күренекле башҡорттар тураһында һүҙ йөрөтәм. Әлбиттә, рус синыфын тамамлап, юғары белемгә эйә булғандары ла етәрлек. Тик мин, уҡытыусы кеше булараҡ, беренсе сиратта, тәүгеләре мәктәп тәрбиәһенең маҡсаты булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Сөнки милләтебеҙҙең баһаһын улар күтәрә бит... Артабан инде минең ҡулыма идеямдың дөрөҫлөгөн иҫбатлаған, йәғни тел менән фекерҙең тығыҙ бәйләнештә булыуын өйрәнгән фәнни хеҙмәттәр килеп эләкте. Бигерәк тә был өлкәлә рус психологы Л.С.Выготский ("Телмәр һәм фекер") менән Швейцария психологы Жан Пиаже ("Баланың телмәре һәм фекерләүе") бик ентекле тикшереү үткәргән. Улар икеһе лә донъя кимәлендә билдәле ғалимдар. Бөгөнгө көндә лә Европала, Америкала эшләгән педагогтар уларҙың теориялары менән ҡоралланған. Әлбиттә, уларҙың хеҙмәттәрендә фекерләү һәләтенә бәйле башҡа асыштар ҙа эшләнгән. Ә бына тел менән фекерләү араһындағы бәйләнеш тураһында нимә яҙғандар һуң? Бына шулар тураһында ябай ғына итеп яҙып үтәйем әле. ...Баланың 2-3 йәштәрҙә һөйләшә башлауын һәр ата-әсә беләлер. Баҡһаң, телмәре менән бергә фекерләүе лә формалаша башлай икән. Бала башта һөйләмдәр төҙөргә өйрәнә, һәм шул телдең структураһы нигеҙендә фекерләүе барлыҡҡа килә. Әйтәйек, бала башҡорт телендә һөйләшә башлай икән, фекерләүе шул телдең бөтә үҙенсәнлектәрен ҡабул итә. Артабан тел - фекерҙе, фекер телде үҫтерә башлай. Фекерләү һәләте балала 13-14 йәштәрҙә формалашып бөтә. Бына ҡыҫҡаса ғына ошолар. Тик шуны әйтергә кәрәк: Л.С.Выготский ҙа, Ж.Пиаже ла үҙҙәренең хеҙмәттәрендә "тел" һәм "фекерләү" тигән төшөнсәләр менән эш итә. Ә әсә теле менән ижади фекерләүгә айырым туҡталмағандар. Минең аңлауымса, улар, беренсе сиратта, уҡыусыларға телмәр менән фекерләүҙең дөйөм закондарын еткерергә тырышҡан. Был бик яҡшы, сөнки шул дөйөм закондар беҙгә әсә теле менән ижади фекерләүҙең ниндәй бәйләнештә булыуын аңларға ярҙам итә лә инде. Ә хәҙер шуларҙың бәйләнеше тураһында. Шулай итеп, мәҡәләмдең кульминацияһына килеп еттем...
...Ижади фекерләүҙе икенсе төрлө тәбиғи фекерләү тип тә атайҙар. Сөнки психология өлкәһендә эшләгән бөтә ғалимдар ҙа бер тауыштан тиерлек, һәр бала был донъяға ижади булып тыуа, тип иҫбатлай. Балаларҙың уйнағанын күҙәткән кешеләрҙең береһе лә был фекергә ҡаршы килә алмайҙыр, тип уйлайым. Шуға баланың ижадилығы - уның тәбиғи торошо ул.
Шулай уҡ филология өлкәһендә эшләгән ғалимдар әсә телен дә тәбиғи тел тип атай. Сөнки әсә теле балаға ата-әсәнең аралашыуынан ғына күсмәй, ә генетик кимәлдә лә тапшырыла. Көнсығыш аҡыл эйәләре, кешенең ҡанындағы хәтер мейеләге хәтерҙән мең тапҡырға күберәк, ти. Йәғни, әсә теле баланың тәбиғәтенә ул тыумаҫ борон уҡ һалынған була.
Шулай булғас, үрҙә иҫкә төшөрөп үткән ғалимдар, тел фекерләү һәләтен барлыҡҡа килтерә, тип иҫбатлағандар икән, беҙ уларҙың теорияһын дауам итеп, тәбиғи тел тәбиғи фекерләүҙе барлыҡҡа килтерә, тип әйтә алабыҙ. Йәғни, әсә теле ижади фекерләүҙе тыуҙыра. Башҡаса булыуы мөмкин түгелдер. Шуға баланың ижадилығын һаҡлау өсөн уның тәбиғилеген һаҡларға кәрәк. Бының өсөн, беренсе сиратта, бала әсә телен өйрәнергә тейеш. Үрҙә фекерләү һәләте 14 йәштәргә формалашып бөтә, тип әйтеп үткәйнем. Бына шул осорға тиклем йәш үҫентеләргә ҡояш йылыһы нисек кәрәк булһа, ижади фекерҙең үҫеүенә лә әсә теле шул тиклем кәрәк. Йәғни, бала әсә телен ни тиклем яҡшыраҡ өйрәнә, фекерләүе лә шул тиклем тәрәнәйә һәм киңәйә. Ә ижади фекерләүе, үҙ сиратында, башҡа тәбиғи һәләттәренең асылып китеүенә ярҙам итәсәк...
Әсә теле менән ижади фекерләүҙең бәйләнеше тураһында бына ошолар. Һүҙҙәремде йомғаҡлайым. Әсә теле һөйләшеү, аралашыу өсөн генә кәрәк, тип уйлаусылар ҡырҡа яңылыша. Дөрөҫ, аралашыу өсөн дә кәрәк, тик ул телдең күренгән өлөшө генә. Ә бына күренмәгән өлөшө шул тиклем тәрән һәм киң. Ул күренмәгән өлөшөн маңлай күҙе менән түгел, ә аҡыл күҙе менән генә күреп булалыр ул. Шуға кемдәрҙең аҡыл күҙе яҡшы күрә, улар өсөн әсә теле - иң ҡәҙерле рухи байлыҡ... Ә кемдәрҙең маңлай күҙенән башҡа бер нимәһе лә юҡ - уларға әсә теле ғәйбәт һөйләү өсөн генә кәрәк...

Әсә теле һәм аҡыл

Әсә теле менән аҡыл - айырылғыһыҙ күренеш, һәр кешегә әсә теле аша ғына аҡыл керергә мөмкин. Әйтергә кәрәк, был хәҡиҡәтте боронғо замандарҙа уҡ яҡшы белгәндәр, хатта ҡайһы берәүҙәр ул белемдәрен яуыз маҡсатта ла ҡулланырға маташып ҡараған. Донъя тарихында быны дәлилләүсе ваҡиғалар етәрлек. Хәҙер шуларҙың береһен һөйләп үтһәм, әсә теле ниндәй аҡыл көсөнә эйә булыуын күрһәтә алырмын, тип уйлайым.
…Ун алтынсы быуаттарҙың баштарында Европала немецтар Чехияны тыныс юл менән оккупациялайҙар. Йәғни бер ниндәй ҡан ҡойошһоҙ, хәйләле юлдар менән ундағы бөтә власты үҙ ҡулдарына төшөрә башлайҙар. Күпмелер ваҡыттан һуң Чехияның власть структураларында бер чех та ҡалмай, хатта Праганың ҡала советында тик немецтар ғына тороп ҡала. Бындай тормош оккупанттарға шул тиклем оҡшай, шуға улар Чехияны мәңгегә үҙ ҡулдарында тоторға уйлайҙар. Ә бының өсөн чех халҡына милләт булараҡ үҫергә ирек бирмәҫкә, уларҙы аҡылһыҙ итеп, "икенсе сорт" кимәлендә тоторға кәрәк. Сөнки тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған немецтар шуны яҡшы аңлаған: әгәр чехтарға аҡыл яғынан үҫергә ирек бирелһә, уларҙы властан ғына түгел, ҡылған эштәре өсөн илдән дә ҡыуып сығарасаҡтар - аҡыллы милләттең үҙ илендә хужа булырға теләүе тәбиғи күренеш ул.
Ә нисек итеп уларҙы "икенсе сортлы" итергә? Немецтар уның юлын уйлап табалар. Ғөмүмән, немецтар - Европалағы иң көслө фекерләүсе милләттер. Бигерәк тә улар кеше психологияһын яҡшы белгәндәр. Дөрөҫ, ун алтынсы быуатта психология тигән фән булмаған әле, ул ваҡытта философияның бер тармағы ғына булып иҫәпләнгән. Уның ҡарауы, иң көслө философтар немецтар араһынан сыҡҡан: И. Кант, Гегель, А. Шопенгауэр, Ф.Ницше… Әгәр егерменсе быуатҡа тиклем Европала йәшәгән күренекле ун философты атарға ҡушһалар, иманым камил, шуның бишәүһе немец милләтенән булыр ине.
Бына шул кеше психологияһын яҡшы белгән немецтар ун алтынсы быуаттың башында уҡ чехтарҙы түбән аҡыллы милләт итеп ҡалдырыу юлын таба алғандар. Уның юлы ябай ғына: чехтарға әсә телендә белем алыу тыйылған - уларҙы көсләп немец телендә уҡыта башлағандар. Шулай уҡ милли йолалар үткәрттерелмәгән. Ябай күренһә лә, былар бик һөҙөмтәле юл ул. Шуға бындай милләтте юҡҡа сығарыу алымының һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәгән. Ысынлап та, чех халҡының аҡылы күҙгә күренеп төшкән, хатта уларҙың күбеһе бысраҡ эшкә генә ярай башлаған. Ә иң ҡурҡынысы: күренекле шәхестәр, ижад кешеләре ҡырҡа кәмегән.
Немецтарҙың был яуыз ниәтен беренселәрҙән булып Прага университеты профессоры Ян Гус аңлап ала. Ул әсә телен, милли йолаларҙы һаҡлау өсөн көрәш башлай: халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара, бик күп ялҡынлы сығыштар яһай, фәнни китаптар яҙа. Бигерәк тә "Чех теле грамматикаһы" исемле хеҙмәте алдынғы ҡарашлы милләттәштәре тарафынан яратып ҡабул ителә. Тырышлығы бушҡа китмәй - халыҡ көрәшкә күтәрелә. Был ваҡиға тарихҡа "Гуситтар хәрәкәте" исеме менән инеп ҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көрәш баҫтырыла, ә Ян Гус ихтилалға тиклем үк язалап үлтерелә…
Ләкин уның башлаған эшен дауам итеүсе кеше табыла. Уның исеме - Ян Амос Коменский. Ул донъялағы иң күренекле педагог ҡына түгел, ә ысын мәғәнәһендә әсә теленең көсөн, уның белем биреүҙәге әһәмиәтен аңлаған бөйөк шәхестәрҙең береһелер. Шуға педагогикаһының күп өлөшөн әсә телен һаҡлау һәм үҫтереүгә бағышлай. Мәҫәлән, мәктәп директоры булып эшләй башлаған ваҡытта уҡ, хеҙмәт юлын шул вазифанан башлап ебәрә, беренселәрҙән булып балаларҙы әсә телендә уҡытыуҙы ойоштора. Бик күп фәнни хеҙмәттәр яҙа, әйтәйек, "Чех теленең хазина һандығы", "Телдәргә асыҡ ишектәр" һ.б. Ә бына "Бөйөк дидактика" исемле иң күренекле әҫәрен үҙенең әсә теле - чех телендә ижад итә. Был ул ваҡытта батырлыҡ булып һаналған, сөнки ул осорҙа фәнни хеҙмәттәр йә немец, йә латин телдәрендә генә яҙылырға тейеш булған…
Бына уның әсә теленә ҡағылышлы ҡайһы бер теориялары. Ян Коменский тәрбиә һәм белем биреүҙе дүрт осорға бүлгән. 6 йәшкә тиклемге беренсе осорҙо "Әсә мәктәбе" тип атаған, бында ғаилә тәрбиәһе тураһында һүҙ барғаны аңлашылалыр. Ә бына 6 йәштән 12 йәшкә тиклемге икенсеһенә "Әсә теле мәктәбе" тип исем биргән. Был осорҙа бала мәктәптәге бөтә предметтарҙы мотлаҡ туған телдә уҡырға тейеш. Ни өсөн икәнен ғалим былай тип аңлата: үҫеш закондары буйынса 12 йәштәр тирәһендә баланың фекерләү һәләте формалашып бөтөргә, нығынырға тейеш; бына ошо формалашыу процесына ыңғай шарт тыуҙырыу өсөн әсә телендә уҡырға кәрәк; әгәр ошо осорҙа икенсе телдә уҡыһа, ул процесс туҡтала. Был теорияларҙың дөрөҫлөгөн дүрт йөҙ йылдан һуң, егерменсе быуат башында, Швейцария психологы Жан Пиаже эксперименталь юл менән иҫбат итте. Тик ул фекерләү операциялары 12 йәштә түгел, ә 13-14 йәштәрҙә формалашып бөтөүен күрһәтте (Мин был турала "Әсә теле һәм ижади фекерләү" бүлегендә һөйләнем).
Әгәр әсә телендә уҡымаған кешенең фекерләү һәләте үҫмәй ҡала икән, үҙ телендә уҡымаған бөтөн бер милләт менән нимә булыр? Дөрөҫ, фекерләмәгән милләт аҡылһыҙға әйләнеп, юҡҡа сығасаҡ. Был хәҡиҡәтте немецтар шул ваҡытта уҡ белгәндәр. Ләкин улар чехтарҙы юҡҡа сығара алмағандар, сөнки әсә телен һәм аҡылын һаҡлаған, шулай ук Ян Гус, Ян Коменский (һ.б.) кеүек шәхестәре булған милләтте бөтөрөп булмай. Икенсенән, милләттәрҙе ниндәйҙер бер кеше уйлап сығармаған, ә уларҙы тәбиғәт барлыҡҡа килтергән. Әгәр ниндәйҙер милләтте бөтөрөү өсөн көрәш башлайҙар икән, тәбиғәткә, тәбиғәт закондарына ҡаршы сығалар. Дин күҙлегенән ҡарағанда, Аллаһы Тәғәлә менән көрәш башлайҙар. Бына шуға йәшәү өсөн көрәшкән (аҡылы булғандар ғына көрәшә) милләтте еңеп булмай, сөнки Аллаһы Тәғәлә улар менән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бына был хәҡиҡәтте ҡайһы бер сәйәсмәндәр бөгөнгө көнгә тиклем аңлай алмай...
…Коменскийҙың теориялары менән беренселәрҙән булып Европала Англия ҡоралланды, уларҙан Төньяҡ Америкаға күсте. Чех телендә яҙылған "Бөйөк дидактика" бөтә донъяның телдәренә тиерлек тәржемә ителде. Беҙҙең илдә лә уны бик яҡшы беләләр. Тик беҙҙә уның хеҙмәттәрен бер яҡлы ғына итеп күрһәтергә тырышалар: имеш, ул синыфтарҙы барлыҡҡа килтергән, дәрес системаһын булдырған, һ.б. Ә әсә теле өсөн бөтә ғүмерен бағышлағанын артыҡ һөйләп тә, яҙып та бармайҙар. Эйе, быларҙы педагогика өлкәһендә эшләмәгән кешеләр белмәҫкә мөмкин, тик бына Я. Коменскийҙы өйрәнгән юғары белемле уҡытыусыларҙың күбенеһенең, әсә теле үҙ милләтеңде онотмау өсөн генә кәрәк, тип һөйләп йөрөүе, нисек кенә булмаһын, ҡыҙғаныс күренеш. Педагогтар педагогикаға ҡаршы булып сыға инде…
Әлбиттә, Коменскийҙың күп кенә теориялары бөгөнгө көнгә ярамайҙыр, ә бына әсә теле тураһындағы фекерҙәре мәңгелек, һәр осор өсөн дә актуаль булып ҡаласаҡ. Ғөмүмән, әсә теле менән аҡыл айырылғыһыҙ, тигән хәҡиҡәткә бөгөнгө көнгә тиклем берәүҙең дә ҡаршы килә алғаны юҡ әле, киреһенсә, уның дөрөҫлөгө асыла һәм иҫбатлана ғына бара. Мәҫәлән, Японияла, етмешенсе йылдарҙа булһа кәрәк, ҡайһы бер тел ғалимдары инглиз графикаһына күсергә тәҡдим яһаны. Уларҙа бит хәрефтәр түгел, иероглифтар ҡулланыла. Һәр береһе бер нисә мәғәнә аңлатҡанға, улар бик күп; яңлышмаһам, 600-ҙән ашып китә. Шуға ҡайһы бер ауырлыҡтар килеп тыуа, мәҫәлән, балалар әлифбаны өс йыл өйрәнәләр һ.б. Баяғы идеяны әйткән ғалимдар ошондайыраҡ проблемаларҙы хәл итмәк булалар, йәнәһе. Ләкин Японияның айыҡ фекер йөрөткән кешеләре быға ҡаршы киләләр. Улар, әгәр инглиз графикаһына күсһәк, беҙҙең милләт аҡыл яғынан башҡаларҙан бик күп ваҡытҡа артта ҡаласаҡ, тип иҫбатлайҙар. Баҡһаң, әсә теленең һөйләү телмәре генә түгел, яҙыу телмәрен үҙгәртеү ҙә фекерләүгә һәм аҡылға тәьҫир итә икән.
…Ғөмүмән, япондар әсә телен генә түгел, ә бөтә милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлайҙар. Ни өсөн тигәндә, уларҙың бөтәһе лә милләттең үҫешенә булышлыҡ итә. Әйтәйек, милләтте бер үҫемлек тип күҙ алдына килтерһәң, уның теле, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре шул үҫемлек өсөн генә кәрәк булған уңдырышлы тупраҡты барлыҡҡа килтереүсе минералдар ул. Баҡсасыларҙың ниндәйҙер үҫемлек үҫә алмай ултырһа, тупраҡта шул үҫемлеккә кәрәк булған нимәлер етешмәй икән, тип һөйләгәнен ишеткәнем бар. Милләттең "тупрағында" ла нимәлер юҡҡа сыҡһа, ул үҫеүҙән туҡтаясаҡ.
Әсә теле һәм тәрбиә
Белем биреү системаһында оптималләштереү тип аталған реформалар башҡорт синыфтарының кәмеүенә килтереүе һәр кемгә билдәлелер. Был бигерәк тә башҡорт-рус мәктәптәрендә ныҡ һиҙелде. Сөнки ундай мәктәптәрҙә, ғәҙәттә, бер параллелдә булған рус синыфтарын ҡалдырып, башҡорт синыфтарын ябырға тырыштылар. Бына шуларҙың береһендә уҡытыусы булып эшләгән бер коллегам ошо күренеште әллә ысынлап та хуплап, әллә шул процесҡа ҡаршы тора алмауын йәшереп:
- Хәҙер башҡорт синыфтарының бөтөүе артыҡ ҡурҡыныс түгел, сөнки әсә теле рус синыфтарында ла уҡытыла бит, - тине.
Уның, юғары белемле кешенең, башҡорт синыфтары тик әсә телен өйрәтеү өсөн генә кәрәк, тип уйлауы мине аптыратты. Әйтергә кәрәк, бөгөнгө көндә бик күптәр шулай уйлай ҙа. Дөрөҫ, милли синыфтар әсә телен уҡытыу өсөн бик уңайлы, ләкин уларҙың башҡа мөһим маҡсаттары ла бар...
- Һеҙ йәшелсә баҡсаһы үҫтерәһегеҙме? - тип көтөлмәгән һорау бирҙем мин уға. Ул "эйе" тине лә, аптырап, миңә ҡараны.
- Йәшелсәләрҙең һәр төрөн дә бер түтәлгә ултыртаһығыҙмы?
- Юҡсы, һәр береһенә айырым түтәл кәрәк. Быны һәр кем белә лә инде…
- Ә ни өсөн айырым ултыртыр кәрәк? - тип һорауымды дауам иттем.
- Ни өсөн тип, һәр үҫемлек үҙенә генә хас тәрбиәләүҙе талап итә бит, шунһыҙ яҡшы уңыш алып булмаясаҡ. Әйтәйек, береһенә тыуҙырылған ыңғай шарт икенсеһенә бөтөнләй оҡшамаҫҡа мөмкин. Шулай уҡ ҡайһы берҙәре тиҙерәк үҫә, шуға уларҙың күләгәһендә башҡалары үҫә алмаясаҡ. Бына шуға һәр береһенә айырым түтәл кәрәк, - тип бик ентекләп аңлатты ул миңә.
- Дөрөҫ һөйләйһең, коллега, дөрөҫ, - тинем йылмайып. - Ә хәҙер әйт инде: башҡорт балаһы башҡорт синыфында тик әсә телен өйрәнеү өсөн генә белем аламы?
Коллегам бер нөктәгә текләп, әҙерәк уйланып торҙо ла, ҡапыл башын аҫҡа эйеп, миңә ҡарамайынса ғына шәп-шәп атлап китеп барҙы. Әллә уйламайынса һөйләгән һүҙҙәренән оялды, әллә минең менән башҡа һөйләшкеһе килмәне - аңлай алмай ҡалдым…
Күреүебеҙсә, бөгөнгө көндә ябай кешеләр генә түгел, күп кенә юғары белемлеләр ҙә балаларын үҫемлек кимәленә лә ҡуймайҙар: баҡсаларындағы йәшелсәләрҙең һәр төрөнә айырым тәрбиә кәрәк икәнен яҡшы беләләр, ә балаларына ла шундай уҡ тәрбиә кәрәклеге тураһында баштарына ла килтермәйҙәр. Тәрбиә биреүҙе, яҡшы менән насарҙы айырырға өйрәтеү, тип кенә уйлайҙар шикелле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар менән генә сикләнмәй шул. Тәрбиә биреү - ул баланың һәләттәрен асырға ярҙам итеү, уларҙың үҫешенә ыңғай шарттар тыуҙырыу һәм тормошта ҡулланырға өйрәтеү - ғөмүмән, беҙ балаларҙы кешелек йәмғиәтендә йәшәргә әҙерләргә тейешбеҙ.
...Тәрбиә биреү барышы ла шул баяғы баҡса үҫтергән һымаҡ ул. Мәҫәлән, баҡсаны төрлө милләт балалары уҡыған мәктәп тип күҙ алдына килтерһәк, ундағы түтәлдәрҙе милли синыфтар тип күҙ алдына килтерергә була. Йәғни, балаларға тәрбиә биргәндә, нисек кенә булмаһын, беренсе сиратта, уларҙың ниндәй милләттән булыуы иҫәпкә алына. Ни өсөн тигәндә, һәр милләттең үҙенә генә хас йолаһы, донъяға ҡарашы, психологияһы, бигерәк тә теле, фекерләүе, уйлауы айырылып тора. Был турала уҡытыусылар ғына түгел, педагогиканан алыҫ торған кешеләр ҙә яҡшы беләлер, тип уйлайым.
Милли синыфтарҙа эшләгән уҡытыусылар бына шул милли психологияны иҫәпкә алалар ҙа инде. Кемеһелер быны аңлы рәүештә башҡара, ҡайһы берәүҙәре ирекһеҙҙән. Ни өсөн тигәндә, сифатлы белем бирергә уйлаһаң, синыфта өҫтөнлөк иткән психологияны иҫәпкә алмайынса булмай. Шунһыҙ, дәресең килеп сыҡмаясаҡ. Мәҫәлән, рус синыфтарында белем биргәндә уҡытыусылар уҡытыу алымдарын, беренсе сиратта, рус психологияһының үҙенсәлектәренә нигеҙләйҙәр; башҡорт синыфында - башҡорттоҡона. Бына шул ваҡытта ғына һәр баланың индивидуаль сифаттары үҫешә башлай. Сөнки уҡытыусы, мәҫәлән, башҡорт синыфында эшләй икән, уларҙың тел үҙенсәнлеген, фекерләү структураһын, уйлау тиҙлеген, характерын, уларҙың йолаларын, тормошҡа ҡараштарын күҙ уңында тотоп, шуларға ярашлы күнегеүҙәр, практик эштәр эшләтә һәм тәрбиә эше алып бара. Бындай методика, әлбиттә, башҡорт балаһының үҫешенә, тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләттәренең асылыуына ыңғай шарттар тыуҙырасаҡ. Ғөмүмән, методиканы төҙөгәндә, милли психологияны иҫәпкә алыу - шул милләт балаларының үҫешенә уңдырышлы тупраҡты булдырыу ул.
Әгәр инде башҡорт балаһын рус синыфына уҡырға бирәләр икән, уның тәбиғи үҫеше туҡтала. Сөнки рус психологияһы үҙенсәлектәренә нигеҙләнгән методика башҡортҡа хас булған сифаттарҙы үҫтерә алмай. Һәм баланың тәбиғи үҫеше тотҡарлана. Артабан инде, үҙе булып ҡала алмағас, унда башҡаларға оҡшау сифаты (подражание) көсәйә: уның аҡылы синыфташтарынан, уҡытыусыларҙан (һ.б.) отоп алған һәләттәр - шаблондар менән тула. Йәғни улар һымаҡ һөйләшә, уйлай, эшләй, хатта атлай, кейенә һ.б. Ғөмүмән, уның индивидуаллеге тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға. Бигерәк тә йәнле (ижади) фекерләүе фекерләү шаблондары менән алмашыныуы бала өсөн ҡурҡыныс. Шуға уҡытыусылар рус синыфында уҡыған башҡорт балаһынан ижади шәхес тәрбиәләргә тырыша икән - бик ауыр буласаҡ: баланың ижадилыҡ сифаттарының үҫеше шул синыфта уҡый башлау менән туҡтап ҡала. Артабан инде был тәбиғи һәләттәре үҫмәй ҡалған балалар үҙҙәренә оҡшаған һөнәр таба алмай йонсой...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул милли синыфтар бөгөнгө көндә кәмей… Әлбиттә, был күренеште тик оптималләштереүгә генә япһарыу дөрөҫ булмаҫ. Ошоға тиклем башҡорт синыфтарын астырыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылғайны бит. Бөгөнгө көндә лә береһе лә тыймай: етәрлек кимәлдә балалар йыйһаң, рәхим ит, башҡорт синыфы аса алаһың. Бөтәһе лә дөрөҫ һымаҡ. Тик ата-әсәләр балаларын рус синыфына биреүҙе хуп күрәләр шул. Имеш, рус синыфында балалар яҡшыраҡ уҡый, берҙәм дәүләт имтихандары рус телендә, "ҙур кеше" буласаҡтар, һ.б. Уларға бының өсөн тулы хоҡуҡ та бирелгән: Рәсәй закондары буйынса балаларын үҙҙәре теләгән телдә уҡыта алалар. Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙҙең илдә бөтөп барған үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы һаҡлау өсөн төрлө закондар сығарыла, дәүләт кимәлендә хәл ителә. Ә Рәсәйҙәге милләттәрҙе һаҡлау, башлыса, ата-әсәләрҙең ҡулына тапшырылған. Ысынлап та, улар шундай хоҡуҡҡа эйә була алалармы? Бөтә ата-әсәләр ҙә педагогиканы юғары кимәлдә беләләрме икән ни? Миңә ҡалһа, ата-әсәләргә балаларын үҙҙәре теләгән телдә уҡытыу хоҡуғы биреү - балаларҙы шәхси милек кимәленә төшөрөү ул...
Ә бит күп кенә алдынғы илдәрҙә әсә телендә белем алыу мәжбүри - дәүләт кимәлендә күҙәтеүгә алынған. Яңыраҡ үҙәк телеканалдарҙың береһендә ҡыҙыҡлы тапшырыу булғайны: Францияла йәшәгән бер әсә балаһы менән Рәсәйгә ҡайтырға рөхсәт һорай. Ләкин Франция етәкселеге бының өсөн бер шарттың үтәлеүен талап итә: бала Рәсәйҙә француз телендә уҡырға тейеш. Күреүебеҙсә, ҡайһы бер илдәр хатта башҡа илгә күсеп киткән граждандарының әсә телендә белем алыуын талап итә, бер ҙә ата-әсәләренән һорап тормайҙар.
Ул илдәрҙә дөрөҫ эшләйҙәр, минеңсә. Сөнки фәлсәфәүи, шулай уҡ дини күҙлектән дә ҡарағанда ла, ата-әсәләр балаларына бер нисек тә хужа була алмай, хатта уларҙы тыуҙырһалар ҙа. Сөнки балалар - тәбиғәттеке. Ә ата-әсәләр, беренсе сиратта, шул тәбиғәттең бала табыу сараһы ғына. Тик уларға тәбиғәт тарафынан шундай бурыс йөкмәтелгән: балаларын үҫтереп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырырға тейештәр. Ата-әсәләр балаларына мөхәббәттән башҡа һәләт тә, аҡыл да бирә алмайҙар, сөнки балалар үҙ һәләттәре һәм аҡылдары менән был донъяға киләләр - үҙ ризыҡтары менән тыуалар. Әлбиттә, ул "ризыҡтар" иҫәбенә баланың милли сифаттары ла инә.
Милли сифаттар йәки милли психология бер бөгөн генә барлыҡҡа килмәгән, быуаттар, меңәр йылдар буйы үҙен уратып алған бөтә ауырлыҡтарға ҡаршы көрәшә-көрәшә формалашып, ҡандан-ҡанға күсеп, бөгөнгө көнгә етеп, йәшәүгә хоҡуҡ алған күренеш бит ул. Уның формалашыуына кешелек йәмғиәте генә түгел, ә үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, тауҙар һәм тигеҙлектәр, йылғалар - ғөмүмән, бөтә Тәбиғәт булышлыҡ иткән. Шуға милли психологияны һәр халыҡтың был тормошта йәшәү өсөн кәрәк булған иммунитеты, тип атайым. Йәғни башҡа милләт булып ҡыланмай, үҙең булып ҡалып, индивидуаль һәләттәреңде артабан үҫтереп, йәмғиәтебеҙҙәге башҡа милләт вәкилдәре менән бер тиң булып һәр кем йәшәй ала. Йыш ҡына, балаларыбыҙҙың киләсәге Аллаһы Тәғәләнең ҡулында, тип әйтергә яраталар. Дөрөҫ, Уның ҡулында. Тик балалар киләсәктә Аллаһтың ҡулында булһын өсөн уларҙы Ул нисек тыуҙырған, шулай тәрбиәләргә кәрәк. Шул ваҡытта ғына балалар киләсәктә Уның ҡулында булыр. Әгәр инде ата-әсәләр балаларын үҙҙәренсә үҙгәртергә теләйҙәр икән - уларҙың киләсәге өсөн Ул яуап бирмәй. Ә ата-әсәләр үҙҙәре...
Ғөмүмән, бала ысын мәғәнәһендә тәрбиәле һәм белемле булһын өсөн ул әсә телендә уҡытылған синыфта уҡырға тейеш. Сөнки әсә телендә уҡытылған синыфтарҙа шул милләттең милли мөхите урынлаша, йәғни "уңдырышлы тупраҡ" барлыҡҡа килә. Шундай синыфтарҙа уҡығанда ғына балаларҙың тәбиғи һәләттәре асылыр, аҡылдары камил булыр, ижадилыҡ сифаттары һаҡланыр, әхлаҡи яҡтан да ныҡ булырҙар, был тормошта үҙҙәренең урындарын таба алырҙар. Әгәр инде төрлө милләттәр бергә уҡыған синыфтарҙа белем алалар икән - улар йәшел, ҡыҙыл, һары, зәңгәр (һ.б.) төҫтәрҙе бергә ҡушып бутағандан һуң килеп сыҡҡан төҫкә оҡшап ҡалырҙар...

Башҡорт теле һәм һаулыҡ

Башҡорт теле донъяла, башҡа телдәрҙән айырмалы рәүештә, иң сәләмәт телдәрҙең береһелер. Йәғни башҡорт телендә һөйләшкән кешеләр психик һәм физик ауырыуҙарға бирешеп бармай. Ни өсөн икәнен яҡшыраҡ аңлатыу өсөн һүҙемде алыҫтаныраҡ башлайым әле.
…Көнсығыш илдәрендә, кеше ауырыуҙарының етмеш проценты аңдың боҙолоуынан башлана, тигән ҡараш йәшәй. Улар уны былайыраҡ аңлаталар: аң менән тән араһында туранан-тура бәйләнеш бар, хатта тән ағзалары аңдың дауамы, тип тә әйтәләр. Шуға аң боҙола икән, тән дә ауырый башлай. "Сәләмәт тәндә сәләмәт рух" ҡына түгел, ә, киреһенсә, рухың сәләмәт булһа, тәнең дә сәләмәт була икән ул.
...Аң боҙолоуының бер сәбәбе - психик көсөргәнешлелек. Әйтергә кәрәк, ул һәр кешелә була торған тәбиғи күренеш. Унан ҡурҡырға ярамай. Сөнки ул көсөргәнешлелек төрлө тәбиғи юлдар менән көн һайын юҡҡа сыға бара. Ләкин ҡайһы бер кешеләрҙә ниндәйҙер сәбәптәргә бәйле юҡҡа сыҡмай, киреһенсә, көсәйеп, тамыр йәйергә мөмкин. Артабан инде ундай психик торош аңдың боҙолоуына килтерә. Мәҫәлән, ундай кеше үҙ тормошо менән риза булмай башлай, уға һәр ваҡыт нимәлер етмәй, буш юҡҡа ҡыҙа, асыулана, көнләшә, нәфрәтләнә... Аңдың бындай торошо аҡрынлап тәндә лә сағыла башлай һәм кешелә физик ауырыуҙар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, асыуланыу һәм үсләшеү ғәҙәткә инһә, бауырҙа ниндәйҙер сир барлыҡҡа киләсәк; көнләшеү көсәйһә - баш һәм ашҡаҙан ауырыуҙыры; йыш ҡайғыра башлаһаң - үпкә һәм тын юлдары боҙоласаҡ (һ.б.)...
Әлбиттә, хәҙерге медицина ундай психик көсөргәнешлелекте дауалауҙың юлдарын өйрәнә, төрлө дарыуҙар тәҡдим итә. Ә бына баяғы көнсығыш илдәрендә, мәҫәлән, Һиндостанда, Ҡытайҙа шул күренеште бөтөрөү өсөн үҙҙәренең юлдарын уйлап тапҡандар. Ул медитация тип атала (Әлбиттә, медитацияның маҡсаты уның менән генә сикләнмәй). Әйтергә кәрәк, уның менән шөғөлләнеү көнсығышта ғына түгел, хәҙер Европа һәм Америка илдәрендә лә бик популяр булып китте. Рәсәйҙә лә уның менән шөғөлләнеүселәрҙең һаны арта бара. Медитацияның шулай популяр төҫ алыуы уның файҙалы булыуын иҫбатлайҙыр.
Медитацияның төрҙәре йөҙҙән ашыу. Тел һәм һаулыҡ тураһында һүҙ йөрөткәс, беҙҙе уларҙың араһындағы өндәр менән эш иткәндәре ҡыҙыҡһындыра. Әйтергә кәрәк, медитация өлкәһендә улар ҙур урынды биләй. Мәҫәлән, Һиндостанда шундай төрөн "Вак шуддхи" тип атайҙар. Шулай уҡ "Тарабара" тигәне бик күп илдәрҙә популяр булып һанала.
Башта шул төр медитацияларҙың ҡайһы бер теоретик нигеҙҙәренә туҡталайыҡ. Улар бөтәһе лә шуны иҫбатлай: беҙҙең телмәрҙә ҡулланылған өндәр аңды таҙарта, уның көсөргәнешлелеген бөтөрә икән. Иң мөһиме: ниндәйҙер бер өндөң "эшен" икенсе өн башҡара алмай; мәҫәлән, "а" өнө таҙарта алған көсөргәнешлелекте, әйтәйек, "ҙ" өнө эшләй алмай; ә "ҙ" өнөнөкөнә "ө" өнө хужа түгел һ.б. Йәғни һәр өндөң үҙ таҙартыу өлкәһе бар. Иң мөһиме: өндәр күп ҡулланылған телдәрҙә аңдың таҙарыуы тәбиғи рәүештә бара.
Әгәр инде телмәрҙә өндәр әҙ ҡулланылһа, ундай телдә һөйләшкән кешеләр психик көсөргәнешлеккә тиҙ бирешеүсән була. Шуға уларға медитация менән шөғөлләнеү бик файҙалы. Уның өсөн төрлө алымдар уйлап сығарылған. Мәҫәлән, "ОМ", "АУМ", "АМИН" кеүек өндәр йыйылмаһын (мантра) яйлап һәм һуҙып әйтеү бөтә донъяға таралғандыр, тип уйлайым. Ә бына "Тарабара" тигәне башҡаларҙан ябайлығы менән айырылып тора. Ябай тип әйтәм, сөнки уның менән һәр теләгән кеше шөғөлләнә ала, һөҙөмтәле лә булып иҫәпләнә. Хатта уның ҡайһы бер алымдары психотерапияла ла актив ҡулланыла. Бына береһенең методикаһы ошолайыраҡ: кеше күп итеп өндәр әйтергә тейеш. Үҙ телендә булғандарын да, шулай уҡ булмағандарын да. Ни тиклем күберәк өндәр әйтһәң, шул тиклем кеше психикаһы өсөн файҙалыраҡ.
Хәҙер башҡорт теленә киләйек. Беҙҙең алфавитыбыҙҙа бөтәһе 42 хәреф бар… Татар һәм удмурт телендә - 38, рус телендә - 33, сыуаш телендә - 32, инглиз, француз һәм немец телдәрендә 26 хәреф иҫәпләнә. Нисек уйлайһығыҙ, медитация күҙлегенән ҡарағанда, ҡайһы тел аңды яҡшыраҡ таҙарта?
Әлбиттә, башҡорт теле. Беҙҙең телебеҙҙә, әйтергә кәрәк, донъя телдәрендә булған бөтә өндәр ҙә бар тиерлек. Шулай уҡ Урал тәбиғәтендә ишетелгән бөтә тауыштарҙы ла башҡорт телмәренән табырға була. Ғөмүмән, башҡорт теле - медитатив тел. Был телдә һөйләшкән башҡорттарҙың аңы көн һайын "бысраҡ"тан таҙартыла. Икенсе төрлө әйткәндә, башҡорт теле - ысын мәғәнәһендәге аңдың тәбиғи иммунитеты.
Шулай уҡ башҡорт телендә парлы өндәрҙең өҫтөнлөк итеүе лә кеше психикаһы өсөн файҙалы. Беҙ башҡорт телендә һигеҙ парлы тартынҡы бар, тип һөйләргә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ә бына өҫтәнерәк, дөйөм өндәр күҙлегенән ҡарағанда, улар күберәк. Әйҙәгеҙ, ҡарайыҡ әле: б-п, д-т, в-ф, з-с, ҙ-ҫ, к-г, ҡ-ғ, ж-ш - былары традицион парлы өндәр (тартынҡылар), артабан дауам итәм: а-ә, о-ө, у-ү, ы-и, н-ң, һ-х... Башҡорт алфавитындағы 42 хәрефте өндәргә әйләндерһәң, 36 өн буласаҡ. Йәғни я, ю, е, е, ъ, ь хәрефтәрен һанамайбыҙ. Шулай итеп, 36 өндөң 28-е парлы, йәғни аҙаҡҡылары өҫтөнлөк итә. Нимә ул парлы өндәр? Образлы итеп әйткәндә, улар ике яҡта тороп, тигеҙлекте һаҡлаусы өндәр: бер яҡта - ҡалын, икенсе яҡта - нәҙек һуҙынҡылар, шулай уҡ бер яҡта - яңғырау, икенсе яҡта һаңғырау тартынҡылар (һ.б.) урынлашҡан. Бына ошо парлы өндәр өҫтөнлөк иткән башҡорт телмәре шул телдә һөйләшкән кешеләрҙең психикаһындағы тигеҙлекте - балансты барлыҡҡа килтерә. Кешене психик яҡтан бер яҡҡа "ҡыйшайып" китеүҙән тотҡарлай.
Бына шуға башҡорттар тыныс холоҡло, ипле һәм донъялары теүәл булыуҙары менән башҡа халыҡтарҙан айырылып тора. Киң күңелле, ҡунаҡсыл, ваҡ-төйәк өсөн тауыш ҡуптарып йөрөмәйҙәр. Бер ваҡытта ла үҙҙәре һуғыш башламаған, йәғни агрессив түгелдәр. Аңдары сәләмәт булғас, һаулыҡтары ла ныҡ. Әйтәйек, егерменсе быуатҡа тиклем беҙҙең крайҙы өйрәнгән ғалимдарҙың бөтәһе лә башҡорттарҙың сәләмәт халыҡ булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алғандар. Хәҙер ҙә бит башҡорт егеттәрен армияға ҙур теләк менән ҡабул итәләр…
Тел һәм һаулыҡ тураһында һүҙ йөрөткәс, тағы бер күренешкә туҡталып китергә кәрәктер. Көнсығыш медицинаһы буйынса, өндәр кешенең тәне һәм эске ағзалары менән дә туранан-тура бәйле икән. Уларҙың фекеренсә, һәр бер өн кешенең ниндәйҙер бер ағзаһын көйләй, уларҙың тәбиғи торошон һаҡлай. Икенсе төрлө әйткәндә, өндәр - тән ағзаларының камертондары. Мәҫәлән, "а" һәм "о" - тотош кәүҙәне көйләүсе өндәр булып һанала. Артабан дауам итһәк, "ш" - бауырҙың камертоны, "с" - үпкәнеке, "х" - йөрәктеке, "ч" - бөйөрҙөкө, "м" - тын юлыныҡы... Шулай уҡ башҡорт теленә генә хас булған өндәр ҙә ниндәйҙер ағзалар менән бәйлелер, тип уйлайым. Әйтәйек, "ҫ" - "с" өнөнә, "ң" "м" өнөнә ярҙам итергә мөмкиндәр... Иң мөһиме: телмәрҙә ни тиклем өндәр күп, шул тиклем эске ағзалар өсөн яҡшыраҡтыр...
Ә бына өндәр һаны әҙ булған телдәрҙең аңды таҙартыу көсө самалыраҡ. Был күренеш шул халыҡтарҙа ниндәй сифаттарҙы барлыҡҡа килтереүен аҡылы булған кеше үҙе уйлап белә ала. Ғөмүмән, һәр милләттең үҙенә генә хас психологияһы һәм характеры бар икән, уларҙы формалаштырыуҙа әсә теленең роле бик ҙур.
Тағы бер ҡыҙыҡлы ғына күренешкә иғтибар итәйек. Телдәргә алфавиттарындағы өндәр һаны кәмей барыу сиратында ҡараһаң, уларҙың лексикаһында һүгенеү һүҙҙәренең арта барыуын күрергә була. Бының дөрөҫлөгөн иҫбатлау өсөн рус теленең йәнле һөйләү стилен иҫкә төшөрөү ҙә етә. Ә инглиз телендә рус теленекенән дә күберәктер. Мәҫәлән, күренекле яҙыусы Джек Лондон ике инглиз матросының һөйләшеүе тураһында бер иҫтәлек яҙып ҡалдырған. Ул уларҙың һөйләшеүен тыңлап, хайран ҡала: телмәрҙәре тулыһынса тиерлек һүгенеү һүҙҙәренән тора, хатта берәүһен егерменән артыҡ мәғәнәлә ҡуллана алғандар.
Телдәрҙә булған бындай күренештәрҙең сәбәбе ябай ғына: тел аңды тулыһынса таҙарта алмағас, һүгенеү һүҙҙәре ярҙамға килгән - етешмәгән өндәрҙе улар компенсациялай. Нимәгәлер асыу килгәндә һүгенеп ебәрһәң, рәхәт булып ҡала, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә була. Ысынлап та, дөрөҫ. Мәҫәлән, аңдағы психик көсөргәнешлелектең күп кенә өлөшөн тамаҡ төбөндә барлыҡҡа килгән өндәр таҙартырға тейеш. Башҡорт телендә улар бишәү: х, ғ, ҡ, һ, ң, ә рус телендә бер "х" өнө генә. Күреүебеҙсә, рус теле тамаҡ төбөндә яһалған өндәргә ҡытлыҡ кисерә. Бына уларҙың урынына тамаҡ төбөнән әйтелгән һәм "х" өнө менән башланған һүгенеү һүҙҙәре ярҙамға килә лә инде. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа рус психологтары үҙҙәре һүгенеүҙең кеше психикаһы өсөн файҙалы булыуын фәнни яҡтан иҫбатлай башланылар. Хатта уларҙың был туралағы хеҙмәттәрен хәҙер китап магазиндарында йәки киоскыларында табырға була.
Ә башҡорт телендә бөтөнләй һүгенеү һүҙҙәре булмаған. Быны бигерәк тә оло быуын кешеләре раҫлай ала, тип уйлайым. Мәҫәлән, олатайымдың һөйләгәнен иҫкә төшөрөп үтәйем әле. Улар бәләкәй саҡта ауылға ниндәйҙер эш менән килгән урыҫтарҙың арттарынан эйәреп йөрөргә яратҡан. Бәләкәй малайҙар өсөн уларҙың һүгенеп һөйләшеүҙәре мәрәкә булып тойолған. Баҡһаң, егерменсе быуаттың башында башҡорттар бөтөнләй һүгенмәгән икән… Ундай һүҙҙәр кәрәкмәгән дә, сөнки башҡорт теленең аңды таҙартыу һәләте бик көслө. Ә рухи һәм физик яҡтан да сәләмәт кешеләрҙә һүгенеү һүҙҙәренә ихтыяж булмай.
Бына шуның өсөн дә мин башҡорт телен донъялағы иң сәләмәт телдәрҙең береһе тип атайым. Әйткәндәй, көнсығыш фәлсәфәһе күҙлегенән ҡарағанда, башҡорт теле генә түгел, башҡорт йыры ла, башҡорт ҡурайы ла, башҡорт бейеүе лә медитатив күренештәр…

Йомғаҡлау урынына…

Башҡорт теленең, йәғни әсә теленең көсө былар менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Ул океан һымаҡ киң һәм тәрән. Минең был мәҡәләмдәге яҙғандарым шул океандан алынған бер ус һыу ғына ул. Ә бына тоҙлораҡ әллә тоҙһоҙораҡ урыны булдымы, уныһын әле белмәйем - уҡыусылар нимә әйтер. Ғөмүмән, башҡорт теленең өйрәнелгәне менән бергә өйрәнелмәгән өлкәләре лә бихисап. Минең уйымса, шул өлкәләргә ингән һайын, әсә теленә булған ихтирам көсәйә генә барасаҡ…

Наил ЮЛДАШБАЕВ,
башҡорт теле уҡытыусыһы.
Ейәнсура районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.21 | Ҡаралған: 551

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru