«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙҘАН - ҠОТ, ӘСӘЙҘӘН - ҺӨТ
+  - 

Башҡорт ғаиләһендә туғандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәт мәсьәләһенә айырым иғтибар бүленгән. Сөнки, билдәле булыуынса, башҡорттарҙың йәшәү рәүеше, шөғөлө үҙ-ара мөнәсәбәттең, бигерәк тә туғанлыҡтың ныҡ булыуын талап иткән. Әйтәйек, тирмә ҡорғанда, тула, кейеҙ баҫҡанда, тире эшкәрткәндә генә лә нисәмә-нисә ҡул көсө кәрәк була. Ә иң ышаныслы терәк - ул туғанлыҡ. Шуға ла башҡорттарҙа туғанлыҡ тойғоһо юғары торған: шәжәрәләр төҙөлгән, ҡунаҡҡа саҡырышҡандар, туй мәжлестәре үткәргәндәр, оҙаҡ-оҙаҡ итеп ҡоҙа һыйлағандар, ҙур-ҙур ғаилә булып бергә йәшәгәндәр. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен аңлатыу, һаҡлау, нығытыу маҡсатында бихисап атамалар уйлап табылған һәм бала бәләкәйҙән үк үҙ-ара фәҡәт ошо атамаларҙы ҡушып өндәшергә тейеш булған.

Атай абруйы

Иң элек Атай абруйы хаҡында һүҙ. Сөнки халҡыбыҙҙа, Урал батыр эпосында әйтелгәнсә, төп ҡот атайҙан килә: "Атаң һиңә ҡот биргән, әсәң һиңә һөт биргән..." Башҡорт ғаиләһендә атай абруйы ифрат ҙур булған. Шәжәрә атай нәҫеле буйынса төҙөлгән, иң һуңғы ҡарар, мәсьәләне хәл итеү - фәҡәт атай һүҙенән торған. Атай абруйы көслө булған ерҙә эске тәртип була. Эске тәртип, күңел әҙәбе - ғаиләлә лә, йәмғиәттә лә төп таяныс.
"Мәргән менән Маянһылыу" ҡобайырында Маянһылыу үҙендә илен дошмандан ҡурсаларлыҡ көс тойһа ла, атаһы рөхсәтенән тыш ҡулына ҡорал алмай.
Ярар, ҡыҙым, мен атҡа,
Ҡул ҡаушырып тормағыҙ.
Аяҡҡа баҫҡан ир-ҡатын, -
Бары атҡа менегеҙ,
Рөхсәт алғас, атанан,
Маян шунда ат менгән,
Мәргәнде эҙләп табып,
Батырҙар менән бергә
Яуға бараһын әйткән.
Халыҡ ижадынан ошондай тәрбиә ҡанунына бик күп миҫалдар килтерә алабыҙ. Ижадыбыҙ менән ҡыҙыҡһыныу, унан фәһем алып өйрәнеү генә кәрәк. Әммә һәр замандың үҙ яҡшыһы, үҙ яманы. Яманаты сыҡҡан, өйҙә бола ҡуптарған, бер кемде лә һанға һуҡмай кәперәйгән атайҙар рухында тәрбиәләп булмай, әлбиттә. Ундай осраҡта инде нәҫел шәжәрәһе буйынса иң яҡшыһын табып, шул кеше рухында алып барылған тәрбиә. Затыбыҙҙың абруйы, тип йөрөтөлгән ундай ир уҙамандары. Был хаҡта данлыҡлы "Урал батыр" эпосында ла кинәйәләп әйтелгән фекер бар.
- Минең әсәм - Айһылыу,
Атам Шүлгән булғандыр,
Һиңә туған булғандыр,
Дейеүҙәр мән киткәндер,
Аҙаҡ күп ҡан ҡойғандыр,
Яҡшыға дошман булғандыр, - тип килеп етә Айһылыуҙың улы Һаҡмар Урал батыр янына. Артабан әсәһенең һүҙҙәрен әйтә:
Балам, атҡа мен, тине,
Иҙел мән бар, кит, тине,
Урал атаң юлынан,
Балам, яуға сап, тине,
Һаҡмар батыр бул, тине.
Тимәк, Шүлгән дейеүҙәр менән киткәс, Айһылыу үҙ улын - Һаҡмарҙы, яҙыҡ юлға тайпылыуҙан ҡурсалап, Иҙел менән бергә Урал батыр эргәһенә оҙата.
Атай намыҫын һаҡламаған бала ғаилә өсөн генә түгел, ил өсөн дә ҡурҡыныс. Ошо яҙыҡтан ҡурсалай Айһылыу үҙ улын. Айһылыу, улына дөрөҫ тәрбиә биреү өсөн, атай нәҫеленән булған туғанын һайлай. Шүлгәндең яҙыҡ юлдан китеүе өсөн бөтөн нәҫел-нәсәбен кәмһетмәй. Был, әлбиттә, ижад. Әммә бөтөн тәрбиә ҡанундарын туплаған бөйөк эпосыбыҙ ул.
Ә ысынбарлыҡта ирҙәр, атайҙар ниндәйерәк булған һуң? Башҡорт тормошон, көнкүрешен, ғаилә мөнәсәбәттәрен өйрәнгән рус ғалимдарының береһе Д. П. Никольский, мәҫәлән, былай ти: "Артабан башҡорттарҙың ыңғай холоҡтарынан уларҙың кешелекле булыуын, ихласлығын, иплелеген әйтергә мөмкин. Ипле булыуҙары ғаиләлә айырыуса сағыла. Башҡорт үҙ ҡатынына бик иғтибарлы, уны бер ҡасан да һуҡмай, яфаламай… Башҡорт ирҙәре аҙ ғына мөмкинлек сығыу менән ҡатынына нимә булһа ла, хатта бәләкәй генә әйбер булһа ла бүләк итергә тырыша".

Шулай итеп...
Халҡыбыҙҙың ижад өлгөләренән боронғо тәрбиә ҡанундары тураһында мәғлүмәттәр сүпләп йыйыуымдың сәбәбе бер: матур күңелле, бай ижадлы, сикһеҙ кешелекле, ҡунаҡсыл, сая йөрәкле, иҫ китмәле илһөйәр халыҡбыҙ. Аяуһыҙ ҡаршылыҡтарға бирешмәй һаҡланғанбыҙ. Хәҙер иһә милләтебеҙҙе һаҡлап ҡалдырыу юлдарын әллә ҡайҙарҙан эҙләп, кемдәрҙәндер өлгө алырға маташып ҡараған булабыҙ. Ят өлгө менән ят милләткә әйләнергә йөҙ тотмаһаҡ, башҡаларҙың өлгөһө кәрәкмәй. Быуаттар буйы милләтебеҙҙе милләт итеп һаҡлап килгән үҙ өлгөбөҙҙө генә заманға яраҡлаштырып йәшәү зарур. Заманға яраҡлаша алмаһаҡ та юғалыуыбыҙ ихтимал. Шуның өсөн үҙ ҡалыбыбыҙҙы өйрәнәйек, унан ситләшмәйек, фәҡәт камиллаштырайыҡ ҡына. Һәр яҡшыны үҙебеҙҙән башлайыҡ.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.21 | Ҡаралған: 441

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru