«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕТРӘНЕҮҘӘР БУЛМАҺА ТИҘЕРӘК ҮЛЕР ИНЕКМЕ?
+  - 

Был донъяла тик һинеңсә генә булмай. Һәр яңы көн ниндәйҙер үҙгәрештәр алып килә, электән хәл ителмәгән проблемаларға яңылары өҫтәлә тора. Һәр кемдең тормошонда була торған киҫкен хәлдәр, юғалтыуҙар, башҡа ауырлыҡтар кеше психикаһында көсөргәнешлек барлыҡҡа килтереп, тәрән һәм оҙайлы кисерештәр тыуҙыра. Фәндә әҙәм балаһының ошо халәтен стресс тип атайҙар.

Зыянлымы, әллә файҙалымы?

Глобаль стресс сәбәптәре итеп экология торошоноң аяуһыҙ насарайыуын, ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең саманан тыш көсөргәнешле мөхиттә көн итеүен, эш һөҙөмтәләре өсөн яуаплылыҡтың ҙур булып, етәкселек яғынан кәмһетелеү йәиһә тирә-яҡтағыларҙың көнсөл һәм уҫал ҡараштарын тойоп йәшәү рәүешен һәм башҡа ошондай ауыр йоғонто яһаусы хәл-күренештәрҙе күрһәтеп үтергә була.
Стрестың кешегә зарарлы тәьҫире тураһында күп һөйләйҙәр, уның тән һәм нервы сирҙәренә сәбәп булыуы тураһында ишетмәгәндәр һирәктер. Туҡтауһыҙ стресс кисергән кешенең йә үтә агрессив, йә депрессияға бирелеүсән булып китеүе мөмкин. Стрестан тиҙ генә сыға алмай яфаланғандар йонсоу һәм тиҙ арыусан була. Һуңғы йылдарҙа табиптар байтаҡ ҡына кешенең "хроник йонсоу синдромы" тип аталған сиргә дусар булыуы тураһында ла яҙып сыҡты. Әммә стресс бер үк ваҡытта кеше өсөн файҙалы ла: әгәр организмды йәшәйештә осраған ҡаршылыҡтарҙы үтеп сығыр өсөн кәрәк булған көсөргәнеш кисереүгә көйләй алмаһаҡ, беҙ бик күп маҡсаттарыбыҙға бер ҡасан да өлгәшә алмаҫ инек. Стресс арҡаһында кеше тиҙ үҙгәреп тороусы мөхиткә яраҡлаша ала, был кеше организмына тәбиғәттән һалынған көйләү механизмы. Стрестар организмды сыныҡтырмаһа, беҙ күптән үлеп бөткән булыр инек. Стресс механизмдарын ғилми яҡтан өйрәнеүгә күп көс сарыф иткән Канада табибы Ганс Сельеның фекерҙәре фәһемле. Беҙ стрестан ҡасып ҡотола алмайбыҙ, әммә уны файҙалана алабыҙ, тигән ул. Бының өсөн уның асылын, тәбиғи тәғәйенләнешен һәйбәт белеп, үҙеңдең стресс менән килешеп йәшәү фәлсәфәһен булдырырға кәрәк икән.
"Стрестың төрлөһө була, - тип аңлата Корсаков исемендәге клиниканың психология һәм психиатрия кафедраһы профессоры Нина Тювина. - Киҫкен стресс тип аталғаны үтә тәьҫирле эмоциональ ситуация, мәҫәлән, яҡын кешеңдең үлеме, ҡурҡыныс тәбиғәт стихияһы, яман уйлы әҙәмдәрҙең ҡурҡытыуы кеүек хәл-ваҡиғалар һөҙөмтәһендә кисерелә. Хроник стресс - бик оҙаҡ дауам иткән негатив ситуация һөҙөмтәһе: эштә килеп тыуған проблемалар, шәхси тормоштағы ауырлыҡтар, даими рәүештә үҙ-үҙең менән ҡәнәғәтһеҙләнеү тойғоһо кисереү һ.б." Киҫкен стресс ваҡытында үҙенсәлекле психофизиологик реакция барлыҡҡа килә, ул беҙҙең эске көс-ҡеүәтебеҙҙе туплап, организмды яңы ситуацияға яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән. Хроник стресс ваҡытында кризислы хәл-ваҡиғалар булмаһа ла, кире тәьҫир итеүсе кисерештәрҙең оҙайлы ваҡытта ҡабатланып тороуы психик көсөргәнеште арттыра бара.

Стресс сәбәбе - үҙебеҙҙә

Һәр кеше айырым шәхес кенә түгел, бер үк ваҡытта йәмғиәт ағзаһы ла. Уның үҙ ихтыяждарын мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡәнәғәтләндереп, бәхетле тормошта йәшәгеһе килә. Әммә кеше бөтә ғүмере буйына йәмғиәт талап иткәнде лә мотлаҡ үтәргә бурыслы. Мәҫәлән, ул билдәле бер һөнәр эйәһе булараҡ, үҙ эшен юғары кимәлдә башҡарып, профессиональ яҡтан үҫеүен туҡтатырға тейеш түгел. Күптәр бер өйрәнгәненә күнегеп китеп, элеккесә эшләүен дауам итә, үҙгәрештәрҙе үҙһенмәй, үҙен үҙгәртергә лә ашҡынып тормай. Кешенең шәхси ихтыяждары башҡалар талап иткән менән тура килмәҫкә лә мөмкин: ул үҙ-үҙе менән ҡәнәғәт бит, унан тағы нимә таптырып йөҙәтәләр һуң? Шәхси баһа менән башҡа кешеләрҙең баһаһы араһында ла йыш ҡына ҙур айырма барлыҡҡа килә. Былар кеше психикаһында сағылыш тапмай ҡалмай: кире пландағы билдәле бер кисерештәр, үҙ тормошоңдан, эшеңдән ҡәнәғәт булмау кеүек сифаттар систематик рәүештә стресҡа нигеҙ һала. Бында кешенең эшендәге һәм шәхси тормошондағы яуаплылығының артҡандан-арта барыуы ла эҙһеҙ үтмәй. Беҙҙе бала саҡтан үҙ бәхетең үҙ ҡулыңда, тип, өйрәтәләр. Шуға ла һәр кем ҙурыраҡ уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшеп, баһалы һәм абруйлы шәхес булырға хыяллана. Ғаилә мөхитендә лә шул уҡ ихтыяждар, шул уҡ юғары талаптар: өйгә мулыраҡ табыш менән ҡайтыусы яҡшы ир, хәстәрлекле һәм наҙлы ҡатын, барыһын да ҡайғыртып торған ата-әсә, һәр саҡта ла изгелекле һәм ярҙамсыл туған булып ҡалырға кәрәк бит. Ә кеше тормошо һәр саҡта ла бер тигеҙ һәм талғын ғына аҡҡан йылғала йөҙөп барыусы кәмә түгел шул, уның бер заман ҡомға терәлеүе лә бар. Ә беҙ һаман да, үҫмер ваҡытыбыҙҙағы кеүек, нимәлер өмөт итәбеҙ, хатта ниндәйҙер мөғжизә көтәбеҙ. Ә һин бәхет тип иҫәпләгәнең урап уҙһа? Өмөттәре селпәрәмә килгәндәрҙең, үҙҙәре көткән баһаларға өлгәшә алмағандарҙың, тора-бара бик ауыр тойғоларға бирелеп, булмаған ғәйепте кешенән булмаһа, үҙенән эҙләй башлауы ла бик мөмкин. Кешелектең суицид тигән шәхси сәбәпле, әммә асылы менән йәмғиәти булған ҡурҡыныс сире лә ошонан баш алмаймы икән?

"Киске Өфө" гәзите, №45, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.11.21 | Ҡаралған: 348

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru