«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫШАНЫС БАРҘА ХӘҮЕФ ЮҠҠА СЫҒА
+  - 


Илдә, илдә генә түгел, планета буйынса барған хәүеф бер кемде лә урап үтмәне. Ул әле лә дауам итә. Әммә яңы шарттарҙа йәшәргә, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә өйрәнергә кәрәк беҙгә. Иҡтисади ауырлыҡтарҙы еңеп өйрәнгәнбеҙ, тик аҡса яғы кеҫәгә һуҡҡанда рухиәтте нисек һаҡларға? Ошо һорау Урал аръяғының мәҙәни үҙәктәренә әйләнгән А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры һәм Сибай концерт-театр берекмәһе вәкилдәренә йүнәлтелде. Улар бөгөнгө шарттарҙа нисек йәшәй, яңы миҙгелгә әҙерлектәре нисек - ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирергә ниәтебеҙ.

Сибай концерт-театр берекмәһе директоры Юнир КӘЛИМУЛЛИН һөйләй:
Республика көнөн байрам иткәндә реконструкцияланған яңы бинала матур итеп яңы миҙгелде башларбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Ул ҙур концерт менән асыласаҡ, тип торабыҙ. Артабанғы пландарға килгәндә, беҙҙең коллективтың үҙенә генә хас йөҙө барлығын һәр кем белә һәм юғары баһалай, беҙ уны һаҡлаясаҡбыҙ. Беҙҙең балаларҙан башлап оло йәштәгеләргә тиклемге үҙ тамашасыбыҙ бар. Улар беҙҙән яңылыҡтар, хатта мөғжизәләр көтә икәнен беләбеҙ, һәм ул мөғжизәне беҙ тыуҙырырға тейеш.
Әле бына концерт-театр берекмәһенең үҙ профессиональ оркестрын төҙөү менән мәшғүлбеҙ. Ул беҙҙең музыкаль яҡтан ихтыяждарыбыҙҙы тормошҡа ашырасаҡ. Оркестр өсөн профессиональ музыканттарҙы бөтә республика буйлап эҙләйбеҙ. Профессиональ концерт берекмәһе нигеҙе академизм булһа ла, асылыбыҙҙа - үҙебеҙҙең урындағы фольклор, халыҡсанлыҡ бит. Әммә фольклор ҙа академик кимәлдә булырға тейеш. Боронғолоҡтан ҡотола алмаған үткән быуат кешеләре итеп баһаламаһындар өсөн халҡыбыҙҙың музыкаль яҡтан бик тә грамоталы икәнен күрһәтергә кәрәк. Сәнғәтебеҙгә фольклор нигеҙ һалған, эйе, беҙ был хәҡиҡәттән китә лә, ҡотола ла алмайбыҙ, ул беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән. Менталитетыбыҙ шундай. Әммә академик фольклор тигән төшөнсә барын да онотмайыҡ. Музыкаль оркестрыбыҙ тап ошондай юғары кимәлде кәүҙәләндерәсәк тә инде. Хореография буйынса ансамблебеҙҙе лә тулыландырҙыҡ. Беҙҙең менән бер берекмәлә, бер ҡыйыҡ аҫтында эшләйәсәк "Сулпан" театрына ла, вокалистарға ла, бейеүселәргә лә, музыканттарға ла мөғәмәлә бер үк - туғандарса. Туғандар бер ҡыйыҡ аҫтына тупланһа, мөмкинлектәр ҙә артыр, даирәләр ҙә киңәйер, тигән өмөттәбеҙ. Йәше буйынса коллективыбыҙ республикала иң йәштәр иҫәбендә - 30 йәш. Филармония эргәһендә хореография буйынса балалар студияһы астыҡ. Киләсәк өсөн кадрҙарҙы ла, тамашасыларҙы ла үҙебеҙ әҙерләй башлаясаҡбыҙ. Балаларҙы әле үк концерт номерҙарына йәлеп итәбеҙ. Вокал студияһында йырсылар үҫә. Урал аръяғының мәҙәни үҙәге булараҡ, төп маҡсатыбыҙ йондоҙҙар балҡытыу ғына түгел, халыҡ һөйөүен яулау. Бер мәҙәни ҡаҙанда ҡайнайбыҙ икән, беҙ халҡыбыҙҙың рухи ихтыяжын дөрөҫ ҡәнәғәтләндерергә тейеш. Шул саҡта рухиәт көрсөгөнә юл ҡуйылмаҫ, тигән өмөттәбеҙ.



Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының әҙәби-драма бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк ТЛӘҮСИНА һөйләй: Былтыр пандемия башланғас, өйҙә ултырыу биш айға һуҙылды. Шул ваҡытта яңы шарттарға ҡулайлашырға, тамашасыларыбыҙҙан өҙөлмәҫ өсөн онлайн рәүештә архивлаштырылған спектаклдәрҙе күрһәтеүҙе ойошторорға тура килде. Тәүге онлайн тапшырыу Кәбир Аҡбаштың "Йәшлегем тирәктәре" әҫәре буйынса булды. Урындағы телевидение беҙгә ныҡ ярҙам итте. Тура эфир аша күрһәтелгәнгә, онлайн тамашасыларыбыҙ һаны артты. Тамашасылар менән ғәҙәти булмаған эш шулай башланды. Архивлаштырылған спектаклдәрҙе күрһәтеү күп нәмәне яңынан иҫкә төшөрҙө. Аҙаҡ артистарыбыҙ тура эфир аша кис йоҡлар алдынан балалар өсөн әкиәттәр һөйләүҙе ойошторҙо. Тамашасылар менән тере бәйләнеш барлыҡҡа килде. Былай ваҡытта бит тамашасы театрға килеп, спектаклде ҡарай ҙа ҡайта, ниндәй тәьҫораттар алғанын әйтеп тормай. Ә был осраҡта улар комментарийҙарын индивидуаль рәүештә яҙа. Насар яҡтан бер нәмә лә ишетмәнек, Аллаһҡа шөкөр. Нисек кенә сәйер булмаһын, пандемия осоро беҙгә тамашасы менән бәйләнеште нығытырға ярҙам итте. Улар менән театрҙа осраша алмаһаҡ та, эпидемиологик шарттарҙы иҫәпкә алып, репетицияларҙы дауам иттек, премьералар сығарҙыҡ. Тамашасы һаны кәмеһә лә, уларҙы юғалтмаҫҡа тырыштыҡ.
Ысынлап та, үткән ижад миҙгеле бик ауыр осор булды. Мәкерле сир арҡаһында Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Марс Итбаев һәм Арсен Шәйхисламов арабыҙҙан китте. Беҙ уларҙы юҡһынабыҙ, мәңге онотмабыҙ.
Юбилей миҙгелендә күп кенә премьералар яңғыраны - төрлө жанрлы сәхнә әҫәрҙәре донъя күрҙе. Классик әҫәрҙәрҙән М.Фәйзиҙең "Аҡ ҡалфаҡ" драмаһы, яңы тарихи әҫәрҙәрҙән - Н.Ғәйетбаевтың "Муса Мортазин" пьесаһы буйынса "Урал Бөркөтө" драма фаразы, Ф.Бүләковтың легендар "Шайморатов-генерал" драма-реквиемы сәхнәгә сыҡты. Электән театрыбыҙ бик күп драматургтарға үҙҙәрен асыу өсөн ижад бишеге булды. Беҙҙән күп авторҙар театр тормошона башлап аяҡ баҫты. Шул иҫәптән йәш яҙыусылар - Шәүрә Шәкүрованың "Зәңгәр томандар артында" пьесаһы сәхнәләштерелде, Баныу Ҡаһарманованың бына инде икенсе әҫәре сәхнәгә аяҡ баҫасаҡ. Пандемияның иң ҡыҙыу осоронда сыҡҡан "Их, йәшәүҙәре рәхәт!.." комедияһы тамашасыларҙың кәйефтәрен күтәреүгә, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, яҡшы хыялдарға юл асырға ярҙам итә. Ул спектакль шау-гөр килеп, әленән-әле гастролдәрҙән ҡайтышмай.
Яңы миҙгелгә әҙербеҙ. Ул үткән миҙгел премьералары менән башланды. Ошо көндәрҙә абруйлы театрыбыҙҙың 90 йыллыҡ юбилейына арналған театрлаштырылған тамаша үтәсәк. 1931 йылда художество етәксеһе Арыҫлан Мөбәрәков булған театрҙың башланғысына әйләнеп ҡайтып, бөтөн тарихи ваҡиғаларҙы барлап сығасаҡбыҙ. Был тамаша бик бай, сағыу булыр тип ышанабыҙ. Театрыбыҙ традицияларына шул хәтлем тоғро ҡала килә. Оло быуын артистарыбыҙ арҡаһында элекке йолаларыбыҙҙы һаҡлап киләбеҙ. Әле коллективтың дөйөм кәйефе күтәренке, ауырлыҡтар беҙҙе ҡаушатманы, киреһенсә, ойошторҙо, күп мәсьәләләргә яңыса ҡарарға өйрәтте.
Осраҡ менән файҙаланып, Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын 15 октябрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы А. Салауатовтың юбилей кисәһенә саҡырабыҙ, сарала бик күп сәхнә йондоҙҙары һәм бөтә театрыбыҙ артистары ҡатнашасаҡ.

Шулай итеп...
Рухиәт өсөн еңел булмаған осорҙа Сибай мәҙәни үҙәктәренән зарланыу ишетмәнек. Был үҙе үк тотороҡлолоҡҡа ишара түгелме? Миҙгелдәр килер ҙә үтеп тә китер. Рухи аҙыҡҡа танһығыбыҙ ҡанһа, беҙ уларға рәхмәтле булырбыҙ.

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.21 | Ҡаралған: 264

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru