«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛЫҠСЫЛАРҒА ӨНДӘШӘМ...
+  - 

Минең аҡса эшләү ысулым ир-егеттәргә ҡулайлы. Әлбиттә, еңелдән түгел, ләкин тырышҡанда килемле генә шөғөл. Шәхсән минең өсөн ул төп эш урыным, сөнки тик ошо юл менән аҡса эшләйем.

Ҡыҫҡаһы, балыҡ, ҡыҫала тотоп һатам. Йылға-күлдәрҙән, һыуһаҡлағыстарҙан тотоп алып ҡайтып, Өфө халҡына тәҡдим итәм. Заказдар һәр ваҡыт бар, килограмлап та, күмәртәләп тә һатып алалар. Бигерәк тә суртан балыҡҡа һорау ҙур һәм шулай уҡ тере ҡыҫала ла үтемле. Тағы ла суҙаҡ (һыла) балығы ҙур һорау менән файҙалана. Суртандың һәм ҡарабалыҡтың килоһын 250 һум менән, ҡыҫаланы, ҙурлығына ҡарап, килограмын 600-1500 һумға, суҙаҡты, шулай уҡ килограмлап, 400 һумға һатам. Күмәртәләп алыусыларға бонус итеп табан балыҡ һәм йәйен бүләк итәм.
Беҙҙең төбәктә тере ҡыҫаланы өҫтәлгә ҡуйыу әллә ни киң таралмаған, әлбиттә, шулай ҙа байрам табындарына, туй мәжлестәренә, юбилейҙарға йыш һатып алалар. Ҡыҫаланың ите тәмле булһа ла, берәүҙән ите бик әҙ сыға, шуға күрә ҙур байрамдарға алынған ҡыҫала күләмен күҙ алдына баҫтырыуы ҡыйын түгел. Ҡыҫаланы күп осраҡта Түбәнге Кама һыуһаҡлағасында тотам, балыҡтарҙы төрлө йылғаларҙа эләктерәм.
Аҙна башында сығып китәм дә, кесаҙна, йомаға мотлаҡ ҡайтып етергә тырышам, сөнки ял алдынан һорау ҙур була. Дим биҫтәһендә йәшәүселәргә заказдарын бушлай алып барам, заказ күләме 5 килограмдан артһа ғына Өфөнөң башҡа райондарына алып барам. Шулай уҡ күптәр такси аша алдыра балыҡ һәм ҡыҫаланы. Аҡсаны картама күсерә лә, улар саҡырған таксиға бирәм дә ебәрәм, миңә лә уңайлы, уларға ла әллә ҡайҙа барып йөрөйһө түгел.
Йәйге миҙгелдә балыҡҡа һәм ҡыҫалаға ҡуш итеп бал һәм ҡымыҙ ҙа тәҡдим итәм. Шулай уҡ икеһе лә бик үтемле тауар. Тағы ла балға төрлө сәтләүек һалып эшләп һатам.
Ғөмүмән, кешенең нимә теләгәнен алдан күрә белеп эш иткәндә, ниндәй тауарға ҙур һорау булырын күҙаллай белгәндә, һатыу эшендә уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Тик ялҡаулыҡты һәм эште иртәгеһе көнгә ҡалдырыу кеүек сифатты йүгәнләргә, һәр кемдә була торған һәм эшкә ҡамасаулаған йомшаҡлыҡтарға баш бирмәҫкә өйрәнергә кәрәк. Эҫе йәйге көндәрҙә, ямғырлы яҙ һәм көҙҙәрҙә, һыуыҡ, буранлы ҡыш миҙгелендә балыҡ тотоп йөрөү еңелдән түгел, ләкин күңелгә ятышлы шөғөл булып, аҡсаһын килтереп тора икән, тимәк, бер нәмәгә ҡарамайынса дауам итергә була.
Егеттәр, арабыҙҙа балыҡсылар ифрат күп. Әйҙәгеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙҙө аҡса эшләү ысулына әйләндереп ҡарағыҙ. Барып сыҡһа - бик хуп, әгәр ҙә килеп сыҡмаһа инде, "эшләп ҡараманым", тип үкенерлеге булмаҫ. Уңыштар теләйем.

Асҡар ҒӨБӘЙҘУЛЛИН. Өфө ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.21 | Ҡаралған: 283

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru