«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОРМОШ - УЛ ТЕАТР
+  - 

Бынан күп йылдар элек, колхоз-совхоздар әле тере саҡта, урам буйлап үтеп барһам, текмә буйындағы эскәмйәлә бер ағай ултыра. Уны тышта шулай буш ултырғанын тәүгә күреүем. Көнө-төнө колхоз эшенән бушамай, пенсияға сыҡҡан ваҡыты ине. Һаулыҡ һораштым, хәл-әхүәлен белештем.
- Бына, улым, әбей менән талашып сығып ултырҙым әле, - ти был.
- Нимә булды? - тим.
- Ышанаһыңмы-юҡмы, йыуынғыстың бысраҡ һыуын сығарып түк, тейсе...

Әйтәм бит, был һөйләшеүгә арыуыҡ ваҡыт үткән. Ул саҡта был диалогҡа артыҡ иғтибар итмәгәнмен, әле бына көлкө лә килә, һорауҙар ҙа тыуа. Тимәк, шул ваҡытта уға алтмышы тулып үткән булған. Егерме йәшендә өйләнгән хәлдә лә, баяғы мыжыҡ әбейе менән кәмендә ҡырҡ йылдан ашыу йәшәйҙәр, тип аңларға кәрәк. Ярай, ниндәй яҙығы бар, ире ялға сыҡҡас, элек үҙе башҡарған эште бабайына ҡушҡандыр инде. Яҙығы юҡ та ул, тик бына шул алты тиҫтәне үткән ир кешенең бәләкәй бала-саға кеүек үсегеп ултырыуы аптырата. Ҡайҙан килә ул оло кешегә лә балаларса ҡыланыу? Улай тиһәң, иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, бәләкәй генә бала ла ваҡыты-ваҡыты менән оло кешене лә аптыратып, ололарса һөйләшә башлай бит. Эйе, бер ҡатлы түгел беҙ! Фрейд билдәләүенсә, шәхес концепцияһы либидо, эго, супер-эгонан торған һымаҡ, һәр кешенең өс төрлө холоҡ торошо бар.
Баяғы бабай миҫалындағы балалыҡ холҡо кешегә олоғайғас та эйәреп йөрөй. Ололарса һөйләшкән балаға ла аптырарға ярамай. Һәр кемдә атай-әсәйҙәргә хас булған һыҙаттарҙы ла һиҙемләргә була. Кешеләр үҙ-ара аралашҡан ваҡытта үҙенә кәрәкле торошто (позицияны) һайлай. Махсус рәүештә, туҡта, балаларса йә ололарса һөйләшәйем, тип уйламай ул, был торош үҙенән-үҙе, аңһыҙ рәүештә килеп сыға. Нисек кенә ҡыҙыҡ тойолмаһын, һүҙҙәр аралашҡан ваҡытта беренсе урында тормай. Әлбиттә, һүҙҙәрһеҙ булмай. Дөрөҫ аңлағыҙ, шул һүҙҙәрҙе нисек итеп, ниндәй торошта әйтәһең, шул мөһим. Бер үк мәғлүмәтте, бер үк фекерҙе йә балаларса, йә ололарса, йә булмаһа, ата-әсәгә хас интонация менән әйткәнебеҙҙе үҙебеҙ ҙә һиҙмәй ҡалабыҙ. Диалог ваҡытында өс тороштағы ике кеше һөйләшкәнен күҙ алдына килтерһәк, әңгәмәлә алтау ҡатнашҡан һымаҡ була. Мәҫәлән, мәктәптә бер уҡыусы икенсеһен: "Әйҙә, алтынсы дәрестән ҡасайыҡ", - тип ҡоторта икән, икенсеһе: "Әйҙә!", - тип яуап бирһә, улар икеһе лә бала торошонда аралаша. Дәрестән ҡасасаҡ улар. Ә инде икенсеһе: "Юҡ, ярамай, дәрестән ҡасыу тәртип боҙоуға инә", - һымағыраҡ яуап бирһә, диалогта ҡатнашыусыларҙың аралашыу торошо тап килмәй, сөнки икенсе бала ололарса яуап бирҙе бит. Дәрестән ҡасыуҙары икеле. Ә инде икенсе бала: "Йәлләйем мин һине, бәлки, асыҡҡанһыңдыр, мә, ошоно аша", - тип яуап бирһә, ул ата-әсәләрсә ҡурсалап, йәлләп яуап бирҙе булып сыға. Был осраҡта ла был икәүҙең аралашыу торошо тап килмәй.
Һәр тороштоң үҙенә генә хас һыҙаттары бар. Мәҫәлән, балалыҡ торошона нисек булһа ла теләктәрҙе тормошҡа ашырыу хас. Һә тигәнсә тоҡана, һә тигәнсә һүнеп тә ҡуя. Ата-әсәләрсә торошҡа иң тәүҙә ҡурсалау, йәлләү мөһим, өйрәтеү, тыйыу - уларҙың булмышы. Ололарса мөғәмәлә килешеп эшләүҙе ярата. Маҡсат ҡуйып, һөҙөмтәгә ирешеү беренсе урында тора. Шуға күрә ике кеше үҙ-ара һөйләшкәндә диалогтың тышҡы һәм эске яғын һиҙемләргә кәрәк. "Тыныс ҡына һөйләшеп тора инек, ҡапыл иланы ла ебәрҙе", тибеҙ аптырап ҡай саҡта. Тыштан тыныс булғандыр ҙа ул, беҙгә аңлайышһыҙ эстәге торошо иларға мәжбүр иткән.
Аралашҡан ваҡытта әңгәмәселәр ҡай саҡ уйҙарын бер-береһенә туранан-тура әйтмәй, эскә йәшерә. Шулай булһа ла, улар бер-береһен яҡшы аңлай, тик был турала ҡысҡырып әйтмәйҙәр. Мәҫәлән, егет ҡыҙҙы оҙатып килде, ти. Ҡыҙ уны сәй эсергә саҡырҙы. Ни өсөн икәнен улар шундуҡ аңлай. Ҡыҙ: "Һин миңә оҡшайһың", - тип урам яңғыратып ҡысҡырып тора алмай ҙа баһа! Егет ризалашты. "Һин дә миңә оҡшайһың", булды инде, йәнәһе. Психологияла ул йәшерен транзакция тип атала. Был өс торош беҙҙе ғүмеребеҙ буйына оҙатып йөрөй. Йөрөһөн. Бер ҡатлы булһаҡ, йәшәүҙең ҡыҙығы ла ҡалмаҫ ине.

Шулай итеп...
Өс ҡатлы булғас, тороштар араһында тигеҙлек булмағас, уйнайбыҙ инде оҫталығыбыҙ еткәнсе. "Тормош - ул театр, ә кешеләр унда актерҙар", тип бушҡа әйтмәгәндер Уильям Шекспир. Әйткәндәй, был рубрикала яҙғандарымды мәктәптә эшләгән осорҙа уҡыусыларға һөйләй торғайным. Аңлайҙар ине. Һеҙҙән дә шуны өмөт итәм.

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.11.21 | Ҡаралған: 618

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru