«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КАРУАНҺАРАЙ ҺАҠЛАНАСАҠ!
+  - 

Ошо көндәрҙә Ырымбур ҡалаһында әһәмиәтле тарихи ваҡиға үтте: башҡорт халҡының рухи мәркәзе булған Каруанһарайҙың 175 йыллығы билдәләнде. Сарала Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Азат Бадранов ҡатнашты. Ул социаль селтәрҙә үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште:

"Был юбилей Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостан өсөн дә берҙәй әһәмиәтле һәм, һис шикһеҙ, ҡасандыр Рәсәй Федерацияһының берҙәм Ырымбур крайына ҡараған ике субъекты араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығыта.
Каруанһарай тарихы - Ырымбур крайының барлыҡҡа килеү тарихы ул. Ул төҙөлөү менән Ырымбур Рәсәй империяһының көнсығыш форпостына, илдең ошо тарафындағы эшлекле һәм мәҙәни баш ҡалаһына әүерелгән. Башҡорт халҡы өсөн Каруанһарай тарихы - халҡыбыҙҙың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының тамамланыуы, Башҡорт-мишәр ғәскәренең тарихы ла.
Мин Каруанһарайҙы һаҡлаусы-яҡлаусы Ғәлимә апай менән осрашып һөйләштем. Был кеше бар ғүмерен ошо тарихи-архитектура комлексының тарихи булмышын, сағылышын һаҡлауға бағышлаған. Бығаса уның тураһында ишеткәнем һәм төрлө хәбәрҙәр барлығын белә инем. Осрашып аралашҡас, шуны төшөндөм: ул - ысын мәғәнәһендә көрәшсе, юғары маҡсат өсөн үҙен ҡорбан ҡылған фиҙаҡәр хеҙмәт кешеһе. Маҡсаты - Каруанһарайҙы киләһе быуындар өсөн һаҡлау. Дәүләттең бурысы - ошондай әүҙемдәргә ярҙам күрһәтергә, ҡайһылыр тирәлә көслө этәргес бирергә.
Каруанһарайҙың тарихы һәм яҙмышы хаҡында беҙ Ырымбур өлкәһе вице-губернаторы Игорь Николаевич Сухарев менән әңгәмәләштек. Комплексты һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән уртаҡ план булдырыу хаҡында килештек. Идеялар һәм уйҙар бар, ҡайһыларын иһә бында әйтеп үтәм.
Йыш ҡына Каруанһарайҙы башҡорт халҡына "ҡайтарыу" хаҡында дискурстар күҙәтергә була. Әммә башҡорт халҡына уны үҙ тарихының айырылғыһыҙ өлөшө тип иҫәпләргә, уның хаҡында һөйләргә, уны өйрәнергә, был архитектура ҡомартҡыһы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе киләһе быуынға еткерергә берәйһе ҡамасаулаймы һуң? Сөнки тотош халыҡ исеменән уны йә үҙебеҙҙеке, йә түгел, тип иҫәпләгәндә был, тәүге сиратта, беҙҙе символдар һәм образдар яҫылығына сығара. Шуға күрә беҙгә иң алда Каруанһарай үҙенең булмышын һаҡлаһын, уға даими реставрация үткәрелһен, уға Рәсәйҙең һәр гражданы аяҡ баҫа алһын өсөн тырышырға кәрәк. Күп осраҡта ошо һөйләшеүҙәр бер һорауға барып төртөлә: комплекс кем балансында торорға тейеш? Бөгөн Каруанһарай - федераль милек, һәм, минеңсә, был - оптималь вариант. Унан тыш, федераль кимәлдәге тарихи-мәҙәни объект федераль ҡануниәт менән һаҡлана. Каруанһарай эсендә нимә барлығы һәм нимә булырға тейешлеге лә мөһим. Бөгөн унда мәсет һәм бер нисә федераль власть органдары урынлашҡан, бик күп биналар буш һәм ремонт талап ителә. Каруанһарай тураһындағы бер генә төплө һөйләшеүҙе лә билдәле дәүләт эшмәкәре Василий Перовскийҙы иҫкә алмайынса үткәреп булмай. Билдәле булыуынса, Василий Перовский Ырымбур өлкәһенең башҡорт фольклорында сағылыш тапҡан берҙән-бер генерал-губернаторы. Ул - дөйөм гражданлыҡ һәм Рәсәй берҙәмлеген булдырыу мәғрифәтселек аша килгәнен аңлаған тәүге дәүләт эшмәкәрҙәренең береһе, шуға ла йөҙәрләгән башҡорт балаларын Рәсәй империяһының юғары уҡыу йорттарына уҡырға ебәрткән. Василий Перовский бик фиҙаҡәр идарасы булған, бик күп кәрәкле һәм оҙайлы һөҙөмтәле эштәр башҡарған. Шул иҫәптән, Каруанһарайҙың тарихи бер өлөшө Василий Алексеевич идара иткән һәм уның ҡатнашлығында төҙөлгән. Әммә Перовский тураһындағы иҫтәлек тейешенсә һаҡланмаған тип иҫәпләйем һәм уның алдында ҙур бурысыбыҙ бар. Әлеге ваҡытта Василий Перовскийҙың эшенә һәм тормошона бағышланған бер генә музей ҙа юҡ. Минең фекеремсә, ошондай музей Каруанһарай эсендә булырға тейеш.
Башҡорт ғәскәре алдында ла бурысыбыҙ бар. Әле уның хаҡында мәғлүмәттәр тулыһынса өйрәнелмәгән, баһа бирелмәгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, музей ҙа юҡ. Шул уҡ ваҡытта, Башҡорт ғәскәре тарихы - еңеүҙәр, Ватанды һаҡлау йылъяҙмаһы, башҡорттар һәм мишәрҙәр үҙҙәрен дәүләт, империя халҡы, тип иҫәпләй башлауҙың сағылышы. Каруанһарай, тәүге сиратта, Башҡорт ғәскәрҙәре өсөн төҙөлгәнгә күрә, музей ҙа унда урынлашырға тейеш. Башҡа сараларға ҡағылышлы, Өфөлә лә, Ырымбурҙа ла ҡыҙыҡлы яңы архив документтары һаҡланған, улар быйыл донъя күрәсәк. Был Каруанһарай тураһындағы яңы һәм иң тулы баҫма буласаҡ. Иң мөһиме, мин хеҙмәттәштәремде Каруанһарайҙы "ЮНЕСКО" Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү йүнәлешендә эшләргә саҡырам. Был архитектура һәйкәле, һис шикһеҙ, киләһе быуындар өсөн һаҡланырға тейеш һәм был ғәмәл уны һаҡлауға гарантия булыр ине", - тип яҙған Азат Бадранов шәхси сәхифәһендә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.21 | Ҡаралған: 434

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru