«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРҘЫҢ ТӘБИҒӘТЕНӘ ҺӘМ ТЕЛӘГЕНӘ ҠАРШЫ КИЛМӘГЕҘ
+  - 


- Ниндәй һөнәр һайланың?
- Рәссам булырға хыялланам да ул. Атайым менән әсәйем ҡаршы шул.
- Нишләп улар ҡаршы?
- Улар минең иҡтисадсы булыуымды теләй...

Уҡытыусы булып эшләгәнгә күрә, ошондайыраҡ йөкмәткеле диалогтарҙы йыш ишетергә тура килә. Ғөмүмән, берәүгә лә сер түгелдер, хәҙерге ваҡытта балаларға һөнәрҙе күпселек осраҡтарҙа ата-әсәләр һайлай. Уларға, ни өсөн балаларығыҙҙың хыялына ҡаршы киләһегеҙ, тигәнерәк һорау бирһәң: "Уларҙы үҙ иркенә ҡуйырға иртәрәк әле - тормошто аңлап етмәйҙәр бит, шуға беҙ уларға дөрөҫ юл һайларға ярҙам итергә тейешбеҙ",- тип яуап бирәләр.
...Нимә генә һөйләмәһендәр, ундай ата-әсәләр балаларын түгел, ә үҙҙәрен уйлай. Үҙҙәренең тормошҡа ашмаған хыялдарын балаларының тормошонда күрергә теләйҙәр. Хаталаныуҙарын уларҙың яҙмышы менән ҡапламаҡ булалар. Мәҫәлән, "Ғүмер буйы ябай кеше булып йөрөлдө, исмаһам, улыбыҙ ҙур кеше булһын", "Беҙҙең кеүек ярлы булмаһын өсөн нефтяник һөнәрен һайланыҡ", "Үҙем русса хөрт белдем, шуға рус синыфына бирҙек" (һ.б) тигәнерәк һүҙҙәрҙе аҙым һайын ишетергә тура килә. Минеңсә, бындай ҡарашлы ата-әсәләр балаларын айырым бер шәхес тип түгел, ә үҙҙәренең шәхси милке тип иҫәпләй. Йәғни улар менән нимә теләйбеҙ, шуны эшләй алабыҙ, тип уйлайҙар. Ҡыҫҡаһы, балаларының яҙмышына ошолай итеп ҡыҫылыуҙары - ата-әсәләрҙең эгоизмы һәм аҡылһыҙлығы ул. Башҡаса нисек атап була һуң? Әлбиттә, һәр кем балаһының бәхетле булыуын теләй. Быға береһе лә ҡаршы түгел. Ләкин хыялдарына, теләктәренә ҡаршы килеп, уларҙы бәхетле итеп буламы икән?
...Үҫемлектең бит орлоғо һабаҡтан өҫкә ҡарай үҫеп китмәй, ә ергә төшөп, айырым бер үҫемлек булып шытып сыға. Шуға уның үҙ һабағы, үҙ сәскәһе, үҙ емеше буласаҡ. Шулай уҡ баҡсасы, үҫенте тиҙерәк үҫһен, тип, һабағын тегеләй-былай тартҡыламай. Йәки ниндәйҙер бер үҫентенән икенсе бер үҫемлек емешен, мәҫәлән, ҡарағат үҫентеһенән сейә емеше алырға хыялланмай - аҡылһыҙлыҡ икәнен яҡшы белә. Ғөмүмән, үҫентеләрҙең һабағына бөтөнләй теймәй, ә яҡшы уңыш алыу өсөн уларҙың төбөн йомшарта, ашлай, һыу ҡоя...
Балалар ҙа шул үҫентеләр һымаҡ ул. Уларҙың да үҙ тормошо, үҙ хыялы, үҙ маҡсаты бар. Бөтөнләй ата-әсәләренә оҡшамаҫҡа, бигерәк тә тормошҡа булған ҡараштары уларҙыҡы менән тап килмәҫкә мөмкин. Шулай уҡ һәр береһенә был тормошта йәшәү өсөн тәбиғәт тарафынан ниндәйҙер һәләттәр орлоҡ итеп һалынған була. Бына шул һәләттәр тамырланып, һабаҡ ебәреп, сәскә атып, емеш бирергә тейеш. Ә ата-әсәләрҙең бурысы - ошо үҫешкә бөтә шарттар булдырыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәре балаларына ҡарағанда баҡсалағы үҫемлектәрҙе дөрөҫөрәк тәрбиәләйҙәр шул. Ҡарағаттан сейә яһап булмай икәнен беләләр, ә тәбиғәте менән рәссам булып тыуған баланан иҡтисадсы яһарға тырышалар. Үҫемлектәрҙе үҙгәртергә тырышыу ниндәй һөҙөмтәләргә килтерһә, баланы үҙгәртергә тырышыу ҙа шуға килтерәсәк...
Әйтергә кәрәк, Ислам дине лә, Аллаһ Тәғәлә һәр баланы был донъяға үҙ ризығы менән тыуҙыра, ти. Йәғни, һәр кемгә бирелгән тәбиғи һәләттәрҙе "үҙ ризығы" тип атай ул. Тик уларҙың үҫеп китеүенә шарттар ғына тыуҙырырға кәрәк. Шуныһы ҡыҙыҡ: әсәйҙәр ауырлы йөрөгәндә, балаһы сәләмәт тыуһын тип, Аллаһ Тәғәләһенең исемен көн һайын иҫкә төшөрә. Унан ярҙам һорайҙар. Ә бына бала тыуғас, ҡайһы берәүҙәре Уны онота ла ҡуя. Аллаһтың биргән "ризығы" менән риза булмай, балаларын үҙҙәренсә үҙгәртә башлайҙар. Әлбиттә, ундайҙарҙың киләсәге "тамуҡҡа" әйләнәсәк...
Үҙ һөнәрен тапҡан балалар менән ата-әсәләренең хыялын тормошҡа ашырыусы балаларҙы киләсәктә нимә көтә һуң?
Егерменсе быуатта йәшәгән Американың күренекле психологы Абрахам Маслоу ("Мотивация һәм шәхес") оҙаҡ ҡына йылдар үҙ һәләттәренә ярашлы һөнәрҙәрен тапҡан кешеләрҙе өйрәнгән. Ғалим уларға "үҙҙәрен тормошҡа ашырған кешеләр" тип исем биргән (Бәлки, дөрөҫ тәржемә итмәгәнмендер, инглиз теленән рус теленә "самоактуализированные люди" тип "ауҙарылған"). Һәм ул ҡыҙыҡлы асыш яһаған: ундай кешеләр эш барышында ниндәйҙер ғәҙәти булмаған ләззәтләнеү тойғоһон кисерәләр икән. Һуңғы йылдарҙа уның дөрөҫлөгөн башҡа ғалимдар ҙа иҫбатланы. Беҙ хәҙер ул тойғоно "бәхет" тип атайбыҙ...
Ғалимдың асышына нигеҙләнеп, шуны әйтергә теләйем: тәбиғәт кешеләрҙе был донъяға бәхетле булһындар өсөн тыуҙыра, ә киреһенсә түгел. Уға ирешеү өсөн һәр береһенә ниндәйҙер һәләттәр бүләк иткән. Йәғни кешеләр шул һәләттәренә ярашлы эштәр башҡарһа, ысын мәғәнәһендә үҙҙәрен бәхетле тоясаҡтар.
...Бына шуға үҙ һөнәрҙәрен тапҡан кешеләр эш барышынан ләззәт табалар. Эшкә дәртләнеп баралар, ҡәнәғәтлек табып ҡайталар. Эштәрен яратып һәм сифатлы итеп башҡаралар, һәр ваҡыт эҙләнәләр, бейеклеккә ынтылалар. Белеүебеҙсә, кешеләр йыл әйләнәһенә эшләйҙәр. Шуға улар көн һайын, йыл буйы, хатта ғүмер буйы бәхетле буласаҡтар! Үҙҙәрен физик яҡтан да, рухи яҡтан да сәләмәт тоялар. Һәм тағы бер мөһим әйбер: бәхетлеләр башҡаларға ла тик бәхет кенә теләйәсәктәр... Ә бына үҙ һәләттәрен тормошҡа ашыра алмағандар ундай бәхеттән мәхрүмдәр. Ғәҙәттә, улар эште ниндәйҙер яза итеп ҡабул итәләр. Эш көнөнөң үткәнен түҙемһеҙлек менән көтәләр, тиҙерәк ял көндәренең етеүен теләйҙәр. Күбеһе эштәрен "минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе", тигәнерәк принцип менән башҡаралар. Шуға хеҙмәт емештәренең сифаты ла түбән була. Күптәре уҡыу йорттарында үҙләштерелгән һөнәрҙәре буйынса эшләмәй. Йыш ҡына эш урындарын алмаштыралар. Тәбиғи юл менән бәхетте тоймағас, күптәре уны химик юл менән тойорға тырыша башлай. Йәғни уларға спиртлы эсемлектәр, наркотиктар ярҙамға килә. Эштән һуңғы ваҡыттарҙа, ял көндәрендә шулар ярҙамында ләззәтләнеү ғәҙәттәренә инеп китәсәк. Артабан был насар ғәҙәттәр эштә лә, уларҙың ғаиләләрендә лә ниндәйҙер проблемалар тыуҙырыуы мөмкин. Шулай уҡ бәхетлеләрҙән көнләшә башлайҙар, уларға нисек тә булһа ла аяҡ салырға тырышалар. Ҡыҫҡаһы, бәхетһеҙҙәр бәхетһеҙлек сәсә башлай...
...Яҙғандарымдың ошо урынына еткәс: "Яратҡан һөнәрем буйынса эшләр инем дә ул, уның эш хаҡы бик түбән бит әле" ,- тип әйтеүселәр күп булыр. Әлбиттә, балаларға үҙ юлын табырға ярҙам итеү ғаиләләрҙә һәм мәктәптәрҙә генә түгел, ә дәүләт кимәлендә лә ниндәйҙер эштәр башҡарылырға тейеш. Сөнки бөгөнгө көндә ҡайһы бер өлкәгә ҡараған профессияларҙың эш хаҡы саманан тыш юғары, ҡайһы берҙәренеке бик түбән. Шуға күпселек йәштәр яратҡан һөнәрҙәренән баш тартып, эш хаҡы юғары булған профессияларҙы һайларға мәжбүрҙәр. Уларҙы ла аңларға була: хәҙерге ваҡытта бәләкәй эш хаҡы менән үҙаллы тормош башлап китеүе мөмкин дә түгел һымаҡ.
Ә бит бындай айырмалыҡтар илебеҙ экономикаһында ҡайһы бер проблемалар тыуҙыра. Үрҙә, яратҡан һөнәрҙәре буйынса эшләгәндәрҙең хеҙмәт емеше юғары сифатлы булһа, профессияны тик эш хаҡы өсөн генә һайлағандарҙыҡы түбән була, тигәйнем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙаҡҡыларының һаны йылдан-йыл арта. Был күренеш, үҙ сиратында, иҡтисадҡа кире тәьҫир итә. Сөнки шуға ярашлы илебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙың һәм төҙөлөштәрҙең сифаты төшә бара.
Был проблеманы тик дәүләт кимәлендә генә хәл итеп булалыр. Хөкүмәт составындағы етәкселәр түбән эш хаҡы менән юғары эш хаҡының араһын яҡынайтырға тейештәр. Уларҙың араһындағы айырма ҙур булмаһын. Шул ваҡытта йәштәрҙең күбеһе үҙ һөнәре буйынса эшләргә тырышасаҡ. Европаның алдынғы илдәрендәге кеүек була инде. Мәҫәлән, Швейцарияла иң түбән эш хаҡы айына - 3600, ә иң юғарыһы - 5600 евро тирәһе. Айырма артыҡ ҙур түгел. Унда урам һепереүсе айына 3000-дән ашыу эш хаҡы ала! Шуға унда һәр береһе тиерлек үҙенең яратҡан һөнәре буйынса эшләй һәм эшен яратып башҡара. Һөҙөмтәһе бөтәбеҙгә лә билдәле: Европала етештерелгән тауарҙарҙың сифаты беҙҙең илдекенән әллә күпмегә юғары... Фекерҙәремде йомғаҡлап, шуларҙы әйткем килә: тәрбиә балаларҙың тәбиғәтенә ҡаршы килергә тейеш түгел. Һайлаған һөнәрҙәренә ҡаршы килеп, уларҙы киләсәктә бәхетле итеп булмаясаҡ. Иманым камил, кешелек донъяһындағы яуызлыҡтың күпселеге балаларҙың тәбиғәтенә ҡаршы килеүҙән башлана...
Балаларҙың уй-теләктәре, хылдары тик изге ниәттәрҙән генә тора ул. Әгәр һәр баланың хыялы тормошҡа ашһа, беләһегеҙме, кешелек йәмғиәте нисек үҙгәрер ине? Һәр ерҙә изгелек, мөхәббәт бөркөлөп торор ине. Илебеҙ сәскә атыр, күпселек ғаиләләр етеш һәм бәхетле йәшәр ине. Бына шуға балаларҙың тәбиғи үҫешенә, үҙҙәренә оҡшаған һөнәрҙәренә эйә булырға һәр өлкәлә лә: ғаиләләрҙә лә, мәктәптәрҙә лә, дәүләт кимәлендә лә ыңғай шарттар булдырылырға тейеш.

Наил ЮЛДАШБАЕВ,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ейәнсура районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.21 | Ҡаралған: 376

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru