«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАТАР МЕНӘН БАШҠОРТ (7-се бүлек. Аҙағы)
+  - 


Ваҡыт үткәреп булмай. Магазиндарға инеп күп итеп ашарға, бөршәйеп ултырған әбейҙәрҙән ҡиммәт хаҡҡа араҡы алды. Осрашҡас, байрам итергә кәрәк бит азатлыҡты. Төнөн бында үткәрергә тура килер, автобусҡа ултырҙы ла поселоктан ситкә сығып китте. Бер тау битләүендә төшөп ҡалды, тирә-йүнде ҡарап әйләнгәс, аяҡ-ҡулдарын тарбайтып, йоҡларға ятты. Көн йылы, август айы, иркен донъяла бер туйғансы йоҡлаһын әле! Уға ҡурҡырға түгел.
Ишмырҙа оҙаҡ һәм ҡаты йоҡланы. Әммә "зэк" ғәҙәтенсә иртәнге алтыла уянды. Башта аптырап торҙо, үҙенең ҡайҙа икәнен абайланы ла, тағы ашанып алды. Һай, ҡыҙыҡ икән дә ирекле тормош, ни теләһәң, шуны эшләйһең, хатта бер аҙ йәпһеҙ ҙә һымаҡ. Ниҙер етешмәй.
Бында инде башҡаса эш юҡ, ул поселокка барҙы ла яңынан колония яғына китте. Үҙе китеп бара, үҙе аптырай: сығыуын сыҡты иреккә, ә донъя ят! Бынау поселогы, урмандары, йылғаһы, машинаһы, хатта кешеләре лә. Ирекле донъя - ят, ә колония - яҡын. Ни тиклем генә хәсрәттәр кисермәһен, әле ул ошо ят донъянан үҙ төйәгенә ҡайтып барған кеше һымаҡ атлай. Унда - кешеләр. Төрлөһө бар: йыртҡысы ла, арыуы ла, дуҫы ла, дошманы ла, асыҡ күңеллеһе лә, язалаусыһы ла, әммә ни тиһәң дә кешеләр. Бына шулар менән ике йыл ғүмерен үткәреп ташланы бит әле. Ишмырҙа бер көн иректә, әммә моҡсайын тотоп, һаман колония алдында йөрөп ята. Эшкә килеүселәрҙең ҡайһылары аптырап, ә төҫмөрләгәндәре йылмайып, таныш шоферҙар теләктәш ҡараш ташлап үтеп китте. Әммә береһе-бер һүҙ өндәшмәй - бындағы ғәҙәт, тәртип шундай.
Ниһайәт, Ишмырҙа үҙҙәренең цехына килеп йөрөй торған шоферҙы осратты. Үҙе лә аңлап тора икән. Ишмырҙаны күреү менән: "Дуҫың иртәгә сыға. Бында икәнеңде әйтермен!" - тип ҡысҡырып китте. Ишмырҙаның эсенә йылы йүгерҙе. Тағы бер көн көтөргә кәрәк тә һуң, ярай, өмөтлө булғас, эш икенсе.
Ул кире поселокка китте. Аптыраҡ: иректә төрмәләгегә ҡарағанда ла ҡыйыныраҡ һымаҡ - ваҡыт үткәреп булмай. Китап һатып алды, уҡырға күңел төшмәй, газетаһын әйләндергеләп ҡараны ла ырғытты, ваҡиғаларҙы көндәлеген көнгә белеп бармағас, бөгөнгөһө генә ҡыҙыҡ түгел. Икенсе көн инде үҙе менән өс шешә йөрөтә. Юҡ ваҡытта араҡы тип иҫе китә ине, булғас, эске килмәй. Алйот әҙәм шикелле ҡайһылайтып япа-яңғыҙың иҫереп йөрөмәк кәрәк.
Шешәгә ҡарап ҡуя ла, әбрәкәйҙә торғандарын иҫенә төшөрә. Үҙенсә күңелле ваҡыттар ине. Бөгөн ул ҡатын-ҡыҙға ла күҙ һалмай, тегеләр үҙ алдына йөрөп ятҡан тере зат ише генә күренә. Күрәһең, тормоштоң үҙ ағышымы, тәртибеме, ҡалыбымы боҙолдо, бына шуға бер нигә лә күңел төшмәйҙер, тип фәлсәфә итте Ишмырҙа. Әҙәм балаһына рәтле йәшәү өсөн ниндәйҙер ҡағиҙәләр, закондар, хатта ҡороп ҡуйылған кәртәләр кәрәктер.
Ниһайәт, бәләкәй ишек асылды ла эстән ҡулына моҡсай тотҡан кеше килеп сыҡты. Ул күҙҙәрен ялт-йолт итеп тирә-яҡҡа ҡаранды - Ишмырҙаны эҙләй. Теге шофер, дуҫың һине көтөп йөрөй, тип әйткәндер.
Бына күреп алды:
- Ишморза! - Бер йыл осрашмағандармы ни, бер-береһен ҡосаҡлап алдылар. Шунан күрештеләр, тағы ҡосаҡлаштылар, арҡаларынан ҡағыштылар, бер-береһенә ҡарашып торҙолар. Егет менән ҡыҙ осраштымы ни! Хәйер, унан да ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ әле улар.
- Нимә булды? Ниңә улай тоттолар? - тине Ишмырҙа.
- Ах... - Мәснәүи бөтә белгән яман һүҙҙәре менән тегеләрҙе һүгергә тотондо. Ләззәтләнеп, кинәнеп һүкте: - Менә кайтыйм гына әле, Верховный Совет председателенә керәм! Кирәкләрен бирдерәм мин аларның! - Мәснәүи әллә ҡайҙа төптә ултырған төрмә башлыҡтарын һүгә, ә Ишмырҙа ошоларға ышанмай тора: ҡарасы, бер кемдән дә ҡурҡмайынса, бөтәһен дә әрләй. Хөрриәт, суверенитет тигәне ошолор!
Суҡынып китһен ул колонияһы ла, колония начальниктары ла, ярар, барыбер сыҡтылар, ҡотолдолар, мораттарына ирештеләр.
- Әлдә генә һине көтөп алынды: яңғыҙым ҡайтҡы килмәй ҙә ҡуя! - тине Ишмырҙа.
- Бу эшеңне гомеремдә дә онытмам, Ишморза дус! Бик зур рәхмәт инде. Минем үземә дә бик авыр булыр иде! Что син, күз алдыңа китер! - Мәснәүи ласлатып колония ягына төкөрҙө лә дуҫының иңбашынан ҡосаҡлап алды. - Киттек, дус, без хәзер - вольный птица!
Башҡорт Ишмырҙа менән татар Мәснәүи бик ҡәнәғәт, хатта тәкәббер ҡиәфәттә аҡрын ғына баҫып поселок яғына киттеләр.

6

Поезд Өфөгә иртә үк килеп етте. Бер купела икәүҙән-икәү генә барыусы таҡыр башлы әҙәмдәрҙе проводница сәғәт ярым алдан уятты. Үтеп китә күрмәһендәр, ҡотола һалайым, тигәндер. Әллә ниндәй заттар, икеһенә дүрт билет һатып алғандар ҙа, купеларына башҡа берәүҙе лә индермәйенсә, тик үҙҙәре генә киләләр. Кеше лә индермәнеләр, сығып та күренмәнеләр, купеларынан тәмәке лә, араҡы еҫе генә аңҡыны. Әйтһәң, ҡолаҡтарына элмәнеләр. Тауыш күтәрергә ҡурҡты. Станцияға етер алдынан ул тағы асҡысы менән шаҡылдатты:
- Уфа!
Уфа икән - Уфа инде, был ике таҡыр баш, теләр-теләмәҫ кенә урындарынан тороп, мыштыр-мыштыр әҙерләнергә тотондо. Хәйер, әҙерләнәһе лә түгел инде, кейемеңде кейеп, моҡсайыңды алдыңмы, бөттө. Юлдаштарҙың кәйеф шәп түгел. Аптырарһың, Өфө тип ҡасанан бирле көттөләр, бына килеп төшкәйнеләр, тәҙрәнән дә ҡарағы килмәй.
Ә юлды күңелле үттеләр. Төрмәлә тапҡан аҡса йәл түгел, тип ашарына ла, эсеренә лә мул алғайнылар. Ҡасан тағы шундай хәл тура килә! Ҡайтҡас, бисәләре ашатыр әле, кәсепкә бармағандар. Әлбиттә, ҡапыл ғына айырылышмаҫтар, Мәснәүигә төшөп, ике-өс көн ҡунаҡ булырҙар, бер көн баҡсаһына барып ятырҙар, шунан дуҫының мәрйә бисәһен алып, Баймаҡ китерҙәр. Шулай килештеләр. Мәснәүи, минең өй иркен, бер аҙна ят, тигәйне лә, Ишмырҙа, килешмәҫ, бисә асыуланыр, тине. Ғөмүмән, үҙҙәренең ҡайтып төшөүе Өфө өсөн бер оло ваҡиғаға әйләнер һымаҡ ине Ишмырҙаға. Оркестр менән ҡаршыламаһалар ҙа, перронда сәскәләр, күстәнәстәр тотоп ҡаршыларҙар. Баймаҡтан да килерҙәр. Азатлыҡ өсөн ғазап сигеп йөрөүселәр ҙә инде - революционерҙар! Төшкәс, ҡосаҡлашып күрешерҙәр, хәл-әхүәл белешерҙәр, шунан әҙәм аптыратып, ялтыр машиналарға ултырып сығып китерҙәр. Мәснәүи ни уйлағандыр, Себер киңлектәрен ҡарап, күтәренке күңел менән килгәндә башҡорт Ишмырҙа ошолай күҙ алдына килтерҙе үҙҙәренең тыуған ил менән осрашыуын.
Поезд туҡтаны. Ысынлап та йоҡлап ҡала күрмәгеҙ, тигәндәй, вагондар ҡапыл быларҙы һелкетә биреп, туҡтаны. Ашығаһы түгел, берәү ҙә көтмәй уларҙы, хәбәр итеп торманылар. Уның ҡайғыһы ла булманы, туйҙан ҡайтып килмәйҙәр. Былар вагондан аҙаҡҡы булып төштө. Ергә баҫҡас, ҡояшҡа күҙҙәре сағылғандай, йөҙҙәрен йыйырып, тирә-яҡҡа ҡарандылар. Ишмырҙа проводницаға рәхмәт әйтеп хушлашҡан булды, ә теге ерәнгән ҡиәфәт менәп ситкә боролдо. Ай, суҡынһын! Ике байғош, тоҡсайҙарын тотоп, аҡрын ғына перрон буйлап киттеләр.
Өфө - һаман да шул Өфө, станцияһы ла шул уҡ, һәр кемдең үҙ хәсиәте, береһе ашыға, береһе көлә, береһе ҡосаҡлаша, тигәндәй. Башҡа халыҡ шулай, тик быларҙың ғына кәйефе юҡ, һәр ҡыбырлаған нәмәгә асыуҙары килә.
"Подельник" дуҫтар бөгөн һөйләшмәйҙәр, урман януарҙары шикелле, күҙҙәре менән генә аңлашалар.
Бына һыу эҙләп киттеләр. Алдан - Мәснәүи, артынан ҡара күҙҙәренән асыу сәсеп Ишмырҙа килә. Ауыҙ кипкән, ирендәр бер-береһенә йәбешкән, һөйләшеү түгел, асырлыҡ та рәт юҡ.
Әмәлгә ҡалғандай, һыуҙың әҫәре лә күренмәй. Әллә бик иртә булғанға килтереп еткермәгәндәр, әллә, ғөмүмән, һатмайҙар, үләм тиһәң, тамсы һыу юҡ. Бер ерҙә автомат эшләй, уға Ленин мавзолейындағы һымаҡ сират.
Мәснәүи төрмәләш дуҫын туалетҡа алып килде. Бында ла уңманылар, ишеккә "Уборка!" тигән яҙыу эленгән. Әммә күҙе тонған Мәснәүи яҙыуға иғтибар итмәне, ишекте асты. Хужаһы яҡын ғына йөрөгән икән, ажғырып килеп тә етте:
- Не видишь что ли, уборка!
- Мамаша, нам только попить. - Теге һеперткеһен күтәрҙе:
- Дам я вам попить! Что вам здесь, ресторан! - Вокзал кешеләре уҫал була инде, телгә аптырамай.
Мәснәүиҙең зәңгәр күҙҙәре ҡурҡыныс йылтыраны:
- Ты, мамаша, потише! Мы только освободились! - Шулай тине лә эскә инеп китте. Ишмырҙа шым ғына артынан эйәрҙе. Бер йотом һыу өсөн башты һалырға ла була.
Былар инделәр ҙә, ҡулды-ниҙе йыуып тормайынса, һемәктәрҙе астылар ҙа услап эсергә тотондолар. Әммә былай ғына туйырлыҡ түгел, ахырҙа, теге ваҡыт шешәнән имгән шикелле, һемәктең үҙенән эсә башланылар.
Эсеп туйғандай ҙа итмәнеләр, алдарында милиционер пәйҙә булды:
- Что вы делаете, граждане?
Сусҡа, теге ҡатын әйткәндер инде! Ух, ошо ваҡыт Мәснәүиҙең күҙен күрһәгеҙ! Эткә ташланырға торған бесәйме ни!
- Не видишь, что делаем?!
Әммә милиционер көс үҙендә икәнен белә, вокзалда бындайҙар йыш осрай, тыныс ҡына итеп:
- Ваши документы? - тине.
- На! - Мәснәүи түш кеҫәһенән ҡағыҙ сығарҙы. Ишмырҙа шым ғына бирҙе.
- Чыккансыз икән, тиҙерәк ычкыныгыз, йөрмәгез монда адәм куркытып! - Милиционер татар булып сыкты.
Мәснәүи һеләүһенгә әүерелде лә ҡуйҙы:
- Хәҙер!..
- Мәснәүи, әйҙә киттек! - Ишмырҙа уны еңенән тарта һалды. Ә теге ярһыуынан һүҙ ҙә әйтә алмай ине. Ирекле заттар вокзал алдына сыҡты. Шаҡ ҡатҡанға юл ҡайҙа, тигәндәй, бер аҙ ҡаранып торҙолар. Сәйер, донъя геү килә, ә был икәүҙең күңелдәре буп-буш.
- Безгә барсак инде, бик ерак, диярсең... Мин Машиностроительный артында торам, - тине Мәснәүи. - Хатын да өйдә юктыр инде...
- Юҡ, хәҙер үк билетҡа баҫам. Йәй беҙҙең Сибай поезына кеше күп була, - тине Ишмырҙа.
- Бәлки, билет алгач, килеп чыгарсың. Поезың кич китә, дисең бит?
- Ярар, ҡарармын.
Тағы бер аҙ торҙолар. Былай ғына айырылышыу уңайһыҙ һымаҡ, әммә төрмә дуҫлығының тамам, ә кисәге һөйләшеүҙәр, биргән вәғәҙәләрҙең эскәндә һөйләшкән һүҙ генә икәнлеген, хәҙер үҙҙәре алдында ҡәҙимге, шулай ҙа бер аҙ ятая төшкән тормош торғанлығын икеһе лә аңлай ине.
- Ярар, Ишморза дус, без ғәйбә алайса. Уфага килә-нитә калсаң, төш безгә. Хатының белән кил, сөйләшеп утырырбыз.
- Йөрөп ятыла бит инде, бәлки, килеп тә сығылыр әле. Баяғы, Баймаҡ яғына юл төшһә, ҡаңғырып йөрөмә, тура беҙгә кил дә ин. Ауылдың исемен беләһең.
- Что син, әбизәтелно!
- Ярар, Мәснәүи, имен ҡайтып ет, ҡатыныңа сәләм әйт!
- Ладно, давай!
Башҡорт Ишмырҙа менән татар Мәснәүи өнһөҙ генә ҡул бирештеләр. Ниңәлер, күҙҙәрен йәшерҙеләр, шунан өндәшмәй генә икеһе ике яҡҡа китеп барҙылар.

1991-1992 йылдар.

(Аҙағы. Башы 38-43-сө һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.10.21 | Ҡаралған: 257

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru