«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФРАНЦУЗ ЯУЫ (6-сы бүлек)
+  - 


Тильзит дуҫлығы

Пруссияның бәләкәй генә Тильзит тип аталған ҡалаһы янында Неман йылғаһы уртаһындағы һал өҫтөндә башланған ике император һөйләшеүе тәүҙә Франция менән Рәсәй араһындағы солох, шунан дуҫлыҡ килешеүе булып тамамланды. Наполеон менән Александр Беренсе һал өҫтөндә ҡулдарҙы бирешеү генә түгел, беренсе күрешеүҙә үк ҡосаҡлашыу рәүешендә башланған мөнәсәбәт көн һайын оҙон-оҙаҡ күрешеп һөйләшеү, бергә тамаҡ ялғау, урман-болонда һыбай йөрөү аша дуҫлашыу хистәренә күсте. Ике император шул тиклем бер-береһенә яҡынайҙы, хатта бер туған ағай-эне лә шулай була алмайҙыр. Көн һайын тиерлек улар бер-береһенә иҫтәлеккә бүләктәр биреште, һәр саҡ яндарында йөрөгән тәхет шағирҙары улар тураһында шиғырҙар сығарҙы, ярамһаҡ йырсылар шунда уҡ уларҙы музыкаға һалып, йыр итеп йырланы.
Бер көндө Наполеон Александрға:
- Хөрмәтле император, Неман һыуы буйында юлбарыҫтар бар икән. Әйҙә шул януарға һунар итеп ҡарайбыҙ. Үҙең беләһең, кешенең иң көслөһө - батша, йыртҡыстыҡы - арыҫлан, унан ҡала - юлбарыҫ. Ике император бер юлбарыҫты алһа, мәңге онотолмаҫлыҡ бер хәтирә булыр ине,- тине.
- Мин януарға, бигерәк тә йыртҡысҡа һунар иткәнем юҡ. Ә Европаны тулыһынса тиерлек аяҡ аҫтына һалған Бонапартҡа арыҫланға йә юлбарыҫҡа һунар итеү бер ни ҙә түгелдер. Мин иһә уға малайлыҡҡа ярармындыр, тимен. - Бигерәк түбәнһетеп ебәрәһең үҙеңде, иң ҙур дәүләт хужаһы. Һунарға ҡарарлағансы, бер нәмә тураһында иҫкәртеп ҡуяйым, тейем. Дөрөҫөрәге, мине иҫкәрттеләр. Шуны әйтеп ҡуйыу кәрәктер, тием. - Нимә тураһында?
- Юлбарыҫ бит - бесәй батшалығынан. Икенсе төрлө әйтһәң, арыҫландан ҡала иң ҙур бесәй. Шуға ул бик һаҡ, шым януар. Уны алам тиһәң, бесәйҙән дә шымыраҡ булыу кәрәк. Беҙҙең шарт та шорт атҡан мылтыҡ һәм пистолет менән уға һунар итеп булмай тиерлек, ти. Һәр хәлдә дары шартлата башлағандан бирле, юлбарыҫты һунар итеп алған кеше булмаған икән Неман буйында.
- Тимәк, бик һаҡ булырға кәрәк һунарҙа.
- Эйе.
Һунар
- Наполеон әфәнде, һин үҙең юлбарыҫ һунарына йөрөгәнең бармы? - Александр Беренсе шулай тип ҡыҙыҡһынды.
- Юҡ. Минең һунарсылыҡ та бик самалы ғына инде. Йәшерәк саҡта бер-ике мәртәбә бүре алышҡайным.
- Алдыңмы һуң?
- Эйе, миңә тигән бер сатан бүре ҡалғайны.
- Бүре алғас, таҫыл бар инде.
- Әллә тағы...
- Ә ни менән үткәрәһең һуң ғүмереңде?
- Үҙең белмәгән ни эш бар. Көнөн-төнөн тигәндәй ер, ил эштәре сығып ҡына тора.
Ирҙәр ҡыҙарып барып һүнгән шәфәҡҡә ҡарап һөйләшеп ултырҙы ла икеһе лә берҙе үк уйланы: иртәгә яумаһа ярар ине.
- Әфәнде, таралышайыҡ, йоҡлайыҡ. Иртәгә таңдан да элек торорға тура киләсәк, - тине Наполеон.
Александр тағы ла бер фекер әйтмәксе булғайны ла, Наполеон боролоп китә башлағас, өндәшмәне. Үҙе йәшәгән ергә еткәс, Александр генералына өндәште:
- Бар әле "төнъяҡ амурын" алып кил.
- Кемде?
- Теге көндө Наполеонға килтерҙең бит әле уҡ-һаҙаҡлы башҡортто, шуны.
Оҙаҡламай Буранғол Ҡыуатовты табып та килтерҙеләр.
- Һин һунарға йөрөгәнең бармы? - тип һораны император.
- Һунарға йөрөмәгәс, башҡорт булмай инде ул.
- Юлбарыҫҡа ла барғаның бармы?
- Тура килде.
- Иртәгә иртүк Наполеон менән юлбарыҫҡа сығабыҙ. Һин дә барырһың.
- Кем сифатында?
- Һунарҙың сифаты ла буламы ни?
- Һунарҙа һунарсы, ҡорал-өпсөндө ташып, атты ҡарап йөрөүсе малай була.
- Һин һунарларһың, мин был эштең бер нәмәһен дә белмәйем, шуға малай булырмын.
- Император малай булмай инде ул.
- Ярар, кем булһаҡ та булырбыҙ. Уныһын күҙ күрер. Иң мөһиме, юлбарыҫ алырға кәрәк. Ошо тирәлә генә йоҡла, иртәнсәк һине эҙләп йөрөрлөк булмаһын.
- Уныһына хафаланмағыҙ.
Ысынлап та иртүк торҙо улар. Еңелсә генә ризыҡландылар ҙа атҡа менделәр. Оҙаҡламай Наполеон да быларға ҡушылды.
- Мин тағы ла берәүҙе эйәрттем, - тине Александр. - Ул юлбарыҫҡа һунар иткән кеше. Өҫтәүенә тауышһыҙ ата торған ҡоралы ла бар.
- Бик яҡшы, - тип ризалашты Наполеон.
Тауыш-тынһыҙ ғына барҙылар, хәлдәренән килһә, ат тояҡтарын да туҡылдаттырмаҫтар ине. Шуны талап итә ине һунар. Юлбарыҫ бесәйҙең бөтөн килеш - килбәтен дә алған. Йомшаҡ ҡына баҫып, шым ғына йөрөй, йән-фарман бейеккә һәм алыҫҡа ырғый. Шылт иткән тауышты ла ишетә, еҫте әллә ҡайҙан һиҙә. Күҙе лә үткер, тик ыласындыҡы кеүек үк түгел инде. Эт, бүре һымаҡ ҡомһоҙ түгел. Эләкһә, яйлап ҡына һеңдерә-һеңдерә ашай. Бесәй кеүек көнсығыш ағара башлау менән һунарға сыға. Кисен, төнөн йоҡлай. Көндөҙ ҙә һунарлап ҡуйғылай. Быныһы күбеһенсә ас сағында. Туҡ булһа, берәр йылы ерҙә йоҡлай.
Оҙаҡламай кәрәк ергә барып еттеләр. Аттарҙан төшкәс, Буранғол кейеҙ ҡалпағына ҡыҫтырылған мамыҡты ике бармаҡлап тотоп өҫкә күтәрҙе. Ел юҡ һымаҡ ине, әммә саҡ ҡына булһа ла иҫә икән, мамыҡ елберҙәне. Буранғол елдең аҙ яғына ымланы ла янын һул ҡулына, уңына уҡ алып алдан атланы. Наполеон шуны уҡ ҡабатлап артынан эйәрҙе. Күп тә үтмәй ағас араһына инделәр. Мөмкин тиклем шым булырға тырышып, икеһе ике ағас артына баҫты. Александр өсөнсө ағас артына боҫто, Буранғол шундағы ағасҡа бәйле бауҙы тартты. Тынлыҡты һарыҡ баҡырған тауыш боҙҙо. Буранғол быныһын кисә император янынан сыҡҡас, һунар итә торған ерҙе барып күргәйне һәм кәрәкле эштәрҙе эшләп киткәйне инде. Һарыҡты алдатҡыс итеп бәйләткәне. Юлбарыҫ шуны һунарлай була килергә тейеш, ине.
Буранғол уҡтың ярыһын керешкә ҡыҫып, саҡ ҡына төшкән яҡтыла сырамып күренгән ҡара һарыҡҡа текәлде. Бауҙы тартҡанға уянған мал үлән кертләтергә тотондо. Һыуға яҡын булғанға күрә һарыҡ тешенә генә эләгерлек үлән бар ине. Байтаҡ ваҡыт уҙып киткәндәй булды. Наполеондың пистолетты ҡыҫыуҙан бармаҡтары зәңкеп китте, күҙҙәре лә талды һәм ҡарашын уңға алды. Ни күҙе менән күрһен, ағарып ҡына килгән яҡтыла сатыр-сотор аша Наполеонға дүрт күҙ ҡарай. Дүртәү түгел, икәү икән. Өҫтәгеләре түңәрәк ҡаш. Наполеондың өйөндә эленгән юлбарыҫ башы һымаҡ. Уның да күҙҙәре тәү ҡарашҡа дүртәү кеүек ине. Бына күҙҙәр ҡыҫыла төштө. Бәй күҙҙәр йөрөй, тере лә баһа улар! Наполеонға текәлгән күҙҙәр аҡрын ғына башы менән ҡуша өҫкә күтәрелде һәм ут сәсә башланы. Наполеон да быға текәлгән, күҙҙәрен тегенекенән айыра алмай. Пистолетты быға тоҫҡап, кереште ысҡындырырға ла бит... Шул саҡ нимәлер шып итеп ҡалды һәм теге күҙҙәр юҡ булды, урман ауыҙын яңғыратып сай-й тигән тауыш сыҡты.
- Ҡабаттан был яҡҡа килеп йөрөмәйәсәк был йыртҡыс, - Наполеон Буранғолдоң шулай тигәненә һиҫкәнде. Тағы ла күҙ асып йомған ваҡыт үтһә, бая уға текләшкән күҙҙәр хужаһы Наполеондың битенә тырнаҡтарын батыра ине... - Мин уның ҡолағына аттым, - тине Буранғол. - Бесәйҙең дә иң ауыртҡан ере ҡолаҡ бит. Ҡолағына сиртһәң, ҡабаттан тәртип боҙмай. Был да Неман буйында малға тейеп йөрөмәҫ.
Буранғолдың һөйләнгәнен тыңлап торған Александр Наполеонға тәржемәләне.
Кешенең тауышына һарыҡтыҡы ҡушылды. Уны хәтерләгәс, Буранғол:
- Был януар юлбарыҫҡа тәтемәне. Ҡорбанға инселәнгәс, үҙебеҙ булһа ла салып ашарбыҙ инде. Бөгөн юлбарыҫ ите урынына һарыҡтан шешлек ҡурырбыҙ, - тип көлдө. Наполеондың үлемдән саҡ ҡотолоуын иҫләтеп торманы. Был турала Наполеон да һүҙ ҡуйыртманы. Буранғол үҙ полкы яғына китә башлағас:
- Бөгөнгө һунарҙың иҫтәлеге итеп ошоно алһағыҙ ине,- тип Наполеон билендәге ҡылысын ысҡындырып, Буранғолға тотторҙо һәм ҡулын ҡыҫты. Был юлы Буранғол Наполеондың йомшаҡ ҡулын һаҡ ҡына ҡыҫты.

* * *

Ике император ҙа был дуҫлыҡтың мәңгелек һәм ҡаҡшамаҫ буласағы тураһында тостар әйтте, анттар бирешеүгә барып етмәһә лә, саҡ ҡына ҡалды. Күңел күтәренкелегенең иң юғары нөктәһенә еткән саҡта, ирҙәр ҡапыл тыуған һәм туҡтауһыҙ ҡайнап торған хистәр бер ваҡытта ла шиңмәҫ һәм бөтмәҫ тип уйланы. Әммә Тильзиттан һуң үҙ илдәренә ҡайтҡас, Пруссия ҡалаһындағы хәлдәргә ситтән ҡарағас, хистәрҙең саманан ашып барғанын самалап, үҙҙәре лә бер аҙ һыуынды. Һалҡындың төшөүенә, бигерәк тә Рәсәйҙә, императорҙы уратып алған кешеләрҙең был дуҫлыҡҡа бик үк ҡайнар булмаған мөнәсәбәте сәбәпсе булды. Александр Беренсе үҙ ярандарын йыйып, дуҫлыҡ килешеүенә нисек өлгәшкәндәрен, Наполеондың ниндәйерәк кеше икәнлеген маҡтай-маҡтай һөйләгәнен тыңланылар ҙа... өндәшмәнеләр ҙә ҡуйҙылар. Кешене кәмһетәм, уның эш һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарам тиһәң, иң һәйбәт ысул, өндәшмәү. Хурлап та, ыңғай итеп тә бер һүҙ ҙә әйтмәһәң, теге кеше үҙен-үҙе хурлап, үҙ эшен юҡҡа сығарасаҡ. Александр уға уҡ барып етмәне етеүен, әммә бүтәнсә Тильзит дуҫлығын күккә күтәреп тә йөрөмәне.
Императорҙың Тильзиттан ҡайтыуына айҙан ашыу ваҡыт үткәйне, ул үткәргән иҡтисад кәңәшмәһендә бер дворян һикереп торҙо.
- Ғәли йәнәптәре, - тип башланы был тауышын күтәрә биреп. - Бына һеҙ ил ҡаҙнаһына ингән аҡсаның кәмеүе тураһында әйтәһегеҙ. Әлбиттә, кәмей. Үҙебеҙҙең диңгеҙ порты Англияға оҙатырға килтерелгән ағасты ҡабул итмәй. Элек бер ниндәй ҙә кәртә булмай торғайны, хәҙер, имеш, ярамай. Тильзит килешеүе буйынса Англияның караптарын беҙҙең порт индермәй һәм Англияға бер ярыҡ утын да сығартмай икән. Әгәр беҙҙең хәлде хөртәйтә икән, ул дуҫлыҡ килешеүенең беҙгә ни бысағыма кәрәге бар һуң?
- Килешеү буйынса беҙ ҙә, Франция ла Англияға ҡаршы сәйәсәт алып барабыҙ. Шуға сығарылмай һеҙҙең ағас. Ә тауарыңды Францияға оҙата алаһың. Улар беҙҙең нәмәләргә яҡшы шарттар тыуҙырасаҡ,- тине император.
- Ғәли йәнәптәре, француздарҙың кем икән беләбеҙ инде. Улар менән берәр нәмә эшләгәнсе ярты ҡартайырға кәрәк...
- Тильзит килешеүенә беҙ үҙ теләгебеҙ менән ҡул ҡуйҙыҡ һәм уны үҙебеҙ үтәйәсәкбеҙ,- тине император. - Ул турала хәбәр ҡуйыртып йөрөмәгеҙ.
Императорға ҡабат ошо рәүешле ҡаршы сығып, Тильзит килешеүен хурлаусы булманы. Әммә маҡтаусы ла табылманы. Бығаса француздар менән йүнле-башлы килешеү ҙә, хатта, ышаныслы ғына һөйләшеү ҙә булмаған. Бәлки, баяғы кеше әйткән ышанысһыҙлыҡ сәбәп булғандыр.

(Дауамы. Башы 31-35-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.21 | Ҡаралған: 251

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru