«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФРАНЦУЗ ЯУЫ (3-сө бүлек)
+  - 


Икәүме ни Рәсәй

Рәсәйҙә яңы хаким барлыҡҡа килгәне тураһында алдараҡ яҙа-йоҙа булһа ла әйтеп үткәйнек инде. 1801 йылда марттың 11-нән 12-нә ҡарата төндә Павел Беренсе император үлтерелгәс, уның урынына өлкән улы Александр Беренсе император булып таж кейгән саҡта, уға 24 йәш була. Ең һыҙғанып емертеп эшләй торған саҡ. Александр бала сағында күберәк өләсәһе Екатерина Икенсе янында йәшәй. Царское Селола һәр саҡ тиерлек бергә булалар. Екатерина ейәнен алдынғы ҡарашлы, ныҡ белемле, тәрбиәле итеп үҫтерергә тырыша. Александр 16 йәшендә өйләнә, шунан хәрби хеҙмәткә китә, бер йыл тиерлек унда йөрөгәс, полковник дәрәжәһе алып ҡайта. Аҙ ғына ял итә лә өйҙә, хеҙмәткә кире китә. Атаһы Павел менән борсаҡтары бешмәй. Павел ҡыҙматаҙ кеше. Юҡ-барға ғына ҡыҙып китә лә, донъя ҡыйратырға тотона, янындағы кешеләргә әйтмәгән һүҙе ҡалмай. Дөрөҫ, был хәленән тиҙ һыуына, кемдәргә ҡул күтәргән, рәнйеткән, уларҙан ғәфү үтенә. Ошо холҡо арҡаһында улы Александр менән араһы йүнле булмай. Өләсәһе улынан йүнле батша сыҡмаҫын белә, ә Александр донъя кимәлендәге император булыр, тип өмөтләнә. Ошо ниәт йәш ирҙең мейеһенә инеп ултыра. Әммә атаһы әле ныҡ, бирешергә, урынды бушатырға йыйынмай. Александрҙы уратып алған кешеләр ҙә был турала йыш ҡына тегенең "тирмәненә һыу ҡоя". Бигерәк тә Англияның Петербургтағы илсеһе Александрҙың ҡолағына шыбырларға ярата. Бер көндө ул атаһы Павелде үлтерергә йыйыныуҙары тураһында әйтә. Александр аптырап ҡарай ҙа, бер ни ҙә өндәшмәй. Шул уҡ ваҡытта кеше ғүмеренә яҫҡыныуҙы маҡтап та, хурлап та бер ни ҙә эшләмәй. Икенсе төрлө әйтһәң, атаһын үлтереүҙә ниндәйҙер дәрәжәлә улы ла ҡатнашҡан булып сыға.
Нисек кенә булмаһын, 12 мартта Александр Рәсәй императоры тажын кейә һәм халыҡ-ара хәлдәрҙе үҙ файҙаһына бороу өсөн беренсе килешеүҙәренең береһе Франция империяһы менән була.
* * *

Бонапарт императорға үҙенекеләргә лә, бигерәк тә сит илдәргә, айырыуса Англияға, императорҙың кемлеген танытырға кәрәк. Нисек итеп? Әлбиттә, уның юлы бер - һуғышта бик әһәмиәтле еңеү яуларға, ҡаршы яҡ ҡабаттан башын ҡуҙғалта алмаҫлыҡ итеп тондорорға кәрәк. Шул саҡта Бонапарттың һүҙен һүҙ итер барыһы ла.
Франция Ла-Манш ҡултығының Англия яғында еңеүле яуҙар булдырыр өсөн бығаса күрелмәгән флотилия төҙөүҙе ашыҡтырҙы. Шул уҡ ваҡытта Наполеон һуғыштың диңгеҙҙә түгел, ерҙә булыу ихтималлығын уйлап, яуҙы нисек алып барырға икәнлеген билдәләне. Ҙур, бик ҙур һуғыш булырға тейеш ине йә ерҙә, йә һыуҙа.
1805 йылдың авгусында һуғыш менән етәкселек итер өсөн Бонапарт Булонға барып етә. Инглиздарҙы, Ла-Манш аша сығып, үҙҙәренең йортонда ҡыйратыр өсөн барыһы ла әҙер буғай. Бик ҙур флотилия төҙөлгән. Гибралтар боғаҙы аша француздарҙың испандар менән ҡуша берләштергән эскадраһы килеп етһә, бер ваҡытта ла бер илдә лә булмаған флотилия барлыҡҡа киләсәк. Шул килеү менән Англияға һөжүмде башламаҡсы була Бонапарт. Ул бер көн көтә, ике, өс... Эскадраның бында булырға тейешлегенә ун көндән ашыу ваҡыт үткәс, Наполеон бик яман хәл булғанын аңлай. Оҙаҡламай уның күрәҙәлеге дөрөҫләнә. Көнбайыштағы эскадра урынынан да ҡуҙғала алмаған. Урта диңгеҙҙәге инглиз караптары уны ҡамап алып, һыуға батырып бөтөргән тиерлек.
Яуҙы асмайынса уңышһыҙлыҡҡа осраған Бонапарт тәүҙә аптырап ҡала. Бынан бер йыл элек император тажы кейгәйне, әммә йыл буйына күҙгә элерлек бер генә еңеү ҙә, хатта уңыш та күргәне булманы. Шулай уҡ дарманһыҙмы икән ни Бонапарт? Өҫтәүенә уға ҡашы илдәр берлеге төҙөлөп бөткән тиерлек. Англия, Рәсәй, Австрия, Швеция, Неопалитан короллеге берләшкән, ошо арала уларға Пруссия ҡушылмаҡсы була. Бындай килешеү бер ваҡытта ла булғаны юҡ ине. Әгәр уларҙың ғәскәрен бергә туплаһаң, ярты миллионға яҡын һалдат була. Берекмәнең эсендәге иң йәш монарх Александр Беренсе: беҙ Францияға һәм француздарға ҡаршы һуғышырға йыйынмайбыҙ, беҙ бары Бонапартҡа ғына ҡаршыбыҙ, тигән саҡырыу яңғырата. Барыһы ла ризалаша уның менән һәм берекмәнең ғәскәрен көнбайышҡа - Франция сигенә ҡыуа.
Яңы берекмәнең барлыҡҡа килеүе, бигерәк тә яңыраҡ ҡына ҡыуана-ҡыуана Франция менән килешеү төҙөгән Александрҙы аңламай Бонапарт. Был ниндәй ике йөҙлөлөк һуң ул, тип аптырай. Кеше үҙен ир итеп һанаһа, исмаһам, беренсе килешеүҙе юҡҡа сығарырға, шунан икенсеһенә ҡул ҡуйырға тейеш ине. Ә был икеһен дә дөрөҫкә һанай шикелле.
Берекмә Бонапартҡа ҡаршы эш башлай. Әммә Бонапарт өлгөрөрәк булып сыға. 1805 йылдың сентябрендә "бөйөк әрме" (Францияның әрмеһен рәсми рәүештә шулай тип йөрөтәләр) Рейнды аша сығып, Германия еренә бәреп инә. Дөрөҫ берләшкән илдәрҙең ғәскәре Бонапарттыҡына ҡарағанда һан яғынан да күберәк, сифат яғынан да яҡшыраҡ. Булһын, тип уйлай Бонапарт. Һан яғынан өҫтөнлөктө хәрәкәт тиҙлеге менә еңеп булғанын аҙ күрҙеме ни ул. Иң мөһиме, берекмәнең көсөн тарҡатып алырға һәм берәмтекләп, ҡыйратырға. Йоҙроҡҡа төйләнгән ҡулды еңеү еңел түгел, ә бармаҡтарҙы айырып алһаң, берәмләп һындырып сығып була.
Был мәлдә Австрия әрмеһе бер урынға тупланмаҡсы булып маташа, шул уҡ авҡытта көнсығыштан Кутузов етәкселегендә килгән Рәсәй, яҡында тупланған Пруссия көстәрен көтә. Бонапарт тиҙ генә Австрия ҡораллы көстәренә һөжүм итә һәм уны Ульм ҡалаһына инеп бикләнергә мәжбүр итә һәм быны шунда бөтөн яҡтан да ҡамап ала.
1805 йылдың 20 октябрендә Австрия әрмеһе бирелергә мәжбүр була. Егерме мең һалдат әсиргә төшә, бик күп туп, башҡа ҡорал француздарға күсә. Был еңеү йәшен тиҙлегендә бөтөн Европаға тарала. Бонапарт еңеүҙе байрам итеп тормай, Венаға ҡарай ҡуҙғала. Дунай йылғаһын аша сығырға элек төҙөлгән күпер бар. Әммә уны австрия ғәскәренең бик ышаныслы бер өлөшө һаҡлай. Уларға, сигенгән саҡта күперҙе шартлатып китергә, тигән әмер бирелгән. Француздар башҡа һыймаҫлыҡ аҙымға бара. Өс генерал бер ҡоралһыҙ, ҡарауылһыҙ көйгә күпергә яҡын киләләр. Үҙҙәрен парламентарийҙар тип таныштыралар, уларға әрменең баш командующийы менән күрешеп һөйләшергә кәрәк. Солох тураһында, имеш, килешеү төҙөлгән. Шул турала һөйләшергә кәрәк. Австриясылар ышана һәм кенәз Ауэрсперг янына алып баралар. Был өсәү тегене матур хәбәр менән оҙаҡ әүрәтә. Бер нисә сәғәттән ҡараһа ул, француз ғәскәре шым ғына килеп, күперҙе аша сығып та бөткән. Ә Бонапарт еңел генә итеп Вена ҡалаһын баҫып ала.
Әрме штабына килгән Александр 1 менән Австрия императоры Франц осрашып һөйләшәләр һәм икеһенең береһе лә һуғыш еңелеү менән тамамланды, тип һанамай. Рәсәйҙең төп көсө әле килеп етмәгән, Австрияның да ғәскәре ҡалған әле. Күңел күтәренкелегенә Европаның көньяғындағы Транфальгар мороно янында инглиз диңгеҙ көстәренең француз менән испан караптарын ныҡ ҡыйратыуы тураһындағы хәбәр ҙә йоғонто яһай. Тимәк, француздар диңгеҙ көсөн юғалтты тигән һүҙ. Ла-Маншты аша сығып Англияны баҫып алыу тормошҡа ашмаҫ хыял ғына булып ҡалды.
Ул арала Рәсәй көстәре, бында килеп етеп, Дунайҙың икенсе ярына урынлаша. Башкомандующий Михаил Кутузов ғәскәрҙең нығыныуын, ял итеүен һәм төп көстөң килеп етеүен теләй. Әлегә яуға инмәйенсә бөтөн көстөң дә килеүенә өлгәшергә һәм һәр яҡлап әҙерләнеп бөткәс кенә дошмандың башына бер юлы һуғырға кәрәк, тип һанай. Йәш император Александр 1, уның ярандары өтөп-ҡырып баралар. Көтөргә ярамай, дошман көсһөҙ саҡта бәреп ҡалырға кәрәк, тиҙәр. Ә дошман көсһөҙ тигән хәбәрҙе Бонапарт үҙе юрый тарата. Ул ғына ла аҙ. Бер көндө ул Савари исемле генералын Александр 1 ҡашына ебәрә. Савари император менән осрашып, Бонапарт солох һорай, тип белдерә. Александр быға яуап итеп, Савариға эйәртеп, Долгоруков тигән егерме һигеҙ йәшлек генералын ебәрә. Бонапарт Долгоруковты түбәнселек менән ҡаршы ала, ипләп кенә һөйләшә, хатта оялсан булып та ҡылана. Ни тиһең инде, оҫта әртис бит Наполеон. Тегенеһе Бонапартты көсһөҙ, ҡыйыуһыҙ бәндә икән, тип ҡабул итә. Минең императором һеҙҙең солох үтенесегеҙгә ризалыҡ бирә, тип яуаплай. Ниндәй шарттар ҡуя һуң Александр- тигән һорауға: һеҙ Францияның элекке сиктәренә ҡайтырға тейешһегеҙ, тип ебәрә. Долгоруков үҙ яғына әйләнгәс, императорына һөләшеү һөҙөмтәләрен әйтеп биргәс, Бонапарт үҙенең ҡораллы көстәренә ышанмай, тип һығымта яһай. Хәрби совет йыялар. Унда Рәсәй һәм Австрия императорҙары, Ктузов һәм генералдар ҡатнаша. Австрияның хәрби штабынан Вейротер бик ентекләп буласаҡ оло яуҙың хәрәкәттәрен күрһәтә. Ниндәй хәрби берәмектең ҡасан ҡайҙа ҡайһылай барырға тейешлеге - бөтөнөһө лә иҫәпкә алынғайны. Тик бер нәмә генә билдәһеҙ ҡалды - дошмандың нимә эшләре күҙалланмағайны. Кутузов был ниәткә ҡәтғи ҡаршы сыҡты. Хәҙер һуғышырға ярамай. Төп көстәрҙең килеп еткәнен көтөргә кәрәк, тине ул. Император Александр 1 һәм йәш генералдар Кутузовҡа көлөп кенә ҡараны, ҡарттың фекере иҫкергән, яңы шарттарҙы иҫәпкә алмай. Француздарҙың хәле алама саҡта ныҡ итеп һуғып ҡалырға кәрәк.
Бонапарт был һуғышҡа бик ныҡ ҙерләнә. Ғәскәр берәмектәрен алға, артҡа йөрөтә, тегенеһен, быныһын , ҡоралдарын ҡат-ҡат әҙерләтә, кемдең ҡайҙа торасағын, нисек хәрәкәт итәсәген бөтөнөһөнә лә аңлата. Кистәрен ул һалдаттары араһында була. Ут янында ултыра, һалдаттарҙың ризығын уртаҡлаша, көләмәстәр һөйләй, шаярта, ғәскәрҙең күңелен күтәрергә тырыша. Ысынлап та ул күренгән ерҙә күңел күтәренкелеге була, кешеләр еңәсәктәренә ныҡ ышана.
Бына декабрь төнө уҙып, таң ата башлай. Австро-урыҫ әрмеһе хәрәкәткә килә һәм дошманына ҡаршы ҡуҙғала.
Берләштерелгән ғәскәрҙең төп көстәре килеп етмәһә лә, уларҙың барыбер француздарҙан күберәк икәнлеген Наполеон белә. Уның етмеш өс мең кешеһенә ҡаршы һикһән биш мең кешелек әрме баҫҡан. Ун ике меңгә күберәк. Аҙ көс түгел. Әммә Наполеон күп һанлы ғәскәрҙе көтөлмәгән һөжүм, уйламаған хәрәкәт менән еңеү мөмкин икәнен белә.
Дошман яуға күтәрелә, француздар ҡатып ҡалған һымаҡ бер урында тора бирә. Ҡаршы яҡ, сигенгән кеше булып үҙ артынан француздарҙың аҙ ғына көсөн эйәртеп алып китеүе була, Наполеон төп көсө менән дошманы урынлашҡан урындың ҡап уртаһына һөжүм башлай. Быны көтмәгән австро-урыҫтарҙың ғәскәре икегә бүленә. Француздар тәүҙә быларҙың һул яғын дөмбәҫләй, шунан уң өлөшөн. Дошманы ҡойолоп төшә. Шуны ғына көткән Наполеон ғәскәре быларҙы бөтөн яҡтан да ҡамай. Союздаштар әрмеһе бик тиҙ тарҡалә һәм еңелә. Кис етер алдынан яу туҡтай. Австро- урыҫтар егерме ете мең кешеһен үле, йә яралы килеш һуғыш яланында ташлап китә, ҡалғаны әсир төшә. Ике император аттарына менеп икеһе ике яҡҡа ҡаса.

(Дауамы. Башы 31-32-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.21 | Ҡаралған: 281

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru