«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ ДОНЪЯЛА МӨҒЖИЗӘГӘ УРЫН БАРМЫ?
+  - 


Мөғжизә көтөү һәр әҙәм йәненә хас тәбиғи сифат булhа ла, уны көтөп ултырыуҙан фәтүә юҡ. Мөғжизәне көтөп алыу өсөн кеше үҙен дәртләндереп, өмөтләндереп, күңел ишектәрен киң асып, уны ҡабул итергә әҙер булырға тейештер. Сөнки кеше, ғәҙәттә, көндәлек йәшәйештәге үҙе өсөн уңайлы һәм файҙалы күренештәрҙе лә ваҡытында күреп, баhалап, күңеле менән ихлас ҡабул итеп, ҡыуана белмәй. Ә инде үҙенең бәхетле, уңышлы була алыуына ышанған тырыш, hәләтле кешеләргә мөғжизә йышыраҡ осраусан икәне билдәле. Шуға күрә, мөғжизә көткән кеше уға ҡаршы үҙе бер аҙым булhа ла эшләргә тейеш. "Тик ятҡан таш аҫтына һыу инмәй" тиҙәр бит…

Мәҫәлән, "Мөғжизәләр яланы" тапшырыуына барып, батмустан һайлап алған асҡыс менән ишеген асҡан машинаға ултырып ҡайтҡан кешегә "Үәт, ниндәй бәхетле!" тигән көнләшеү менән бағалар. Ә ул тапшырыуҙа ҡатнашыр өсөн был кеше ниндәйҙер мөғжизәгә ышанған, уға табан аҙым яһап, үҙен hорауҙарға дөрөҫ яуап биреүгә әҙерләгән, китаптар аҡтарған. Ситтән ҡараусыларҙың күптәре шул ғәмәлдәрҙе атҡарырға ла йыбана. Әлбиттә, улар мөғжизәләргә лә ышанмай. "Ҡаты ауырып ятҡан ерҙән тороп киткән, үәт мөғжизә!" тиҙәр бәғзе берәү тураһында. Тороп китер өсөн ул кешенең күпме көс, тир, күҙ йәштәрен түккәнен кем күргән дә, hыҙланыуҙарын кем һиҙгән? Уның үҙен йәлләткес уй-хистәрен еңеп, күпме тән һыҙланыуҙары, йән ғазаптары аша үтеүен кем аңлап, баһалаған? Уйлап ҡараhаң, был да иҫ киткес мөғжизә бит! Сөнки был бәхеткә яҡты донъяла йәшәгәндәр генә эйә!
Ахирәттәгеләр (йәндәре йәннәттә булһын!) был турала хыяллана ла алмай. Улар был донъяның михнәттәренән дә, рәхәттәренән дә мәхрүм. Кешеләр шуны аңлаймы? Аңлаһа, көндәлек тормош мәшәҡәттәренән арынып, бер-береһенә йылы hүҙ әйтергә, йылы ҡараш бүләк итергә әҙерме? Кемделер маҡтап, кемделер хуплап, кемделер арҡаhынан hөйөп ебәрергә hәләтлеме? Ай-hай күптәр әҙер түгелдер, сөнки бөгөн берәүҙәрҙең холҡона ҡырыҫлыҡ, тәкәбберлек ауырыуы йоҡһа, икенселәрҙең аңын нәфсе ағыулай, өсөнсөләрҙең йәненә көнләшеү, үсләшеү оялаған. Был йоғошло ауырыуҙар өлкәндәрҙән балаларға күсә. Сөнки насар холоҡ, алама һыҙаттар әҙәм балаhына тыумыштан бирелмәй, тормоштан үҙләштерелә бит. Кешеләр бер-береһенә түгел, йәшәгән мөхите - йәнтөйәгенә hаҡсыл мөнәсәбәттә булыуҙы үҙенең йәненә тыумыштан һалынған йән сифаты, тыуған еренең тәбиғәтенә, тәбиғи ресурстарына мәрхәмәтле булыуҙы - кешелеклек бурысы икәнен онота бара. Мәҫәлән, ХХI быуатта юҡҡа сығыу хәүефе янаған йәнлек, ҡош-ҡорт, балыҡтарҙың 8471 төрө "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгәнен күптәр белмәйҙер ҙә. Белгәндәр ҙә ул һанға етди әһәмиәт бирмәй. Сөнки кеше тәбиғәттән ниндәйҙер мөғжизә көтөп, өмөтләнһә лә, йәшәгән мөхитенең һыу, һауа, ерҙәренең таҙалығына битараф.
Ата-бабаларҙың нәҫел, ырыуҙары ғүмере буйы йәшәгән йәнтөйәктең мөғжизәгә тиң ерҙәрен һаҡлауҙы үҙенең выждан бурысы икәнен танып, ҡәҙерләү кәрәклеген йәнендә тоймағандар күбәйә барыуы борсолдора. Улай түгел, тип ҡысҡырырға ашыҡмағыҙ, тиер инем. Сөнки аңында тыуған төйәгенә һөйөү тойғоһо тәрбиәләр өсөн кеше уны бөтә яҡтан да өйрәнеп, яҡшы белергә тейеш. Шул саҡта ғына уның йөрәгендә йәнтөйәген яратып, ҡәҙерләү тойғоһо уяныуы мөмкин. Ә белмәгән, танымаған ерҙәргә ниндәй яҡты хистәр тыуһын? Күп осраҡта кеше, ваҡыт юҡлығына һылтанып, тыуған төйәге тәбиғәтен өйрәнеп, күреп белергә лә артыҡ көс һалмай. Мәҫәлән, ғүмере буйы бер төбәктә йәшәп, ер-һыуҙарын күрмәгән, уларҙың исем атамаларын белмәгән кешеләр бар. Мин үҙем, ике йыл буйына көн hайын Баймаҡтан Темәскә йөрөп эшләгән осорҙа, көнөнә ике тапҡыр Бәхтигәрәй ауылы тәңгәлендәге Ирәндектең иң бейек түбәләренең береhе - Соҡаташ (Кәртәташ тип тә әйтәләр, бейеклеге 985м.) эргәhенән үткән hайын, ошо ҡая башына менеп, тирә-яҡты күрер кәрәк ине, тип хыялланып йөрөнөм. Пугачев ихтилалы баҫтырылғас, Соҡаташ башындағы эре таштар менән кәртәләнгән ҡәлғә кеүек ҡоролмала ҡасҡындар йәшенеп ятҡан икәне, унда башҡа ҡалҡыуҙарҙағы һаҡсыларҙы иҫкәртер өсөн усаҡ яға торған ялпаҡ ташта боронғо ут эҙҙәре булыуы тураһында риүәйәттәр ишеткәнем булды. Ләкин, hәр саҡтағыса, ваҡыт юҡлыҡҡа hылтанып, ул маҡсатыма ирешмәнем.
Үҙаллы бара алмаҫ хәлгә ҡалғас, hау саҡта еңел генә тормошҡа ашырырлыҡ маҡсат хыялға әүерелде. Әгәр ҡасандыр бара алhам, был ваҡиға минең өсөн хатта мөғжизә булыр ине. Һау кешегә ябай ғына атҡарырлыҡ маҡсат, бер мәл, тормошҡа ашмаҫлыҡ мөғжизәгә әйләнер тип кем уйлаhын? Шуны белә күрә, ниңә әҙәм балаһы хәленән килгәнде бөгөн эшләмәй, маҡсаттарын бөгөн тормошҡа ашырмай, күңел ихтыяждарын бөгөн ҡәнәғәтләндерергә тырышмай?
Яҙмыш нимә ҡылмай әҙәм балаhы менән: бурыстарҙы үтәү, хыялдарҙы тормошҡа ашырыу түгел, "Йәшәп танhыҡ ҡанманы…" тип әйтәлер һәр кем ғүмеренең ахырында. Мөмкинлектәр сикләнгән ваҡытта ябай ғына ниәттең тормошҡа ашыуын теләү - хыял, яңы көндө, яңы миҙгелде күреү - мөғжизә, көтмәгәндә йылы hүҙ ишетеү бәхеткә торошло була! Шуға күрә, ғүмерҙең ҡәҙерен бөгөн белеп, йәшәрҙе бөгөн йәшәп, изге ниәттәрҙе бөгөн атҡарып ҡалырға тырышығыҙ, тип әйтке килә. "Бөгөн эшләреңде иртәгәгә ҡалдырма" тип халыҡ бушҡа әйтмәгән. Йәшәгән саҡта кешеләр бер-береһенә иғтибарлы, ихтирамлы булып, күрешеп, hөйләшеп, кәңәшләшеп, яҡын аралашып, бер-береһенең тән-йән йылыhын тоя алыуына ҡыуана белhен ине. Маҡсат, теләктәре тормошҡа ашhын өсөн күңелдәр яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа киңерәк асылhа, йөҙҙәр йышыраҡ мөләйем, үҙ-ара мөнәсәбәт, мөғәмәләр ихлас, һүҙҙәр ышаныслы булhа, ошо тойғоларҙы йәнендә тәрбиәләп, изге ниәттәр, яҡты хыялдар менән өмөтләнеп йәшәгән кешенең күңеленә тылсымлы мөғжизәгә тура юл асылыр. Шул осраҡта, тормошҡа ашмаған уй-теләктәр, ниәт-хыялдарҙың үкенестәре әҙәм балаһының ҡалған ғүмерен ағыуламаҫ, биллаһи!..

Үкенгәнсе үткәнеңә, үткән йәшкә,
Ҡул һелтә лә күҙҙәреңә килгән йәшкә,
Дәртле йөрәк көсөң менән бөгөн йәшнә,
Өмөтләнгән иртәгәңде бөгөн йәшә!

Урал МОСТАФИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.08.21 | Ҡаралған: 275

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru