«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЕҘҘЕ НИМӘНӘН ТЫЙҘЫЛАР?
+  - 

Һәр халыҡтың тыйыуҙары, һынамыш-юрамыштары бар. Улар хатта совет заманында ла, дөрөҫөрәге, дин инҡар ителеп, атеизм сәскә атҡан ваҡытта ла юҡҡа сыҡманы һәм быуындан-быуынға тапшырылып килде. Шулай булмаһа, һәр милләттең, ауылдың, хатта ғаиләнең үҙенә генә хас ышаныуҙары булмаҫ ине, тип уйлайым.

Беҙ бәләкәй саҡта өлкәндәр һепертке, көйәнтә аша атлап сығыуҙы тыйҙы. "Үҫмәй ҡалаһығыҙ", тиерҙәр ине. Хәҙер уйлайым, уның беҙҙең буйға бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булмаған, ә ябай тәрбиә алымы ғына булған, йәғни беҙгә һеперткене лә, көйәнтәне лә урынына ҡуйырға, аяҡ аҫтына һалмаҫҡа кәрәклекте генә күндергәндәр.
Ултырғыста, урындыҡта аяҡ һелкеп ултырғанды әсәй яратмай торғайны. "Ен балаһын бәүетеп ултырмағыҙ", тип киҫәтте. Эңер төшкәндә урамда сыр-сыу килеп йөрөүҙе лә тыйҙы. "Ен һуға", тип ҡурҡытты. Иртән торғас та урынды йыйыштырмаһаң да, ен аунатып ятҡырып, тип әрләгәне әле һаман хәтерҙә. Ә ендән беҙ ҡурҡтыҡ. Бер ҡасан да күргәнебеҙ булмаһа ла.
Эт, бесәй ярау иткәнде ҡарарға ла ярамай ине беҙгә. "Күҙегеҙгә арпа сығыр", тинеләр. Ә яңылыш ҡына күреп ҡалһаҡ, өс тапҡыр "тьфүкрист, тьфүкрист, тьфүкрист" тип әйтә торғайныҡ. Олоғайғас ҡына был һүҙҙең нимә аңлатҡанын төшөндөм.
"Тьфүкрист" тимәгәнбеҙ беҙ, ә "тьфу крест" тигәнбеҙ. Үҙебеҙсә шулай уҡынып-суҡынған булдыҡмы икән?
Хәҙер уйлайым да, юҡ, ендән генә ҡурҡмағанбыҙ икән беҙ. Совет осоро булһа ла, Алланан да, тамуҡтан да ҡурҡҡанбыҙ. Утҡа төкөрһәң, "теге донъяла" эҫе таба ялаталар, икмәк вағын, ашамлыҡты тапаһаң, Алла башыңа һуға, тип өйрәттеләр.
Быларҙың барыһы ла үҙенә күрә тәрбиә алымдары ғына булған да баһа!
Ә балалар араһында ғына булған күпме һынамыштар бар ине. Тегене эшләмә, юғиһә, әсәйең үлә, быны эшләмә - әсәйең үлер. Иң ҡурҡынысы шул булғандыр инде ышаныусан бала күңеле өсөн.
Мунса менән бәйле тыйыуҙар ҙа бик күп беҙҙең халыҡта. Ишегенән ингәндә өс тапҡыр тамаҡ ҡырып инергә кәрәклеген, мунсала һыу эсергә, һыулы бакты асыҡ ҡалдырырға ярамағанлығын үҙебеҙҙең балаларға, ейәндәргә лә һеңдерҙек инде хәҙер. Эсергә, ашарға ярамағанлығы аңлашыла инде, йыуыныу, таҙарыныу урыны - иң бысраҡ урын, тип әйтәләр. Ә бына тамаҡ ҡырып инеү тигәне, моғайын, мунса эйәһен иҫкәртеү һымаҡ булалыр инде. Ә, бәлки, үҙеңдән алдан барып йыуынып ултырған кешене ҡурҡытмаҫ йәки үҙең ҡурҡмаҫ өсөн ҡабул ителгән тәртип ҡағиҙәһе генәлер. Башҡа халыҡтарҙа мунса хужаһы иң насары тип уҡығаным бар. "Мунса урынына йорт һалырға ярамай, йөҙәрләгән йыл унда ендәр эйәләшә", тигән тыйыу ҙа шунан килеп сыҡҡандыр, бәлки.
Көҙгө, тупһа, тәҙрә менән бәйле тыйыуҙар ҙа күп беҙҙең башҡорт халҡында. Мәҫәлән, ололар тупһаға ултырырға, баҫырға ярамай, ти торғайны. Үҙеңә ярлылыҡ теләйһең, тип аңлата инеләр беҙгә. Шуны һынағаным бар: күптәр тупһаны аша атлап сыға, баҫырға тырышмай. Әйбер биргәндә-алғанда ла йә сығып, йә инеп алалар. Иғтибар итһәгеҙ, тупһа аша күрешмәйбеҙ ҙә, ҡосаҡлашмайбыҙ ҙа, шулай бит. Тимәк, был ышаныуҙарҙың барыһы ла беҙҙең генетик хәтеребеҙҙә һаҡлана. Тупһала өй эйәһе генә ултыра, уның урынын биләһәң, ул һиңә хәйерселек килтерә,тигән ырым башҡа халыҡтарҙа ла бар.
Был тыйыуҙар, һынамыштар, ҡурҡытыуҙар буш урында ғына килеп сыҡмағандыр инде. Боронғо кешеләрҙең оҙаҡ ваҡыт тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте, уратып алған донъяны, кешеләрҙең тәртибен, һаулығын күҙәткәндән, өйрәнгәндән һуң барлыҡҡа килгәндер. Артабан йәмғиәттә әхлаҡи нормалар булдырыу өсөн ҡабул ителгән булғандыр ҙа, оҙайлы эволюция осоронда, үрҙә әйтеп үтелгәнсә, ҡан хәтерендә ҡалғандыр.
Ә һеҙҙең төбәктә, ғаиләлә ниндәй тыйыуҙар, юрамыштар, тыйыуҙар була торғайны һәм улар нисек аңлатыла ине?

Мерәүәрт ӘҺЛИУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.21 | Ҡаралған: 452

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru