«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠӘЙНӘ – КИЛЕН МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ ХАҠЫНДА, ЙӘКИ КЕМ КЕМГӘ ЯРАРҒА ТЕЙЕШ?
+  - 

Әбйәлил районында килендәр һәм ҡәйнәләр осрашыуынан бер мәл.

Ҡайны менән кейәү араһындағы проблемалар хаҡында һүҙ күтәргәндәрен бер ҡасан да ишеткәнем юҡ, әммә ҡәйнә - килен темаһы халыҡта, матбуғат сараларында ла ҙур ғына урын алып тора. Хәләл ефетенең әсәһе менән татыу йәшәгән берәй килен тураһындағы хәбәр ишетелһә, был һәр саҡ күңелгә бәлзәм булып ята. Хатта бөтөнләйгә таныш булмаған кешеләр хаҡында булһа ла. Үҙенең ҡәйнәһенең фәҡәт яҡшы яҡтарын ғына күреүсе бәғзе бер килендәрҙең гәзиткә яҙған мәҡәләләрен дә уҡығылағаным бар. Ғаиләлә бына шундай татыулыҡ мөхите тантана итеүе үҙе бер оло бәхет, һәм ул йәшәү нормаһы булырға тейеш, тип һанайым.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир менән ҡатын үҙ-ара һыйышып йәшәгән хәлдә лә, ирҙең әсәһе менән уның килененең араһы "ал да гөл" булған осраҡтар һирәгерәк… Ошо мәсьәләгә ҡарата фекер төрлөлөгө лә күп. Килен йә ҡәйнәнең һәр кеме үҙ яғын ҡайырырға тырышыуы - тәбиғи. Бер кемдең дә "минең ҡәйнәм (киленем) һәйбәт, ә үҙем насар", тип әйтмәҫе билдәле… "Килен ҡәйнә усағынан ярала" тиһәләр ҙә, бына шулай, уларҙың йыш ҡына икеһе ике позицияла булыуын күрергә ғәҙәтләнеп киткәнбеҙ. Әйтерһең дә, берәүҙәр ҡәйнә, ә икенселәр килен генә булып тыуа ла, ғүмерлеккә шулай ҡала... Ә бит һәммә килен, ваҡыты еткәс, үҙе лә ҡәйнә булып китә. Бер үк ваҡытта килен һәм ҡәйнә статусында булған урта йәштәге нәфис заттарыбыҙ хаҡында бер аҙ ғына фәлсәфәләп алмаҡ булам.
Әйтәйек, илле йәштәр тирәһендәге шундай ҡатын-ҡыҙға ошондайыраҡ провокацион һорау бирҙек икән ти: "Кем кемгә ярап йәшәргә тейеш: килен ҡәйнәгәме, әллә ҡәйнә киленгәме?" Бындай гүзәл зат, ҡәйнә күҙлегенән сығып, бер төрлөрәк фекер йөрөтһә, үҙе килен роленә инеп киткән хәлдә, бөтөнләйгә икенсе, хатта ҡапма-ҡаршы уйҙа булыуы мөмкин. Үҙенә оҡшамаған килене хаҡында бындай ҡәйнә, ғәҙәттә: "Ә-ә-әй, хәҙерге килендәр ҡәйнәне - ҡәйнә, ҡайныны ҡайны тип белмәй. Бына мин килен булып төшкәндә…", - тип, үҙенең "өлгөлө килен" булған сағын иҫкә алыусан. Ә инде һәүетемсә "йыуанайып" алған был гүзәлдең үҙенең ҡәйнәһе лә әле булһа иҫән-һау икән, был ваҡытта ул әлеге һорауға бөтөнләйгә икенсе төрлө яуап биреүе мөмкин: "Атаҡ-атаҡ! Нишләп мин ҡәйнәгә ярап йәшәргә тейеш, бынағайыш! Уның көйөнә генә бейеп торорға, башыма тай типмәгән!"
Үҙем ир затынан булғас, минең өсөн ҡәйнә ни ҙә, килен ни. "Нейтраль" кеше булараҡ, кемеһендер яҡлап, уның яғына сығырға ла уйым юҡ. Ошондай осраҡта "ҡайһы бармағыңды тешләһәң дә - берҙәй ауырта", тиҙәр беҙҙең яҡта. Мөмкин тиклем ғәҙел булырға тырышып, тормоштоң һәр төрлө нескәлектәрен иҫәпкә алып, ошо мәсьәләне артабан да бер аҙ сурытмаҡсымын.
Һәр ата-әсә, үҙенең улы ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, буласаҡ килененең яҡшыларҙан яҡшы, уңғандарҙан уңған, аҡыллыларҙан аҡыллы булыуын теләй инде ул. Әммә тормошта бер кешелә лә бөтә ыңғай яҡтар бер юлы булмай. Һәр кемдең үҙенә күрә төрлө ҡытыршылыҡтары булыуы - тәбиғи. Килен - бөтөнләйгә икенсе ғаиләнән килгән, башҡа мөхиттә үҫкән кеше ("килен" һүҙе лә "килгән" тигән мәғәнәгә эйә. Ҡайны йортонда йәшәгән ҡайһы бер ир-егеттәрҙе лә уйынлы-ысынлы, "килен кейәү" тип атағандарын ишеткәнем бар).
Борон өләсәйҙәребеҙ кейәүгә оҙатҡан ҡыҙына "таш булып бат" тип теләктәр теләгән. Йәғни, ана шул барған ғаиләгә яраҡлашып, йәшәп алып кит, тигән мәғәнәлә. Үҙен ҡайны-ҡәйнә йортона ғүмерлеккә ингән тип һанаған килен дә һәр төрлө һылтау табып, иренән айырылып, ҡабаттан тыуған өйөнә ҡайтыу тураһында бөтөнләйгә уйламаған. Ҡайсаҡ, тормошон оҡшатмай, башына шундай уй килгән хәлдә лә, иң беренсе нәүбәттә үҙенең ата-әсәһенән шөрләгән. Ирҙән айырылыу оло хурлыҡҡа һаналған. Шуға күрәлер ҙә, килендәрҙең күпселеге яңы ғаиләгә, иренә мөмкин тиклем ярарға, ҡәйнәһенең һәр йомошон тыңлап, уның ҡулына эш тейҙермәй, ниндәй генә уҫал ҡәйнәгә тап килеүенә ҡарамаҫтан, уның менән бәхәскә лә инмәй йәшәргә тырышҡан. Хәләл ефетен дә маҡташтырып, ҡәйнәһенең тағы ла ниндәйҙер бушағыраҡ яғын табып, ыңғайына һыпырғылап, уның ышанысына инеп алыуҙы хуп күргән. Ғөмүмән, ирен, ҡайны-ҡәйнәһен ҡәҙерләүҙе үҙенең иң беренсе изге бурысы тип һанаған боронғо килендәр. "Йылы һүҙ - йән аҙығы" тиҙәр халыҡта.
Ҡәйнәһенең һәр әйткән һүҙен хуплаштырып, һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырғылап булһа ла, килендең уға ярарға тырышыуы, бер яҡтан уйлап ҡараһаң, бигүк насар ҙа түгел, минеңсә. Унан ғына килен кешенең бер ере лә кәмеп китмәй, хатта үҙе өсөн тик яҡшыға ғыналыр. Сөнки, ғәзиз әсәһен хөрмәтләп, "өрмәгән ергә ултыртмай", һәр саҡ "күтәреп" тигәндәй алып йөрөгән ҡатынына ире тарафынан да иң яҡшы мөнәсәбәт булыры көн кеүек асыҡ бит. Әммә шул уҡ ваҡытта улының кәләшенә ҡарата булған йылы ҡарашын дөрөҫ аңламаған, "киленгә артыҡ йомшаҡһың" тип улын шелтәләүсән әсәләр ҙә әүәлдән булғандыр. "Баланы - баштан, ҡатынды - йәштән" тигән әйтем дә юҡҡа ғына килеп сыҡмаған. Йәнәһе лә, йәш саҡтан уҡ ир кеше ҡатынын "ныҡ тоторға" тейеш, артыҡ шашынып китмәһен өсөн. Әммә бына ошо мәсьәләгә минең фекерем бер аҙ башҡараҡ.
Инаныуымса, ир кеше бала саҡтан нисек тәрбиәләнеп үҫкән булһа, ғүмер буйы шулай була инде ул. Әйтәйек, әҙәпле, тыныс, йыуаш булып үҫеп еткән ир-егетте бер нисек тә кирегә үҙгәртеп булмайҙыр, тип уйлайым. Шулай уҡ, теҙгенде нисек кенә ҡаты тотһаң да, башҡа ғаиләлә үҫеп балиғ булған ҡыҙҙы ла ҡабаттан тәрбиәләп алыу мөмкин түгел. Урыҫта "что выросло - то выросло" тигән әйтем дә йөрөй бит әле. Баш һүҙем ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәт хаҡында булмағас, был һорауҙа артыҡ туҡталып тормаҫҡа ниәтем. Һүҙем, башлыса, бер ҡыйыҡ аҫтында ғүмер иткән ҡәйнә менән килен хаҡында.
Килен кешенең ҡәйнәгә ярап йәшәү-йәшәмәүе тураһында ифрат йыш һүҙ йөрөтәбеҙ. Ә ҡәйнәнең килененә ярап йәшәүе мөмкинме? "Әлбиттә мөмкин!" тип әйтер инем мин шунда уҡ. Аҡыллы, яҡшы күңелле ҡәйнә, иң беренсе нәүбәттә, улының йәш ғаиләһендә татыулыҡ, тыныслыҡ хөкөм һөрөүен теләй бит. Шуға күрә, үҙенең ҡәйнәлеген бер урынға йәшереңкерәп, улының хәләл ефетен үҙ ҡыҙы һымаҡ итеп күрергә тырыша бындай ҡәйнәләр. Бәғзеләре килененең әхирәте, хатта серҙәше лә булып китә! "Алтын ҡәйнәләр" тип әйтер инем мин улар хаҡында. Әммә килен кеше ана шуның да ҡәҙерен белмәй, өй эшендә ялҡауланып, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә ҡәйнәһе менән әрепләшергә йә уның улын урынһыҙ битәрләргә әҙер йөрөһә, уныһы - башҡа мәсьәлә… Хәйер, хатта ана шундай осраҡтарҙа ла бәғзе бер ҡәйнә сабырлы, изге күңелле булып ҡала. Балаларының яҡшы йәшәүе, ейән-ейәнсәрҙәренең бәхете өсөн дә борсолған әсә кеше бихисап кире яҡтары булған шундай килененә лә ярап, уның һәр төрлө ҡырын яҡтарын күрмәмеш булып, тешен ҡыҫып йәшәргә мәжбүр. Саманан тыш күндәм ҡәйнәһенең "сибек" яҡтарын күреп йөрөгән бындай килен, өҫтәүенә, берәй яҡшыраҡ урында эшләп тә йөрөй икән, бының ҡәйнә файҙаһына булмауы ла мөмкин. "Килендәр эштән ҡайталар Берлинды алған кеүек. Ҡәйнәләре ҡурҡып тора пленға ҡалған кеүек" тигән һымаҡ уйынлы-ысынлы йырҙар ҙа бушҡа ғына килеп сыҡмағандыр. Балаларының бәхетен алғы планға ҡуйған бына шундай "ҡурҡаҡ" ҡәйнәне лә барыбер аҡыллы тип һанар инем.
Ҡәйнәне килененә "һыйып" йәшәргә этәреүсе тағы бер сәбәп - уның улының һәр төрлө етешһеҙлектәре артыҡ күп булыуы (бер аҙ "төшөргөләргә" яратыуы, эш хаҡын аҙыраҡ алып эшләүе, йорт-ҡура эшендә лә мәшәүерәк булыуы һ.б.). Тормошҡа реаль күҙлектән сығып ҡарай белгән һәр әсә ғәзиз балаһының теге йәки был "йомшаҡ" яҡтарын яҡшы белә. Эшсән, "беше" киленгә ҡәйнә булып алған бындай аҡыллы ҡатын нисек кенә булһа ла шундай киленде ҡулынан ысҡындырмаҫҡа тырыша. "Тик улымдан китеп кенә бармаһын", тип теләй ул. Башҡаларға һөйләп йөрөмәһә лә, эстән генә "Улым ошо килен арҡаһында кеше булып йөрөй", тип тә һанай. Килененең һәр әйткән һүҙенә: "Аһ, аһ, шулай булмаған ҡайҙа ул, килен, эйе шул…" - тип, уның "һайт" тигәненә "тайт" тип кенә торорға тырыша бындай ҡәйнә. Ярайһы ғына "зирәк" (урыҫта "ушлая" тиҙәр) булған килен дә оҙаҡламай ҡәйнәһенең ошо хәленә төшөнә һәм ғаиләлә үҙенең "лайыҡлы урынын" таба һалып ала. Өйҙә әллә ни хужа була белмәгән ире урынына был ҡатын бөтә "донъяны алып барыусы" ла булып китә. Ниндәйҙер бер ябай ғына эштә эшләгән, йорт-ҡура тирәһендә лә тик хәләл ефете ҡушҡанды ғына үтәргә ҡулайлашып алған иргә бындай "боевой" ҡатын менән бергә тороу хатта уңайлы ла. Уға тик ошо ҡатындың һүҙенән сыҡмай йәшәргә генә ҡала. Кемдеңдер бындай тормошо башҡа бәғзе берәүгә, бәлки, бөтөнләйгә оҡшап етмәүе лә мөмкин, әммә, һис нәмәгә ҡарамаҫтан, был ғаилә шуның менән ҡәнәғәт. Артыҡ өлгөлө тип атап булмауына ҡарамаҫан, бындай пар бала-сағалар үҫтереп, ҡартайғансы тыныс ҡына йәшәй бирә. Ҡәйнә кеше лә, әлбиттә, сикһеҙ бәхетле…
Әгәр ҙә мәгәр ир кеше "үҙ урынында" икән, эштә биләгән вазифаһы, абруйы ла, өйҙәге алып барған эштәре лә тейешенсә кимәлдә булған хәлдә, бындай ирҙең әсәһе, йәғни, ҡәйнә кеше, әлбиттә, "үҙ аяғында ныҡ баҫып тороуын" тоя. Баштараҡ телгә алған ҡәйнәләр һымаҡ, һәр нәмәгә айыҡ баһа бирерҙәй әҙәпле, аҡыллы ҡатын-ҡыҙ барыбер кешелекле булып ҡала инде ул. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер әсә кешенең улының әллә кемлегенән башы әйләнеп, эште боҙоп ҡуйыуы ла ихтимал. Үҙенең улын "донъя тотҡаһы" тип һанап, килененә өҫтән генә ҡараусы, аҙым һайын ниндәйҙер берәй етешһеҙлеген таба һалып, уға саманан артыҡ күрһәтмәләр биреүсе ҡәйнәләр ҙә юҡ түгел. Ябай килен кеше бындай ғаиләлә, әлбиттә, үҙен бигүк яҡшы тоймаясаҡ. Ире яғынан да яҡлашыу тапмаһа, бер аҙ ғорурлығы булған килендең берәй ваҡыт ҡәйнәһенең игәүенә түҙеп йәшәргә көсө етмәй, сығырынан сығып, уға айбарлана башлауы ла ихтимал. Һөҙөмтәлә, ҡәйнә менән килен араһындағы "һалҡын һауа" йәш ғаиләнең эсенә лә үтеп инеп, хатта уның тарҡалыуына килтереүе мөмкин. Үкенескә, "ҡәйнә ярҙамында" боҙолған ана шундай ғаиләләр ҙә юҡ түгел…
Алдараҡ иҫкә алған "аҡыллы ҡәйнә"гә ҡабаттан әйләнеп ҡайтайыҡ. Ҡәйнәнең файҙалы кәңәштәрен тыңлап, уның йәнәшәһендә йәшәүе, килен кеше өсөн, бер яҡтан, һис кенә лә насар түгелдер ҙә ул. Әммә халыҡта "Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай" тигән әйтем дә йөрөй бит әле. Юҡтан ғына килеп сыҡмағандыр бындай мәҡәл. Ниндәй генә яҡшы күңелле булмаһын, әле булһа йәш, теттереп донъя көтөрлөк энергиялы ҡәйнә менән бергә килененең бер йортта тормауы хәйерлерәктер шунда ла, тип уйлайым. Бындай ғаиләлә аш-һыу, уны әҙерләүҙәр ҙә, әлбиттә, уртаҡ була. Ошо мәсьәләлә ике ҡатындың һәр уйы берегеп етмәүе лә ихтимал бит. Әйтәйек, береһе тоҙлораҡ, икенсеһе тоҙһоҙораҡ ашты ярата. Үҙенең ғәзизен барыбер килененә ҡарағанда яҡыныраҡ тип һанаған әсә кеше, ниндәй генә тыныс холоҡло булмаһын, улының бер аҙ керегә биргән яға-мағаһын күреп барыуы, үтекләнмәгән күлдәк, салбарына ла иғтибар итеүе мөмкин. Һәр ғаиләлә ир-ҡатын араһында була торған ваҡ-төйәк бәхәстәрҙе лә ишетә һалып, үҙе лә һиҙмәҫтән, уға "ҡушылып" китеүе лә бар…
Шуға күрәлер ҙә, борон-борондан ата-бабаларыбыҙ улдарына килен алып биргәс тә, уларға йорт һалып, башҡаландырыу яғын ҡараған. Оло йәшкә еткәнгәсә (ирҙәр илле-алтмышта, ҡатын-ҡыҙҙар ҡырҡ-ҡырҡ биштә) бала табыуҙан бушамаған был кешеләр иң төпсөк улдары башлы-күҙле булыуға инде етмештән дә уҙа башлаған. Бына шулай, ярайһы ғына ныҡ олоғайып, ҡәҙимге әбей-бабай булғас ҡына улар килен йомшап, улдары менән бергә тора башлауҙы, төп йортто, барлыҡ хужалыҡты йәштәргә тапшырыуҙы кәрәкле тапҡан. Халҡыбыҙ йолаһына ярашлы, иң кесе улдың үҙ ғаиләһе менән атай йортонда йәшәргә тейешлеге тап бына ошоноң менән бәйле булыуы һәр кемгә аңлашыла…

Шулай итеп…
Ҡәйнә менән килен мөнәсәбәттәре һәр саҡ бәхәсле тема булып ҡалалыр инде ул. Боронғолар юҡҡа ғына: "Яман "еңдем", аҡыллы "ҡуйҙым" тип әйтер", тимәгән. Бер-береһен "еңеп алыуҙы" маҡсат итеп ҡуйған ҡәйнәне лә, киленде лә ихтирам итергә һис кенә лә күңел тартмай. Ошо хаҡта башҡаларҙың да фекерен ишетке килә.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.21 | Ҡаралған: 524

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru