«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҪАЛЫ БАЛАҪ ҺУҒЫУСЫЛАР БОРОНҒО ҺӨНӘРҘЕ ЯҢЫРТА
+  - 


Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында балаҫ һуғыу оҫталары йыйыла, тигән хәбәрҙе алыу менән күңелгә ошо ауыл исеме менән бәйле яҡты хәтирәләр тулҡыны бәрелде: тархан Аҡсулпановтар ошо төбәктә йәшәгән. Иллә күркәм урында урынлашҡан был ауыл. Һайлай белгән бит Аҡсулпан тархан тоҡомдары һәм ырыуҙаштары өсөн нигеҙ ҡорор төбәкте. Батша уны - Шаһихәйҙәр Шаһигәрәй улы Аҡсулпановты - бик ҙурлаған: ауыр яуҙарҙағы шәхси ҡаһарманлығы өсөн юрматы ырыуы ерендә, йәне теләгән урында мәңге йәшәрлек грамота менән бүләкләгән... Бейек булмаған тау һырттары, иркен бесәнлеге, көтөүлеге, иң мөһиме, таҙа һыулы, балыҡ мыжғып торған йылғаһы бар!.. Йәшел тәбиғәт әлегә саф өмөттәр менән тулы, гөлдәре сәскәгә бөрөләнгән. Йорттар ҡалҡыу ғына ерҙә балҡып ултырғандай...

Ауылға ингән ерҙә, юл-урам саттарын бергә төйнәгәндәй ҡалҡып, ыҡсым ғына мәҙәниәт йорто тора. Уның тирә-яғын уратҡан кәртәләүгә аллы-гөллө аҫалы балаҫтар эленгән. Иң башта был күргәҙмәне буйлап-танышып сығырға кәрәктер. Балаҫ һуғыу урынын ҡороп, ғәм халыҡтың геүләгәнен тын ғына тамаша ҡылып ултырған оло йәштәге ҡатынға яҡынлашам. Күсәрбай ауылында ғүмер кисергән Аҡсулпанова Гөлтуташ инәй икән. Үҙе бынан алыҫта, мең ырыуы йәшәгән яҡта - Ауырғазы районы Яңы Биғәләш ауылында тыуып үҫкән. Күсәрбайҙа аҫалы балаҫ һуҡҡан боронғо кеше булыуы бик икеле ине, тимәк, килгән килендәрҙең шөғөлө булған ул. "Юҡ, был ауылда аҫалы балаҫ юҡ ине, - ти Гөлтуташ апай ҙа, - килен булып төшкәнемдә әҙер балаҫтарым бар ине. Заманына күрә бирнәм бай килде! Ике аҫалы балаҫым, һуғылған шәлем, тарыраҡ булһа ла, кейеҙем дә булды. Шаршауымды ла өлгөрттөк. Инәйемдәр тырышты инде. Йыраҡҡа килдем бит, әллә нисә һыу сығып, әллә нисә тау ашып, тигәндәй... Бында килгәс, колхоз эшенә, ғаилә эсенә сумдым, балаҫ һуғыу ҡайғыһы булманы..." Шулайтып, кейәүгә китер ҡыҙ үҙ бирнәһен үҙе етештереп, "бай килен" исеме күтәрерлек мал туплай. "Балалар үҫкәс, донъяның ыуаҡай-мыуаҡай эштәре ҡулдан төшкәс, әүәлге урынды (һуғыу станогын) яңыртып эшләтеп алдым. Тәү мәлдә хатта ҡулдарым ҡалтырай торғайны, шатланам бит әй! Ысынлап та мин балаҫ һуғаммы! Ҡартаймаҫ борон бик күп итеп аҫалар күсереп һуғайым, тип ашҡындым. Ныҡ һағынғайным. Бер ниен дә онотмағанмын, үҙем ебен оҙатып, үҙем аҫаһын күтәрмәләп ҫуғып алдым да киттем! Үәт әйкәйем!. Ана шулайта ул йәштән өйрәнеү! Бер ҡайҙа ла юғалмай, бер ҡайҙа ла ҡасмай - йөрәк төбөндә генә көтөп тик ята!" - тип һүҙен осланы Күсәрбай ағинәйе Гөлтуташ апай.
Балаҫ фестивале күргәҙмәләре буйлап артабан китәбеҙ. Бер нисә өҫтәл артында бәләкәй генә һуғыу ҡоролмалары ҡуйылған, ун-ун ике йәшлек ҡыҙ балалар тар ғына балаҫ өлгөләре һуғып ултырған була. Бындай уйынсыҡ эштәрҙе Раевка район Пионерҙер йортонда, Бөрө ҡалаһында күргән бар. Балаларҙы балаҫ һуғыуға йәлеп итеүҙе былар ҙа уйындан башлаған икән, тибеҙ. Ләкин балалар янында инә ҡаҙҙай өйөрөлгән уҡытыусылары менән танышҡас, фекер үҙгәрә. Баҡһаң, Күсәрбай мәҙәниәт йортоноң тас маңлайына киреп ҡуйылған оҙон баннерҙағы яҙыу күп нәмәне асыҡлай: "Башҡорт балаҫы этникаһы байрамы" - тип яҙылған унда. Күсәрбайҙа ла ағинәйҙәр балаҫ һуғыу темаһын күтәреп сығып, уны үҫтереү буйынса республика Башлығы грантын ала, ошо эште Күсәрбайҙа ғына түгел, төбәктәге башҡа ауылдарҙа ла таратырға, тигән маҡсат менән "Башҡорт балаҫы этникаһы байрамы"н иғлан итә! Бына, исмаһам, тархандарса киң фекерләү, тип уйлап ҡына ҡуям да, был турала әйтергә ашыҡмайынса, ары китәм.
Һораш ҡына, яуаптар бар: ауыл мәктәбендә балаларҙы балаҫ һуғырға өйрәтмәк булып түңәрәк эше башланған. Уны Минһылыу исемле оҫта етәкләй. Күсәрбайҙан Гүзәл Аҡсулпанова, Айыусынан Нурия Миниғужина башҡорт кәсептәрен өйрәтеү буйынса эш алып бара икән. "Нәзифә Абдуллина ғүмер буйы мәктәптә эшләгән, ә бөгөн ул балаларға балаҫ һуғырға өйрәтә.
"Башҡорт балаҫы этник байрамы"н тантаналы асҡан саҡта, етәкселәрҙән фатиха алғас, оҫталарға ла һүҙ бирелә. Бер етәксенең һүҙе ныҡ хәтергә уйылды: "Егерме биш йыл ошо районда эшләйем, әммә бындай байрамды күргәнем юҡ", - тине ул. Бөгөнгө байрамдың баһаһын күтәрергә теләп әйтте, ләкин шунса дәүер ошо яҡта эшләп, халыҡ кәсептәрен күрмәүе, уларҙы күтәрерлек байрамдары булмауын фаш итте лә ҡуйҙы. Бына, ниһайәт, Күсәрбай балаҫсыһы алға сыға. Күсәрбайҙың баш ағинәйе дәрәжәһен йөрөткән Флүрә Аҡсулпанова ул. Абруйлы оҫтаның һүҙҙәрендә бик күп тәрән мәғәнә ята. Бигерәк тә бөгөн ауылдарҙа ағинәй булыуҙың ни хәтле яуаплы һәм ҡатмарлы күренеш тә булып китеүе асыла. Ағинәйлек бөгөн тәсбих әйтеп, аҡтан кейенеп, аҡыл өйрәтеп ултырыу түгел, ул халыҡ күңелен үҫтерә торған һәм уны ағарта торған эш-ғәмәлдең башында тороп, юл башларға, өлгө күрһәтергә, эш күрһәтергә әйҙәүсе лә ул. Хатта "аяҡтары бик ныҡ ауыртһа ла"... Флүрә Зәйнулла ҡыҙы үҙенең ҡотлау һүҙен ихлас ослап ҡуя: "Ашарға бар, кейемдәр бар, эшләһәк, яратҡан эшебеҙ бар - артығы кәрәкмәй. Аҡса өсөн йәшәмәгеҙ. Ул байлыҡ беҙгә нимә килтерер, яҡшыға алып барырмы, кем һәм ни өсөн тотонор ул байлыҡты? Иман - бына ул донъя байлығы. Иман таратайыҡ, иманлы булып йәшәйек. Яратҡан эшем итеп Аллаһы ошо эшкә ҡушҡан өсөн рәхмәтлемен..." Уның сығышына оҙаҡ итеп ҡул саптылар...
Шулай итеп, быйыл "Айыҡ ауыл" номинацияһында еңеп, Хөкүмәттән биш миллион һум бүләккә сертификат алған Күсәрбайҙа балаҫ фестивале гөрләй. Уны туҡтатыр көс юҡ. Район ауылдарынан йыр-бейеү коллективтары алмашлап сығып ҡына тора. Беҙҙе ҡырҙан килгән ҡунаҡтар ҙа ҡыҙыҡһындыра. Йылайырҙан Юлдыбай, Сидоровка ауылы ағинәйҙәре үҙ машиналарын ҡыуып, үҙҙәре эшләтеп алған туҡыу һәм һуғыу урындарын тейәп, килеп еткән. Йылайырҙың баш ағинәйе Миләүшә Моратова, яҡташы Люция Таһирова менән сепрәк йыртып һуғылған балаҫтарҙы - турпышаларҙы йәйеп һалған. Ҡасандыр беҙ барыбыҙ ҙа тиерлек ошондай балаҫ өҫтөндә уйнап үҫтек, шуларҙы тотоп бирнәле булып кейәүгә оҙатылдыҡ. Улар тарих сүплегендә тороп ҡалды, ҡытай тауары менән баҫылып онотолдо микән, тиһәк, бынағайыш, артыбыҙҙан "яңы күренеш" булып - һөнәрмәнлек һәм халыҡсан кәсеп өлгөһө булып баҫтырып киләләрсе!.. Аҫалы балаҫты ғафуриҙар "көйөҙ", ти, бөрйәндәр "йөн балаҫ" ти, стәрлеләр "келәм", ти, күгәрсендәр "биҙәкле балаҫ" тип йөрөтә. Сепрәк балаҫты әбйәлил менән баймаҡтар, йылайырҙар менән бөрйәндәр "турпыша", ти. Ни генә тиһәләр ҙә, улар был көндә "Башҡорт балаҫы этникаһы байрамы" түрендә. Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан килгән Гөлсирә Дәүләтова менән танышабыҙ. Һуҡҡан аҫалы балаҫтары ла бик күркәм, үҙе лә бик мөләйем, бик матур, һәм бының сере лә бар икән. Гөлсирә апайҙың йөҙөн яҡтыртып торған "көҙгөһө" - янындағы килене Регина Дәүләтова булып сыҡты. Ҡәйнәһенең эшен ҙурлап, аңлап, күтәрмәләп тороуын күреү - үҙе бер кинәнес. Шайтан ҡолағы һаңғырау булһын, күҙ теймәһен. Әммә ҡыйыуһыҙ ғына торған ҡәйнәһенең һуҡҡан балаҫтарын килене маҡтап бөтә алмай, кеше алдында уны оҫта икәнен күрһәтергә тырышыуына рәхмәт. Регина килен үҙе Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй икән. Ҡул эштәренә лә тотонған: селтәр, хәситә, ҡашмау эшләп һата. Күсәрбай йыйынын да бик матур яңы хәситәһе менән балҡытып торҙо. Тарихын да һөйләргә иренмәне: "Был хәситәне 1930 йылдарҙа төшкән иҫке фотонан ҡарап эшләнек, ул ғаилә байлығын беҙҙең өләсәйҙәр бала ғына саҡтан уҡ эшләтеп таҡҡан. Бөтә биҙәүестәрен Ишембай яғы башҡорт ҡатындары Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы еңер өсөн самолет һатып алырға биргән... "
Ирекһеҙҙән, бөгөнгө ҡатмарлы заманда ла халыҡты ҡотҡарыу һәм һаҡлау өсөн башҡорт ҡатын-ҡыҙы йәнә үҙенең биҙәүестәрен тәҡдим итә түгелме, тигән уй башҡа килә. Нисекме? Ынйы-мәрйен теҙәме, уҡа-биҙәк сигәме, елән-камзул тегәме, аҫалы балаҫ һуғамы - йәш ҡыҙҙар һәм малайҙар мөкиббән китеп, донъяһын онотоп ошо ижад эшенә сума бит. Абайлап ҡарағыҙ әле ошо хәлде. Милли кейем тергеҙеү, милли уйындар уйнау, милли аштар бешереү, милли тел хазнаһын һәм йыр-моңдарҙы өйрәнеү беҙҙең балаларҙы йәнә ҡотҡарыр, зиһенен томалаған һәм һаулығын ҡоротҡан интернет-гаджет ауҙарынан аралар. Шулай ти йәш быуынды милли кәсепкә йәлеп итеүсе, эшкә өйрәтеүсе ағинәйҙәр.
Федоровка районы Бала Сытырман ауылынан килгән Роза Раҡаева - электән күренекле аҫалы балаҫ һуғыу оҫтаһы. Ул 1990 йылдарҙа уҡ Башҡортостанда республика Халыҡ ижады үҙәге башлаған "Башҡорт балаҫы" фестивалдәрендә ҡатнаша килә, ул һуҡҡан аҫалы балаҫтар менән Салауат йыйыны тирмәләре лә йыл һайын биҙәлде. "Башҡортостан" гәзите ойошторған "Һөнәрмән" республика күргәҙмә-бәйгеһендә лә еңеүселәрҙең береһе булды ул. Шул ваҡытта алған рәхмәт хаттарын яттан белә ул, дипломдарын һәм Ҡаҙан ҡалаһына сәйәхәт путевкаһы менән бүләкләнеүен онотмай һөйөнөп һөйләй. Уны Күсәрбайға, "Башҡорт балаҫ этникаһы байрамы"на етәкләп тиерлек алып килеүсе - Федоровка яғы ағинәйҙәре башлығы Минсара Иҫәнғолова икән һәм ул үҙе лә балаҫ һуға. Ә Роза Раҡаева һуҡҡан балаҫ башҡаларҙан ныҡ айырыла бит. Нисек, нимәһе менән айырыла, тиһегеҙме? Был хаҡта уны уратып ҡарап тороусылар бер ауыҙҙан баһалар-аңлатмалар яуҙыра: "Беренсенән, Роза Раҡаеваның балаҫы - ул башҡорт традицион аҫаһы һәм бары тик һарыҡ йөнөнән, үҙе иләп, буяп әҙерләгән йөн ептәрҙән һуғылған. Икенсенән, йөн буяуҙары - элекке анилин буяҡ, улар бик сифатлы һәм баҙыҡ төҫтәре оҙаҡ бөтмәй һаҡлана. Өсөнсөнән, балаҫтағы төҫтәр бер-береһенә яҡшы тура килә, күҙгә бәрелмәй, яһалма үтә сағыу төҫ юҡ - ҡара һарыҡтың тәбиғи төҫтәге йөнө, ҡыҙыл буяулы йөн, үләнгә тартым йәшкелт талғын төҫ. Тап ошо дөрөҫ табылған төҫтәр һәм дөрөҫ күсерелгән аҫалар арҡаһында Роза Искәндәр ҡыҙының һуҡҡан балаҫтары художестволы картина кеүек, ҡарап туймаҫлыҡ бер күренешкә әйләнә..."
Был хәтле маҡтауға иреп китеп, Роза апайыбыҙ үҙенең бер серен сисеп ташланы: "Буяу ныҡ керһен өсөн, оҙаҡ һаҡланһын өсөн мин уның буяғын эркет һыуына һалып ҡайнатам, шуға манам. Тәүҙә эркетте ҡаҙанда ҡайнатам, аҙлап ҡына буяҡтың онтағын (порошок) һибәм. Самалап ҡына һалғас, болғатып бер биш минут ҡайнатам да шунда уҡ буяй торған йөндө лө сумдырам. Үәт шәп була - эркет буяҡты дан итә!" Бына шулай итеп быуаттар артында "аҙашып ҡалған " халыҡ кәсебе серҙәре беҙҙе ҡыуып етте лә ҡуйҙы.
Шул урында ниндәй ағас-үләндәрҙән нисек итеп тәбиғи буяуҙар алғанын да иҫкә төшөрә оҫталар. Кесерткән һабағы - йәшел буяҡ, һуған ҡабығы - һарғылт йәки ҡыҙғылт ерән төҫ (оранж), ерек ҡабығы - көрән-ҡыҙыл төҫ бирә икән. Был эштә әсе ҡатыҡ һыуы йәки ҡороттан һарҡыған эркет бик урынлы "ярҙамға килә".
Дим-Күгиҙел йылғаһының үренән - Бишбүләк районы Ҡаныҡай ауылынан дүрт ҡунаҡ бар ине йыйында: Әминә Абдрахманова, Мәрйәм Хәкимова, Светлана Хәйруллина һәм Гөлшат Хәлиуллина. Ҡунаҡ, тимәй, хәл юҡ, сөнки улар үҙҙәренең яғында бик ныҡ таралған аҫалы балаҫтарҙың, исмаһам, береһен дә тотоп килмәгән. Күрәһең, тапмағандар... Йәки, кәрәк тапмағандар. Мостай Кәрим яҙғанса, "иң һылыу ҡыҙҙар - Дим үрендә", тигәндәй, үҙегеҙҙе күрһәтергә килдегеҙме әллә, тип шаяртабыҙ. Әйткәндәй, Раевкала уҙған республика "Аҫалы балаҫ" фестивалдәренә лә Бишбүләктән бер генә оҫта килә торғайны. Усаҡлыкисеү ауылынан Сәғәҙәт Фәсхиева.
Нисек кенә булмаһын, бөтә килгән кешенең кәйефе тәбиғәттеке кеүек - бер нимәгә ҡарамай, шат һәм ғорур ине ул көндө. "Ҡаныҡай ҡыҙҙары был юлы Күсәрбай фестиваленә "байҡар" булып, йәғни, "разведчик" булып килгән", - тип ихлас шаяртты халыҡ. Ысынлап та, кем белә, бәлки улар киләһе республика балаҫ йыйынын үҙҙәренең ауылында үткәрер. Ике йыл элек Бишбүләктең Ҡаныҡай ағинәйҙәре ҡыш уртаһында балаҫсылар менән осрашыуға мәктәп уҡыусыларын, ҡул эше оҫталарын йыйғайны. Аҫалы балаҫтары күҙҙең яуын алып торҙо. Бигерәк тә шул балаҫтар өҫтөндә ултырып, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләгән балалар иҫтә ҡалды.
Байрамда Стәрлетамаҡ район хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡов, район советы секретары Люция Шәйәхмәтова, урындағы етәкселектән Рима Ниғмәтуллина, Стәрлетамаҡ район мәғариф идаралығы етәксеһе һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльвира Иманғолова сығыш яһаны. "Нимә һуң ул башҡорт аҫалы балаҫы" тигән һорауға яуап эҙләмәне улар, ә, тырышып, урындағы халыҡҡа яңы заманда элекке оҫталыҡты тергеҙеү юлдарын табырға кәңәш бирҙе, изге теләктәрен еткерҙе. Шулай ҙа нимә һуң ул "Башҡорт балаҫы? Милли хазинабыҙ, республика башҡорт бренды, ил ҡото булған аҫалы балаҫтарыбыҙ бик күп тарафтарға таралып, икенсе ҡәүемдәр өсөн дә "үҙ мөлкәте" булып китеүе бар. Ә башҡорт аҫалы балаҫы булған, бар һәм буласаҡ. Һәр кемгә билдәле: егәрле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бер төбәктә дебет шәл бәйләй, икенсе яҡта кейеҙ баҫа, ә ҡайһы бер урында балаҫ һуға. Балаҫ һуғыу - башҡорт халҡының борон-борондан килгән һөнәрҙәренең береһе. Ҡулдан һуғылған йөн балаҫтарҙың иң затлыһы һәм ҡатмарлыһы - аҫалы балаҫ. Һарыҡ йәки кәзә йөнөн иләп, буяп, билдәле бер орнамент, геометрик фигура менән аҫалап һуғылған балаҫ "аҫалы балаҫ", тип атала. Бер яҡтан, "аҫа" һүҙенең мәғәнәһе балаҫ һуғыу ысулын аңлата, йәки ептәрҙе асып-айырып, йөн ептәрҙе арҡыры үткәреп, аҫалап-биҙәк һалып һуғыу менән бәйле. Халыҡта "балаҫ аҫалау, аҫалап һуғыу", тип һөйләйҙәр. Артабан "аҫа" һүҙе балаҫҡа ҡуйылған, йәғни һуғылған орнаментты, биҙәкте лә белдерә. "Аҫалау", "барсалау", тигән һүҙҙәр ҡул эше оҫталары телмәрендә йыш осрай - биҙәк һалыу, биҙәкләү, мәғәнәһендә йөрөй улар. Тимәк, аҫалап һуғылған балаҫ "аҫалы балаҫ" тип йөрөтөлә.
Борон-борондан матурлыҡ һәм байлыҡ, уңғанлыҡ һәм мәҙәнилек күрһәткесе булған аҫалы балаҫ башҡорттар йәшәгән бөтә ерҙә осрай. Ҡайһы бер яҡта уны "йөн балаҫ, келәм" тип тә йөрөтәләр. Урал аръяғындағы Баймаҡ, Учалы, Бөрйәндә, көньяктағы Күгәрсен, Хәйбулла, Белоретта йәшәгән аҫалы балаҫ һуғыусы оҫталарҙың эше милли музейҙарҙы, каталогтарҙы биҙәй. Fафури, Архангел, Ауырғазы, Шишмә ауылдарында балаҫ һуғыусылар элек күп булған. Дим-Өршәк йылғалары буйында йәшәгән мең ырыуы башҡорттарында айырыуса киң таралған. Бик боронғо, ҡатмарлы, зауыҡлы һәм серле күренеш булған аҫалы балаҫ Бишбүләк, Миәкә, Әлшәй, Дәүләкән яғында һәр бер йортта осрай, был төбәктә аҫалы балаҫтар әле лә күпләп һуғыла. Танылған оҫталар бар - Әлшәй районынан Фатима Шөғәйепова, Минзилә Муллағолова, Нәсимә Зәйҙуллина, Гөлсөмбаныу Fәбдрәхимова, Миңлегөлсәм Fәлиуллина, Рәйсә Рафиҡова, Тәслимә Кәлимуллина, Вәрисә Имаева, Зөһрә Әхмәтовалар, Миәкәнән Рәйлә Зәйнуллина... Оҫталарҙың да оҫтаһы, "Башҡорт балаҫы" республика фестивале лауреаты, Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылынан Назыя Әхмәтвәлиева данлыҡлы балаҫ һуғыусыларҙан һанала, уға етә Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан Рабиға Йәрмиеваның, Минира Харрасованың эштәрен таныйбыҙ.
Балаҫты һуғырҙан алда йөндө тетеү, иләү, сиратыу, буяу, йомғаҡлау эше тора. Уны өмә менән башҡарыу яйһыҙ. Йөн ептең йыуанлығы, сираҡлығы балаҫтың сифатында сағыла. Шуға күрә иләү-сиратыу бер ҡулдан, йәғни бер генә кеше тарафынан эшләнһә, балаҫ тигеҙ була. Буласаҡ балаҫ һәр ваҡыт кемгәлер бағышлап һуғыла. Һатыр өсөн әҙерләнгән балаҫ та Аллаға тапшырылып, изге теләк, матур хистәр менән һуғыла. Аҫаны - орнаментты һайлау ҙа бик мөһим һанала. Ҡыҙ балаға йәки ир балаға тәғәйен аҫалар була. Ҡайһы бер оҫта ҡулы-күҙе өйрәнгән айырым бер аҫаны ғына үҙ итә. Ләкин ысын оҫталар боронғо аҫаны ғына күсерә, үҙгәртеүҙән-боҙоуҙан тыйыла. Һәр аҫаның көсө, ырымы, мәғәнәһе булыуға улар ышана. Һуңғы осорҙа балаҫҡа сағыу роза сәскәләре һүрәтен ҡуйыуҙы балаҫ оҫталары һәм ғалимдар хупламай. Самаһыҙ сыбарлыҡ, артыҡ сағыу төҫтәр балаҫтың тылсымлы матурлығын кәметә. Шуға күрә аҫалы балаҫтағы боронғо башҡорт геометрик орнаменттарына өҫтөнлөк бирелә. Башҡорт аҫалы балаҫының халыҡсанлығы, эпик мәғәнәһе, зауыҡлы төҫтәрҙә балҡышы бик юғары баһалана.
Башҡорт аҫалы балаҫына арналған республика байрамы - ул күргәҙмәләр, йәрминкәләр, оҫталыҡ тантанаһы ғына түгел. Ҡасандыр "Ағиҙел" художестволы производство берекмәһе балаҫты күпләп етештергән, унда махсус станоктар эшләнгән, ауылдарҙан оҫталар йәлеп ителгән. Әммә берекмә тарҡалыу менән бөтә эш тәжрибәһе ҡыйраған, станоктар юҡҡа сыҡҡан, эшләүселәр таралған. Бөгөн "Ағиҙел"дә һуғылған балаҫтар башҡорт милли төҫтәренән, биҙәктәренән бик алыҫ тора. Тураһын әйткәндә, уникаль халыҡ кәсебен артабан үҫтереүҙән бигерәк, уны тамам оноттороу, башты бутау уның бөгөнгө текстиль продукцияһы.
Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылында булып үткән "Башҡорт балаҫы этникаһы байрамы" тип аталған саранан һуң баш әйләнерлек ҡыуаныс булмаһа ла, башты юғары сөйөрлөк ғорурлыҡ күңелде күтәрҙе. Төбәктәге оҫталарҙың ижадына ихтирам йөҙөнән иғлан ителгән был сараның маҡсаты - ауыл халҡының матди хәлен яҡшыртыу ғына түгел бит. Иң мөһиме, борондан уңғанлыҡ-гүзәллек сағылышы булған аҫыл һөнәрҙең рухи байлыҡ, милләт хазинаһы икәнен күрһәтеү, балаҫ аҫалауҙың серҙәрен йәш быуынға тапшырыу. Бөгөн халыҡҡа эш урыны булдырырлыҡ предприятие асыу, боронғо оҫталыҡтың үрнәктәрен һаҡлау - аҫалы балаҫтар байрамының төп маҡсаты. "Аҫалы балаҫ - үткән заман, тип ҡараусылар бар. Ә беҙ, киреһенсә, уның киләсәктә лә башҡорт өйөнөң, мәҙәниәтенең, халыҡ сәнғәтенең үҙәгендә буласағына ышанабыҙ", - ти улар.

Сәрүәр СУРИНА.
Июнь, 2021

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.21 | Ҡаралған: 424

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru