«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СЕНТЯБРҘӘН - ЯҢЫ ҠАНУНДАР
+  - 


Гараж амнистияһы

2026 йылдың 1 сентябренә тиклем биш йыл буйына закон граждандарға уларҙың гараждары торған дәүләт һәм муниципаль ер участкаларын бушлай хосусилаштырыу мөмкинлеге бирә. Бында һүҙ 2004 йылдың 30 декабренә тиклем капиталь төҙөлөш объекты булараҡ һалынған гараждар хаҡында бара. Был яңылыҡ 3,5 миллиондан ашыу гражданға ҡағыла. Гараж амнистияһы гараждарҙы һәм улар ултырған ерҙәрҙе хосусилаштырыу өсөн кәрәкле документтар һанын ғына түгел, был эшкә кешеләрҙең сығымдарын кәметергә лә мөмкинлек бирә. Росреестр мәғлүмәттәре буйынса участкаларҙы милеккә күсереүҙең уртаса кадастр хаҡы төбәктәрҙә 5-7 мең һум тора. Бынан тыш, госпошлина түләргә кәрәк. "Яңы закон буйынса граждандар объектты үҙаллы кадастр иҫәбенә ҡуйыу эшенән ҡотоласаҡ, сөнки ул урындағы үҙидара органы тарафынан ғәмәлгә ашырыла. Бынан тыш, гараж һәм ерҙе хосусилаштырғанда граждандарға госпошлина түләргә кәрәкмәйәсәк. Гараж амнистияһы менән был объект мираҫ булараҡ тейгән вариҫтар ҙа, элекке хужаларҙан һатып алыусылар ҙа файҙалана ала. Граждандар гаражды һәм уның ерен хосуси милеккә бер ғариза буйынса ғына аласаҡ", - ти был хаҡта РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин. Депутат аңлатма биреүенсә, урындағы хакимиәткә ғариза менән бергә бирелергә тейешле документтар исемлеге төбәктәр ҡарамағы буйынса өҫтәлеүе лә бар. Был, мәҫәлән, гаражды инженер-техник тәьминәткә тоташтырыу буйынса килешеү, башҡарылған коммуналь түләүҙәрҙе раҫлаусы документтар, гараж һәм ер участкаһы бүлеү тураһында кооперативтың дөйөм йыйылышы ҡарары.

Штрафҡа дәғүә белдереү

1 сентябрҙән автомобилселәр автоматик юл камералары теркәгән административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн ҡарарға дәғүәне Дәүләт хеҙмәте порталы йәки суд сайты аша бирергә мөмкин. Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, әгәр дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланыусы ниндәй йомош менән булыуға ҡарамаҫтан, шәхси кабинетына инә икән, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу хаҡындағы электрон хәбәр адресатҡа еткерелгән тип иҫәпләнә. Ошо мәлдән алып 10 көн буйына порталда штрафҡа ҡарата дәғүә белдерергә була. Әле штрафҡа дәғүә белдереү өсөн ЮХХДИ-ның тейешле подразделениеһына ғариза бирергә кәрәк.

Тәмәкене ташлайым, тиһәң...

1 сентябрҙән тәмәке тартыуҙы ташларға теләүселәр медицина ярҙамына мөрәжәғәт итә ала. Рәсәйҙәргә хәҙер медицина-санитар һәм терапевт, пульмонолог, кардиолог, психиатр һәм психотерапевт кеүек дөйөм ғәмәли табиптарҙан тәүге ярҙам алырға мөмкин. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы, тәмәкегә бәйлелеге асыҡланған пациенттар тәүге медицина ярҙамы алыу өсөн Тәмәкенән баш тартыу кабинетына ебәреләсәк. Элек бындай кабинеттар күп кенә ҡалаларҙа һаулыҡ үҙәге базаларында асылғайны, ә инде бындай үҙәктәр булмаған урындарҙа пациент дөйөм ғәмәли табипҡа йәки терапевҡа ебәрелә ине. Быларҙан бер ниндәй һөҙөмтәләр булмаған сүрәттә пациентты беренсел махсуслаштырылған медицина-санитар ярҙам күрһәтеү маҡсатында "психиатрия-наркология" йүнәлешле медицина ойошмаларына ебәрәсәктәр.

Бала тәрбиәләгәндә ауырыһаң...

1 сентябрҙән мәктәпкәсә йәштәге балалары ауырып киткән осраҡта уларҙы ҡараған ата-әсәләр больничный өсөн түләүҙе 100 процент аласаҡ. Депутаттарҙың был инициативаһы ил Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә хуплана.
Хеҙмәткәрҙең стажына ҡарамай, 7 йәшкә тиклем бала тәрбиәләгәндәрҙең барыһына ла 100 процент түләнәсәк. Дәүләт Думаһындағы "Берҙәм Рәсәй" фракцияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Андрей Исаев был ғаиләнең финанс именлеген тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк, тине. Быға тиклем 5 йыл стажы булғандарға эш хаҡының - 60, 5-7 йыл булһа - 80, 8-20 йыл булһа 100 процент түләнә ине. "Больничный өсөн түләүҙе 100 процент күләмендә алыу ата-әсәләр, өләсәйҙәр, балалар, хатта балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, уҡытыусылар өсөн дә бик уңайлы буласаҡ. Иң мөһиме, был ҡыҙ һәм малайҙарҙың сәләмәтлегендә сағыласаҡ, улар өй шарттарында дауалана аласаҡ. Уларҙың ата-әсәләре эш хаҡын юғалтмаҫ өсөн тиҙерәк эшкә сығырға ашыҡмаясаҡ. Уларҙы тәьмин итеү мәсьәләһен дәүләт үҙ өҫтөнә алды", - тине БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова.
Больничный мәсьәләһе илдең бөтә төбәктәрендә лә бар ине. Ата-әсәләр хәлде үҙгәртеүҙе һорап, "Рәсәйҙең әсәйҙәр советы"на ла мөрәжәғәт итте. Шуға бәйле совет был ғәҙелһеҙлекте бөтөрөргә булышлыҡ иткән тейешле закон булдырыуҙы һораны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты 21 апрелдә Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә балалы ғаиләләргә ярҙам саралары тәҡдим итеп, социаль өлкәгә ҙур иғтибар бирҙе. Ауырып киткән 7 йәшкә тиклемге балаларын ҡараған ата-әсәләргә больничный аҡсаһын 100 процент түләү тураһында инициативаны ла хупланы.

Шаулама!

Бина һәм торлаҡ йорттар стенаһында, уларҙың ҡыйыҡтарында тауыш ҡорамалдары файҙаланылған рекламаны сикләгән федераль закон үҙ көсөнә инде. Шул уҡ ваҡытта тыйыу баҙарҙарҙа, кеше күпләп йыйылған урындарҙа күсмә колонкаларҙан бирелгән рекламаға ҡағылмай. Закон сығарыусылар быны һатыусылар һәм реклама биреүселәрҙең хоҡуғын боҙоу тип иҫәпләй.
"Реклама тураһында" закон ҡабул ителгәндә тауыш рекламаһын бөтөнләй тыйыу хаҡында уйланыҡ. Был тәңгәлдә төрлө фекер булды, шулай ҙа уны тулыһынса тыймаҫҡа ҡарар иттек. Әммә бина фасадтарында, ҡыйыҡтарҙа урынлаштырыуҙы тыйыу мөһим, тип иҫәпләйем. Кире реакция уятҡан, тыныс ял итергә бирмәгән тауыштан ҡотолорға кәрәк", - ти Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев.
"Маэстро" йәмғиәте директоры Максим Лушин был законға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе: "Тауыш рекламаһын тулыһынса тыйыуға ҡаршымын, әммә уны көйләү яҡлымын. Урам радиоһы тәү сиратта граждандар оборонаһы йүнәлешендә хәбәр итеү, халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән, янғын хәүефенән һаҡлау өсөн булдырылған. Иғлан итеү системалары ярҙамында ғәҙәттән тыш хәлдәр, тәбиғәт ғәрәсәттәре, терроризмды иҫкәртеү сараларын үткәреү тураһында мәғлүмәт бирелә. Берҙәм дежур-диспетчер һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәтттәре һауа торошо үҙгәреүе, һыу инеүҙе сикләү, янғын хәүефле осор тураһында мәғлүмәт биреүҙә урам радиоһын ҡуллана. ЮХХДИ йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы юл транспорты ваҡиғаларын кәметеүгә йүнәлтелгән аудиороликтар урынлаштыра. Полиция юғалған балаларҙы, граждандарҙы эҙләй, мутлашыусыларҙан, терроризмдан, кеҫә ҡараҡтарынан һаҡланыу кәрәклеге тураһында иҫкәртә".

Онлайн дарыу

Дарыуҙарҙы онлайн тәртиптә һата алған аптека ойошмаларына талаптар үҙгәрә. Хәҙер селтәрҙә булмаған дарыуханаларға дистанцион сауҙа рөхсәт ителәсәк, ә һатып алыусылар препараттарҙы маркетплейстарҙа аласаҡ. Элегерәк ойошманың Рәсәй территорияһында кәмендә 10 дарыуханаһы һәм үҙенең сайты булырға тейеш ине, хәҙер иһә ойошмалар агрегаторҙар хужалары менән килешеү төҙөй һәм уларҙа урынлаша ала.

Урман питомниктары

Урман питомниктары булдырыу һәм уларҙы файҙаланыу тәртиптәре нығытылды. Бындай ер һәм урман участкаларында тейешле инфраструктура булдырыу мотлаҡ. Унда төп урман ағастары тоҡомдары үҫентеләре һәм орлоҡтары үҫтереләсәк.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.21 | Ҡаралған: 295

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru