«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛ ТУРИЗМЫ ТАРИХЫБЫҘҘЫ, МӘҘӘНИӘТЕБЕҘҘЕ ТАНЫТА
+  - 


Сентябрҙә Бөтә донъя туризм көнө билдәләнгәйне. Тәбиғәтте, оҙайлы походтарҙы, төнгө усаҡ тирәләй дуҫтар менән теҙелеп ултырып әңгәмәләр ҡороуҙы яратҡан кеше булараҡ, был датаны иғтибарһыҙ үткәреп ебәрә алмайым. Үҙем матур тәъҫораттар артынан ҡыуыусы турист булараҡ, тәбиғәт ҡосағында барыһының да күңеленә хуш килерлек ял ойоштора белеүселәргә ихтирамым айырыуса ҙур. Йыл әйләнәһенә әллә күпме кешене ҡаршы алып, уларҙың ялын юғары кимәлдә ойоштороп, "туризм" тигән төшөнсәнең бөтә нескәлектәрен белгән кешене табыуы ауыр булманы әңгәмә өсөн. Шулай итеп, бөгөнгө әңгәмәсем - Салауат районында, йәмле Йүрүҙән йылғаһы буйында тирмәләр ҡороп, туристарҙы һәр саҡ асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыусы - Илфат Рифат улы ИСМӘҒИЛЕВ. "Шайтан-көҙәй" тирмәләр кемпингы хужаһы үҙенең эшмәкәрлеге, туризм өлкәһендә эшләүҙең үҙенсәлектәре хаҡында бәйән итте.

Илфат, республикала туризм төрлө яҡлап үҫешкән. Ул тауҙарға йөрөтөү, тарихи-этнографик походтар, йылға буйлап ағып төшөү, актив һәм пассив туризм, ғөмүмән, йәнең теләгәнен һайларға була. Ә һинең туристик эшмәкәрлегеңдең үҙенсәлеге - тирмәләр кемпингы. Ни өсөн нәҡ ошондай туризм? Был өлкәләге тәүге аҙымдарың ниндәй булды?

- Электән тарих, йола һәм атай-олатайҙарҙың көнитмеше менән ҡыҙыҡһындым. Ошо ҡыҙыҡһыныуым тирмәләр эшләй башлауға килтерҙе. Сифатлы тирмәне эшләү еңел түгел, сөнки уның үҙенә генә хас технологияһы, эшләү рәүеше бар. Бар күңелемде һалып эшләгән тирмәләремде ҡуртымға бирҙем, һатып алыусылар ҙа булды.
Беҙҙең төбәк туризм киң үҫешкән яҡ, шуға күрә ошо йүнәлештә эшләү теләге лә һәр саҡ күңелемдә йәшәне. 2016 йылда тәүге тапҡыр ике йүнәлеште лә - тирмәләр эшләүҙе һәм туризмды - берләштереп, йылға ярына ике тирмәмде ҡороп, ҡуртымға ике катамаран тәҡдим итеп, тәүге ҡунаҡтарымды ҡабул иттем. Улар Нефтекама ҡалаһынан килгән өс ғаилә ине. Беренсе туристарҙың ялын ойоштороу ваҡытындағы тулҡынланыуым әле булһа хәтерҙә. Ҙур яуаплылыҡ тойоп эш иттем, сөнки кешелә тыуған беренсе тәьҫорат уның хәтерендә мәңгегә ҡаласаҡ. Әгәр ҙә мин ҡунаҡтарымда тағы ла беҙгә ял итергә килеү теләген уята алмайым икән, тимәк, туризм өлкәһендә эшләүемдең файҙаһы ҙур түгел. Беҙҙә булып ҡайтҡан һәр кемдең тағы ла ял итергә килергә атлығып тороуына булышлыҡ итеү тәүбурысым. Ошо осраҡта ғына эшем алға барасаҡ, тирмәләрем буш тормаясаҡ.

Биш миҙгел эсендә тағы ла ниндәй эштәрҙе әүҙемләштереүгә өлгәштең?

- Тәүге миҙгелдәге уңышлы башланғысым икенсе йылына 15 сутый ерҙе ҡуртымға алып, "Шайтан-көҙәй" тирмәләр кемпингы асырға этәргес көс булды. Кемпинг Көньяҡ Уралдың иҫ киткес тәбиғәте ҡосағында - Йүрүҙән йылғаһы эргәһендәге Иҙрис ауылында урынлашҡан. Шулай уҡ 2018 йылда Йүрүҙән ярында "9-сы тирмән" исемле туристик туҡталҡа (стоянка) астым. Ҡышын туҡталҡа эшмәкәрлеген ябып торабыҙ, тирмәләр кемпингында иһә 3 ҡышҡы тирмә эшләүен дауам итә. Улар мейес менән йылытыла, туристарҙың уңайлы ял итеүен күҙ уңында тотоп, мунса ла эшләп ебәрҙем. Кемпинг ҡунаҡтары өсөн тауҙан сана, саңғы, тюбинг менән шыуыу трассалары бар.
Ошо ваҡыт эсендә кемпинг һәм туҡталҡа эшмәкәрлеге менән бер рәттән, катамаран, велосипед һәм башҡа әүҙем ял итеүҙә кәрәк-яраҡты ҡуртымға биреү, йылғала ағып төшөүҙе, мәмерйәләр буйлап сәйәхәт ойоштороуҙы яйға һалдым. Шулай уҡ тирмәләр етештереп һатыуҙы ла әүҙемләштерҙем. Тағы ла "Янғантау" геопаркы менән хеҙмәттәшлек итә башлауымды ла эшмәкәрлегемдең ыңғай этәргесе тип ҡабул итәм. 2018 йылдан алып шулай уҡ урындағы халыҡ менән әүҙем эшләйем, йәғни уларҙан аҙыҡ-түлек һатып алам, шулай уҡ һыбайлы сәйәхәттәр өсөн аттарын ҡуртымға бирәләр. Ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек, тип уйлайым, сөнки беҙ ҡунаҡтарыбыҙға экологик яҡтан таҙа аш-һыу тәҡдим итеү мөмкинлеге алһаҡ, урындағы халыҡҡа аҡса эшләү юлы асыла. Мәҫәлән, Иҙрис ауылы халҡынан мейестә бешкән икмәкте һәм һөттө 50-шәр һумға, эремсектең ярты килоһын 60 һумға, майҙың килоһын 400 һумға, 10 тиҫтә йомортҡаны 60 һумға һатып алып ҡулланабыҙ. Шулай уҡ ауыл халҡы туристарға үҙе етештергән аҙыҡ-түлекте, йәшелсә-емеште, йылға балығын тура һатыу мөмкинлегенә лә эйә.
Шулай башҡорт мәҙәниәтенә, тарихына иғтибар арта, туристар урындағы оҫталарҙың әйберҙәрен әүҙем һатып ала. Ғөмүмән, туристарҙың күбеһе ер-һыу атамалары, ошо ерҙәрҙә булып уҙған тарихи ваҡиғалар, урындағы халыҡтың йәшәйеше, уның шөғөлдәре менән ҡыҙыҡһына, шуға күрә ошо йүнәлештә әүҙем эшләү ҙә үҙ файҙаһын бирә. Һыуҙан ағып төшкәндә йәки саңғы менән мәмерйәләргә сәйәхәт ваҡытында тарихҡа иғтибар бүләм һәм кешеләрҙең ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлағанын аңғарам. Башҡортостанда алып барылған һәр туристик эшмәкәрлек урындағы тарихҡа, мәҙәниәткә, ер-һыу атамаларына, халыҡҡа ҙур иғтибар бүлергә тейеш.

Ҡунаҡтар килгәнен көтөп кенә ятмайһығыҙ, ә төрлө саралар ойоштороп, кемпингты ял итеүҙең әүҙем нөктәһенә әйләндереүегеҙ ҙә күптәргә билдәле.

- Дөрөҫ билдәләнегеҙ, кемпингтың ваҡиғалы туристик (событийный туризм) үҙәк булараҡ эшләүе лә мине ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Шулай, өс йыл рәттән кемпинг базаһында "Салауат саңғыһы" тип аталған спорт сараһы уҙҙы. Унда йөҙәрләгән кеше ҡатнашыуы сараның халыҡ араһында киң танылыу алыуы һәм кәрәклеге тураһында һөйләй. Шулай уҡ пандемия башланғанға тиклем беҙ йөҙәрләгән кеше ҡатнашлығында "Idris craft fair" һөнәрселек фестивале һәм "Мәмәй фест. Бауырһаҡ" исемле кулинар конкурс үткәрҙек.
Тағы ла беҙҙең кемпингта ҙур һорау менән ҡулланылған хеҙмәт - балсыҡтан төрлө әйберҙәр эшләү оҫталығына өйрәтеү. Балсыҡ менән эш итеү, уға төрлө форма биреү, махсус түңәрәкте әйләндереү балаларға ла, ололарға ла оҡшай. Улар үҙҙәренә балсыҡтан уйынсыҡ эшләй, ҡулдары оҫталар көршәк әүәләй, шулай уҡ төрлө хайуан һындарын эшләүселәр ҙә күп. Үҙенең ҡул көсө түгелгән әйберҙе кеше ҡәҙерләп һаҡлай, ә улар күңелендә ошо хәтирәләр менән бергә беҙҙең кемпинг тураһында ла матур иҫтәлектәр һаҡлана.

Туризмды үҫтереү, ошо өлкәлә белгестәр әҙерләү тураһында күп һөйләнелә. Ә ысынында иһә туризм менән шөғөлләнеүселәргә үҙ оҫталығын үҫтерергә булышлыҡ иткән, белемен камиллаштырырға ярҙам булырҙай саралар үткәреләме?

- Дөрөҫөн әйткәндә, туризмға ҡағылышлы конференция, вебинар, уҡыуҙар йыш үткәрелә. Шулай уҡ туризм өлкәһендә эшләүселәрҙе тонуста тоторға булышлыҡ иткән конкурстар һаны ла бихисап. Мәҫәлән, мин "Аграр туристик эшҡыуарлыҡты ойоштороу", "ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәре" һәм башҡа курстарҙа уҡыным, "Туристик сувенир" Асыҡ республика, "Иң яҡшы туристик туҡталҡа" һәм башҡа күп төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүгә өлгәштем, төрлө дәрәжә дипломдар яуланым. Ошондай уҡыуҙар, конкурстар, марафон һәм башҡа төрлө саралар туризм өлкәһендә эшләүсе һәр кемгә ҙур ярҙам булып тора, эшен әүҙемләштерергә булышлыҡ итә. Бындай саралар һәр кемгә йомшаҡ яғын күрергә һәм уны бөтөрөү өҫтөндә эшләргә этәрә, үҙенең уңыштары менән бүлешергә, башҡаларҙың эш алымдарын күрергә мөмкинлек аса. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап йәшәү эште алға алып китергә кәртә булырға мөмкин, ә башҡалар менән әүҙем ҡатнашыу, эш серҙәре менән бүлешеү ике яҡ өсөн дә файҙалы булыуына күп тапҡыр инандым. Әгәр ҙә башҡа коллегаларым менән тығыҙ бәйләнештә эшләмәһәм, бөтә яңылыҡтарға асыҡ булмаһам, туризм өлкәһендә 2020 йылда "Иң яҡшы эшҡыуар" һәм ошо уҡ йылда "Башҡортостан туриндустрияһы лидерҙары" премияһының "Һыуҙа ағып төшөү" номинацияһында лауреат исемдәрен яулау ауырға тура килер ине.

Уңышлы эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булыу кәрәк?

- Ялҡау кеше эшҡыуарлыҡтың бер төрөндә лә алға китә алмай. Үҙ эшеңде асыу, уны үҫтереү, күптөрлөлөк араһында нәҡ һинең булмышыңа тура килгән шөғөлдө табыу ғына әҙ. Эшҡыуарлыҡ дәүләт эшендәге һымаҡ сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләүҙе күҙ уңында тотмай. Әгәр ҙә эшең ярты йылдан ябылмаһын тиһәң, көнө-төнө, бөтә уй-фиғелең менән ошо эшмәкәрлек тип янырға кәрәк. Эшҡыуарҙың ялы юҡ, тиергә лә була, сөнки әҙ генә йомшаҡлыҡ күрһәтһәң, әллә күпме ваҡыт бүлеп юлға һалған бөтә ынтылыштарың юҡҡа сығырға ла мөмкин. Туризм өлкәһендә эшләүселәр өсөн бөтә халыҡ ял иткән миҙгел - йәй, оҙайлы ялдар, байрамдар ваҡыты иң ҡыҙыу эш осоро.
Аҡса һанай белеү - эшҡыуарға иң кәрәкле һыҙаттарҙың береһе. Ҡулға килгән аҡсаны тәләфләмәйенсә, уны кәрәкле йүнәлештә ҡулланып, арттырыу һәр кемдең хәленән килмәй. Бының өсөн дә таҫыллыҡ, оҫталыҡ кәрәк. Берәү 100 мең һумды әйләнешкә индереп, 200 мең һум эшләһә, икенсе кеше күпмелер ваҡыттан һуң килем алыу ғына түгел, хатта бурыслы булып ҡалырға ла мөмкин.
Пандемия беҙҙең өлкәгә лә үҙгәрештәр индерҙе. Әгәр ҙә эшмәкәрлегебеҙ туҡталып ҡалмаһын, ә тағы ла әүҙемләшһен, килем килтерһен тиһәк, туристарҙы йәлеп итерҙәй яңы туристик продукттар, уларҙың һаулығына хәүеф янамаҫлыҡ итеп ял ойоштора белергә тейешбеҙ. Заман талаптарына яуап биреп, хатта ул талаптарҙы алдан күрә белеп, тиҙ арала тормошҡа ашырып эш иткәндә генә эшҡыуарлыҡ диңгеҙенең көслө тулҡындарында батмайынса, алға атларға була. Турист - талапсан халыҡ, уның нимә теләгәнен күрә белергә һәм нәҡ уның күңеленә генә ятышлы ял ойоштора алыу һәр ваҡытта ла беҙҙең һымаҡ эшҡыуарҙарҙың иң көслө сифаты булып ҡаласаҡ.

Шулай итеп...
Туризм өлкәһендә эшҡыуарлыҡ алып барыуҙың ни ауырлығы бар, тиер кемдер. Килгән кешене ашатып-эсереп, тегене-быны күрһәтеп, уңайлы урынға йоҡларға һалаһың да - вәссәләм, тип йөпләр был эштең бөтә нескәлеген аңлап етмәгән икенсеһе. Ләкин уларҙың береһе лә турист халҡының иҫ киткес талапсан һәм һайлансыҡ булыуына иғтибар итмәҫ. Сәйәхәт, поход яратыусылар - яңы хис-тойғолар артынан ҡыуыусылар, әгәр ҙә улар тәҡдим ителгән ялдан ҡәнәғәтлек тапмаһа, был урынға башҡаса килмәйәсәк. Шуға күрә һәр туристың күңеленә юл асып, унда мәңге төпләнеп ҡалырҙай ял ойоштора алыусы эшҡыуар ғына уңышлы эшмәкәрлеккә ышана ала. Бөгөнгө әңгәмәсем нәҡ шундай эшҡыуарҙарҙың береһе лә инде.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.11.21 | Ҡаралған: 270

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru