
Бөйөк урыҫ яҙыусыһы Николай Гоголь бынан ике быуаттан ашыу элек үк үлемһеҙ фекер әйтеп ҡалдырған: "Рәсәйҙә ике бәлә бар - ахмаҡтар һәм юлдар".
Беренсеһенән ҡотолоу юлдарын хатта замана медицинаһы ла әлегә тиклем уйлап тапмаған. Шуға күрә ул турала беҙ ҙә һүҙ ҡуйыртып тормайыҡ. Ә бына икенсеһенә килгәндә, көн һайын соҡор-саҡырҙан саң йота-йота йөрөгәндә ошо әҙиптең әйткәне гел генә иҫкә төшә.
Рәсәйҙәге юл проблемаһын сит илдәрҙә лә һәйбәт беләләр, күрәһең, хатта был хаҡта көләмәс тә уйлап сығарғандар бит. Мәҫәлән, япондар "урыҫтар юл төҙөмәҫ өсөн УАЗик машинаһын уйлап тапҡан", ти икән.
Хәҡиҡәт шул: беҙҙә яңы төҙөлгән юлдар ҡыш сығып бөтмәй емерелә башлай. Бына шунда башлана ла инде тик беҙҙең илдә генә була торған "соҡор ремонты" тигән эштәр. Әлбиттә, ул юлсыларҙы эшһеҙ ҡалдырмау мөмкинлеге бирә. Ошо алым менән күпме юл ремонтланғанын аныҡ ҡына бер кем дә иҫәпләй ҙә алмай. Ә сифат ике аяғына ла аҡһай. Бына шулай сифатҡа иғтибар итмәй, күләм артынан ҡыуып эшләнеләр элек тә, әле лә.
Совет осоронда Литва ССР-ында булырға тура килде. Юлдарҙың тигеҙлегенә, уларҙың ситенә сәселгән үләндең матурлығына һоҡланып ҡайттым ул тарафтан. Бер илдә йәшәһәк тә, Рәсәйҙә ул осорҙа ла юлдар әлеге кеүек соҡор ҙа саҡыр ине. Сифат үҙ бурысыңа ҡараштан тора ул инде.
Проблема ҡайҙан килеп сыға һуң? Норма буйынса асфальт составында бер аҙ ҡом, балсыҡ булырға тейеш. Таштың да фракцияһы 10-12 мм. Ә беҙҙә уны Ағиҙелдән нисек ҡаҙып алалар, шул көйө битум менән бутайҙар ҙа, юлға һалалар. Яҙ етеү менән ошо күп миҡдарҙағы балсыҡтан, ҡомдан торған "асфальт"тың араһына ҡар һыуы инеп тула, төндә боҙ туңа... һәм соҡор ремонтына урын әҙер була. Битум да ҡышҡы һәм йәйге була. Һәр береһе дүртешәр төркөмдән тора. Бына ошоларҙы иҫәпкә алып һалынған асфальт бер ҡышҡа ғына түгел, ә 25 йылға етеүе көн кеүек асыҡ. Әммә...
Сәйфулла ӘМИРОВ.
Мәләүез ҡалаһы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|