«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРҠЫУ ҺӘЛӘКӘТ ТЫУҘЫРА
+  - 

Ғалим-медик үҙенең теорияһын тикшереп ҡарарға теләй, тик бының өсөн тәжрибә һуңында үлергә тейешле ирекмән кәрәк була. Ниһайәт, ул электр ултырғысында язалауға хөкөм ителгән бер ирҙе таба. Ғалим был кешенең аҡтыҡ ҡанына тиклем йөрәк ритмын ҡыҫҡартасаҡ фәнни тәжрибәлә ҡатнашасағы, ләкин тере ҡалыу ихтималлығының әҙ булыуы һәм үлгән хәлдә лә хөкөм ителеүсенең бер ниндәй ауыртыныу кисермәйәсәге хаҡында аңлата. Хөкөм ителеүсе ризалаша, сөнки бындай үлем электр ултырғысында йән биреүгә ҡарағанда яҡшыраҡ тип уйлай.

Уны носилкаға һалып, ҡыбырламаҫлыҡ итеп бәйләйҙәр. Унан һуң табип уның ҡул суғы тапҡырындағы ҡан тамыры тирәһендәге тирене бер аҙ киҫә һәм уның аҫтына бәләкәй генә алюмин сеүәтә ҡуя. Тиренең тәүге ҡатламы ғына киҫелһә лә, хөкөм ителеүсе уның веналарын киҫтеләр тип уйлай. Носилка аҫтына шыйыҡсаның тамсылап ағыуын көйләүсе тағы бер һауыт ҡуялар: хөкөм ителеүсе һәр тамсыны ишетеп ятасаҡ һәм быны үҙ ҡаны аға тип иҫәпләйәсәк.
Бына ғалим клапанды бер аҙ яба, ә тәжрибә ҡорбаны тамсының әкренәйеүен ҡаным бөттө тип аңлай һәм бер нисә минуттан һуң уның йөҙө ағара башлай, йөрәк тибеше көсәйә. Ғалим клапанды тулыһынса ябып ҡуйғас, хөкөм ителеүсенең ныҡ тулҡынланыуҙан йөрәге тибеүҙән туҡтай, һәм ул үлә.
Ошондай юл менән был ғалим үҙеңә ҡабул ителгән бөтөн нәмәнең - яҡшымы ул, әллә, киреһенсә, насармы - тотош психологик һәм соматик аппаратҡа ныҡ тәьҫир итеүен иҫбатлаған. Әгәр кешегә уның үлемесле вирусҡа дусар булыуы хаҡында әйтһәң, ул фәҡәт ҡурҡышынан ғына ла һәләк булыуы ихтимал.
Шулай итеп, беҙ бөгөн киң мәғлүмәт саралары аша көнө-төнө ошондай кире мәғлүмәттәр һеңдерәбеҙ һәм бик ҡурҡабыҙ, һөҙөмтәлә беҙҙең иммунитетты ошо ҡурҡыу тойғоһо ҡаҡшата ла. Асылда, вирустан үлем хәүефенең әллә ни ҙур түгеллеге билдәле булыуға ҡарамаҫтан, кеше аңы үҙенсә эшләй. Ә бит иммунитет көсһөҙ булғанда ғына сирҙең ҡатмарлашыуы мөмкин. Һаулығың яҡшы һәм сир алдында ҡурҡыу юҡ икән, бер генә вирус та "эш ҡыра" алмаясаҡ.

"Аллаһҡа һыйынған һәм һығынған әҙәмгә Ул да етә. Аллаһ Үҙ эшен ахырынаса еткерә. Аллаһ һәр нәмәнең самаһын билдәләгән" Ат-Талаҡ (Айырылышыу) сүрәһе, 3-сө аят.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.21 | Ҡаралған: 546

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru