«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫНЫСЛАНЫРҒА ИРТӘРӘК ТАЖЗӘХМӘТ ЙОҠЛАМАЙ
+  - 


Арыны... Барыһы ла. Халыҡ битлектәр кейеүҙән, һаҡланып йөрөүҙән, эргә-тирәһендәге кешеләрҙән шикләнеүҙән, етәкселектең көн һайын һаҡланыу зарурлығы тураһында тылҡып тороуынан, табиптар сирлеләрҙе әжәл тырнағынан йолҡоп алыу өсөн көрәшеүҙән. Әммә тажзәхмәт бирешергә уйламай һәм саҡ ҡына йомшаҡлыҡ күрһәтеүҙе аңдып ҡына тора. Ҡабат-ҡабат ошо темаға урап ҡайтыу һәм ниндәйҙер кимәлдә халыҡ күңеленә хәүеф һалыу ҙа арытты. Ләкин көршәк ватылғанға тиклем киҫәтеп тороу файҙалыраҡ. Шуға ла бөгөн медицина фәндәре докторы, вирусолог Марсель ТОЙҒОНОВ менән тағы ла коронавирус һәм уның мәкере тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Тажзәхмәт сирен ана бөтә, бына кәмей, тип өмөтләнһәк тә, ул беҙҙең тормошобоҙға киҙеү кеүек үк мәңгелеккә килеп инде һәм уның яңынан-яңы штамдары барлыҡҡа килә башланы. Улар тәүгеләренән нимәһе менән айырыла һәм ниндәй билдәләр менән үҙен һиҙҙертә?

- Коронавирус вирусы беҙгә, йәғни медиктарға, электән билдәле ине, әммә уның ҡурҡыныс булыуы һуңғы осорҙа ғына үҙен һиҙҙерә башланы, сөнки ул ауыр атипик пневмонияға (SARS) килтерә. Һөҙөмтәлә күп кеше вафат була. Был вирустың төп үҙенсәлеге булып үпкәнең зарарланыуы, елһенеүе, ялҡынһыныуы, ҡандың ҡуйырыуы һәм тромбтар барлыҡҡа килеүе тора.
Быға тиклемге әңгәмәләрҙә лә әйткәнем булды: был штамдар - кеше ҡулы менән эшләп сығарылған коронавирус нигеҙендә барлыҡҡа килгән төрҙәр. Уларға киҙеү вирусының мутация килтереп сығара торған гендары ла ҡушылған, шуға күрә ул үҙенең тышҡы ҡиәфәтен йыш ҡына үҙгәртергә һәләтле. Уның тағы ла бер кире үҙенсәлеге бар: әгәр киҙеүҙе беҙ миҙгел сире тип ҡараһаҡ, йәғни ул яҙлы-көҙлө генә таралһа, тажзәхмәт йыл әйләнәһенә туҡтамай хәүеф тарата.

Вирус тарала башланғанда үҙҡурсаланыуға ныҡ иғтибар бирелһә, бөгөн төп иғтибар үҙәгендә - вакцинация. Уны кемдәргә эшләтергә ярай, кемдәргә ярамай, сөнки "Юлдаш" радиоһындағы әңгәмәгеҙҙә, антиматдәләре булған кешеләргә эшләтмәй торһа ла була, тип кәңәш иткәйнегеҙ. Йәғни вакцина эшләтеү алдынан кеше ниндәй ҙә булһа тикшереү үтергә тейештер бит, әллә бер ниндәй тикшереүһеҙ барып эшләтергә лә мөмкинме һәм һуңынан уның кире тәьҫире (побочный эффект) күҙәтелмәҫме?

- Вакцинацияның төп маҡсаты - кемдәр әлегә был сир менән ауырымаған, шуларҙың ҡанында вирусҡа ҡаршы торорлоҡ матдәләр барлыҡҡа килтереү. Әммә бөгөн күреүебеҙсә, ауырып һауыҡҡан кешеләргә лә, бөтөнләй ауырымағандарға ла мәжбүри рәүештә вакцина яһаталар. Мин быға ҡаршымын, сөнки вакцинаның төп бурысы - организмды ошо коронавирустың антигендары менән таныштырыу. Был осраҡта, әлбиттә, вакцинацияның һөҙөмтәһе була һәм ул кәрәк тә. Ә бына ауырыуҙы үткәргән кешеләргә көсләп привика яһатыу, минеңсә, маҡсатҡа ярашлы, дөрөҫ түгел, сөнки ауырығандан һуң кешенең организмында былай ҙа антиматдәләр барлыҡҡа килә, һәм йәнәһе лә, вакцинация эшләтеп, уның организмын тағы ла көсәйтәбеҙ. Ауырып һауыҡҡан һәм организмында антиматдәһе булғандар, шулай уҡ сирләмәйенсә вакцинация эшләткәндәрҙең организмы артабан һәр ваҡыт коронавирусҡа ҡаршы тора ала, әгәр ҙә вирус үҙенең антигендарын үҙгәртмәһә. Әгәр вирус антигендарын 50 процентҡа йәки тулыһынса үҙгәртһә, ул коронавирус тип аталһа ла, яңы инфекция формаһында үтәсәк, йәғни вакцина эшләткән хәлдә лә, коронавирус менән сирләп, организмда антиматдәләр барлыҡҡа килгән осраҡта ла кеше яңы инфекция менән барыбер ауырыясаҡ.

Һуңғы ваҡытта коронавирустың вирус түгел, ә бактерия булыуы тураһында ла хәбәрҙәр ишетелеп ҡала. Ғәмәлдә, ул вирусмы, әллә бактериямы?

- Коронавирус, әлбиттә - ул вирус. Уны бактерия тип атау бер аҙ хаталыраҡ. Әммә ни өсөн вирусты һуңынан антибиотик менән дауалайҙар, тип һорарға мөмкиндәр. Күҙ алдына килтерһәгеҙ, вирус иң элек беҙҙең тын алыу юлдарына ултыра, үпкә ялҡынһынып, шешеп, уның күҙәнәктәре боҙола. Артабан ул ҡанға эләгеп, организмды тулыһынса баҫып ала. Ошо лайлалы боҙолған урында интакт эпителияның араһынан үтә алмаған бактериялар үрсей башлай. Шуға күрә вирустан һуң бактериаль инфекция өҙлөгөүе күҙәтелә. Улар бергә суперинфекция барлыҡҡа килтерә, шуға күрә кемдәр ауыр формала ауырый, уларға, әлбиттә, антибиотиктар тәғәйенләнә.

Республикала тажзәхмәт менән сирләүселәргә ниндәйҙер даими күҙәтеү алып барыламы, сөнки сирҙе үткәреүселәр ярты йылдан һуң да уның эҙемтәһен күрергә мөмкин, тиҙәр, әллә улар сирләй ҙә, дауаланып сыға ла, үҙҙәре лә, табиптар ҙа, республика етәкселеге лә тыныслана ла ҡуямы?

- Әлбиттә, был вирусты эләктереп, дауаланып, һауыҡҡансы кешеләрҙең организмы бик ныҡ ҡаҡшай. Күп осраҡта кеше өйҙә ошо ауырыуҙың эҙемтәләре менән көрәшә. Был осраҡта, әлбиттә, күп дарыуҙар, антибиотиктар ҡабул итеп, организм шул тиклем интоксикациялана, шуға күрә токсиндарҙы сығарып бөтөрөргә, нормаль флораны тергеҙергә кәрәк. Республикала былай ҙа был сир көслө, табиптарҙың сирләүселәрҙең артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынырға, уларға реабилитация тәғәйенләргә, күҙәтеп торорға ваҡыты ла ҡалмай. Әммә сәләмәтлеген ныҡлап тергеҙергә теләүселәр үҙҙәре дауаханаларға йәки шәхси клиникаларға барып, реабилитация ярҙамы алырға мөмкин.

Врач-эпидемиолог, медицина фәндәре докторы, профессор Игорь Гундаров прививкалар һаны һәм төрлө илдәрҙә үлем осраҡтарын анализлаған һәм ошондай һығымтаға килгән: "Ярлы илдәрҙә ковидтан үлеү 1 миллион халыҡҡа 60-100 осраҡ булһа, бай илдәрҙә - 1000-дән артыҡ", йәғни ҡайҙа прививканы күберәк эшләтәләр, шунда үлем осраҡтары күберәк. Ошо хаҡта нимә әйтерһегеҙ?

- Ярлы һәм бай илдәрҙең ауырыуҙары төрлөсә. Әйтәйек, ярлы илдәрҙә шәкәр сире, яман шеш кеүек сирҙәр күп түгел, әммә уларҙа туберкулез, ниндәйҙер инфекциялар ныҡ таралған. Бай илдәрҙә кешеләр күберәк йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, юғары ҡан баҫымы, шәкәр сире менән ауырый. Йәғни был ике категорияны сағыштырып ҡараһаң, ауырыу сифаты ла, үлем осрағы ла төрлөсә. Коронавирустың тәү сиратта шәкәр сире менән яфаланыусыларға зыяны ныҡ ҙур. Күп осраҡта улар вафат була йәки сирҙе ныҡ ауыр үткәрә. Ярлы, бай илдәр тигәндә, коронавирустың эҙемтәһе туранан-тура ошо сирҙәргә бәйле.

Вакцина яһатҡандан һуң ғына кешелә вирусҡа ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә, йәиһә вакцинациянан һуң ғына коллектив иммунитет барлыҡҡа килә, тиҙәр, ә кешенең үҙенең иммунитеты вирус менән үҙаллы көрәшә алмаймы, ғөмүмән, иммунитет һәм коллектив иммунитет нисек барлыҡҡа килә?

- Кеше организмында вирусҡа ҡаршы тора алған берҙән-бер матдә - ул интерферон. Ни өсөн бәләкәй балалар, йәштәр әҙерәк ауырый? Уларҙың организмында ошо интерферон күпләп барлыҡҡа килә, шуға улар вируслы инфекцияны еңел формала ғына үткәрә. Олоғая килә интерферон әҙерәк барлыҡҡа килә һәм кеше нығыраҡ ауырый. Коллектив иммунитет - ул күпселек кешелә ошо вирусҡа ҡаршы антиматдәләр барлыҡҡа килеү. Антиматдәләрҙе барлыҡҡа килтереүҙең ике генә юлы бар - йә кеше ауырыуҙы үткәрергә тейеш, йә вакцина эшләтергә. Антиматдәләр халыҡтың 60-70 процентында барлыҡҡа килһә, шул торош коллектив иммунитет тип атала, йәғни йәмғиәт вирусҡа ҡапыл ғына бирешеп бармай.

Бөгөн ковидтан үлеүселәр буйынса көндәлек статистика бирелеп бара, ә бына башҡа үлем осраҡтары буйынса мәғлүмәттәр ниндәй икән? Ошо һандарҙы сағыштырып ҡарағанығыҙ йәки ошо турала уйланғанығыҙ юҡмы?

- Әлбиттә, ниндәй ауырыуҙан йәки ниндәй сәбәптән үлеү осраҡтары теркәлеп бара, әммә мине шундай һандар тетрәндерҙе: быйыл Башҡортостанда йылдың тәүге яртыһында 40 мең бала тыуһа, үлем осрағы 60 мең булған, йәғни үлем тыуымдан артып киткән. Әлбиттә, бында ҡартайып үлеүселәр ҙә, башҡа сирҙәрҙән вафат булыусылар, юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар һ.б. барыһы ла инә. Әгәр уҙған, ковид хаҡында бөтөнләй ишетмәгән йылдарҙа тыуым-үлем кимәле бер тигеҙ булған тип ҡараһаҡ (тыуымдың үлемдән артығыраҡ булыуы ла мөмкин), тимәк, быйыл 20 мең кеше артығыраҡ үлгән һәм уның төп сәбәбе коронавирусҡа бәйле, тип әйтергә була.

Шулай итеп...
Аналитиктар фаразлауынса, октябрҙә тажзәхмәттең сираттағы тулҡыны көтөлә. Был турала Марсель Тойғонов: "Коронавирус пандемияһын бер нисек тә алдан күҙаллап булмай. Әгәр былтырғы йыл мәғлүмәттәрен алып ҡараһаҡ, һыуыҡтар башланғас кешеләрҙең күпләп ауырыуы күҙәтелгәйне. Әлеге ваҡытта вирустың кәмеүе тойолмай, даими тылҡып тормағас, халыҡ та һаҡланыу сараларын күҙ уңынан ысҡындырып ебәреүе мөмкин. Шуға быйыл да ошо ваҡытта сираттағы тулҡын килеүе бик тә ихтимал", - тип белдерә.
Арытты... Әммә тынысланырға иртәрәк әле...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.21 | Ҡаралған: 295

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru