«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2023

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 
Апрель
   12  |  13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20 
Июнь
   21  |  22  |  23  |  24 
Июль
   25  |  26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33 
Сентябрь
   34  |  35  |  36  |  37 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Шәхси хужалығыңда үҫтергәнеңде, етештергәнеңде һата беләһеңме, әллә арзан хаҡҡа алыпһатарҙарға ғына биреп ебәрәһеңме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КОМЕДИЯЛАҒЫ ТРАГЕДИЯМЫ?
+  - 

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Салауат дәүләт башҡорт драма театры коллективы Сәрүәр Суринаның "Абау, димсе килә!" музыкаль комедияһын күрһәтте. Спектаклде сәхнәгә режиссер Зиннур Сөләймәнов, бейеүҙәрҙе хореограф Сулпан Асҡарова ҡуйған. Театрҙың директоры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов.

Ике өлөштән торған, өс сәғәткә һуҙылған йырлы-бейеүле, кәмитле тарих бер тынала үтеп тә китте. Көлөп хәл бөттө. "Ысын спектакль театрҙан өйөңә ҡайтҡас башлана", тигәйне бер саҡ Азат Йыһаншин. Мин дә өйгә ҡайтҡас, театрҙың тулы коллективы ярҙамында ҡуйылған сәхнә тарихының бигерәк тә тамашасыны туҡтауһыҙ шарҡылдап көлөргә мәжбүр иткән өлөштәрен иҫләп, өйҙәгеләргә һөйләргә теләһәм дә, килеп сыҡманы.
Кем берәү әйтмешләй, "көлә килә, артынан һөрә килә" икән дә! Әле килеп, спектакль геройҙарының ошондай көлкө хәлгә ҡалыуының сәбәптәре хаҡында уйланам. Дөрөҫөн әйткәндә, спектакль хәҙерге замандың иң ауыр проблемаһы һаналған яңғыҙлыҡ, ғаилә трагедиялары хаҡында. Спектакль башында барыһы ла яңғыҙ, ирҙәр Себерҙә ғаиләләрен аҫрау өсөн бил бөгә, ҡатындар берҙе биш итеү маҡсатында ауылда ирҙәр эшен башҡара, ҡул эштәре менән мәшғүл.
Барыһы ла бәхетһеҙ. Шундай саҡта ауылдың иң прогрессив өлөшө һаналған ағинәйҙәр бар инициативаны үҙ өҫтөнә алып, барыһын да башлы-күҙле итеүгә өлгәшә. (Ағинәйҙәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтендә лә проблемалар юҡ түгел). Хатта ялға тип ҡайтҡан Себер зимагурҙары ла спектакль аҙағында ауылдарында тороп ҡалып, үҙ эштәрен асырға ҡарар итә. Һуңғы сәхнәлә барыһы ла парлы. Барыһы ла бәхетле!
Әлбиттә, бөгөнгө ауылдың ошондай ҡотһоҙ ысынбарлығын башҡа жанрҙарҙа ла күрһәтергә мөмкин булыр ине, әйтәйек, драмала, трагедияла. Әммә автор һәм барлыҡ ижади коллектив ошо юлды, йәғни күҙ йәштәре аша көлөүҙе һайлаған һәм яңылышмаған, маҡсатына өлгәшкән. Был йәһәттән комедияға төрөлгән Шекспир трагедияларын иҫкә төшөрөү ҙә урынлы булыр ине.

ӘЙТКӘНДӘЙ... Салауат дәүләт башҡорт драма театрының яңы директоры Айбулат Ҡотошовтоң Сибай концерт-театры берекмәһендә һынау үткән бер төптән тотоноу алымын бында ла бик уңышлы дауам итеүе маҡтауға лайыҡ. Әйткәнемсә, спектакль башында театрҙың барлыҡ составы сәхнәлә, барыһы ла бәхетһеҙ! Спектакль аҙағында - барыһы ла парлы һәм бәхетле!

Әмир ҒҮМӘРОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.21 | Ҡаралған: 455

Киске Өфө
 
Иғтибар! 1 сентябрҙән 2024 йылдың беренсе яртыһы өсөн гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды. Аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы ошо осор өсөн дә "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзитенә 857 һум 04 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр биреүҙе дауам итербеҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе еткерәбеҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2023 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru