«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БҮҘӘНӘ
+  - 

Ҡошсоҡтарын үҙаллы тормошҡа осороп ебәрер мәл еткәс, бүҙәнә уларҙы эргәһенә йыйып ала һәм шулай ти: "Ҡәҙерле балаҡайҙарым, инде әсәйем ашарға нимә алып килер икән тип көтөр сағығыҙ үтте, ҙурайҙығыҙ, ҡанаттарығыҙ нығынды, ашарға үҙегеҙ таба алаһығыҙ. Мин һеҙгә, хушлашып, кәңәш кенә бирә алам. Нәсихәтемә ҡолаҡ һалығыҙ, шул саҡта иркенләп бейектә оса ла, ерҙә ризыҡ та таба алырһығыҙ. Ауырлыҡҡа тарығанда, тамаҡ табыр өсөн ижтиһат иткәндә, Аллаһы Тәғәлә биргән аҙына ла риза булығыҙ. Ә инде ҡайҙалыр өйөлөп ятҡан ем, һыу тулы һауыт күрһәгеҙ, берүк ул тирәгә яҡын юламағыҙ. Кеше тип аталғандар араһында ҡоштарға йәтмә ҡуйғандары бар. Улар күренеп торған берәй урынға күп итеп ем һибеп ҡуя, әгәр ҙә һеҙ шуны сүпләргә килһәгеҙ, ҡапҡанға эләктерәсәк, һеҙҙе тотоп алып бикләп ҡуясаҡ. Һеҙҙе ситлеккә тотоп, һыҡтауығыҙҙы тыңлап, кинәнеп ғүмер кисерәсәк. Үлгәнсегә тиклем шулай ыҙалаясаҡһығыҙ, йә булмаһа, салып, бешереп ашаясаҡ, йә булмаһа, һеҙгә икенсе бүҙәнәне һөсләтеп, һеҙҙе талаштырып, шунан тәм табасаҡ. Ныҡ итеп киҫәтәм, һыйлы урындарға яҡын юламағыҙ..."
Ошо өгөт-нәсихәттән һуң, инә бүҙәнә ҡошсоҡтарын осороп ебәрә. Әле бер урындан, әле икенсе урындан үҙенә саҡ-саҡ ашарға табып йөрөгән бер улы бер саҡ мул ғына өйөлөп ятҡан иген күреп ҡала, эргәһендә генә сарсаған тамаҡты сылатыр һыуы ла ултыра, етмәһә. Әсәһе әйткәнде иҫенә төшөрөп: "Ҡапҡан тигәне ошо булалыр, моғайын", - тип уйлай ҡошсоҡ. Шулай ҙа бөртөк кенә бойҙайҙы ҡапҡыһы килә: "Бер тапҡырҙан ғына ҡапҡанға эләкмәҫмен әле", - тип уйлай. Бойҙай тәмле булып сыға, ҡошсоҡ икенсе, өсөнсө тапҡыр үрелә... Дүртенсегә һуҙылғанда ситлек бикләнә лә ҡуя... Уғаса булмай, аусы килеп етә, бүҙәнәне эләктереп ала. "Үҙемде харап иттем бит..." - тип бахыр ҡошсоҡ ҡысҡырып ебәрә. Уның һөйләшкәнен ишеткән аусы аптырап китә:
- Һин һөйләшә беләһеңме? - тип һорай ул.
- Беләм, хатта һинең мине нимә эшләтереңде лә беләм. Йәнә лә мин хикмәт эйәләренең өс нәсихәтен беләм. Әгәр ҙә мине иреккә ебәрһәң, улар кәңәшен һиңә лә әйтер инем.
"Бөткәнме ни донъяла бүҙәнә, быныһын ебәрһәм, икенсеһен тотормон әле", - тип уйлай аусы һәм ризалаша.
- Тәүге нәсихәтте усыңды яҙып, мине ебәргәс кенә, икенсеһен анау ағас ботағына барып ҡунғас, ә өсөнсөһөн осоп китешләй әйтермен, - ти бүҙәнә.
Аусы усын аса, бүҙәнә иркенләп ҡанаттарын яҙа һәм шулай ти:
- Бер ҡасан да юғалтҡан нәмәң өсөн ҡайғырма һәм, киткән дәүләтеңде кире ҡайтарам тип, ғауғаланып, сабыуланып-баҫтырып, намыҫыңды юғалтма. Киткән нәмә мәңгегә киткән булыр. Күп кешеләр юғалтҡан дәүләтен табам, кире ҡайтарам тип, һаулығынан да, абруйынан да яҙа. Аллаһы Тәғәләгә тапшыр, Уға тәүәккәллә, сабыр бул һәм Аллаһы Тәғәлә һиңә арттырып ҡайтарыр.
Ошоларҙы әйткәндән һуң ҡошсоҡ ағас ботағына барып ҡуна.
- Һеҙ - кешеләр. Аллаһы Тәғәлә һеҙгә аҡыл һәм аң биргән. Әгәр ҙә берәй һүҙ ишетһәң, уны аҡыл бизмәнендә үлсә, дөрөҫ икән, ҡабул итеп ал. "Фәлән ерҙә үгеҙ быҙаулаған икән," тигәнерәк буш хәбәр ишетһәң, ышанма. Әгәр ҙә берәй кеше тураһында насар һүҙ еткерһәләр, шундуҡ ысынға алма. "Дуҫым минең турала, ысынлап та, ғәйбәт һөйләгәнме, әллә был минең дуҫыма яла яғыумы?" - тип, Аллаһы Тәғәләнән бирелгән хикмәт бизмәнеңә һалып үлсә. Кем тураһындалыр ғәйбәт һөйләйҙәр икән, ҡушылма. Берәй миҫал-хәбәр ишетһәң, уның аяттарға, хәҙистәргә тура килеүе-килмәүе тураһында уйлан. Ныҡ уйла, уға бәйле аяттарҙа, хәҙистәрҙә дәлил бармы, юҡмы? Ер йөҙөндә буш хәбәр, сафсата бик күп булыр. Һәр ишеткән һүҙ нигеҙле һәм раҫланырлыҡ булһын, шунда ғына ышанырғамы, юҡмы икәнен аңларһың.
Ошо нәсихәтен еткергәндән аҙаҡ, бүҙәнә аусыны һынап ҡарамаҡ була.
- Эй, һунарсы, әгәр ҙә мине тотоп салған булһаң, эсемдән бик матур итеп ҡаймаланған йомортҡа ҙурлығындағы йәүһәрҙе тапҡан булыр инең. Уға тотош бер ҡаланы һатып ала алыр инең!
Был хәбәрҙе ишеткән аусы сәсен йолҡҡослар хәлгә етә.
- Ай, алйот мин, нишләп кенә шартыңа күндем һуң! Һине һуйып, йәүһәрле була инем бит! Аллаһ миңә ниндәй ҙур байлыҡ биргән, ә мин уны үҙемдә алып ҡала алманым!
Һунарсы оҙаҡ ҡайғыра, ахырҙа, бер аҙ тынысланғандай була.
- Ҡуйһаңсы, хәҙер нишләргә... Улайһа, әйт өсөнсө нәсихәтеңде.
Ныҡ уйға ҡалған, күңеле төшкән бүҙәнә хәҙер шулай ти:
- Нәсихәтте аңлай алмаған, һығымта яһай белмәгән бер аңра бит һин! Миңә әсәм бер генә нәсихәт бирҙе, шул бер әйткәнде тыңламайынса, саҡ-саҡ үҙемде харап итмәнем. Ә һин баҫҡан урыныңдан да ҡуҙғалмайынса, бер түгел, ике нәсихәтте ишеттең! Мин һиңә: "Юғалтҡан нәмәң өсөн ҡайғырма", - тимәнемме ни? Ә һин ярты сәғәт буйы һыҡтайһың. Икенсенән, мин бит бүҙәнә! Миндә ҡайҙан булһын ти йәүһәр таш! Ундай ҙур йәүһәрҙе нисек йотайым да, нисек тамағым аша үтһен? Шул турала саҡ ҡына ла уйланманыңмы?
- Ярар инде, өсөнсө нәсихәтте әйт...
- Юҡ! Алйоттарға хикмәтле, аҡыллы кәңәш биреү - ваҡытты ғына исраф итеү!
Ысынлап та, алйоттарға нәсихәт биреүҙән фәтеүә юҡ, был ваҡытты ғына әрәм итеү була.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.08.21 | Ҡаралған: 378

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru