«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫНТЫЛЫШТАРЫБЫҘ КӘҮҘӘЛӘНЕШЕ...
+  - 

Байрам көнөндә Башҡортостан Республикаһы гербы һәм гимнының нисек ижад ителеүе тураһында авторҙарының иҫтәлектәрен биреп, ул сағыу ваҡиғаларҙы тағы бер тапҡыр күҙҙән үткәрәйек әле, тинек.

гербыбыҙҙа...

БР Дәүләт гербы авторы Фазлетдин ИСЛАХОВ хәтирәһенән: Рәссамдар араһында Башҡортостан Республикаһы Гербын эшләргә конкурс иғлан ителгәс, был эшкә айырыуса сәмләнеп, илһамланып тотондом. Минең күҙ алдына ул тәүҙә үк шундай булып кәүҙәләнде: Дәүләт гербында мотлаҡ башҡорт халҡының тарихын, уның рухи донъяһын сағылдырған төп элементтар урын алырға тейеш. Ә уларҙы нимәләр кәүҙәләндерә һуң? Әлбиттә, башҡорт халҡының быуаттан-быуатҡа күсә килгән изге ынтылышы - ирек, ғәҙеллек һәм азатлыҡ һөйөүе, уның өсөн көрәше, ә рухи донъяһында яуҙа - яуҙаш, юлда - юлдаш, ғәҙәти тормошонда моңдашы булған ете тажлы ҡурайы! Азатлыҡ һәм ирек өсөн көрәштә батырҙарыбыҙ, шөкөр, күп булған, ә бына уларҙың бөтәһенең сифаттарын дөйөмләштереп, үҙендә уларҙың образ-һыҙаттарын бергә туплаусы батырҙарҙан батырыбыҙ - ул, әлбиттә, Салауат Юлаев. Милли геройыбыҙ башҡорттоң ирек юлында баш һалған башҡа бик күп батырҙарының ҡаһарманлыҡтарын да ҡабатлай, шул уҡ ваҡытта тыуған иле, ғәзиз Уралын данлаусы шағир-импровизатор ҙа. Тимәк, Салауатыбыҙ образын һынландырыусы һыбайлы һәйкәл урын алырға тейеш гербта, тип уйланым мин. Салауатҡа һәйкәл - ул аныҡ бер шәхестең генә түгел, ә көрәшсе батырҙарыбыҙҙың дөйөмләштерелгән образы, Башҡортостандағы күп милләтле халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ символы ла бит ул.
Бына шулай тыуҙы миндә Герб идеяһы. Эскиздар тәүҙә "Башҡортостан" гәзитендә баҫылып сыҡты. Күп һанлы гәзит уҡыусыларға ла иң уңышлы тип табылған эштәрҙе һайлап алыу форсаты бирелде. Минең эскиз ҡалҡып килгән ҡояш нурҙары фонында Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтләнеше, аҫтараҡ ете тажлы ҡурай һәм республикабыҙ флагы төҫөндәге таҫма. Аҡ һыҙат өҫтөнә "Башҡортостан" тип яҙылған.
Ҡырҡ бишләп эш араһынан минең эскиз һайланып алыныуы менән бәйле хистәрҙе әйтеп тә аңлатырлыҡ түгел, әлбиттә. Ғорурлыҡ та, бик ныҡ тулҡынланыу ҙа кисерәм әле булһа. 1993 йылдың октябрендә парламент сессияһы мин эшләгән Герб проектын ҡарауға сығарҙы һәм раҫланы. Яңы Башҡортостаныбыҙҙың Дәүләт символикаһы шулай ҡабул ителде.

...гимныбыҙҙа ла

Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны музыкаһы авторы Фәрит ИҘРИСОВ хәтирәһенән: Һис һүҙһеҙ, ошо үткән йылдар эсендәге иң әһәмиәтле ҡаҙаныш - дәүләт гимны, гербы һәм флагы. Улар - республикабыҙ символдары булып тора. Ә символдар үҙе үк халыҡтың уникаль рухи ҡаҙанышы. Республикабыҙҙың дәүләт гимнының музыкаһы күптән яҙылған булһа ла, һүҙҙәре унан һуң ғына ҡабул ителде. Беҙҙең флагыбыҙҙы һәм гербыбыҙҙы һәр ерҙә лә күрергә була, тик бына гимнға әллә ни әһәмиәт биреп еткермәйбеҙ. Шуға күрә мин республикабыҙҙың дәүләт гимны һәр мәктәптә, балалар баҡсаһында өйрәнелһен ине, тип теләйем. Гимндың һүҙҙәрен яҙыусыларҙың береһе Рауил Бикбаев: "Башҡортостан гимны - ул беҙҙең Конституциябыҙҙың квинтэссенцияһы булып тора", - тип әйткәйне. Йәғни, бөтөн Конституция закондары заманға ярашлы яҙылған булһа, беҙҙең гимн һүҙҙәрендә Конституцияның рухи сағылышы ғына түгел, ә булмышыбыҙ, тарихыбыҙ ҙа сағылған. Беҙҙең гимныбыҙ шул тиклем мөһабәт, ғорур яңғырай. Ул дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа, берҙәмлеккә әйҙәй. Шулай тыныс, дуҫ йәшәүебеҙҙә гимныбыҙҙың да өлөшө барҙыр, тип уйлайым.
Гимндың көйөн мин бер төн эсендә яҙһам да (1990, 11 октябрь), ул моңдо мин айҙар, йылдар буйы күңелемдә тыуҙыра килдем. Был көйгә мин республикама, тыуған илемә, халҡыма, милләтемә булған мөхәббәтемде һалырға тырыштым. Флагыбыҙҙа сағылған ҡурай тураһында гимнда шундай һүҙҙәр бар: "Киләсәккә яҡты нур-моң сәсә һинең ғорур, рухлы байрағың..." Ҡурайыбыҙ нурҙар ҙа, моңдар ҙа сәсеп торһон, тигән теләктәр һалынған был һүҙҙәрҙә. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың иреккә, азатлыҡҡа ынтылышы ла, изге теләге лә сағыла уның эстәлегендә. Гимнда: "Рәсәй менән бөйөк берҙәмлек", - тигән һүҙҙәр ҙә бар.
Ошо үткән йылдар эсендә күп ҡаҙаныштарға өлгәштек. Миҫалға үҙем эшләгән өлкәне әйтеп үтер инем: төрлө халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашыуыбыҙ, республикабыҙҙың һәр районында мәҙәниәт һарайҙары асылыуы, үҙешмәкәр сәнғәттең үҫешеүе мәҙәниәтебеҙ кимәленең яңы баҫҡысҡа күтәрелеүен дәлилләүсе миҫалдар. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бер нисә тапҡыр "Алтын битлек" фестивалендә ҡатнашып, ҙур уңыш яуланы. Шулай уҡ "Туғанлыҡ" фестивалдәре үткәрелә. Төрлө илдәр театрҙарының үҙ-ара аралашыуы бик яҡшы күренеш, улар тәжрибә уртаҡлаша, бер-береһенән өлгө лә ала. Халҡыбыҙ киләсәктә лә берҙәм булып, бәхетле йәшәһен ине.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.21 | Ҡаралған: 271

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru