«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВАКЦИНА ЯРҘАМЫНДА ЕҢЕЛГӘН УН ӨС ҠУРҠЫНЫС СИР
+  - 


Сәсәк ауырыуы

Төп билдәһе - тәнгә сабыртма сыға. Сирҙән һауыға алғандар өлөшләтә йәки тулыһынса һуҡырайған. Тирелә бик күп йөйҙәр ҡалған. Төрөнә ҡарап, уның менән ауырығандарҙың 90 проценты тиерлек вафат булған. Сир бер нисә мең йыл буйы кешелеккә хәүеф менән янаған. Прививка эшләтеп кенә унан тулыһынса ҡотолғандар. Урта быуатта унан йыл һайын 1,5 миллион кеше үлгән. 1796 йылда Эдвард Дженнер йоғошло сирҙе тик вакцина менән еңеү мөмкинлеген иҫбат итә алған. Совет медиктарының 1958 йылда план буйынса күпләп прививка эшләтеү тураһында тәҡдименән һуң ғына сир сигенә. Сәсәк ауырыуына ҡаршы бөтә донъя көрәшә. Әйткәндәй, ул ваҡытта ла вакцина эшләтеүгә ҡаршы килеүселәр була.

Холера йәки ваба сире

Киҫкен эсәк инфекцияһы, 20 процент осраҡта эс китә, ҡоҫтора. Ул һыу аша һәм сирле кеше менән бәйләнештә булғандан һуң йоға. Иң киң таралған һәм үлемесле боронғо сирҙәрҙең береһе. Бөтә донъя буйынса тиҫтәләгән миллион ғүмерҙе өҙгән. Рәсәйҙә 1848 йылда 1772 439 кеше ауырый, шуның 690 150-һе вафат була. Уны француз микробиологы Луи Пастер уйлап тапҡан бактериаль вакцина ярҙамында еңәләр. Ҡайһы берҙә бөгөн дә планетала ваба менән ауырыған осраҡтар теркәлә. Айырыуса ярлылыҡ өҫтөнлөк иткән илдәрҙә, стихиялы бәлә-ҡаза ваҡытында был проблема көнүҙәк. Донъяла йыл һайын 3-тән 5 миллионға тиклем кеше ауырый, 100-ҙән ашыу кеше үлә. Сирҙе прививка ярҙамында ғына еңеп булыуы билдәле.

Туберкулез

Был йоғошло ауырыу XX быуатҡа тиклем дауаланмай торған сир иҫәпләнгән. XIX быуатта унан Европаның һәр етенсе кешеһе вафат булған. Йыш ҡына ул үпкәне зарарлай. Уға ҡаршы вакцинаны 1921 йылда Пастер институтында уйлап табалар - ул яңы тыуған балаға һалған БЦЖ. Шулай уҡ антибиотиктар барлыҡҡа килеүе лә туберкулезды еңергә булышлыҡ итә. Үпкә сире әле булһа донъяла ҙур проблема булып тора. Хәҙер уның менән ауырыусыларҙың уртаса 87 проценты дауалана. Ғалимдар сирҙе тулыһынса юҡ итергә һәләтле яңы вакцина барлыҡҡа килеүенә өмөтләнә - әле унға яҡын яңы препарат һынау үтә.

Чума (тағун сире)

Тағундың ике төрө бар. Бубон чумаһында лимфа төйөндәре, икенсеһендә үпкә эшлектән сыға. Тейешенсә дауаланмаған осраҡта биҙгәк тота, сепсис башлана, күп осраҡта үлемгә килтерә. "Ҡара үлем" тип аталған сирҙән 50 миллион тирәһе кеше гүр эйәһе булған.
Чуманан беренсе вакцинаны XIX быуат аҙағында ғалим Владимир Хавкин уйлап тапҡан. Препараттың тиҫтәләгән миллион дозаһы XX быуаттың 40-сы йылдарына тиклем бөтә донъяла ҡулланылған. Вакцина ауырыуҙы тулыһынса юҡ итмәһә лә, уны 2-5 тапҡырға, ә үлем осрағын 10 тапҡырға кәметкән.

Дифтерия

Тамаҡ, ҡурылдай, тире һәм башҡа ағзаларҙы зарарлаусы киҫкен инфекция. Дифтерия таяҡсаһы бүлеп сығарған ағыулы токсин арҡаһында ауырыу яй үтә. Тын алыу юлында тығын барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Уға ҡаршы вакцинация алымдарын Рәсәйҙә 1902 йылда врач Семен Дзержиковский уйлап таба. Иң тәүҙә ул үҙендә тәжрибә үткәрә. Күпләп прививка эшләткәндән һуң ғына ауырыу сигенә, хәҙер беҙҙең илдә АКДС, АДС һәм АДС-м вакциналары һәм уларҙың аналогтары ҡулланыла.

Полиомиелит

Вирус эсәктәрҙе зарарлай, һирәк осраҡта ҡанға үтеп инеп, арҡа мейеһенә эләгә. Һөҙөмтәлә үлемгә дусар итә. XX быуат башында эпидемия ваҡытында Нью-Йоркта ике меңдән ашыу кеше яҡты донъя менән хушлаша. Башлыса уның менән балалар ауырый. Тәүге вакцинаны 1950 йылда ғалим Джонас Солк уйлап таба. Сеймал сифатында маймыл бөйөрө файҙаланыла. Ғалим Альберт Сабин тере вакцина уйлап сығара һәм уның штаммын СССР-ға бирә. 1959-1961 йылдарҙа халыҡ күпләп вакцинаға йәлеп ителгәс кенә ауырыу сигенә. Әлеге ваҡытта инфекция Африка һәм Азияның ҡайһы бер илдәрендә осрай.

Ҡыҙылса

Һауа-тамсы юлы менән таралған сирҙе Measles вирусы барлыҡҡа килтерә. Уның менән башлыса балалар ауырый. Үлем яҡынса 1-20 процент тәшкил итә. Әлегә тиклем унан дауаланыу ысулы табылмаған. 1960 йылда АҠШ-та вакцина сығаралар. Ошо уҡ ваҡытта совет микробиологтары ла препарат уйлап таба. Ауырыу халыҡҡа күпләп прививка эшләгәндән һуң ғына юҡҡа сыҡты. Әлеге ваҡытта донъяла уға ҡаршы ҙур программа бойомға ашырыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, көн һайын Ер шарында вакцина һалдырмаған 400-ләгән бала үлә.

Быума йүтәл

Киҫкен һауа-тамсы бактериаль инфекция тын юлын зарарлай, көслө йүткереү барлыҡҡа килә. Сәсәтмә 2 йәшкә тиклемге балалар өсөн хәүефле. Уға ҡаршы вакцина 1914 йылда АҠШ-та барлыҡҡа килә. Уның арҡаһында ауырыусылар һаны кәмей. Прививка эшләтеү Рәсәйҙә 1950 йылда ныҡ тарала. Тап шул сәбәпле бөгөн инфекцияны контролдә тоторға мөмкин. Вакцина яһатҡандар сирҙе еңелерәк үткәрә һәм бактерия йөрөтөүсе булараҡ прививка эшләтмәгәндәргә хәүефле булыуҙары ихтимал.

Тиф

Тиф - дөйөмләштерелгән исем. Ул сир кешенең психикаһы боҙолоуы фонында биҙгәк һәм көслө ағыуланыу менән барған инфекцион ауырыуҙарҙы берләштерә. 1768-1774 йылдарҙғы төрөк һуғышында сабыртмалы тифтан яу яланында һәләк булыусыларға ҡарағанда ла күберәк кеше үлгән. 1917-1921 йылдарҙа Рәсәйҙә 3 миллиондан ашыу кешенең ғүмерен өҙгән. 1942 йылда СССР-ҙа уға ҡаршы вакцина уйлап табыла, ә йоғошло сирҙе антибиотиктар ғына тулыһынса еңергә ярҙам итә. Тиф менән ауырыусылар әле лә Төньяҡ Африкала, Көньяҡ-көнсығыш Азияла осрай. Шуға күрә ошо илдәргә барырға йыйынған туристарға прививка эшләтеү һәм гигиена ҡағиҙәләрен үтәү талап ителә.

Тартышыу, һын ҡатыу ауырыуы (столбняк)

Нервы системаһын зарарлаусы киҫкен йоғошло сир. Уның төп билдәһе - тартышыу, ҡорошҡаҡ тотоу. Столбняк таяҡсаһы тупраҡта "йәшәй", улар организмға яра аша эләгә. Уны планлы вакцинация менән генә иҫкәртергә мөмкин.

Менингококк инфекцияһы

Баш һәм арҡа мейеһен зарарлаған киҫкен йоғошло сир. Һауа-тамсы юлы менән күсә. Ваҡытында дауаланған осраҡта ла йоҡтороусыларҙың 30 проценты тирәһе вафат була. Уға ҡаршы тәүге прививканы 1960 йылда Америка врачтары уйлап таба. Вакцинация - әлеге көндә лә унан һаҡланыуҙың берҙән-бер сараһы.

В гепатиты

Бауырҙы зарарлаған йоғошло сир. Кеше организмы вирусты еңергә һәләтле, әммә ҡайһы бер осраҡта ул хроник сиргә әйләнеүсән. Ауырыу бик оҙаҡ йылдар бауырҙы зарарлап, һиҙелмәй генә дауам итергә мөмкин. Йыл һайын В гепатиты вирусынан барлыҡҡа килгән бауыр ауырыуынан донъяла 600 меңдән ашыу кеше вафат була. Уға ҡаршы көрәштә иң яҡшы сара - вакцинация. Беренсе вакцинаны 1981 йылда уйлап табалар. 1998 йылдан ул прививкаларҙың милли календарына индерелә.

Ҡотороҡ

Вирус ауырыу йәнлек тешләгәндән һуң күсә. Ул башлыса нервы күҙәнәктәрен зарарлай һәм 20-90 көндән һуң һыуҙан ҡурҡыу, галлюцинация һәм фалиж күҙәтелә, үлем менән тамамлана. 1885 йылда Луи Пастер сирле малайға вакцина һала һәм ул ҡотороҡ ауырыуы менән сирләгән хайуан тешләгәндән һуң прививка ярҙамында иммунитетты нығытыу мөмкинлеген асыҡлай. Был практиканы әле булһа ҡулланалар. Рәсәйҙә ҡотороҡҡа ҡаршы вакцинаны 1886 йылдан алып эшләйҙәр.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.21 | Ҡаралған: 630

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru