«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛ ХАЛҠЫ ЛА ШАТ
+  - 

Көҙгө уңыш йыйылып, уны әүеш-теүеш итеү эштәренең ҡыҙыу мәле. Һәр кем оҙон, һалҡын ҡышҡа әҙерләнеп, йәшелсә-емешен туплап, һаҡлауға әҙерләп, маз килеп йөрөгән саҡтар. Үҙе сәсеп үҫтереүселәрҙең уңышының күләмен ҡарап, ашауҙан артып ҡалырын һатыуға сығарып, әҙме-күпме аҡса эшләп ҡалырға тырышҡан мәл. Ҡалала йәшәһәм дә, ошо көҙгө байлыҡтан мин дә фәйҙаланып, бер аҙ килем алам йыл һайын.

Мәләүездә йәшәйем һәм баҡса үҫтермәйем, картуф сәсмәйем. Ләкин ҡышҡылыҡҡа етерлек емеш-еләк, йәшелсә туплайым һәр саҡ. Шулай бер мәл һатып алған йәшелсәләрҙең артыҡ күп булыуын күрҙем дә, подъездағы күршеләргә тәҡдим иттем. Бер сәғәт тигәндә һатып та бөттөм. Әлбиттә, һатып алған хаҡҡа юл сығымдарын, үҙемдең көс түгеүемде лә һалдым. Шулай итеп, артыҡ йәшелсәнән ҡотолоп ҡына ҡалманым, хатта аҡса ла эшләнем. Был, тәбиғи, минең күңелгә хуш килде һәм ошо эшмәкәрлекте юлға һалып алдым да, бына хәҙер 5-се йыл шөғөлләнәм. Уның нимәһе бар, аҙым һайын емеш-йәшелсә һаталар, тиерһегеҙ. Ләкин бөтә нескәлектәрен белеп эш иткәндә, һатыу ҙа шәп бара, аҡса ла килә.
Шулай итеп, үҙем ҡулланған алымдарҙы яҙып үтәм. Йәшелсә-емештәрҙе, картуфты ҡаланан алыҫта ятҡан ауылдарҙан йыям. Һәр кемдең дә ҡалаға сығарып картуф һатырға мөмкинлеге юҡ, ә кәрәгенән артыҡ уңышты барыбер ҡайҙалыр итергә кәрәк. Шуға күрә, мин уларҙан ҡала янындағы ауылдарҙа һатҡандарҙан айырмалы рәүештә, күпкә осһоҙ хаҡҡа һатып алам. Шулай уҡ ҡулаҡсаға ғына түгел, ә башҡа төрлө аҙыҡ-түлеккә, хужалыҡ тауарҙарына, һабын һәм башҡа ошондай әйберҙәргә алыштырам. Уларҙы мин күмәртәләп һатып алғанға күрә, осһоҙ килеп сыға. Бер ҡасан да бер генә хужалыҡтан алмайым, ә төрләндереп йыям һәм уларҙы аралаштырып һатам. Көҙгө баҙарҙа һатыу итеүҙән тыш, интернет аша, күрше-күләнгә әйтеп, алдан заказ йыям һәм өйҙәренә тиклем алып барам.
Гараждағы мөгәрәпте йылытып, йәшелсә һаҡларлыҡ итеп эшләп алдым да, шуны көҙөн тултырып ҡуйып, ҡыш буйы һатыу итәм. Ҡыш бауыры оҙон, һәр кемдең дә тоҡлап һаҡларлыҡ урыны юҡ, шуға күрә әҙләп һатып ала. Ә магазиндағы әллә нимәләр менән эшкәртелгән йәшелсәгә ҡарағанда, ауылдан килтерелгәнде ихлас һатып алалар. Тәбиғи, ҡыш көнө хаҡтар арта. Мәҫәлән, әгәр ҙә бөгөн картуфтың бер биҙрәһен 25-30 һумға һатып алһам, ҡышын уның хаҡы 50 һум булыуы мөмкин. Хаҡты магазин, баҙарҙыҡы менән сағыштырам да, 1-2 һумға арзаныраҡ һатам. Әллә ни ҙур айырма юҡ кеүек, ләкин халыҡ 50 тин булһа ла осһоҙораҡты эҙләй.
Йәшелсә миҙгеле тынғандан һуң, ҡалала ҡаҙға заказдар йыям да, тағы ла ауылда күптән танышып алған хужаларға шылтыратам. Килешелгән көнгә улар әҙерләп ҡуя, мин барып алам да, һәр береһенә 200-250 һум өҫтәп, таратып сығам. Әгәр ауылдарҙа күмәртәләп, тимәк, осһоҙораҡҡа алып, ҡалала ҡыйбатайтып һатыуымды иҫәпкә алғанда, килем арыу ғына була. Ҡаҙ артынан барғанда машинамды бушҡа ҡыумайым, малға ашатырға ем кеүек нәмәләр алып барам. Шулай уҡ башҡа төрлө заказдарҙы ла үтәргә тырышам. Мин дә килемле, ауыл халҡы ла шат. Көҙөн бигерәк тә резина итектәр, кәртәгә кейергә бирсәткәләр, быйма, сөй-ҡаҙаҡ, көрәк һәм һәнәк кеүек әйберҙәр эҫе бөйөрөк кеүек үтә.
Бына ошондай ябай, ләкин эшмәкәрлекте килемле итерлек алымдар ҡулланып эшләйем. Бәлки, берәйһенең күҙенә салыныр ҙа, әҙме-күпме аҡса эшләргә ярҙам булыр. Шулай ҙа артыҡ шашып китеү, ауылда йәшәүселәрҙе талау ярамаҫ, һәр нәмәлә сама булырға тейеш. Уларҙың ҡул көсөн артыҡ арзанайтыу килешмәгән эш икәнен онотмайыҡ, йәмәғәт.

Рифҡәт СИРУСИН.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.11.21 | Ҡаралған: 300

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru