«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯНҒЫНДАР ЮҠТАН ҒЫНА СЫҠМАЙ...
+  - 


Һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә быйыл, янғындарҙың уғата ҡотороуы тормошобоҙҙоң үтә лә хәүефле проблемаһына әүерелде. "Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай" ти халыҡ мәҡәле. Беҙ күберәк осраҡта сабыуыбыҙға ут ҡапҡас ҡына йүгермәләргә тотонабыҙ ҙа, күп йәһәттән һуңлайбыҙ. Ҡоролоҡло йылдарҙа ут ялҡынын тиҙ генә ауыҙлыҡлап алам тимә, сөнки монгол сиреүе кеүек, юлындағы һәр ҡаршылыҡты ялмай килгән "ҡыҙыл әтәс" үҙенекен алмайынса, йотмайынса туҡтамай. Уттың тамағы туймай.

Хәйбулла районының "Аҡсарлаҡ" балалар ял лагерын ялҡын теленә бирмәҫ өсөн район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов етәкселегендәге командала миңә лә ҡатнашырға тура килде, аҙаҡ Йәнтеш ауылы янында сыҡҡан янғындарҙы ауыҙлыҡлауҙа ла ҡатнаштым. Әйтергә кәрәк, әгәр ҙә хәйбуллалар бер төптән, берәгәй булып күтәрелеп сығып, ут ялмауырына ҡаршы тормаһа, янғындарҙың һөҙөмтәһе тағы ла аяныслыраҡ булыр ине.
Янғындар сығыу сәбәптәренә, ғөмүмән, ошо афәткә бәйле башҡа проблемалар хаҡында бер нисә фараз-дәлилдәремде килтереп китергә лә йөрьәт иттем. Янғындар нилектән сыға һуң?

А) Уларҙың климат шарттарына бәйле башланғандары, һис һүҙһеҙ, күберәк. Якутияла 8 миллион гектар майҙанды яулап алған янғындарҙың сәбәбен мәңгелек туңлыҡ иреүе менән дә бәйләйҙәр. БМО мәғлүмәттәренә ярашлы, 2050 йылда Антарктиданың тулыһынса иреп бөтөүе бар. Был дөрөҫкә сыҡһа, Хоҙайым һаҡлаһын, Ер шарында эсәр һыу ҡытлығы тыуасаҡ, геосәйәси донъяла глобаль үҙгәрештәр көтөлөүе ихтимал, тарихтағы халыҡтарҙың Бөйөк күсенеүен хәтерләткән "климатик ҡасаҡтар" хәрәкәте барлыҡҡа килмәҫ тимә.
Йәдкәр Бәширов үҙенең "Бөйөк Башҡорт иле" китабында атай-олатайҙарыбыҙҙың үткән меңйыллыҡтар башында ике тапҡыр Уралға быуатлыҡ ҡоролоҡ килгәс, тәүгеһендә Себер яҡтарына, икенсеһендә Иран яҡтарына барып йәшәп, һуңынан тыуған еренә кире әйләнеп ҡайтыуын тарихи сығанаҡтар менән дәлилләп яҙа. Әйткәндәй, хәҙер Иран яғында йәшәүсе ҡурайҙа уйнаусы бәшкәрттәр шул замандан тороп ҡалған бауырҙаштарыбыҙ.
Янғындар сығыуының икенсе шарты: биологик сәбәп, йәғни тоҡанған уттың артабан янғынға әүерелеүе өсөн яныу материалының әҙер булыуы. Далала сыҡҡан янғынды һүндереүгә ҡарағанда, урман-таулы урындағыһын ауыҙлыҡлауы күпкә ауыр икәнлегенә үҙем дә инандым.

Б) Кеше факторы. Һис һүҙһеҙ, кеше үҙенең ут йә ут тоҡандыра алырлыҡ техника менән һаҡһыҙ эш итеүе арҡаһында янғынға сәбәпсе. Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡан кешенең быяла, пластик һауыттарҙы ташлап китеүе лә янғынға нигеҙ. Яуыз ниәт менән үрт һалыусылар ҙа осрап тора. Шул уҡ ваҡытта ут ялҡыны бар донъяны ялмап алған саҡта янғын сәбәбен тик кешенән генә күреү бигүк дөрөҫ тә түгелдер. Бөгөн ут АҠШ, Канада, Перу, Боливия, Бразилия, Төркиә, Греция, Тунис, Алжир, Көньяҡ Америка урмандарын йота. Индонезияла 1982 йылда Калимантан утрауы бер йыл буйы янып, 800 мең гектар урман, бер нисә төр хайуандар, йәнлектәр, үҫемлектәр юҡҡа сыҡҡан. 2009 йылда Австралияла булған янғында 181 кеше утта һәләк була, 750 бина юҡҡа сыға. 2019-2020 йылдарҙа был илдәге янғында 6,3 миллион гектар урман янып бөтөп, 25 кеше үлә. Үткән быуаттарға ҡараш ташлаһаҡ, иң ҙур юғалтыу килтергән урман янғынында АҠШ-тың Пештиго ҡалаһы тулыһынса янып бөтә, 2 мең самаһы кеше һәләк була. Рәсәйҙә 2019 йылдан алып урмандар яна.
Үҙенә комфортлы йәшәү шарттарын барлыҡҡа килтереү өсөн рухи үҫеш юлын инҡар итеп, технократик юлды һайлаған кешенең, ысынлап та, был афәттәрҙә сәбәпсе булыуын бер нисек тә инҡар итә алмайбыҙ. Атланттар тап шул сәбәпле юҡҡа сыҡҡан. Әммә Ер шарының бер урынында янғын сығыуын, икенсе ерҙе һыу баҫыуын кешегә бәйләп нисек аңлатырға һуң? Шул уҡ Якутиялағы янғындарҙы Германияла һәм Краснодар крайындағы һыу баҫыуҙары менән бәйләйҙәр, мәҫәлән. Урынлы һорау тыуа: нисек бәйле һуң ошо ике күренеш? Уларҙың техник асылы аңлашыла: боҙлоҡтар ирегәс, ҡайһылыр урынды һыу баҫа, һыуһыҙ ҡалған урында янғын сыға. Икенсе һорау: боҙлоҡтар ниңә ирей?
Кеше ниндәйҙер һорауға яуап таба алмаған осраҡта мифологик заттарҙы, әкиәт батырҙарын иҫенә төшөрә. Ғалим Закирйән Әминев "Урал батыр" эпосында барған ваҡиғаларҙы ғаләмдең, күк есемдәренең бер-береһенә бәйле мөнәсәбәтенә, хәрәкәтенә нигеҙләнгән сенсацияға торорлоҡ хеҙмәтен яҙғандан һуң, һис икеләнеүһеҙ, шул уҡ теорияға бәйле рәүештә аңлата алабыҙ. Икенсе мәсьәлә: янғындарға һәм һыу баҫыуҙарына килтергән боҙлоҡтарҙың иреүен бер нисек тә туҡтата алмайбыҙ. Бының өсөн беҙгә күк есемдәрен ерҙән трос ярҙамында тракторҙар ярҙамында һөйрәп урындарына кире күсереп йөрөү һымаҡ мәғәнәһеҙ һәм көлкөлө алйотлоҡтар ҡылып йөрөргә тура килер ине. Янғындарҙа һәм һыу баҫыуҙарында кеше факторы был осраҡта нулгә тигеҙ.

В) Көсөң етһен, йәнем, үҙ иҫкеңде Әрней-әрней утҡа һалырға. Һәр иҫкергән тейеш ваҡытында Юғалырға, утта янырға,
тип яҙған күренекле башҡорт шағиры Рафаэль Сафин. Янғындар сығыр алдынан ғына урмандарҙы баҫҡан ҡарышлауыҡтарға ҡаршы самолеттар менән химик утау үткәргәйнеләр. Утау үткән урманға инеп, ундағы үле тынлыҡты тыңлап, йөрәкһеп сыҡҡайным. Урманда һәр төрлө йән эйәһе, күбәләктәр, бөжәктәр, ҡуңыҙҙар, бал ҡорттары, иңкештәр, ҡоштар һәләк булған. Күп тә үтмәне, шул "үле урмандар"ға ут тоҡанды. Рафаэль Сафиндың шиғыры шул саҡ иҫкә төштө. Энергияһы булған һәр предметта, матдәлә ут йәшеренә лә, ут шул материяны энергияға әйләндерә, тиҙәр. Уттың шундай төрҙәре билдәле:
- Уның тәүгеһе иң юғарыһы йондоҙҙарҙа, вулкандарҙа, гейзерҙарҙа һаҡлана. Был ут бары тик ризыҡта мохтажлыҡ кисерә;
- Икенсе төр ут кешеләрҙең һәм хайуандарҙың тәнендә йәшәй ҙә, улар үлгәндән һуң ташлап китә. Уға ризыҡ һәм һыу талап ителә;
- Өсөнсөләре үҫемлектәрҙә тереклек итә, үҫемлектәр ҙә тап улар ярҙамында йәшәй. Был утҡа ризыҡ кәрәкмәй, һыу ҙа етә;
- Электр энергияһын асҡан Майкл Фарадей уттың болоттарҙа һәм йәшендәрҙә йәшәгәнен билдәләгән. Ул атмосфераны таҙарта, кислородты озонға әйләндерә. Йәшен шулай уҡ башҡа газдарҙы иретеп, уларҙы зарарһыҙландыра. Был утҡа ризыҡ та, һыу ҙа кәрәкмәй;
- Йәндең, интуицияның рухи уты. Был ут төрө изге кешеләрҙә, әүлиәләрҙә көслө булыусан.
Янғындар ҙа юҡҡа ғына сыҡмайҙыр. Ерҙән, йылғаларҙан, диңгеҙҙәрҙән, океандарҙан күтәрелгән һыу парҙары тамсыға әүерелһен өсөн һалҡын һауа ла етә, тигән дәлил дә иҫкерҙе. Бәлки, был дәлил аппараты менән сәмәй ҡыуған кеше өсөн генә үҙгәрмәйҙер, аҡмаһа ла тамып тора бит. Әммә, алда әйтелгәнсә, уттың "материяны энергияға әйләндереүе"нә бәйле сифаты янғындарҙың да юҡҡа ғына сыҡмауына ишара яһата. Климат шарттары үҙгәреү сәбәпле, ямғыр яуһын өсөн кәрәк булған микроэлементтарҙы, ферменттарҙы, молекулаларҙы тәбиғәт янғындар ярҙамында барлыҡҡа килтереп, үҙен-үҙе һаҡларға тырышмаймы икән? Ер шары барлыҡҡа килгәндә лә оло шартлауҙан һуң сыҡҡан оло янғын шуға ишара түгелме? Кәрәгең тирәгеңде йыҡтырып ҡына ҡалмай, уны яндыра ла. Үҫемлектәрҙәге утҡа һыу ҙа етә...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.21 | Ҡаралған: 446

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru