«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРЫҢДЫ ТУҒАН ТЕЛДӘН МӘХРҮМ ИТМӘ, АТАЙ-ӘСӘЙ!
+  - 


Булған бит заманалар: балаларҙы "ите һиңә, һөйәге миңә" тип шул ваҡыттағы уҡымышлы муллалар, мөәзиндәр ҡулына тапшырғандар ҙа - эш тә бөткән. Бөгөн иһә белем биреү системаһы үҙе бер ҡатмарлы механизм - уның эшендә ғалимдар, махсус белемле педагогтар ғына түгел, хатта ата-әсәләр ҙә ҡатнаша һәм ошо механизмдың уңышлы эшләүенә ярҙам итергә тырыша. Бынан өс йыл элек Башҡортостанда ҡайһы бер башҡа милләт ата-әсәләренең мәктәптәрҙә республикаға исем биргән халыҡтың - башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы сығыш яһауы башҡорт телле ата-әсәләрҙең әүҙемләшеүенә этәргес бирҙе, уларҙың иң рухлылары бергә тупланып, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағында Республика башҡорт ата-әсәләре комиссияһын ойошторҙо. Августа улар баш ҡалала үҙ форумын үткәрәсәк. Форум алдынан Республика башҡорт ата-әсәләр комиссияһы рәйесе урынбаҫары Айгөл АТАНОВА һәм Өфө ҡалаһының башҡорт ата-әсәләре комиссияһы рәйесе Рәмил ҠОЛТАЕВ менән эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһап, киләсәккә пландары менән танышабыҙ.

Ата-әсәләр комиссияһы башҡорт телен, йәғни уны мәғариф учреждениеларында туған тел булараҡ өйрәнеүҙе һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы яҡлау маҡсатында ойошторолдо бит инде. Ошо йылдарҙа ул үҙенең маҡсатына өлгәштеме, башҡорт теле алдында торған тағы ла ниндәй проблемаларҙы асыҡланы?

Айгөл Атанова:
Ата-әсәләр комиссияһы 2018 йылдан алып эшләй һәм уның ойошторолоуына өс йыл ярым булып бара. Һөҙөмтәләр бик күп тиергә мөмкин, сөнки ошо ваҡытта ата-әсәләр менән йыйылышып, һөйләшеп, кәңәшләшеп, мәғариф системаһын координациялаусы дәүләт органдарына тәҡдимдәр, талаптар индерелде, күп кенә үҙгәрештәргә юл һалынды, башҡорт теленә иғтибар артыуы күҙәтелә, күп кенә саралар уҙғарыла башланы һәм нимә генә тимәһендәр - телдең позициялары нығынып бара. Әлбиттә, барыһы ла беҙ теләгәнсә түгел, күп кенә проблемалар бар, уларҙың иң мөһиме - ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың үҙ туған теленә битарафлығы.
Бөгөн закон буйынса ата-әсәләр - балиғ булмаған балаларҙың рәсми вәкилдәре - белем биреү учреждениеларында туған телде һайларға хоҡуҡлы һәм улар үҙҙәренең хоҡуҡтарын ғариза аша белдерергә тейеш. Әммә күп кенә ата-әсәләр ошо хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙан баш тарта, балаһының туған телен өйрәнеүенә аяҡ сала. Бында система ла ғәйепле түгел, күп нәмә урындағы белем биреү учреждениеһы хакимиәтенә, уҡытыусыларға, райондарҙың мәғариф бүлегенә бәйле, сөнки ата-әсәләргә дөрөҫ мәғлүмәт бирелмәй, бөтә иғтибар БДИ-ға ғына йүнәлтелә, ата-әсәләрҙең хоҡуҡтары һаҡланмай. Әлбиттә, ата-әсәләрҙән дә күп нәмә тора, улар аңлы булырға, балаларына үҙ туған телен өйрәнеүҙе һайларға бурыслы. Әммә был юҫыҡта әле эшләйһе эштәр күп, үкенескә күрә, ата-әсәләргә туған телдә уҡытыуҙың әһәмиәтен бер туҡтауһыҙ аңлатыу талап ителә.
Шулай уҡ алда башҡа мәсьәләләр ҙә тора. Ул да булһа башҡорт телен уҡытыуҙы заманса камиллаштырыу һәм матур, яҡшы әсбаптар, яңы методикалар булдырыу, уларҙы ҡулланыу; башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү еңел, ҡыҙыҡлы булһын, башҡа милләттәр уны һөйләшеү кимәлендә өйрәнә алһын өсөн ошо юҫыҡта ла күберәк эшләргә кәрәк. Бында алдынғы ҡарашлы тел ғилеме белгестәрен туплап, бер нисә төрлө методика эшләү зарур: уларҙы һайлап алыу мөмкинлеге булһын, улар заман талаптарына яуап бирһен, балаларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырһын
Әлбиттә, беҙ балалар баҡсаларында күберәк башҡорт төркөмдәре асылһын, мәктәптәрҙә Башҡортостан тарихы, башҡорт әҙәбиәте ентекле уҡытылһын һ.б. тип теләйбеҙ, әммә ысынбарлыҡта улай килеп сыҡмай. Эш бик яй бара. Ата-әсәләр комиссия тураһында ишетеп, үҙҙәренең проблемалары менән мөрәжәғәт итә, беҙ уларға ярҙам итергә тырышабыҙ. Күп осраҡта ата-әсәләргә үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлап бик күп инстанциялар тупһаһын тапарға тура килә. Бының менән нимә тип әйтергә теләйем: закон бар, хоҡуҡтар унда асыҡ яҙылған, әммә улар эшләмәй, һөҙөмтәлә ата-әсәләр законда гарантияланған хоҡуҡтарын ҡуллана алмай. Башҡорт балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен астырыу булһынмы, мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүсе төркөм туплау булһынмы - артынан юллап оҙаҡ йөрөргә тура килә. Кемдәрҙеңдер ошо ваҡытта күңеле төшә, бәғзеләр тырышлығы, ныҡышлығы менән маҡсатына өлгәшә, әммә артабан да бик күп проблемалар тыуып тора.
Рәмил Ҡолтаев: Ата-әсәләр комиссияһы ойошторолоуы, әлбиттә, райондарҙа, ҡалаларҙа ата-әсәләрҙе берләштереүҙә һәм урындарҙа ата-әсәләр комитеттары ойоштороуҙа ҙур роль уйнаны. Ата-әсәләр быға тиклем үҙҙәренең хоҡуҡтарын белеп етмәһә, хәҙер улар законлы рәүештә башҡорт телен уҡытыуҙы һайлап, балаларына башҡорт телен законлы рәүештә уҡытыуҙы талап итеү юлдарын белә. Беҙ тап ана шул эште алып барабыҙ ҙа инде. Икенсенән, беҙ мәктәп тураһында ғына һөйләмәйбеҙ, бөгөн шулай уҡ ҙур проблема булып торған балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асыу, ул ғына ла түгел, башҡорт балалар баҡсалары асыу проблемаһы менән дә шөғөлләнәбеҙ. Эш барышында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында башҡорт балаларына урын етмәү проблемаһы ла асыҡланды. Бөгөн Өфө ҡалаһында, республиканың башҡа ҡалаларында, ауылдарҙа башҡорт төркөмдәре асыла. Был, әлбиттә, ата-әсәләрҙең уларҙы нисек асыу, нисек документация йыйыу тураһында хәбарҙар булыуына бәйле.

Башҡортостан башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә лә башҡорт балаларын башҡорт төркөмдәрендә тәрбиәләү, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләрен күҙ уңында тота. Күрше өлкәләрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыу ниндәй кимәлдә ҡуйылған, уларҙа ниндәй проблемалар бар?

Айгөл Атанова:
Күрше өлкәләр буйынса тулы мәғлүмәт бирергә мөмкинлегебеҙ юҡ, сөнки төрлө ерҙә үҙенә генә хас проблемалар бар, был турала Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы белгестәре күберәк белә. Бөтөн донъя башҡорттары Башҡарма комитеты белгестәре күрше өлкәләр менән эшләй ул. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа быйыл күрше өлкә ата-әсәләре менән онлайн осрашыуҙар ойошторҙоҡ. Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә белем усаҡтарында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү хоҡуғына эйә булһалар ҙа, бөтә ерҙә лә бындай мөмкинлек тыуҙырылмай, ниндәйҙер ҡаршылыҡтар булып тора. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһында быйыл йәкшәмбе мәктәбен асырға мөмкинлек бирмәнеләр, әммә ата-әсәләр 2019 йылдан балаларына туған телде уҡытырға тырыша. Былтыр бер аҙ уҡытыу мөмкинлеге килеп тыуғайны, әммә педагогтар проблемаһы һәм кластар етмәгәнлектән, улар туған телен факультатив итеп кенә ойошторҙо. Ғөмүмән, сит өлкәләрҙә туған тел булараҡ башҡорт теле факультатив йәки түңәрәк рәүешендә аҙнаһына бер-ике тапҡыр ғына үтә. Быйыл Сургутта, Нижневартовскиҙа, Ҡурған һәм Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында йәкшәмбе мәктәптәре асылды.
Эйе, законға ярашлы, туған телде уҡытыу һәр мәктәптең уҡыу планында бар, әммә әле башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә быға бер кем дә өлгәшмәне, тип әйтергә мөмкин. Бик йыш был эш әүҙем ата-әсәләрҙең инициативаһы булып ҡына ҡала һәм уларҙың энтузиазмы арҡаһында ғына йәкшәмбе мәктәбе йәки түңәрәк сиктәрендә генә тормошҡа ашырыла.
Рәмил Ҡолтаев: Әлбиттә, бында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы бүлексәләре, уларҙың рәйестәре һәм активы менән берлектә эш алып барабыҙ. Тағы шуны әйтер инем: беҙҙән өлгө алып, башҡа милли республикаларҙа ла шундай уҡ комиссиялар ойошторола башланы. Улар бәйләнешкә сығып, онлайн осрашыуҙар үткәреп, үҙҙәренең туған телдәрен һаҡлау һәм яҡлау эшенә тотондо. Был да ҙур эш, сөнки беҙ беренселәр булдыҡ. Беҙгә ҡарап, беҙҙең өлгө буйынса эшләйҙәр икән, тимәк, был бик кәрәкле эш.

Ата-әсәләр комитеты Башҡортостан район-ҡалаларында ла үҙенең эшен киң йәйелдерҙе, әммә хатта ауыл ерҙәрендә йәшәгән ата-әсәләр ҙә балаларын башҡортса уҡытыуҙан баш тартҡан осраҡтар күбәйҙе. Уларҙың хатаһын төҙәтеү өсөн нимәләр эшләнә, ни өсөн ата-әсәләр балаһына рус телен уҡытырға, ә башҡорт телен ғаилә теле итеп кенә ҡалдырырға тырыша?

Рәмил Ҡолтаев:
Үкенескә күрә, был проблема хатта төпкөл райондарҙа-ауылдарҙа ла күҙәтелә. Башҡорт ауылдарында ла ата-әсәләр балаларын рус теленә өйрәтергә тырышып торған ваҡытта, киреһенсә, Өфөлә йәшәгән башҡорт ата-әсәләре балаһын балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөнә бирергә, булмаһа - астырырға, белем усаҡтарында башҡорт телен һайлап, башҡорт телендә уҡытырға тырыша. Был хатаны төҙәтеү өсөн райондарҙа, ауылдарҙа, интернет аша, социаль селтәрҙәрҙә, комиссия йыйған һәм туплаған барлыҡ мәғлүмәт, ҡулланма материалдар таратыла, ата-әсәләр ҙур ойошма булып төркөмгә ҡушылып, бер-береһенә аңлатыу эшен алып бара.

Ғөмүмән, ата-әсәләр менән эшләү һөҙөмтә бирәме?

Айгөл Атанова:
Әлбиттә, ата-әсәләр ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Беҙ уларға хоҡуҡтарын, мөмкинлектәрҙе аңлатабыҙ, кәңәштәр бирәбеҙ, документтар тултырырға ярҙам итәбеҙ, хаттар, ғаризалар өлгөләрен ебәрәбеҙ. Улар артабан башҡорт төркөмдәрен, башҡорт кластарын астырыу буйынса эш алып бара.
Рәмил Ҡолтаев: Проблема булыуы асыҡланғас, район хакимиәттәре, БР Мәғариф министрлығы хәҙер ата-әсәләрҙе ишетә, ярҙам итергә тырышалар. Әлбиттә, бөтә нәмә лә эшләнеп бөткән тип әйтеп булмай, әммә ата-әсәләр ҡулдарында ҙур ҡорал булыуын, ҡануниәттең уларға юл асыуын аңланы, райондарҙа, Өфөлә ата-әсәләрҙең әүҙемлеге менән балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асыу миҫалдары ла быны раҫлай.

Яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса хәҙер дәүләт телдәре уҡыу программаһының вариатив өлөшөнән мотлаҡ өлөшөнә күсерелде. Был мәсьәлә буйынса йәмәғәт ойошмалары, Мәғариф министрлығы менән һөйләшеүҙәр алып барыламы, дәүләт теле ниндәй предмет урынына уҡытыласаҡ йәки уны уҡытыу нисек тормошҡа ашырыласаҡ, сөнки сәғәттәр һанын арттырып булмай, ә проблеманы хәл итергә кәрәк.

Айгөл Атанова:
Ысынлап та, Яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса дәүләт телдәре мотлаҡ уҡытыла торған бүлеккә индерелде. Был яңы стандарттар, бер яҡтан, дәүләт теленең позицияһын нығытһа ла, бая әйтеп китеүемсә, Мәғариф министрлығы дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыуҙы ҡыҙыҡлыраҡ итеү, методикаларҙы, ҡулланмаларҙы, әсбаптарҙы яңыртыу буйынса эш алып барырға тейеш. Был бик һәйбәт мөмкинлек, сөнки ул дәүләт телен бер ҡыйынлыҡһыҙ уҡытыуға индереү мөмкинлеген бирә. Был башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һаҡлап алып ҡалыуға һәм артабан үҫешенә алып килер тип ышанабыҙ.
Ә инде уны ниндәй сәғәттәр иҫәбенә уҡытырға була, тигәндә, тағы бер һәйбәт яңылыҡ булды бит инде: икенсе сит ил телен өйрәнеү мотлаҡ түгел, ул уҡыу планына ата-әсәләрҙең теләге булһа ғына индерелә, һәм ошо бушаған сәғәт иҫәбенә дәүләт телен уҡытыу мөмкинлеге булыр тип ышанабыҙ.

Быйыл августа беренсе тапҡыр Республика башҡорт ата-әсәләре форумы үтәсәк тип көтөлә. Уға ниндәй өмөттәр бағлайһығыҙ һәм ниндәй мәсьәләләрҙе күтәрергә, һөйләшеүҙәрҙән һуң ниндәй ҡарарҙар ҡабул итергә ниәтләйһегеҙ?

Айгөл Атанова:
Форум 10 август тип планлаштырылған, уға күптән әҙерлек алып барҙыҡ, өс тапҡыр грантҡа ла яҙып ҡараныҡ. Ниһайәт, быйыл хыялыбыҙ тормошҡа ашасаҡ. Уның төп маҡсаты - башҡорт ата-әсәләре хәрәкәтенең эшен әүҙемләштереү, актив, рухлы ата-әсәләрҙең белемен камиллаштырыу, үҙ хоҡуҡтарын белеп, дөрөҫ ҡулланыуын тәьмин итеү, әүҙем милләттәштәребеҙҙең һанын арттырыу, ошо хәрәкәтте киңәйтеү, уртаҡ идея менән берләшеү. Икенсенән, ата-әсәләрҙең балаларын балалар баҡсаһына алып барғандан алып үҙҙәренең законлы хоҡуҡтарын белеп, уны дөрөҫ итеп файҙаланыу, балаларының үҙ телендә тәрбиәләнеү мөмкинлеген тормошҡа ашырыу өсөн ныҡлы, етди база булдырыу; шулай уҡ балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен, башҡорт мәктәптәрен, кластарын һаҡлап ҡалыу, уларҙы үҫтереү. Әгәр ата-әсәләр ошо хоҡуҡтарын барыһы ла ҡулланһа, уның үтәлеүен талап итһә телебеҙҙең киләсәге бик ышаныслы булыр ине.
Шулай уҡ был форумда тағы ниндәй маҡсат ҡуйыла: әлбиттә, әлегә булған ниндәйҙер мәсьәләләрҙе ата-әсәләр менән уртаға һалып һөйләшеп, фекер алышып, уларға булған мөмкинлектәрҙе аңлатып, булған проблемаларҙы асыҡлап, уларҙы хәл итеү юлдарын бергә эҙләп, табып, ниндәйҙер стратегия булдырырға һәм резолюция ҡабул итергә, ҡабул ителгән документтарҙы власть органдарына ғына йүнәлтергә түгел, ә улар менән бергә эшләргә, ата-әсәләрҙең үҙҙәренең яуаплылыҡ тойоуына өлгәшергә һәм киләсәккә маҡсаттар ҡуйырға мөмкин булыр тип өмөтләнәбеҙ.

Шулай итеп...
Әңгәмәселәрем билдәләүенсә, Республика башҡорт ата-әсәләре комиссияһы ойошторолғандан алып уҙған ошо йылдарҙа асыҡланған иң ҙур мәсьәлә - башҡорт ата-әсәләренә башҡорт төркөмдәре һәм кластары асырға ыңғай яуап бирелмәүенең төп сәбәбенең балаларҙың һанына һәм финанс ресурстарына бәйле булыуы. "Аҡса иҫәпләүсе"ләр билдәләүенсә, төркөмдәрҙә, кластарҙа балалар һаны 25-тән дә кәм булырға тейеш түгел. "Башҡорт телен үҫтереүҙә финанс тәьминәт етди тотҡарлыҡ булып тора. Әлбиттә, был дөрөҫ түгел, сөнки телде һаҡлауға, телде үҫтереүгә бик ҙур кире йоғонто яһай. Алла бойорһа, ошо һорауҙы күтәрәргә уйлайбыҙ, сөнки телде өйрәнеүгә оптимизация, финанс мәсьәләләре аяҡ салырға тейеш түгел", - ти әлеге комиссияны етәкләүселәр.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.21 | Ҡаралған: 499

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru