«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘНЕБЕҘ ЯЛ ИТКӘН УРЫНЫБЫҘ
+  - 


Ауылыбыҙҙан тәүләп ҡалаға килгән сағыбыҙҙы иҫкә төшөрәйек. Күңелде шундуҡ ятһыныу тойғоһо ялмап ала. Меңәрләгән кеше араһында яңғыҙһың, берәү ҙә һинең менән һаулыҡ һорашмай, бөтәһе лә һиңә килмешәк күреп ҡарай һымаҡ, берәй етешһеҙлегеңде күреп көлә төҫлө. Ҡалаға өйрәнеүе бик ауыр, өйрәнә алмағандар кире ауылына ҡайта. Шуға күрәлер ҙә, ауылдан ҡалаға килеп, шунда йәшәп киткән һәр кем туғандарын, дуҫтарын, класташтарын, ауылдаштарын, райондаштарын янына туплап, күңелендә бушап ҡалған тыуған ауылы мөхитен барлыҡҡа килтерергә тотоналыр. Ҡалала тыуып үҫкән кеше менән ауылдан ҡалаға килгән кешенең төп айырмаһы ла ошондалыр, буғай.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: рәсми булмаған бындай ойошмалар элегерәк нәҡ ауыл принцибы буйынса ҡунаҡҡа саҡырышып аралашһа, йыш күрешеп йәшәһә, тәүҙә телефондың, аҙаҡ интернеттың барлыҡҡа килеүе ундай ауылдарҙың яңы формаларын ойоштороу мөмкинлеген бирҙе: улар социаль селтәрҙәге төркөмдәр, чаттар һ.б. Ҡалаларҙа барлыҡҡа килгән ошондай ауылдарҙы икенсе төрлө гражданлыҡ йәмғиәтенең ячейкалары тип тә атарға мөмкин булыр ине. Тарих шаһит: дәүләттәр тарҡалғанда ла, халыҡтар юҡҡа сыҡҡанда ла йәшәй бындай ауылдар, аҙаҡ улар тағы ла халыҡ булып ойошоп, артабан дәүләтен барлыҡҡа килтерә.
Гәзиттә ошо хаҡта һүҙ башлап, яңы рубриканы образлы итеп "Өфөләрҙә бар бер ауыл" тип атарға булдыҡ. Рубриканы "Ҡалаларҙа бар бер ауыл" тип тә атарға мөмкин булыр ине, әммә "Киске Өфө" гәзите өсөн баш ҡалала, Өфө районында, Өфөлә рухи нигеҙе һалынып та, ауылдаштары оло донъяға таралып, әммә Өфөнө ойошоу урыны тип иҫәпләгән берләшмәләр мөһимерәк. Бисмиллаға тәүге Ауыл менән танышабыҙ. Унда беҙҙе Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы директоры, Башҡортостан Республикаһы мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлназ Ғафир ҡыҙы ӘХМӘҘИЕВА алып инә.




Гөлназ Ғафир ҡыҙы, ҡалаға килгән ауыл кешеһе һәр саҡ күңелендәге ауылын төҙөп, шуның йылыһында йәшәргә ынтыла. Һеҙ күп йылдар Ишембайҙа йәшәгәнһегеҙ, шунан Өфөгә күсеп килгәнһегеҙ. Рухи ауылығыҙҙы нисек төҙөнөгөҙ?

- Был рубрика бик ҡыҙыҡ һәм беҙҙеке булмаҡсы. Сөнки һуңғы ваҡытта бик күптәр тыуған ауылдарын ташлап китергә мәжбүр. Тарихыбыҙға боролоп ҡараһаҡ та, бик күптәр ауылдарынан ситкә киткән. Әхмәтзәки Вәлиди ҙә сит илдә ғүмере буйы тыуған ауылын, туғандарын һағынып йәшәй бит.
Мин Ишембай районының Ғүмәр ауылында тыуып үҫтем. 6-сы класты тыуған ауылым мәктәбендә тамамлағас, 7-сегә Өфөгә 1-се Республика интернат-мәктәпкә уҡырға килдем. Ауылым менән хушлашыуым тап шул мәлдә булды. Тыуған ауылымды һағыныуым, юҡһыныуым интернат-мәктәптә үткән бала сағымдан алып әле лә дауам итә. Ул бушлыҡты тултырыу теләгем һәр ваҡыт ҙур булды. Минең артымдан эйәреп, өс туғаным интернат-мәктәпкә уҡырға килде. Ғаиләбеҙҙәге биш баланан дүртәүебеҙ ошо 1-се Республика интернат-мәктәпте тамамланыҡ. Беҙҙең ауылдан тағы ла Рәйсә Күзбәкова, Миңнур Ғәббәсова, Фәрит Иҫәнғолов исемле егет уҡыны. Беҙ интернатта уҡ үҙебеҙҙең Ауылды булдырғайныҡ. Каникул ваҡытында "Өфө-Күмертау" поезы менән күмәкләп ауылға ҡайтҡаныбыҙҙы ла иҫләйем. Мине, бәләкәй булғас, поездың иң юғары кәштәһенә ятҡыралар ҙа, башҡалар юл буйына гәпләшеп, көлөшөп ҡайта инеләр.
Ысынлап та, туғанлыҡ, яҡташлыҡ, дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек буйынса барлыҡҡа килгән ойошмалар бик күп. Хәҙер ундай ойошмаларҙы корпорация тиҙәр, беҙҙеңсә, башҡортса, ул, ысынлап та, ауыл. Тамырҙары тыуған ерендә булған ауылдыр, бәлки. Хистәре, принциптары, маҡсаттары, менталитеты бер булған кешеләрҙе берләштергән ойошмалыр ул Ауыл. Рәсми булмаған ойошма. Ундай ойошмалар бигерәк күп, уларҙың форматы ла үҙгәрҙе. Социаль селтәрҙәрҙә шундай төркөмдәр, чаттар барлыҡҡа килде. Был беҙгә яңы һулыш бирҙе. Беҙҙең, интернатта уҡыған класташтарҙың, балалар үҫеп етеп, ейән-ейәнсәрҙәр тыуа башлағас, профессиональ яҡтан ниндәйҙер дәүеребеҙ үткәс, бер-беребеҙ менән аралашыу ихтыяжы килеп тыуҙы. "Интернатым - пар ҡанатым" тип тә юҡҡа әйтелмәгәндер. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың Ауылы бар, ә беҙҙең класташтарҙың Ауылы бөгөн 24 кешенән тора. Әле 44 йыл үткәндән һуң да беҙ шундай ойошма булып йәшәйбеҙ. Бер туҡтауһыҙ хәл белешәбеҙ, яңылыҡтар, һөйөнөстәр, көйөнөстәр менән уртаҡлашабыҙ. Йәғни, ауыл кешеләре нисек аралашһа, беҙ ҙә улар кеүек мәғлүмәт менән бүлешәбеҙ. Бер-беребеҙгә файҙалы кәңәштәр бирәбеҙ. Арабыҙҙа фән кандидаттары, медицина фәндәре докторы бар, улар беҙгә профессиональ кәңәштәрен бирә. Эшҡыуарҙар ҙа бар. Егеттәребеҙ күберәк ауылда йәшәй. Беҙҙең күп осрашыуҙарыбыҙҙы, сараларыбыҙҙы ойоштороп йөрөүсе Илдар Латыпов атлы егетебеҙ, үкенескә күрә, вафат булды. Ул билдәле офтальмолог ине.
Айына бер тапҡыр осрашып торабыҙ. Унда барыбыҙ ҙа килә алмай, әммә йылына бер тапҡыр күмәкләп йыйылабыҙ. Үткән йылда барыбыҙға ла тиерлек 60 йәш тулды. Шул уңайҙан Миәкә районындағы Нарыҫтауға сәйәхәт ҡылдыҡ. Пандемия арҡаһында юбилейҙарҙы үткәрә алмағайныҡ, шунда уртаҡ юбилей байрамы ойошторҙоҡ. Күңелдәребеҙ бушағансы аралаштыҡ, бер-беребеҙҙе ҡотланыҡ, бала саҡтағы уйындарҙы уйнаныҡ, ял иттек. Быйыл иһә Башҡортостан буйлап сәйәхәт ойошторҙоҡ. Иртән Өфөнән автобус менән Торатауға сығып киттек. Себерҙән ҡайтҡан егетебеҙ Рәфис тауға иң текә яғынан менергә тәҡдим итте. Менеп еткәс, "Мин булдырам", "Мин быны эшләй алам", "Беҙ маҡсатҡа өлгәшә алабыҙ, бының өсөн көс-ғәйрәтебеҙ етерлек", "Мин тормошто яратам" тигән иҫ киткес еңеү тойғоһо барлыҡҡа килде. Тау түбәһендә күмәкләп фотоға төштөк. Шунда йөрөгән йәштәр беҙгә ҡарап һоҡланыуын белдерҙе. Тауҙан төшкәс, кафела төшкө аш ашаныҡ та, йырлай-йырлай Красноусолға киттек. Унда ҡуныр өсөн ҡунаҡ йортон алдан һөйләшеп ҡуйғайныҡ. Шифа һыулы Көгөш йылғаһында ҡойоноп алдыҡ та, кис буйы тағы һөйләшеп ултырып, матур итеп аралаштыҡ. Егеттәребеҙ шешлек әҙерләне, ҡымыҙ хәстәрләне.
Иртәнсәк автобус килгәнсе тағы ла һыу инеп алдыҡ. Шифалы һыуын һауыттарыбыҙға тултырып алғас, автобусҡа ултырып, Ғафури районының Сәйетбаба ауылындағы музейға юлландыҡ. Беҙҙе унда көтөп торалар ине. Ҡурай уйнарға өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәттеләр, аҙаҡ умарталыҡта милли аш-һыу менән һыйланылар. Милли кейемдәр кейеп, аттарға атланып, фотосессия ойошторорға тигән теләгебеҙ ҙә тормошҡа ашырылды. Һәр ҡайһыбыҙ атта йөрөнө. Мин шунда үҙ ғүмеремдә икенсе тапҡыр атҡа атландым. Яңы хистәр беҙҙе тағы ла бала саҡҡа алып ҡайтты. Бала саҡта һалынған дуҫлыҡтың, туғанлыҡтың ныҡ, ҡаҡшамаҫ икәненә инандыҡ. Уның ҡәҙере олоғайған саҡта нығыраҡ беленә икәнен аңланыҡ. Алдағы йылда беҙҙең интернат-мәктәпте тамамлауыбыҙға 45 йыл тула. Ҡайтышлай, шул датаны үткәреү планын ҡорҙоҡ. Уртаҡ китап яҙыу идеяһы ла тыуҙы. Ул китапты һәр кем күңеле ҡушҡанса яҙһа, дөрөҫ булыр тибеҙ: кем иҫтәлек, кем хәтирә, кем шиғыр, кем хикәйә яҙасаҡ...

Донъяла төрлө хәлдәр булып тора, проблемалар ҙа булмай тормай. Бындай саҡтарҙа нисек итеп бер-берегеҙгә ярҙам итәһегеҙ?

- Пандемия ваҡытында класташыбыҙ Роза Хөрмәт ҡыҙы үҙенең профессиональ кәңәштәре менән ярҙам итте. Ул табип, медицина фәндәре докторы, балалар хирургы. Бер саҡ Әлшәйҙә йәшәгән егетебеҙҙең ҡатыны ныҡ ауырып киткәс, уны Стәрлетамаҡ дауаханаһына һалырға ярҙам иттек. Роза үҙе лә үткәрҙе был ауырыуҙы, тик быны бер кемгә лә һиҙҙермәне. Мин генә белдем. Тағы ла Өфөлә кемгәлер фатир алырға кәрәк булһа, риэлторҙар табышабыҙ, программалар эҙләшәбеҙ, юристарға ебәрәбеҙ, суд эштәрендә адвокаттар менән ярҙам итәбеҙ. Бер ҡыҙыбыҙҙың матди хәле ауыр саҡта аҡсалата ярҙам иттек. Бер-беребеҙҙең балаларыбыҙҙы ла ҡарашабыҙ, ҡулдан килгәнсе хәстәрлек күрһәтәбеҙ. Ҡыш көндәрендә бергәләп театрҙарға ла йөрөйбөҙ. Ошоғаса спектакль премьераларын ҡалдырғаныбыҙ булманы.
Мәктәп-интернатта, әйткәнемсә, туғанлыҡ, дуҫлыҡ хисе ныҡ һалына. Донъялыҡтан иртә китеп барған класс етәксебеҙ Фәүзинә Ҡыям ҡыҙы Үтәғолова беҙҙә ошо сифаттарҙы тәрбиәләй алды, тип уйлайым. Һәм беҙ уны һәр саҡ оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Ғөмүмән, интернат-мәктәптә уҡытҡан һәр уҡытыусы, һәр тәрбиәсе беҙҙең хәтерҙә иң яҡын кешеләр булып уйылған.

Ә үҙегеҙҙең туғандарығыҙ менән нисек аралашып йәшәйһегеҙ?

- Уҡытыусы булып эшләгән бер һеңлем футбол мәктәбенә йөрөгән ейәнен ҡарар өсөн Ишембайҙан Өфөгә күсеп килгәйне. Хәҙер бурысын үтәп, кире Ишембайға ҡайтып китте. Уның менән көн һайын хәбәрләшеп торабыҙ. Икенсе һеңлем Малаяҙҙа йәшәй. Оҙаҡ йылдар Янғантауҙа эшләне. Дүрт бала үҫтерә. Ғүмере буйы инвалид креслоһында ултырған спортсы-марафонсы ирен ҡарай. Илдус ҡустыбыҙ утыҙ йәше тулған көндө үлеп ҡалды. Салауат районында тәфтишсе булып эшләй ине. Бер дауыллы көндә енәйәтселәр уның ғүмерен ҡыйҙы. Уның балаларына ярҙам итеп торабыҙ. Бишенсе һеңлебеҙ Өфөлә йәшәй.
Атайыбыҙ киномеханик булды. Беҙ һәр бер совет киноһын икешәр-өсәр тапҡыр ҡарай инек. Әсәйебеҙ китапханасы булғас, алдыбыҙҙан китап өҙөлмәне. Әсәйем менән атайым араһындағы мөнәсәбәт ғаиләләге идеаль мөнәсәбәт өлгөһө булды. Әсәйебеҙ түшәккә ятҡас, атайыбыҙ уны ике йыл эргәһенән китмәй ҡараны.

"Интернатский" тигән һүҙ күп ваҡыт милләт кеүек ҡабул ителә. Мин унда уҡығандарға көнләшеп ҡарайым. Үҙегеҙ ошо атамаға ниндәй баһа бирәһегеҙ?

- "Интернатский" - сифат тамғаһы. Беҙ интернатта уҡығанда 20-22 ҡыҙ бер бүлмәлә йоҡлай торғайныҡ. Һәр беребеҙҙең характерын, тын алышын белеп бөттөк. Кемдәндер сәс үрергә, кемдәндер предметта өлгәшергә өйрәнәһең, кемдәндер энә менән еп алып тораһың. Шундай аралашыу 9 ай буйына дауам итә. Өҫтәүенә, 10-сы айға интернатты буяп таҙартыу өсөн практикаға ҡала торғайныҡ. Туғанлыҡ хистәре, ысынлап та, бәләкәйҙән һалына. "Интернатский" - ысын туғанлыҡтың юғары маркаһы.
Тағы ла шуны әйтеп китергә кәрәк: интернатта уҡыусыларҙың "Беренселәр" тигән бренд итеп күтәрелгән ойошмаһы бар. Был беҙҙең иң ҙур Ауылыбыҙ. Уларҙың чаты, интернатты тамамлаусылар ассоциацияһы бар. Академик Ғайса Хөсәйенов тәүге сығарылыш уҡыусыһы булған, ул беҙҙең аҡһаҡалыбыҙ ине. Артабанғы быуындар бер-береһен белә, таный, аралаша, апай, ағай, туғаным, тип өндәшеп, бер-береһен яҡын тартып торалар. Бына әле үҙем эшләгән 158-се Башҡорт гимназияһында "интернатский"ҙарҙан 6 уҡытыусы эшләй. "Интернатский" милләтенә үҙеңдең баһаңды белеү, белемле булыу, ынтылышлы булыу, мотлаҡ рәүештә бер-береңә ярҙам итеү, бер-береңде яратыу, маҡсатҡа ярашлы эшләй белеү, туған ереңде, халҡыңды, туған телеңде яратыу сифаттары хас. Ғорурланырға сәбәп түгелме ни был!
Беҙҙең башҡорт теле уҡытыусыларыбыҙ иҫ киткес шәп, зыялы, ихтирамға лайыҡ кешеләр була торғайны. Сажидә Хәмәтьяр ҡыҙы Зайлалова һуғыш йылдарында интернатта директор булып эшләгән. Беҙ килгәндә башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән уҡыта ине. Класс етәкселәребеҙ Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы менән Фәүзинә Ҡыям ҡыҙынан уңдыҡ! Физкультура уҡытыусыһы Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов беҙҙең өсөн үҙ һөнәреңә тоғролоҡ идеалы булды. "Беренселәр" тигән ҙур ауылдың айырым тармағы булған спортсыларҙы тәрбиәләне ул. Куба революцияһында ҡатнашҡан легендар шәхес ине.

Беҙ донъя кимәлендәге оло сәйәсәттә, финанс корпорацияларында түгел, туғанлыҡта, берҙәмлектә, ошондай рәсми булмаған рухи ауылдарыбыҙ менән көслө. Шулай түгелме?

- Мин ул турала күп уйланғаным бар. Дөрөҫ фекер. Сөнки 1992 йылда Ишембайҙа Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге гимназияны ойошторғас, коллектив алдына лидерҙар тәрбиәләү маҡсатын ҡуйҙыҡ. Өфөләге башҡорт лицейҙарына ла, гимназияларына ла шундай маҡсат ҡуйыла. Минең Рәсәйҙә, донъя кимәлендә, үҙебеҙҙә бынамын тигән лидер уҡыусыларым бар. Әммә уларҙың күбеһе үҙҙәрен бик үк танытып, белдереп бармай. Улар беҙҙең халыҡ өсөн ҡәҙерле булған ҡиммәттәрҙе баһалап йәшәйҙәр. Ул ҡиммәттәр шулар: берҙәмлек, дуҫлыҡ, туғанлыҡ, булғанынан, Хоҙай биргәндән ҡәнәғәт булып йәшәү.

Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа йәшәүсе халыҡтың күпләп ҡалаға ынтылыуы, урбанизация хәрәкәте үтә әүҙемләште. Мәҫәлән, баш ҡаланың Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһындағы мәктәптә быйыл 12 беренсе класс ойошторғандар. Һеҙ етәкләгән мәктәпкә лә ауылдарҙан яңы килеүселәр барҙыр. Улар ҡала мәктәбенә адаптацияны нисек үтә?

- Яраҡлашыу ауыр тигән проблема күп осраҡта уйлап сығарыла. Әлбиттә, тәүге мәлдә шок терапияһы алған балалар ҙа бар. Әммә хәҙерге заман балаларының адаптация мөмкинлеге сикһеҙ. Балалар яңы шарттарға бик тиҙ өйрәнә. Улар тәүге көндәрҙә генә ҡыйынлыҡ кисерә. Беренсе көндәрҙә күҙҙәрен шар асып йөрөйҙәр. Стенаға терәлеп торғандары ла бар. Һәр береһенең янына килеп, башынан һыйпап, һорашам, танышам. Әгәр ҙә бала уңайлы, йылы, яҡты, яғымлы, бәхетле шарттар булдырылған яңы коллективҡа килеп инә икән, ул шундуҡ был ыңғай мөхиткә ылыға. Был күҙ асып йомған арала килеп сыға.

Ғөмүмән, кеше бәхеткә тиҙ өйрәнәме?

- Әлбиттә, уңайлы, комфортлы шарт кешене шундуҡ йота. Бының өсөн хафаланырға кәрәкмәйҙер ҙә хатта. Киреһенсә, төпкөлдә күп мөмкинлектәрҙән мәхрүм булған баланы бәхетле шарттарға тиҙерәк урынлаштырырға кәрәк. Һис булмаһа, ауыл мәктәптәрендә шундай шарттар тыуҙырырға кәрәк. Әгәр ҙә мин ауыл мәктәбе директоры булһам, иң алдынғы Мәскәү, Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырыр инем. Беҙ бөгөн Өфөнөң 8 юғары уҡыу йорто менән бәйләнеш ойошторғанбыҙ. Аҡыллы быҙау ике һыйырҙы имә, тиҙәр. Беҙ иһә, күп һыйырҙы имгән быҙау кеүек йәшәйбеҙ. Баш ҡалала булған барлыҡ мөмкинлектәрҙе лә файҙаланырға тырышабыҙ. Ҡыйынлыҡҡа ғына өйрәнеүе ауыр, рәхәтлеккә кеше тиҙ өйрәнә.

Ауылығыҙға ниндәй исем бирәһегеҙ?

- Ул исем күптән бирелгән. Ауылыбыҙ "10"В" - 1977" тип атала. Чатыбыҙ ҙа шул исем менән йөрөй. Ауылыбыҙҙың 3 старостаһы бар: Наилә Имаева, Роза Шәңгәрәева, Флүрә Мурзина, мин - башҡарыусы директор, 3 медсестрабыҙ, 2 халыҡ табибыбыҙ бар. Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн оло рәхмәт, Гөлназ Ғафир ҡыҙы!

ТЕМАНЫ АУЫЛДАШТАР ДАУАМ ИТӘ:

Иҙелман НИҒМӘТУЛЛИН, ветеринар, Мәсетле районында йәшәй:
Беҙҙең класс иң көслө, иң ойошҡан класс булды. Мәктәптә үткән КВН-дарҙа һәр ваҡыт еңеп сыға торғайныҡ. Ете класташыбыҙ мәктәпте алтын миҙалға тамамланы. Берәребеҙҙең тормошонда ауыр хәл, проблема килеп тыуһа, мәғлүмәт килеп етеү менән шундуҡ ойошабыҙ ҙа, ул класташыбыҙға ярҙамлашырға тотонабыҙ. Һуңғы йылдарҙа, үкенескә күрә, һирәгәйә лә башланыҡ, шуныһы йәл. Йыл һайын осрашыуҙарҙы оло түҙемһеҙлек менән көтөп алам, тулҡынланып барам.

Флүрә МУРЗИНА, Башҡортостан телевидениеһы дикторы, Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфөлә йәшәй: Беҙҙең класс башҡаларға оҡшамаған, сөнки класташтарымдың һәр береһе үҙенсәлекле шәхес. Сәмләнә лә белә улар. Уҡыу буйынсамы, физик әҙерлектәме, кластан тыш саралармы - беҙ һәр урында ла алдынғы булырға тейеш инек. Ул саҡта мәктәптә социалистик ярыш ойошторола ине. Күп ваҡыт еңеүсе вымпелы беҙҙең класс бүлмәһендә эленеп торҙо. Егеттәребеҙ һайлам уҡтай, береһенән-береһе һомғолораҡ, көслөрәк инеләр. Улар араһында Илдар Латыпов та булды. Бөтә донъяға билдәле офтальмолог Федоровта уҡып, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында эшләне. Уның хаҡында билдәле офтальмолог Марат Аҙнабаев: "Мин уның менән Америкаға, Канадаға барырға яратам. Сөнки Илдар инглиз телендә еңел аралаша", - ти ине. Иҙелман Ниғмәтуллин Ҡаҙанда ветеринарға уҡыны, хәҙер тыуған яғында йәшәй. Хәрби класташыбыҙ Мәрүән Мөхәмәҙиев Германияла хеҙмәт итте. Хәмит Ҡунаҡҡолов Мәләүездә училище директоры булып эшләне. Рәхимйән Иҫәнғолов ауыл хужалығы институтында уҡыны, гитарала, ҡурайҙа уйнай. Яҡташым Фуат Шафиҡов пединститутта физика-математика факультетында уҡып сығып, оҙаҡ йылдар Благовещен ҡалаһында мәктәп директоры булып эшләне. Вилсан Өмөтбаевҡа килгәндә, ул уҡыған сағында уҡ медбрат булып эшләп, һуңынан мединститут тамамланы. Әле ауылында 90 йәшлек әсәһен ҡарап йәшәй. Мин класыбыҙҙа Гөлназ менән ярышып уҡыным. Ул беҙҙең комсорг булды. Бер мәл икебеҙ таҡтаға сығып, физиканан бер үк мәсьәләне ике төрлө ысул менән сисеп, бер үк яуапты сығарҙыҡ, шул иҫемдә ҡалған. Минең иң яратҡан уҡытыусым физика фәненән Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхина булды.

Роза ШӘНГӘРӘЕВА, медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының балалар хирургияһы кафедраһы мөдире, профессор, Өфөлә йәшәй: Бик татыу класташтар булдыҡ, әле лә шул сифатыбыҙҙы юғалтманыҡ. Ҡайһы бер кластар төркөмдәргә бүленә, беҙ иһә бер йоҙроҡҡа тупланғандай йәшәйбеҙ. Бер бөтөн, бер ауыл кеүекбеҙ. Класыбыҙҙа лидерҙар күп булды, әлеге ваҡытта Гөлназ Ғафир ҡыҙы беҙҙе үҙ янына туплай.

Азамат ҒӘБИҘУЛЛИН, иҡтисадсы, Бөрйән районында йәшәй: Беҙҙең класты гвардия класы тип йөрөттөләр. Мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Вил Шәйҙулла улы: "Гвардеецтарға сәләм!" - тип класыбыҙға килеп инә торғайны. Бөтөн яҡлап алдыра инек. Үҙем ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамланым. Хәҙер пенсияламын. Әгәр ҙә Башҡортостандың бер буш ятҡан еренә барып, беҙҙең класҡа ауыл һалырға ҡушһалар, ул ауыл сәскә атыр, йәнебеҙ ял иткән ауылға әүерелер ине. Ултырған урынына ҡарап, шөғөлөн дә табыр инек. Гөлназ Ғафир ҡыҙы ул ауылдың старостаһы йә мәктәп директоры булыр ине. Иҙелман мал ҡараһа, Флүрә ауылыбыҙ радиоселтәрендә диктор булып эшләр ине. Роза докторыбыҙ беҙҙе бағыр ине. Мин инде, ышанып тапшырһалар, ауылдың иҡтисад мәсьәләләрен хәл итер инем.

Гөлзаһира АРЫҪЛАНБАЕВА, паспорт бүлеге хеҙмәткәре, Өфөлә йәшәй: Иң юғары баһа бирерлек класс инек беҙ. Әлеге көндә лә класыбыҙҙың бер ауыл булып аралашып, араларҙы өҙмәй йәшәүебеҙ татыулығыбыҙ хаҡында һөйләй. Үҙем Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамланым, 1981 йылдан алып бөгөнгә тиклем шул уҡыу йортоноң паспорт өҫтәлендә эшләйем.

Фаягөл ҒИБАҘУЛЛИНА, Өфөлә йәшәй: Мин интернат-мәктәпкә Белорет районының Ғәбдүк ауылынан килгәйнем. Шундай матур, яҡшы класҡа эләктем. Класташтарым барыһы ла тормошта үҙ юлын табып, уңышлы кеше булып йәшәй. Кем белә, бәлки улар фәҡәт ошо класҡа эләкмәгән булһалар, тормоштары бөтөнләй башҡаса булыр ине.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.21 | Ҡаралған: 456

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru