«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ УНЛАР - БАБАЛАРЫБЫҘ ҺУНДАР
+  - 


Унлар - төньяҡ башҡорттары этнографик төркөмөнә ҡараған башҡорт ырыуы. Был ырыуҙың күпләп йәшәгән тәү төйәге - Ҡариҙел йылғаһының уң ҡушылдығы булған Байҡы йылғаһы үҙәне. Унларҙың бер өлөшө Ҡариҙел йылғаһы буйын үҙ итә, ә был яҡтарҙа башҡа тарафтарҙан күсеп килгән халыҡтар күбәйә башлағас, көнсығышҡа, Йүрүҙән йылғаһының түбәнге ағымы буйындағы ерҙәргә юллана.
Унлар башҡорттарының ауылдары Өфө губернаһының Бөрө өйәҙендәге Су-унлар олоҫона ҡарай, ул Йәнсәйет һәм Байҡы түбәләренә бүленә. Шулай уҡ Танып олоҫо составында Ҡыр-Унлар түбәһе була. 1894 йылда унлар ауылдары Байҡы һәм Байҡыбаш олоҫтарын хасил итә. Ҡариҙел районының Абтулла (Бәҙрәш), Буронғот, Ҡараяр, Дүртөйлө, Ҡаҙысай, Кантон (Ысыҡты), Яңы Бирҙәш, Иҫке Аҡбүләк (Әзмәй), Яңы Аҡбүләк, Туйыш, Хәлил, Юлдаш, Яҡуп, Малик, Тегермән (Иҫке Бағазы, Үрге Тегермән, Түбәнге Тегермән), Яңы Йәнсәйет, Иҫке Йәнсәйет, Шамрат, Мата ауылдарын унлар башҡорттары нигеҙләгән. Борай районында ла унлар ауылдары бар: Иҫке Ҡиҙгән, Яңы- һәм Иҫке Ҡарағош, Кәшкәләү, Дауытлар, Баҡалы (Имәнкүпер, Иҫке Имәнкүпер). Был ауылдар Танып олоҫоноң Ҡыр-Унлар түбәһенә ҡарай. Асҡын районының Упҡанкүл ауылына ла унлар нигеҙ һалған, ошо райондың Ҡарткиҫәк, Яңы Ҡарткиҫәк ауылдарында ла унларҙың су-ун һәм байҡы түбәләре вариҫтары танып ырыуы башҡорттары менән ҡатнашып йәшәй.
Унларҙың су-ун, байҡы, ҡыр-ун түбәләре бер нисә аранан (нәҫел-нәсәбтән) хасил булған: мәҫәлән, Иҫке Аҡбүләктә аҡбүләк, балтай, шәмекәй, ҡужағол, сабир, малик; Яңы Йәнсәйеттә ярғыҙ, туҡыш, уржум, байшан, бүре аралары.
Су-унлар, балыҡсы ырыуы кеүек үк, Башҡортостандың көнбайыш райондары ауылдары халҡынан айырмалы, этник яҡтан бер сығышлы булған ауылдарҙа көн итә. Уларҙың тик Тегермән исемле ауылында ғына бер ни тиклем мишәрҙәр йәшәһә, ҡасандыр унлар нигеҙләгән Иҫке Эткүсте ауылында хәҙер мариҙар ғына йәшәй. Борай районындағы унлар ауылдары шулай уҡ этник яҡтан ҡатнаш.
Тарихсы-ғалимдар унларҙың тарихи сығышын беҙҙең эраның беренсе яртыһында Евразия ҡитғаһын тетрәткән ҡеүәтле, легендар ҡәүемдәрҙән һаналған һундар менән бәйләй. Ошо замандан ҡалған яҙма текстарҙа Рим империяһын яулап алған һәм Көнсығыш Европа халыҡтарын буйһондорған Аттила яугирҙарын, уларҙың этник яҡтан төрлө ҡәүемдәрҙән булыуына ҡарамаҫтан, барыһын да һундар, тип атағандар. Европа авторҙары сыуаштарҙы, булғарҙарҙы ла һун ҡәүемдәре рәтенә индерә. Әммә бының ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүе әлегә ахырынаса асыҡланмаған.
Тарихта һун исеме аҫтында төрлө дәүерҙәрҙә һәм төрлө географик киңлектәрҙә йәшәгән ике ҙур халыҡ төркөмө билдәле. Тикшеренеүсе К.А. Иностранцев Ҡытай тарихында аныҡ сағылыш тапҡан хунну (сюнну) һәм Европаны буйһондора алған һун (гун) халыҡтары булыуын билдәләп, II - IV быуаттарҙа Үҙәк Азияла, Көнсығыш Себерҙә һәм Уралда формалашҡан һундарҙың Ҡытай тарихсылары телгә алған хунну ҡәүеме вариҫтары булыуын иғтибарға ала. Билдәле бер тарихи сәбәптәр арҡаһында Ҡытай ерлегендә көн иткән ҡеүәтле хунну (сюнну) вариҫтары, Урта Азия, Себер һәм Көньяҡ Урал тарафтарына күсеп китеп, бында оло империя төҙөй. Уларҙың Баламбер (IV б.) һәм Аттила (V б.) исеме менән бар донъяға билдәле булған юлбашсылары Европа илдәренә ике тапҡыр поход ойоштора. Тарихсылар һундарҙың ике ҙур төркөмө - Азия киңлектәрендә таралып йәшәүсе һәм Европаға тиклем барып еткән яугир һундар хаҡында мәғлүмәт бирә. Һундарҙың бер өлөшө Волга буйындағы Бүләр (Биләр) илендә төпләнә, әммә монгол яуҙары барышында Биләр ҡалаһы емертелә, ә һун-бүләрҙәр артабан башҡорттарға ҡушылып китә, Рус дәүләтендә улар йәшәгән тараф Бүләр олоҫо, тип атала башлай. Ғөмүмән, Европала урта быуаттарҙа булғарҙарҙың да һун тоҡомдарынан булыуына иғтибар иткәндәр. Мәҫәлән, Никифор Бөйөк Булғар ханы Кубратты "унногундурҙар хакимы", тип атаһа, Көнсығыш Рим императоры Константин Багрянородный булғарҙарҙың боронғо атамаһын "оногундур" булған, тип билдәләй. Тарихсы А.Н. Бернштам унн исемле ҡәүемдең үгеҙ малын үҙҙәренең изге хайуаны, йәғни тотемы итеп һанауы хаҡында яҙа. Бында һиндтарҙың әлеге көнгә тиклем һыйырҙы изгеләштереүе, башҡорттарҙың "Урал батыр" эпосында Уралдың алышта уҫал үгеҙҙе еңеп, уны кешеләргә буйһондороуы, ә "Ҡуңыр Буға" эпосында тыуған яғына ҡасып ҡайтып киткән үгеҙҙең халыҡҡа Урал һырттары аша төньяҡтан көньяҡҡа табан тура юл һалыуы хаҡында бәйән ителеүен иҫкә алырға була. Быны боронғо башҡорттарҙың һундар менән бәйләнештә булып, һуңғыларының бер ни тиклем халҡы ниндәйҙер ваҡиға-сәбәптәр һөҙөмтәһендә башҡорттарға килеп ҡушылыуының тарихи ауазы итеп ҡарап була. Фольклор мәғлүмәттәрен бер ни тиклем кимәлдә археологик тикшеренеүҙәр ҙә раҫлай. Европа һундарынан ҡалған ҡаҙылма ҡомартҡылар Тарихи Башҡортостан ерендә лә табылған. Мәҫәлән, археологтар Кама буйындағы Турай ҡәберлегенең һундарҙыҡы булыуын фаразлай. "Өфө-II ҡаласығы"нда (Турбаҫлы мәҙәниәте ҡомартҡыһы) табылған матди мәҙәниәт өлгөләре шулай уҡ Европа һундары менән тығыҙ этник бәйләнештә булған Волга-Дон алан-сарматтарынан ҡалған, тип иҫәпләнә. Тикшеренеүсе Г. Боталов ошо хаҡта былай тип яҙа: "Өфө территорияһында (медицина институты, Академия театры, Пушкин, Туҡай, Социалистик урамдары янында) тикшерелгән үтә бай ҡәберлек мәҙәниәте унн-сармат комплексы һыҙаттарын айырыуса асыҡ итеп күрһәтә".
Әлбиттә, "хунну", "сюнну", "һун" ("гун/хун") этнонимдары менән билдәле булған ҡәүемдәр этник яҡтан бер үк халыҡ булған тип әйтеп булмай. Уларҙың бөгөнгө вариҫтарының туранан-тура һун тоҡомдары булыуын да аныҡ ҡына билдәләүе ҡыйын. Шулай ҙа гот (герман) эпостарында данланған ҡеүәтле унндар (һундар) хаҡындағы хәтер сатҡылары үтә лә һирәк осрай торған этнонимдарҙа сағылыш тапҡан. Ҡырҡтан ашыу башҡорт ырыуҙары араһындағы унлар атамаһы ла ошоға дәлилдер. XIX быуатта башҡорт фольклоры өлгөләрен йыйыусы ғалим М.В. Лоссиевский ҙа башҡорттарҙың һундарға мөнәсәбәтле булыуын билдәләп киткән: "Чабаталы, то есть припущенники (чабаталы значит "лапотники"), называют коренных башкир-вотчинников, потомков древних башкир-кочевников - хуннами, признавая за ними самостоятельное наречие, как, например, самостоятельно наречие малороссийское, так что коренных башкир от остальных, именно от чабаталы и мещеряков, алатырей и тюменей, - легко отличить по твердому грубому их говору".

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.08.21 | Ҡаралған: 282

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru