«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕСӘН ЮҠ, ТИП МАЛДАРҘЫ БӨТӨРМӘЙЕК ӘЛЕ
+  - 

Һуңғы осорҙа иң киҫкен проблемаларҙың береһенә әүерелгән янғындар бөгөнгө көнгә яйлап ауыҙлыҡланды. Әммә ошо янғындарҙың эҙемтәһе башлыса малсылыҡ менән көн иткән райондар халҡы өсөн бик тә аяныслы булып сыҡты.

Янғындар һәм ҡоролоҡ төп мал аҙығын - бесәнде юҡҡа сығарҙы. Шуға күрә күптәр малдарын һата, йә һуйып тотона башланы. Былай ҙа һуңғы йылдарҙа республикалағы шәхси хужалыҡтарҙа малдар күпкә кәмене. Мәҫәлән, элек беҙҙең ауылда 300 баш тирәһе эре мал булһа, хәҙер 30-лап ҡына ҡалды. Башҡа ауылдарҙа ла хәлдәр яҡшынан түгел. Баҙарҙарҙа ит һатыусылар әйтеүенсә, малдарҙы уларға күпләп тәҡдим итә башлағандар...
Билдәле булыуынса, Баймаҡ районында ПРФ 145-ле төк бесәндең хаҡы 2000-2800 һум, Ейәнсурала 2000-2500 һум тора, башҡа райондарҙа ла хаҡ бик юғары. Бер баш һыйыр малына бер ҡышҡа яҡынса 8 төк китә. Тимәк, һыйырҙы ҡыш сығарыу өсөн бесәнгә генә 16-20 мең һум аҡса кәрәк. Быҙау хаҡы 12-15 мең һум тип һанаһаҡ, мал тотоуҙың ихтисади яҡтан бер файҙаһы ла ҡалмай. Бесәндән башҡа сығымдарҙы ла иҫәпкә алһаҡ, мал тотоп ҡына көрсөккә төшөргә мөмкин, тип уйларлыҡ бит! Шуға ла шәхси хужалыҡтарҙа малдар һаны кәмеүенә бер ҙә аптырарға ярамай һәм был тенденция артабан да дауам итәсәк әле.
Әлбиттә, хәлде тасуирлап, мин бер кем өсөн дә ниндәйҙер яңылыҡ асманым. Был - барыбыҙға ла билдәле хәл. Тик ошо хәлде белеп тә, артыҡ тыныс ултырған түрәләр, депутаттар, йәмәғәт ойошмалары һәм эшмәкәрҙәр, журналистар, хатта блогерҙар аптырата. Күп осраҡта юҡ ҡына мәсъәләне лә йыһан киңлегенә күтәреп, бөтә интернет селтәрен тултырыусылар, ни эшләптер, был хаҡта ләм-мим.
Бәлки, кемдер быны тик мал тотоусыларҙың ғына бәләһе, тип уйлайҙыр. Әммә был дөйөм ауыл халҡы, бигерәк тә башҡорттар өсөн бик мөһим мәсьәлә ул. Сөнки башҡорт кешеһе тамырҙары менән ауылға бәйләнгән, ә унда улар ғүмер буйы мал тотоп йәшәгән. Малһыҙ ҡалған башҡортто ауыл менән бер ни ҙә бәйләмәй, ерҙең дә ҡәҙере бөтә. Сөнки атай-олатайҙарҙан ҡалған сабынлыҡтар, көтөүлектәр, пай ерҙәре малһыҙ башҡортҡа кәрәкһеҙ булып сыға. Икенсенән, малһыҙ кешенең йәшәү сығанағы ла үҙгәрә. Мәҫәлән, үткән быуатта ҡалаға эшкә китеүселәр - ''зимагорҙар'' барлыҡҡа килгән. Улар унда хәмер эсергә, тәмәке тартырға һәм башҡа башҡорт халҡына хас булмаған ҡылыҡтарға өйрәнеп ҡайтып, ошо әшәке "вирустар"ҙы йәмғиәткә таратҡан. Хәҙерге Себерҙә эшләүсе вахтасылар шул уҡ зимогорҙар булып бара бит. Быйылғы ҡоролоҡ һәм уның эҙемтәләре эш эҙләп ситкә сығып китеүселәрҙе бермә-бер арттырасаҡ.
Малһыҙ ҡалыу башҡорт халҡының тамырына балта сабыуға бәрәбәр булыуын дәлилләп, тиҫтәләгән миҫал килтерергә мөмкин, әммә бының менән хәл үҙгәрмәйәсәк. Хәлде үҙгәртеү өсөн аныҡ эштәр кәрәк. Ошо арала Баймаҡ районының тиҫтәләгән егете Архангел районының төрлө ауыл биләмәләрендә бесән саба. Әлбиттә, иҫке техника һәм ҡорамалдар менән ҡоралланған, урманда ҡыуыш ҡороп йәшәп, аслы-туҡлы йөрөгән был аҫыл егеттәр, ни тиклем генә тырышһалар ҙа, үҙ төбәгенең бесәнгә мохтажлығын ҡаплай алмаясаҡ. Был эште башҡараҡ кимәлдә ойоштороу зарур.
Үҙемдең тәҡдимдәремде яҙып үтәйем. Тәү сиратта, республиканың ауыл халҡын бесән менән тәьмин итеүҙе ойоштороу өсөн дөйөм штаб булдырыу фарыз. Уның эшенә бар кимәлдәге власть органдарын йәлеп итергә кәрәк. Эште башлап ебәреү өсөн һәр район хакимиәтенә шәхси хужалыҡтарҙағы мал аҙығы буйынса мәғлүмәт туплауҙы йөкмәтергә, мохтаждарҙың исемлеген булдырырға; Иглин, Архангел кеүек ҡоролоҡ булмаған райондарҙа әле сабылмаған ерҙәрҙе билдәләп сығырға; МТС һәм башҡа төрлө ойошмаларҙы, шәхси хужалыҡтарҙағы техниканы йәлеп итеп, ошо бесәнлектәрҙе сабып, йыйыуҙы ойошторорға кәрәк, тип тәҡдим итәм. Ғәҙәттән тыш хәлде иҫәпкә алып, бесән ташыуҙа, машина-тракторҙарҙы яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙә ярҙам һорап, төрлө ойошмаларға мөрәжәғәт итергә була. Райондарҙа социаль ярҙамға мохтаж кешеләрҙең исемлеген булдырып, һәр ғаиләгә 1 һыйыр, 1 быҙау, 8 һарыҡты бесән менән тәьмин итеүҙе ойошторорға кәрәк. Ә башҡорт атын һаҡлау программаһына ярашлы, рәсми рәүештә һәр теркәлгән башҡорт атына 3 төк бесән бирергә кәрәк. Һаламды ла төкләп таратырға мөмкин.
"Ятып ҡалғансы атып ҡал", тип халыҡ хаҡ әйткән. Өләсәйем "Ҡар өҫтөнән ҡарға тиҙәге лә табылмай", - ти торғайны. Ҡар яуғансы ваҡыт бар, бергәләп тотонғанда хәл итмәҫлек мәсьәлә түгел. Тик теләк һәм эште башлап ебәреү генә кәрәк.

Билдәһеҙ автор сәхифәһенән.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.21 | Ҡаралған: 484

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru