«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАТАР МЕНӘН БАШҠОРТ (5-се бүлек)
+  - 


Ысынлап та, һорау сәйер ине: дуҫлыҡ өсөн тиер инең, һуғышып төрмәгә ултырған кешеләр, осрашыу өсөн тиер инең, осрашҡандарына байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Ишмырҙа ҡулын һелтәне: - Былай ғына ебәр ҙә ҡуй! - Үҙе тамшанып шешәгә ҡараны. Тегенең һаман һөйләнеп тороуына асыуы килә башланы.
- Ярый, дай бог не первый, не последний раз! - Мәснәүи "һуһ!" тип өрөп ҡуйҙы, башын артҡа саңҡайтты ла ауыҙын асты, шунан ауыҙына шешәнән араҡы ҡоя башланы. Ул йотмай, ә бер һауыттан икенсе һауытҡа бушатҡан кеүек кенә ҡоя. Ишмырҙа ҡарап тора, аптырай ҙа, һоҡлана ла: ниҙәр генә белмәй был татар. Әллә элек тә бер ултырып сыҡҡанмы икән? Борсола башланы - ҡоя ла ҡоя, бөтөрә бит! Ҡулынан тотайым тиһәң, йә төшөрөп ебәрер!
- Эй, етер, ҡалдырмайһың да баһа!
Мәснәүи ошо һүҙҙе көтә ине лә, тағы бер аҙ ҡойҙо ла турайып баҫты, шешәне баш бармағы менән сәнсеп тотҡан урынын күрһәтте:
- Монда, брат, барсы да исәпләнгән! Араҡы ысынлап та артыҡ ныҡ кәмемәгәйне.
- Мин ни, яртыһын ҡойҙоң, тип торам! - тип йылмайҙы Ишмырҙа.
- Беләсеңме, дус, алкаш белән профессор спорить иткән ди: кем тигезрәк бүлә! Профессор - мензурка, ә алкаш "булк-булк" белән исәпли, ди. Вот алкаш-ныкы профессорныкынан дөресрәк чыккан. Әйдә, җиффәр!
- Мин улай булдыра алмайым.
- Алайса, мин эчкәнне карап кына торасың инде! - Мәснәүи кинәнеп көлөп ебәрҙе. - Я столовый директорына барып путаллы рюмка сорыйсың.
- Ҡапыл эсһәң, иҫертеп кителер әле ул, аслы-туҡлы йөрөгән кешегә ни күпме кәрәк... - Ишмырҙа шешәне ҡулына алды. Ул Мәснәүи шикелле ҡоя белмәй, ауыҙына ҡапты ла быҙау шикелле имергә тотондо. Бер-ике лә йота алманы, сәсәй башланы. Ҡып-ҡыҙыл булып китте, күҙенән йәш сыҡты. Араҡы яңылыш тын юлына китте.
Мәснәүи тиҙ генә шешәне тартып ала һалды. Төшөрөп вата бит!
- Их син, башкорт, кымыз эчеп кенә яшәргә кирәк сиңа! - Ул кеҫәһенән икмәк ҡатыһы сығарҙы. - Шушыны чәйнәп йот!
- Әбрәкәйҙә икмәк ашап тороу гонаһ та инде... - Ишмырҙа йәшле күҙҙәре менән иптәшенә ҡараны.
- Күп сөйләнмә, йот! Үтә ул. Алайса, аракы эчү дә гөнаһ!
Ишмырҙа икмәкте теләр-теләмәҫ кенә алды ла тамағын ҡыра-ҡыра сәйнәргә тотондо. Шунан араҡы йотоп ҡуйҙы. Үтте, ахырыһы.
Ишмырҙа дөрөҫ әйткән, араҡы быларҙың баштарына тиҙ сыҡты: ашҡаҙан хәмерҙе онотҡан, ә үҙҙәре аслы-туҡлы йөрөгән кешеләр. Былар уға бошманы, эскәс иҫерелер инде, шуның өсөн маташабыҙ ҙа баһа. Уның ҡарауы, кәйеф күтәрелде, тел тоҡсайҙары сиселде - бәҙрәф иҙәнендәгене иҙгеләп, бер-береһен бүлә-бүлә һөйләшергә тотондолар.
Башта "цыган"ды аҡылға ултыртыуҙары менән маҡтаныштылар, суд хаҡында, тәфтишселәрҙе иҫкә төшөрҙөләр. Шунан һүҙ үҙенән-үҙе былтыр көҙ боларышып киткән мәлгә килеп терәлде. Апаруҡ ҡыҙмаса булһалар ҙа, һүҙ ошонда еткәс, тел тотлоҡто, бер-береһенә ҡарамайынса ғына тын торҙолар. Икеһе лә эстән генә, бына һинең арҡала эләктем ошо урынға, тип уйлайҙар ине шикелле. Әммә һүҙ сығарғылары, береһенең дә мәжлесте боҙғоһо килмәне. Мәснәүи ихлас ҡына итеп: - Слушай, Ишморза дус, шул суверенитет дигәне нәрсә була соң ул? - тине.
- Әллә... - Ишмырҙа кинәйә менән әйтте лә көлөп ҡуйҙы. - Килделәр ҙә әйттеләр, Өфөгә барырға кәрәк, унда кеше күп булырға тейеш, тинеләр. Һинең тауыш шәп: "Башҡортостан!", "Суверенитет!", "Долой!", "Отставка!" тип ҡысҡырырға тура киләсәк. Кеше ни эшләй, шуны эшләрһегеҙ, тинеләр. Ултырып киттем дә барҙым, көҙ бит инде, эш бөткән, бушлай Өфөгә барып ҡайтыуы ни тора.
- Мин дә шул кешегә иярдем дә киттем инде. Бер аз салган идек. Минем күршедә бер шеботной гына адәм бар, шул котыртты. "Анда суверенитет бирәләр икән. Башкортлар үзләре генә алырга йөриләр, ди, әйдә!" - диде. Ярар. Ишморза дус, үкенмик, шушында килеп эләкмәсәк, бер-беребезне белмәй үлеп тә китер идек. Шәп кешеләр булып чыктык бит!
- Уныһы шулай... - Танышыуҙарына, ошонда килеп эләгеп, ҡайҙандыр араҡы табып эсеп, күңел бушатып тороуҙарына Ишмырҙа ла ҡәнәғәт ине. - Тик, баяғы, ҡайһы ваҡыт бик ҡайтҡы килеп китә...
- Кайтырбыз, бер кая да качмас. Ирмен дигән кешегә төрмәсен дә күрергә кирәк аның, шулай түгелме? Кара әле, Ишморза дус, син башкорт бит, случайно җырламыйсыңмы? Шул башкорт җырлары өчен үләм бит мин!
Ишмырҙа ысынлап та йырлай, хатта арыу ғына йырлай. Моң әле лә күкрәген йыртып сығып бара. Башҡа урында булһа, әллә ҡасан ебәргән булыр ине, тик көсләп тотоп ҡына тора.
- Былай йырлаштырам... - тигән булды ул.
- Чынмы? Озон көйләрнеме? Җибәр әле, дус, башкортның иң озынын!
- Бында ярамаҫ ул, әй...
- Слушай, син никогда куркып яшәмә! Законға каршы эш эшләмисең бит, җыр җырлыйсың! Давай, только иң озынын!
Иптәшенең үҙен шулай ботлап тороуы Ишмырҙаға тәүәккәллек бирҙе. Араҡы үҙенекен эшләне - төрмә лә, әбрәкәйе лә онотолдо. Ишмырҙа, ниҙелер иҫенә төшөрөргә теләгәндәй, ситкәрәк ҡарап торҙо, ҡаш-тары яҙылды, күҙҙәре моңһоуланды, иларға йыйынғандай йөҙөн йыйырҙы. Ҡараштарын бер таҡта ярығына текәне лә йырлап ебәрҙе.
Таба-а-аҡ та ғына, табаҡ, ай, аҡ ҡағы-ыҙ, Буранбайҙың яҙған хаттары-ы...
Сәйер, һөйләшкәндә кешенән бер, ә йырлағанда бөтөнләй икенсе төрлө тауыш сыға икән. Ишмырҙаның тауышы нескәрҙе, нәфисләнде, ғүмер ҙә уйламаған моң ағыла башланы. Мәснәүи ҙур, зәңгәр күҙҙәрен быға текәгән дә ышанмаған кеүек тора. Бар ҡарашы: "Әйдә, давай, дәвам ит, өзә генә күрмә!.." - тип ялбара. Төрмә робаһы кейгән, сәсен таҡырлап алдырған был байғош ҡапыл өҫтөнә уҡалы елән, башына ҡамсат бүрек, аяғына ҡыҙыл сафьян итек кейгән буй етмәҫлек затҡа әйләнде лә ҡуйҙы.
Ишмырҙа һаман йырлай. Кеше ишетмәһен тип, шым, һаҡ ҡына башлағайны ла, йырҙы йәшереп, ҡурҡып йырлап буламы ни, "Буранбай" төрмә кәртәһенә һыйманы, тышҡа бәреп сыҡты, күккә олғашты. Ишмырҙа тауышын шәбәйткәндән-шәбәйтә: йыр ҙа, йырлау ҙа һағындырған. Етмәһә, онотолоп китеп тыңлаусыһы ла бар. Йырсы өсөн бер тыңлаусы булыуы ла етә бит ул! Рәхмәт инде Мәснәүи дуҫына, әлдә һүҙ сығарҙы, юғиһә, йырлау онотолоп бара һымаҡ ине.
Бураанбайҙың яҙған хатын уҡып, ай, Зар илайҙар ауыл ҡарттары-ы-ы...
Нескә генә башланған йыр тамаҡ төбөнән сыҡҡан баһадирҙарса ҡалын тауыш менән бөтөп ҡуйҙы. Хәтәр булды! Икеһенә лә ныҡ тәьҫир итте. Моңо ла, һүҙҙәре лә. Ишмырҙа дуҫына ҡараны. Ә теге ҙур күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап тора, керпектәренән йәш йылтырай. Йырсының үҙенең дә тамағына төйөр тығылды. Икеһе лә аҫҡа ҡаранылар. Бер аҙ торғас, Мәснәүи дуҫын яурынынан ҡосаҡлап алды.
- Их, Ишморза, кайларда әрәм булып ятмый безнең башлар! Дураклар инде!.. Пожалуйста, тагын берне җырла әле! Зинһар, берне генә...
Ишмырҙаға ялыныу кәрәкмәй ине инде, тик шулай фатиха ғына бирһендәр. Суҡынып китһен төрмәһе, "гражданин начальник"тары. Ул тамағын ҡырып алды ла, ярһыуын баҫа алмаған ат шикелле, тағы ла көслөрәк тауыш менән йырлап ебәрҙе:
Кантон да ғына-а, кантон килгән, тиҙәр-әү, Килгән кантондарҙан ҡаҡшаныҡ. Яуыз кантондарҙы ҡуя ла икән-әй Рәсәй ҙә генә-әй тигән батшалыҡ...
Етте! Булды! Күңелдәре тулған байғоштар бәҙрәф ярығынан төшкән яҡтыға ҡарап торҙолар. Бер ни әйтке килмәй, тик уйҙар ғына йүгергеләй. Мәснәүи салбар ҡайышына ҡыҫтырыулы шешәне сығарҙы, яҡтыға ҡуйып, күпме ҡалғанын самаланы. Шунан моңһоу ғына тауыш менән:
- Әйдә тагын берәрне салыйк әле! - тине. - Җыр өчен. - Улар, стакан-фәлән булмаһа ла, ғәҙәт буйынса "һалайыҡ" тип һөйләшәләр ине.
Араҡының күпме ҡалғанын да, самалабыраҡ тотоноп оҙағыраҡ һуҙырға кәрәк икәнен дә аңлайҙар, ыһылдашып берәр йотом ғына йоттолар ҙа шешәне Мәснәүи салбар ҡайышына тығып ҡуйҙы. "Закуска" тип икмәк ҡатыһы ҡабып торманылар, ауыҙҙары зәһәргә күнеккәйне.
- Бик хәтәр жырлар бит! Каян беләсең син аларны, Ишморза дус? - Мәснәүи ихластан һораны.
- Халыҡ сығарған йырҙар инде... - тигән булды Ишмырҙа. - Кешенән ишетәһең дә йырлайһың. Һәр береһенең тарихы бар, тик мин уларҙы ныҡлап белмәйем. Буранбай батша заманында йәшәгән, уны һөргөнгә ебәргәндәр ҙә, шул кешегә ошо йырҙы сығарғандар. Мин шул Буранбайҙың тоҡомо булам...
- Ныу-у! - Мәснәүиҙең күҙҙәре табаҡтай булды. - Син шундый зур кешеме ни әле?
- Төрмәлә ултырғас, ҙур кеше буламы ни! - Ишмырҙа әсенеп кенә йылмайҙы. - Әллә, олатайым, беҙ шул Буранбай нәҫеленән, тип һөйләй торғайны.
- Сөйләгәч, дәрестер инде, картлар белми сөйләми ул. Әнә бит, фамилияң да Буранбаев! Мин җырны бик яратам. Үзем дә җырлаштырам, правда, синең кебек үк түгел инде, мәжлестә генә. Башкортлар жырчы халык бит инде!
- Мәснәүи, давай йырлашҡас, йырлашайыҡ әле. Әйҙә, һин дә берәй оҙондо...
- Кы... - Мәснәүиҙең күҙҙәре янып китте, уға ла рух килде. - Минем бик озыннан булмас инде. Алайса, бер авыз чылатып алыйк, - тип берҙе йотоп ҡуйҙы. Шунан Ишмырҙа шикелле йөҙөн йыйырып, әлеге таҡта ярығына ҡараны. Ҡапыл тәүәккәл тауыш менән ҡысҡырып йырлап ебәрҙе:
Гори, гори, моя звезда-а, Звезда любви, приветная-а! Ты у меня одна заветная-я, Другой не будет никогда-а-а!
Йыр башланыу менән Ишмырҙа әллә нишләне лә ҡуйҙы: тәндәренән һалҡын юлаҡтар земберләп үтте, баш мейеһе тартышҡандай итте. Был ни эш? Кем был? Татар тигәне урыҫ булып сыҡтымы ни? Ана бит, күҙҙәре зәңгәр, сәсе һап-һары, теле урыҫ. Үҙе лә урыҫ! Әллә Ишмырҙаны, әллә Мәснәүиҙе ен алмаштырҙы? Әллә иҫереп китеп күҙенә генә күренәме? Әле генә шундай яҡын күренгән кеше бөтөнләй икенсе затҡа әүерелде лә ҡуйҙы.
Ә Мәснәүи, баяғы Ишмырҙа шикелле, бар кинәнестән йырлай бирҙе:
Умру ли я, и над могилою, Гори, сияй, моя звезда-а-а!..
Йыр тамам. Мәснәүи, йырлап бөткәс, йә, нисек, тигәнде аңлатып, быға ҡараны. Ишмырҙа белә, йырсыны маҡтарға кәрәк, һәр йырсы шуға мохтаж. Әммә ул һаман шаңғып тора. Кем булды һуң был? Урыҫмы, әллә керәшен - суҡынған татармы? Теге, татарсалап, "Я, ничек?" тигәс кенә күңеленә йылы инде. Шулай ҙа Ишмырҙа аптырашын йәшерә алманы:
- Нишләп урыҫса йырлайһың ул? Татарса йырлай алмайһыңмы ни?
- Кая сиңа җыр, сөйләшкәнгә дә рәхмәт әйт! Мин бит кечкенәдән Уфада үстем. Архирей жулигы!
- Өйҙә лә урыҫса һөйләшәһегеҙме?
- Шулай инде, минем хатын урыс ла!
- Урыҫ, ти? Нисек урыҫ ҡатын?
- Соң, урыс түгел икән, марҗа! Кара йөрәк нәселеннән... - Мәснәүи йылмайған булды.
- Балаларың да урыҫмы? - Бер ҡатлы Ишмырҙа һаман ныҡыша бирҙе.
Мәснәүиҙең түҙеме бөттө:
- Ай аптыраттың бит! Үзең әйтмешли, каңгыртма әле башымны. Марҗадан тугач, урыс була инде. Уфада тор да еще! Мин әле ладно, анда татар белән татарның баласы урыс булып туа!

(Дауамы. Башы 38-41-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.21 | Ҡаралған: 431

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru